text
stringlengths 15
900k
| id
stringlengths 2
6
| url
stringlengths 31
141
| title
stringlengths 1
112
|
---|---|---|---|
# Сармат мәҙәниәте
Сармат мәҙәниәте (икенсе атамаһы Прохоровка мәҙәниәте) — беҙҙең эраға тиклем IV—II быуаттарҙа Евразия далаларының археологик мәҙәниәте, уның өсөн Ырымбур өлкәһе Шарлыҡ районының Прохоровка ауылы янында С. И. Руденко ҡаҙып тапҡан ҡурғандар комплексы хас.
М. И. Ростовцев Прохоровка ҡурғандарын беҙҙең эраға тиклем IV—III быуаттар менән билдәләй һәм уларҙың барлыҡҡа килеүен көнсығыш күрше скифтар — сарматтар (савромат-сармат берлеге) менән бәйләй. 1927—1929 йылдарҙа Б. Н. Граков Түбәнге Волга һәм Көньяҡ Урал итәгендәге Прохоровкалағыға оҡшаш археологик ҡомартҡыларҙы Прохоровка (савромат-сармат) баҫҡысына берләштерә һәм уны б. э. т. IV—II быуаттар менән билдәләлй.
# Сармат мәҙәниәте
## Сармат мәҙәниәтен булдырыусыларҙың килеп сығышы
Сармат мәҙәниәтен булдырыусы халыҡтың килеп сығышына ҡарата ике төрлө ҡараш бар:
* Беҙҙең эраға тиклеи IV быуат аҙағына тулыһынса формалашҡан сармат мәҙәниәте нигеҙендә Көньяҡ Урал итәгендәге урындағы савромат мәҙәниәте һәм Урал аръяғының, Ҡаҙағстан һәм, бәлки, Арал буйының урман-далалары ҡәбиләләре алып килгән компоненттар (Эткол, Гороховка мәҙәниәттәре) ята. IV быуат аҙағында йәки беҙҙең эраға тиклем IV—III быуаттар сиктәрендә Көньяҡ Уралда йәшәгән күсмә халыҡтар тотошлайы менән көнбайышҡа Түбәнге Волга буйына һәм бик аҙ ғына өлөшө төньяҡҡа, көньяҡҡа һәм көнсығышҡа табан күсененә. Көнсығыштан килгән күсмә халыҡ Түбәнге Волга буйында өлөшләтә урындағы савромат ҡәбиләләренә ҡушыла, ә бер өлөшө урындағы халыҡты Аҙау буйына һәм Кавказ тауының көнбайыш итәгенә ҡыҫырыҡлай, унда улар һуңынан сираҡ күсмә берләшмәһе нигеҙен тәшкил итә. Көньяҡ Урал Прохоровка мәҙәниәтенең Түбәнге Волга соврамат мәҙәниәте менән ҡушылыуы Көньяҡ Урал итәгендәге һәм Волга-Дон төбәгендәге табылған ҡомартҡыларҙың ҡайһы берҙәренең берҙәм мәҙәниәт сиктәрендә бер ни тиклем айырылып тороуы билдәләнелә.
* Көньяҡ Урал итәгендәге сармат мәҙәниәте иртә Прохоровка мәҙәниәте иҫәбенә формалаша, ә Түбәнге Волгалағы савромат мәҙәниәте шул уҡ ваҡытта үҙаллы берлек булараҡ айырым үҫешә.
# Сармат мәҙәниәте
## Палеогенетика
II—III быуаттарҙа Төньяҡ Кавказда Бесланда йәшәгән сармат мәҙәниәтенең ике вәкилендә Y-хромосома гаплогруппаһы j1 (M267+) һәм митохондриаль гаплогруппаһы H1c21 һәм K1a3 булараҡ билдәләнелде. II—IX быуаттарҙың сармат-алан этник бүлексәләре менән бәйле антропологик материалдарҙы анализлау түбәндәге Y-хромсома гаплогруппаларының булыуын иҫбатланы: G2a (P15+), R1a1a1b2a (Z94+, Z95+), J1 (M267+) и J2a (M410+). Ҡатын-ҡыҙ линияһын түбәндәге митохондриаль гаплогруппалар иҫбатлай: I4a, D4m2, H1c21, K1a3, W1c һәм X2i. Үҙ сиратында, аутосомный маркёрҙарҙы тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, төрлө йүнәлештәрҙә ҡушылмалар булыуға ҡарамаҫтан, дөйөм алғанда был мәғлүмәттәрҙә типик Европа генотибы бар.
# Сармат мәҙәниәте
## Библиография
* Граков Б. Н. ГYNAIKOKPATOYMENOI (Пережитки матриархата у сарматов)//ВДИ, 1947. № 3;
* Смирнов К. Ф. Савроматы. М., 1964;
* Пшеничнюк А. Х. Культура ранних кочевников Южного Приуралья. М., 1983;
* Скрипкин А. С. Азиатская Сарматия. Саратов, 1990. | 132881 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Сармат_мәҙәниәте | Сармат мәҙәниәте |
# Турица (Сухона ҡушылдығы)
Турица — Рәсәй йылғаһы. Вологда өлкәһе, Архангельск өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Сухона йылғаһының һул ярына тамағынан 352 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 15 км.
# Турица (Сухона ҡушылдығы)
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Двина-Печора һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — йылғаның башынан алып Төньяҡ Двина Вычерга йылғаһына ҡойғанға тиклем, Юг һәм Сухона йылғаларын индермәйенсә (инештән Кубен гидроузлына тиклем). Бәләкәй йылға бассейны — Сухона, йылға бассейны — Төньяҡ Двина.
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса:
* Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 03020100312103000007650
* Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 103000765
* Бассейн коды — 03.02.01.003
* ГӨ буйынса һаны (номеры) — 03
* ГӨ буйынса сығарылыш — 0 | 15416 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Турица_(Сухона_ҡушылдығы) | Турица (Сухона ҡушылдығы) |
# Тубыл (ҡала)
Тубыл (рус. Тобольск) — Төмән өлкәһенең Тубыл районы үҙәге.
Өлкәнең төньяҡ өлөшөндә, Тубыл йылғаһы Иртышҡа ҡойған ерҙә урынлашҡан. Ҡалаға 1587 йылда Себерҙе үҙләштерү үҙәге булараҡ нигеҙ һалынған. 1590 йылда уға Себер тарафтарында беренсе булып ҡала статусы бирелә. 1708 йылдан Себер губернаһының административ үҙәге була.
Тубылдан 17 км алыҫлыҡта ҡасандыр Себер ханлығының баш ҡалаһы Ҡашлыҡ урынлашҡан булған.
Ҡалала бөйөк химик Дмитрий Иванович Менделеев тыуған.
# Тубыл (ҡала)
## Географик урыны
Тубыл — кеше һаны буйынса Төмән өлкәһенең икенсе ҡалаһы. Тубыл, Уват, Вагай райондары өсөн иҡтисад үҙәге.
# Тубыл (ҡала)
## Географик урыны
#### Климат
* Йыллыҡ уртаса һауа температураһы — +0,9 °C
* Йыллыҡ уртаса һауаның дымлылығы — 75 %
* Йыллыҡ уртаса ел тиҙлеге — 2,9 м/с
Ҡала климаты :
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Абсолют максимум, °C | 5,5 | 5,5 | 14,7 | 29,5 | 35,7 | 37,2 | 36,1 | 33,8 | 30,1 | 23,0 | 12,3 | 4,5 | 37,2 |
| Уртаса максимум, °C | −12,7 | −10,3 | −1,4 | 7,3 | 16,3 | 22,4 | 23,9 | 20,4 | 13,7 | 6,1 | −4,7 | −10,7 | 5,9 |
| Уртаса температура, °C | −17,1 | −15,6 | −7 | 1,8 | 10,2 | 16,7 | 18,7 | 15,3 | 9,0 | 2,2 | −8,2 | −14,9 | 0,9 |
| Уртаса минимум, °C | −21,6 | −20,7 | −12,6 | −3,2 | 4,7 | 11,4 | 13,7 | 10,7 | 4,9 | −1,2 | −11,8 | −19,3 | −3,8 |
| Абсолют минимум, °C | −48,5 | −47,7 | −41,8 | −30,3 | −14,6 | −2,2 | 1,2 | −2,9 | −6,5 | −34,4 | −40,1 | −51,8 | −51,8 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 23 | 17 | 17 | 24 | 44 | 57 | 67 | 73 | 53 | 40 | 34 | 27 | 476 |
| Сығанаҡ: Погода и климат |||||||||||||| | 65540 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Тубыл_(ҡала) | Тубыл (ҡала) |
# Ғәббәсов
Ғәббәсов — башҡорт ир-ат фамилияһы. Ғәббәс исеменән барлыҡҡа килгән. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Ғәббәсова — башҡорт ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
# Ғәббәсов
## Билдәле йөрөтөүселәр
* Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы (1902— ????) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры.
* Ғәббәсов Абдулла Ғәббәс улы (1900—????) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. | 184379 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ғәббәсов | Ғәббәсов |
# Эркслебен (Альтмарк)
Эркслебен (Альтмарк) (нем. Erxleben (Altmark)) — Германияла, Саксония-Анхальт ерендә урынлашҡан коммуна.
2006 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса коммунала 499 кеше йәшәй. Майҙаны — 20,99 км². Диңгеҙ кимәленән 33 метр бейеклектә һәм UTC +1 ваҡыт бүлкәтендә урынлашҡан. Почта индексы — 39606 һәм автомобиль коды — SDL. | 30384 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Эркслебен_(Альтмарк) | Эркслебен (Альтмарк) |
# Ҡуян (Яңы Килбаҡты ауыл советы, Ҡалтасы районы)
Ҡуян (рус. Куяново) — Башҡортостандың Ҡалтасы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 57 кеше. Почта индексы — 452855, ОКАТО коды — 80233846002.
# Ҡуян (Яңы Килбаҡты ауыл советы, Ҡалтасы районы)
## Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
| Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
| 1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | | | | | |
| 1920 йыл 26 август | | | | | |
| 1926 йыл 17 декабрь | | | | | |
| 1939 йыл 17 ғинуар | 459 | 206 | 253 | 44,9 | 55,1 |
| 1959 йыл 15 ғинуар | 420 | 187 | 233 | 44,5 | 55,5 |
| 1970 йыл 15 ғинуар | 270 | 133 | 137 | 49,3 | 50,7 |
| 1979 йыл 17 ғинуар | 180 | 86 | 94 | 47,8 | 52,2 |
| 1989 йыл 12 ғинуар | 72 | 27 | 45 | 37,5 | 62,5 |
| 2002 йыл 9 октябрь | 90 | 46 | 44 | 51,1 | 48,9 |
| 2010 йыл 14 октябрь | 57 | 28 | 29 | 49,1 | 50,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
* 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
* 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
* 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
* 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
* 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
* 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
* 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
* Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
# Ҡуян (Яңы Килбаҡты ауыл советы, Ҡалтасы районы)
## Ауыл тарихы
Ҡуян ауылы XX быуаттың 60-сы йылдарында үҫешә башлай. 1957 йылдың август айында Яңы Хажи эргәһендәге скважинанан нефть урғыла. Шулай Арлан нефть ятҡылығының көньяҡ өлөшөндә яңы «ҡара алтын» майҙаны асыла. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 17 йорттан торған Ҡуян ауылында 50 ике фатирлы йорт төҙөйҙәр. 70-се йылдарҙа төҙөлөш әүҙемләшә. Башҡортостандың төрлө райондарынан һәм күрше өлкәләрҙән килеп урынлашалар бында. Ҡуян башҡорттары менән әңгәмәләшкәндән һуң кеше исемдәрендә [з] урынына [д] өнөн йышыраҡ ҡулланылыуына иғтибар иттек: Зәбир – Дәбир, Зинира – Динира, Земфира – Демфира, Мирзәлиф – Мирдәлиф... Бындағы милләттәштәребеҙ төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшһә лә, төрлө яҡтан килеү сәбәпле, үҙҙәренең элек йәшәгән төбәктәрендә ҡулланылған һүҙҙәрҙе файҙалана. Мәҫәлән, күплектә «лар» ялғауын ҡушалар: ат-лар, китап-лар; диалект һүҙҙәр ҙә килеп инә: инеү/кереү, алыҫ/йыраҡ, ыңғай/уңай, сәңгелдәк/бишек, муйыл/шоморт, ҡарағай/нарат; [с] өнө урынына – [ч], [һ] урынына [с] өнөн ҡулланалар: чәй//сәй, сөртә//һөртә. Татар, мари, урыҫ халҡы менән аралашып йәшәүҙәре лә телгә йоғонто яһаған. Бик күп уртаҡ һүҙҙәр бар. Ҡуян ауылында йәшәүсе халыҡтың 38 проценты – башҡорттар..
# Ҡуян (Яңы Килбаҡты ауыл советы, Ҡалтасы районы)
## Географик урыны
* Район үҙәгенә тиклем (Ҡалтасы): 23 км
* Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Килбакты): 6 км
* Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 49 км
# Ҡуян (Яңы Килбаҡты ауыл советы, Ҡалтасы районы)
## Ауылдан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр
* Рәимов Риф Мөхсин улы — (1904 йылдың 30 декабре — 1953 йылдың 15 феврале) — Башҡортостандың билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, тәүге башҡорт совет тарихсыларының береһе, тарих фәндәре докторы (1950). | 12236 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡуян_(Яңы_Килбаҡты_ауыл_советы,_Ҡалтасы_районы) | Ҡуян (Яңы Килбаҡты ауыл советы, Ҡалтасы районы) |
# Нефтсе (стадион, Ишембай)
«Нефтсе» — Ишембай ҡалаһының төп стадионы, уға 1937 йылда нигеҙ һалынған. Ҡаланың үҙәгендәге Ленин майҙанында урынлашҡан. Ишембай ҡалаһының «Нефтсе» футбол клубы өсөн ярыштар урыны булып тора. Футбол яланы (105x68 м), еңел атлетика йүгереүҙәре юлы (400 м), бейеклеккә һәм оҙонлоҡҡа һикереү, диск һәм һөңгө ырғытыу, йәҙрә ташлау өсөн секторҙары, трибуналары (5 мең урынлыҡ), спорт залы (18x9 м), баскетбол, волейбол, бура һуғыу, хоккей майҙансығы һ. б. бар. Күнекмәләр залында өҫтәл теннисы буйынса күнекмә дәрестәр үткәрелә.
«Нефтсе» стадионы ҡала халҡы араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа ҙур роль уйнай. Стадион йыл дауамында ҡала халҡын хеҙмәтләндереү һәм ялын ойоштороу өҫтөндә эшләй. Район һәм республика күләмендәге спорт саралары үткәрелә. Стадион базаһында балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең баскетбол, пляж волейболы, конькиҙа йүгереү спорты, еңел атлетика, мини-футбол, өҫтәл теннисы, футбол, бура һуғыу спорты секциялары, теннис һ. б. буйынса бүлектәр эшләй
Ишембай ҡалаһы халҡының күпселеге ҡышын буш ваҡытын стадион һырғалағында үткәрә. Тренажер залы эшләй, футбол, еңел атлетика, бура һуғыу спорты секциялары бар. Майҙансығында йөҙәрләгән ҡала халҡы волейбол, баскетбол, һауыҡтырыусы йүгереү менән шөғөлләнә, Башҡортостан Республикаһы чемпионаты футбол матчтары, «Күн туп» һәм балалар араһында популяр булған «Ихата футболы» турнирҙары үтә.
# Нефтсе (стадион, Ишембай)
## Тарихы
1940 йылда ҡала стадионы булараҡ асыла, 1947 йылдан стадион — «Ишембайнефть» нефть-газ табыу идаралығында, 2000 йылдан муниципаль учреждение. Стадионда предприятиелар һәм учреждениеларҙың физик культура коллективтары (1987) һәм үҫмерҙәр (1992-94) араһында футбол буйынса Рәсәй беренселеге уҙғарыла.
# Нефтсе (стадион, Ишембай)
## Адресы
453200, Ишембай ҡалаһы, Ленин проспекты, 21.
# Нефтсе (стадион, Ишембай)
## Рәсми web-сайт
http://dush4.ishimsport.ru 2021 йыл 13 июнь архивланған. | 126842 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Нефтсе_(стадион,_Ишембай) | Нефтсе (стадион, Ишембай) |
# Бенджамин Франклин
Бенджамин Франклин (ингл. Benjamin Franklin; 17 ғинуар 1706 йыл — 17 апрель 1790 йыл) — АҠШ-тың сәйәси эшмәкәре, дипломат, полимат, уйлап табыусы, яҙыусы, журналист, нәшриәтсе, масон. АҠШ бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш лидерҙарының береһе.
Бенджамин Франклин — Америка Ҡушма Штаттарының бойондороҡһоҙ дәүләт булараҡ барлыҡҡа килеүе нигеҙендә ятҡан өс иң мөһим тарихи документын: АҠШ-тың бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһын, АҠШ Конституцияһын һәм 1783 йылда Төньяҡ Америкала ун өс британ колонияһының Бөйөк Британия үҙ бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғышын формаль рәүештә тамамлауҙы аңлатҡан Версаль тыныслыҡ килешеүен]] (Икенсе Париж тыныслыҡ килешеүе) ҡултамғаһы менән нығытҡан АҠШ-ты нигеҙләүсе бөйөк шәхестәрҙең береһе.
АҠШ-тың ҙур матбуғаты дизайнын эшләүселәрҙең береһе. Петербург фәндәр академияһының (1917 йылдан — Рәсәй фәндәр академияһы (Петербург фәндәр академияһы) ағзаһы, тәүге сит ил кешеһе американлы (02.11.1789) булған.
1914 йылдан бирле Бенджамин Франклин портреты АҠШ Федераль резерв системаһының йөҙ доллар купюраһында төшөрөлгән.
Киң таралған яңылыш фекергә ҡарамаҫтан, Франклин бер ҡасан да АҠШ президенты булмаған.
# Бенджамин Франклин
## Биографияһы
Бенджамин Франклин 1706 йылдың 17 ғинуарында Массачусетс-Бэй провинцияһындағы Бостондың Милк-Стрит (Milk Street) урамында һөнәрсе, һабын һәм шәм эшләү менән шөғөлләнгән Англия эмигранты Джосайи Франклин (Josiah Franklin, 1657—1745) ғаиләһендә, 17 бала араһында 15-се булып донъяға килгән. Үҙ аллы белем алған. Джосайя улының мәктәптә уҡыуын бик теләгән, ләкин уның аҡсаһы улына ике йыл белем алырға ғына еткән. Бенджамин 12 йәшенән ағаһының типографияһында оҫта ярҙамсыһы булып эшләй башлай, ә баҫма эше уның күп йылдарға һуҙылған төп һөнәренә әйләнә.
1727 йылда ул Филадельфияла үҙенең шәхси типографияһынна нигеҙ һалған. 1729 йылдан 1748 йылға тиклем "Пенсильвания гәзите"н, ә буйынса, 1732 йылдан 1758 йылға саҡлы — «Ярлы Ричард альманахы» тигән йыллыҡ баҫмаһын сығарған.
1728 йылда Бенджамин Франклин һөнәрселәрҙең һәм сауҙагәрҙәрҙәрҙең филадельфия бәхәс түңәрәге — "Күн алъяпҡыстар клубы"на («Джунто») нигеҙ һала, һуңынан, 1743 йылда, ул Америка философия йәмғиәтенә әүерелгән.
1731 йылда Америкала беренсе асыҡ китапханаға, 1751 йылда Пенсильвания университетының башы булған Филадельфия академияһына нигеҙ һалған. 1737 йылдан 1753 йылға саҡлы Пенсильвания почтмейстеры вазифаһын, буйынса 1753 йылдан 1774 йылға тиклем — шул уҡ вазифаны бөтә америка колониялары күләмендә башҡарған.
1776 йылда, был ил менән Англияға ҡаршы союз төҙөү, шулай уҡ бурысҡа аҡса алыу маҡсатында, Францияға илсе итеп ебәрелгән. Күп илдәрҙең академиялары, шул иҫәптән Рәсәй фәндәр академияһы (1789 йылда, Петербург фәндәр академияһының беренсе американ ағзаһы) ағзаһы итеп һайланған.
Франклин масон булған һәм «Туғыҙ апалы-һеңлеле» тип аталған бөйөк масон ложаһына ингән.
Бенджамин Франклин — АҠШ Конституцияһы (1787 йыл) авторҙарының береһе.
«Ваҡыт — аҡса» тигән афоризмдың авторы («Йәш сауҙагәргә кәңәштәр», 1748).
Ысынбарлыҡта XVIII быуаттың икенсе яртыһында һәм XIX быуаттың беренсе яртыһында яңы америка милләтенең рухи лидеры булып тора.
Франклин 1790 йылдың 17 апрелендә вафат була. Сабыйҙарҙы ла индергәндә, халҡы 33 мең кеше тәшкил иткән Филадельфияла уны ерләргә 20 мең самаһы кеше йыйыла.
Уның ҡәбер ташындағы эпитафияға шулай тип яҙылған: «Ул күктән йәшенде, ә артабан рәхимһеҙҙәрҙән скипетрҙарын тартып алды»
# Бенджамин Франклин
## Биографияһы
### Автобиографияһы
Бенджамин Франклиндың Автобиографияһы тип ғәҙәттә уның 1771 йылдан 1790 йылға тиклемге осорҙа үҙ тормошо тураһында яҙылған тамамланмаған яҙмалары атала. Әммә Франклин был эште үҙенең мемуарҙары тип һанағандыр, моғайын. Документ авторҙың вафатынан һуң баҫылған.
# Бенджамин Франклин
## Ҡараштары
Бенджамин Франклиндың сәйәси ҡараштары нигеҙендә кешенең ғүмер, азатлыҡ, милеккә тәбиғи һәм айырып алғыһыҙ хоҡуҡтары концепцияһы ятҡан. Әйткәндәй, ваҡыт үтеү менән төньяҡ америка колонияларының сәйәси ҡоролошона Франклиндың ҡараштары үҙгәргән. 1765 йылға саҡлы ул ҙы Британия империяһының бер өлөшө тип ҡараған. Һуңғараҡ метрополияның король власы аҫтында бөтә колонияларҙың тулы хоҡуҡлы нигеҙҙә федераль ҡоролошо идеяһына килгән. Ахыр сиктә, Англия һәм уның колониялары араһындағы ҡапма ҡаршылыҡ сиселерлек булмау дәрәжәһенә еткәнлектән һәм Британия парламентына мөрәжәғәттәре уңышһыҙлыҡҡа осрағанлыҡтан һәм Лондон сәйәсәтенә петициялар ярҙамында ғына тәьҫир итеп булмаҫын аңлағанлыҡтан, Франклин колонияларҙың метрополиянан тулыһынса бүленеү мөмкинлеген һәм сәйәси бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеүҙе яҡлап сыҡҡан. Аҙағыраҡ ул башҡарма властың көсәйеүенә, атап әйткәндә, Джордж Вашингтондың арта барған сиктән тыш вәкәләттәренә, сикләнмәгән мөлкәт цензына ҡаршы сыҡҡан, дөйөм һайлау хоҡуҡтарын урынлаштырыу яҡлы, ҡол биләүселек дошманы булараҡ сығыш яһаған.
Фәлсәфәүи ҡараштары буйынса Бенджамин Франклин деизм яҡлы булған. Аллаһы тәғәләнең әһәмиәтен бары тик донъя барлыҡҡа килтереүгә генә ҡайтарып ҡалдырған ортодоксаль сиркәү догмаларына «тәбиғи дин» идеяһыни ҡаршы ҡуйғандар. Хеҙмәт баһаһы теорияһының үҙенсә вариантын формалаштырған.
Франклин «Автобиография»һында яҙғанға ярашлы, зыянлы ғәҙәттәрҙе юҡҡа сығарып, 13 изгелек таһыллығы исемлегенән торған әхлаҡи камиллыҡҡа өлгәшеү планын енетекләп эшләгән һәм тормошҡа ашырырға тырышҡан.
# Бенджамин Франклин
## Баһалау
Б. Франклинға яҙған хатында: «Һеҙ донъяның данлыҡлы ғалимы…» тип яҙған Максимилиан Робеспьер.
Дейл Карнеги: «Әгәр ҙә башҡа кешеләргә нисек өндәшергә, үҙең менән нисек идара итеү һәм шәхси сифаттарыңды камиллаштырыу буйынса бик шәп кәңәш алғығыҙ килһә, Бенджамин Франклиндың автобиографияһын — кеше ғүмере тураһындағы мауыҡтырғыс тарихты уҡығыҙ».
Бөтә донъя кәңәшмәһе ҡарары буйынса Бенджамин Франклин Кешелектең атаҡлы вәкилдәре исемлегендә индерелгән.
# Бенджамин Франклин
## Ғилми һәм уйлап табыу эшмәкәрлеге
* электрик зарядланған тороштоң дөйөм ҡулланышта йөрөтөлгән «+» һәм «−» билдәләмәләрен индергән;
* атмосфералы һәм ышҡылыу ярҙамында алынған электричество араһында тигеҙлек барлығын билдәләгән һәм йәшендең электрик тәбиғәтен раҫлаған;
* ер менән тоташтырылған осло металл предметтар зарядланған есемдәрҙән, уьарға ҡағылмаан хәлдә лә, уларҙың электр зарядтарын үҙҙәренә тартыу һәләтенә эйә тип раҫлаған һәм 1752 йылда йәшен ҡайтарғыс проектын тәҡдим иткән;
* бифокаль күҙлек уйлап тапҡан (1784);
* бәүелгес кресло конструкцияһын уйлап тапҡан һәм патент алған;
* 1742 йылда Франклин мейесе тигән атама алған, өйҙө йылыта алырлыҡ, иҡтисади яҡтан эффектив бәләкәй габаритлы (йәки «пенсильван каминын») уйлап тапҡан, ә 1770 йылда принципиаль рәүештә камиллаштырған һәм, бар ватандаштары мәнфәғәтен хөрмәт иткәнлектән, махсус рәүештә патентлап та томаған;
* электр двигателе илеяһын тәҡдим иткән һәм электростатик көстәр тәьҫире аҫтында әйләнгән «электр тәгәрмәсен» күрһәткән;
* тәүгеләрҙән булып дары шартлатыу өсөн электр осҡонон файҙаланған;
* үткәреүсе обкладкаларҙы бүлеүсе диэлектриктың әһәмиәтле роль уйнауын раҫлаған лейден банкыһының тәьҫир итеү принцибын аңлатҡан;
* быяла гармониканы принципиаль рәүештә камиллаштырған, һәм был музыка ҡоралы өсөн Вольфганг Амадей Моцарт, Людвиг ван Бетховен, Гаэтано Доницетти, Рихард Штраус, Михаил Иванович Глинка һәм Пётр Ильич Чайковский көйҙәр яҙған;
* үҙенең Ваҡыт менән идара итеү системаһын ентекләп эшләгән;
* шторм елдәре (норд-ост) тураһында киң мәғлүмәт йыйған һәм уларҙың килеп сығышын аңлатҡан теория тәҡдим иткән;
* Бенджамин Франклин ҡатнашлығында Гольфстрим ағымының тиҙлеген, киңлеген һәм тәрәнлегенүлсәү үткәрелгән, һәм Бенджамин Франклин исем биргән был ағым картала билдәләнгән (1770).
# Бенджамин Франклин
## Ғилми һәм уйлап табыу эшмәкәрлеге
### Гольфстримды өйрәнеүе
Колонияларҙың почталары директоры булғанлыҡтан, ул инглиз порты Фалмуттан Нью-Йоркҡа оҙатылған почта пакетботтары, Лондондан Нью-Йорктан көнсығыштараҡ ятҡан Нью-портҡа ғәҙәти сауҙа суднолары менән ебәрелгәндәренә ҡарағанда, ике аҙнаға һуңыраҡ килгәненә иғтибар иткән. Һәм был күренешкә Гольфстрим ғәйепле икәнен аңлаған. Был ағым менән таныш булмаған инглиз моряктары был почта суднолары менән , ә сауҙа суднолары менән — Америка ярҙары буйында диңгеҙ промыслаларында йәштән ҡатнашҡан америка моряктары командалыҡ иткән. Франклиндың ныҡышмалығы арҡаһында моряктар үҙҙәренең күҙәтеүҙәрен карталарға теркәй барған, Гольфстримдың беренсе картаһы шуның һөҙөмтәһе булған.
# Бенджамин Франклин
## Ғилми һәм уйлап табыу эшмәкәрлеге
### Атмосфера электричествоһын өйрәнеү
Франклинд йәшендең электрик тәбиғәтен асыҡлау буйынса тәжрибәһе киң билдәле. Ул 1750 йылда баҫылған хеҙмәтендә йәшен ваҡытында «һауа йыланы» осороп тәжрибә үткәреүҙе тәҡдим иткән. Был тәжрибә 1752 йылдың 10 майында француз ғалимы Томас-Франсуа Далибард (Thomas-François Dalibard) тарафынан үткәрелгән. Далибардтың тәжрибәһе тураһында белмәгән Франклин Филадельфияла һауа йыланы менән үҙенең тәжрибәһен үткәргән (15. 06. 1752). Франклиндың тәжрибәһе Джозеф Пристлиҙың 1767 йылғы «История и теперешнее состояние электричества» (ингл. History and Present Status of Electricity) хеҙмәтендә тасуирланған. Пристли, Франклин был тәжрибә ваҡытында, тоҡтың үлемесле хәүефле контуры килеп сығыуы менән бәйле, зыян күрмәһен өсөн, изоляцияланған (бындай тәжрибәләрҙе үткәргәндә ҡайһы бер тикшеренеүселәр: 1753 йылда атмосфера электричествоһын ергә тоташтырылмаған прибор менән тикшергәндә рәсәй ғалимы Георг Вильһельм Рихман һәләк булған. Франклин был хәүеф тураһында алдан белгәнлеген һәм йәшендең электрик тәбиғәтен күрһәтеүҙең альтернатив юлын — антеннаны ергә тоташтырыуҙы файҙаланғанын үҙенең яҙмаларында сағылдырған. Тәжрибәнең таралған фаразы буйынса, Франклин йәшендең һауаға күтәрелгән "йылан"ды һуҡҡанын (сөнки был үлемесле ҡурҡыныс булған) көтөп тормаҫҡа булған. Уның урынына ул "йылан"ды йәшен болото йүнәлешендә осороп ебәргән, һәм "йылан"дың электр зарядын йыйыуын аңлаған.
# Бенджамин Франклин
## Франклиндың ҡайһы бер әҫәрҙәре
* «Автобиография»;
* «Рассуждение о свободе и необходимости, наслаждении и страдании»;
* «Опыты и наблюдения над электричеством»;
* «Необходимые советы тем, кто хотел бы стать богатым»;
* «Путь к изобилию»;
* «Альманах простака Ричарда»;
* «Свисток» (письмо — рассказ).
# Бенджамин Франклин
## Хәтер
### Скульптура
* Франклинға Чикаголағы Линкольн паркта (Lincoln Park Chicago) ҡуйылған һәйкәл
* Пенсильвания университетында Франклинға ҡуйылған һәйкәл
# Бенджамин Франклин
## Хәтер
### Топонимдар
* 1935 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы Франклин исемен Айҙың күренгән яғындағы кратерға биргән.
# Бенджамин Франклин
## Хәтер
### Филателияла
</gallery>
* 1861 йылғы АҠШ почта маркаһы
* 1895 йылғы АҠШ почта маркаһы
* 1903 йылғы АҠШ почта маркаһы
* 1918 йылғы АҠШ почта маркаһы
* 1956 йылғы СССР почта маркаһы
* Франклин шулай уҡ Бөйөк Британияның 1976 йылғы почта маркаһында һынландырылған.
# Бенджамин Франклин
## Хәтер
### Бонистика
1914 йылдан башлап Бенджамин Франклиндың портретын АҠШ-тың барлыҡ 100 долларлыҡ купюраларында һынландырғандар.
* АҠШ 100 доллары. 1914 йылғы серия
* АҠШ 100 доллары. 1934 йылғы серия
* АҠШ 100 доллары. 2006 йылғы серия
* АҠШ 100 доллары. 2009 йылғы серия
# Бенджамин Франклин
## Мәҙәниәттә Франклин образы
* Бенджамин Франклин бик эшһөйәр кеше булған. Ул тап билдәле фраза «Ялҡаулыҡ кешене үлтерә. Ялҡаулыҡ өмөт һүнеүгә һәм үлемгә килтерә».
# Бенджамин Франклин
## Мәҙәниәттә Франклин образы
### Һынлы сәнғәттә
* Эдвард Харрисон Мэй. Леди Хау Бенджамин Франклинға мат ҡуя (1867)
* «Бенджамин Франклин күктән электр тогы заряды ала». Рәссамы Бенджамин Уэст (1738-1820)
Ентекләп әйткәндә:
* «Леди Хау Бенджамин Франклинға мат ҡуя», Эдвард Харрисон Мэй картинаһы
# Бенджамин Франклин
## Мәҙәниәттә Франклин образы
### Кинола
* «Джон Пол Джонс» (1959)
* «Джон Адамс» (2008)
* «Азатлыҡ улдары» (2015) | 146023 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Бенджамин_Франклин | Бенджамин Франклин |
# Степанов Леонид Александрович
Леонид Маяксем (тулы исеме Леонид Александрович Степанов; 1938 йылдың 2 ғинуары, Сикасси ауылы, Канаш районы, Сыуаш АССР - 11 ғинуар 2014, Чебоксар) - сыуаш яҙыусыһы, прозаик. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
# Степанов Леонид Александрович
## Биография
Леонид Максим 1938 йылдың 2 ғинуарында Сыуаш АССР Канаш районы Сикасси ауылында тыуған.
Ауыл мәктәбендә 7 синыф тамамлай, аннары Һарытаула киномеханик белгеслеген ала, Яльчик районы ауылдарында күсмә кинозалда кинофильмдар күрһәтә. Армияла хеҙмәт итеп, Чебоксар электромеханика заводында токарь булып эшләй. Чувашрадиола эшләй. Ситтән тороп М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлай. 1974-1980 йылдарға Сыуашстан яҙыусылар сәнғәт союзының әҙәбиәтын пропаганда бюроһында, әҙәби фронттың Сыуаш бүлеге рәйесе булып эшләй.
2014 йылдың 11 ғинуарында Сыуашстан баш ҡалаһы Чебоксар ҡалаһында вафат була.
Беренсе очеркты 1961 йылда «Ялав» журналында баҫтыра. 1981 йылдан әҙәбиәт һәм профессиональ дәрәжәлә шөғөлләнә башлай.
Күренекле китаптары: «Килет шурăмуç çуталса» (Таң ата, 1970), «Тупатăпах сана, Сильва» (Табармын һине, Сильва, 1972) «Асамлă каскăч» (Тылһымлы төрән, 1976), «Аманнă туратка» (Көсө ботаҡ, 1980), «Вĕлтрен милĕкĕ» (Кесерткән себеркеһе, 1980), «Я найду тебя, Сильва» (Табырмын сине, Сильва, 1984), «Вторая встреча», (Икенсе осрашыу, 1988), «Хунавсăр йывăç» (Үрентеһез ағас), | 164752 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Степанов_Леонид_Александрович | Степанов Леонид Александрович |
# Йәйге ваҡыт
Йәйге ваҡыт (рус. летнее время, ингл. daylight saving time) — билдәле сәғәт бүлкәтендә ҡабул ителгән ваҡыттан 1 сәғәт алға күсерелгән ваҡыт. Күп илдәрҙә өй-урамдарҙы яҡтыртыуға тотонолған электр энергияһын экономиялау өсөн йәйен индерелә. Көҙ көнө ваҡыт ҡышҡы ваҡытҡа кире күсерелә.
Күпселек илдәрҙә ҡышҡы ваҡыт һәр ваҡыт бүлкәтенең астрономик ваҡытына тап килә; әммә Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә ҡышҡы ваҡыт бүлкәт ваҡытынан бер сәғәт алда килә; шуға ярашлы йәйге ваҡыт бүлкәт ваҡытынан 2 сәғәткә алда килә. Мәҫәлән, йәй көнө беҙ иртәнге сәғәт етелә торһаҡ, бүлкәт ваҡыты менән сәғәт биш була. Бының сәбәбе — илебеҙҙең тарихында: СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә йәйге ваҡыт ике тапҡыр индерелде (түбәндә «Рәсәй» секцияһында ҡарағыҙ).
Рәсәйҙә 2011 йылғаса ваҡыт йәйгегә марттың һуңғы йәкшәмбеһендә төнгө икелә индерелеп килде: ваҡыт бер сәғәт алға күсерелде. Ҡышҡыға ваҡыт октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә төнгө сәғәт өстә күсерелә ине. 2011 йылдың февралендә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев йәйге ваҡытҡа күсеүҙе туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
# Йәйге ваҡыт
## Тарих
Ҡайһы бер боронғо цивилизацияларҙа тәүлектең яҡты ваҡыты, оҙонлоғона ҡарамаҫтан, 12 тигеҙ сәғәткә бүленгән булған. Һөҙөмтәлә, йәй көнө бер үк көндөҙгө сәғәт оҙонораҡ, ә ҡышҡы сәғәт ҡыҫҡараҡ булған. Мәҫәлән, Боронғо Римда ҡулланылған һыу сәғәтендә йылдың төрлө айҙары өсөн төрлө шкала булдырылған булған. Римдың киңлегендә көн тыуғандан иҫәпләнгән өсөнсө сәғәт ҡышҡы ҡояш торошонда хәҙерге ваҡыт менән 09:02-лә башланып 44 минут һуҙылһа, йәйге ҡояш торошонда хәҙерге ваҡыт менән 06:58-ҙә башланып 75 минут һуҙылған.
Урта быуат дәүерендә тигеҙ оҙонлоҡло сәғәт системаһы өҫтөнлөк алған; бынан һуң ваҡыт һәр миҙгелдә бер төрлө үлсәнгән.
1784 йылдың 26 апрелендә Францияла АҠШ-ның илсеһе булып хеҙмәт иткән Бенджамин Франклин аноним хатында, Парижда тороусы кешеләр май шәмдәрен аҙыраҡ тотонһон өсөн таңда иртәрәк торһондар, тигән тәҡдим индергән.
Был хатта ул шулай уҡ ошондай сатирик тәҡдимдәр биргән: тәҙрә ҡапҡастарына һалым һалыу, май шәмдәрен рационлау, һәм таңда ҡалала торған халыҡты пушканан туп атып һәм сиркәү ҡыңғырауҙарын һуғып уятыу. 20-се марттан 20-се сентябргә хәтлем осорҙо бөтөнләй май шәм яндырмай сығып була, тип һанаған Рузвельт; ошолай йылыҡ яндырылған шәмдәрҙең яртыһын экономлап була, тип уйлаған ул.
Хәҙерге йәйге ваҡыт системаһын беренсе булып Джордж Вернон Хадсон, Яңы Зеландия энтомологы тәҡдим итә. Джодж Хадсондың эше сменалы булған, буш ваҡытында ул бөжәктәр коллекцияһын йыйыу менән мауыҡҡан һәм өҫтәмә көндөҙгө яҡтылыҡты юғары баһалаған.
1895 йылда Хадсон көндөҙгө яҡтылыҡты бәрәкәт файҙаланыу өсөн ваҡытты 2 сәғәт алға күсерегә тәҡдим иткән. Ғилми берләшмәлә был тәҡдим ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған, Хадсондың был турала хаты ғилми журналда баҫтырылған.
Уильям Уиллет, Бөйөк Британияла йәшәгән күренекле төҙөүсе һәм асыҡ һауала йәшәргә яратыусы, шулай уҡ йәйге ваҡыт индерергә тәҡдим итеүселәрҙең береһе булған. Йәйге бер таңда иртә тороп, ҡояш иһә күптән ҡалҡҡанын, ә Лондон халҡы һаман йоҡлап ятҡанын күргән. Уиллет шулай гольф уйыны менән мауыҡҡан, әммә киске эңерҙә уйнарға яратмаған. 1907-се йылда Бөйөк Британияның бер гәзитендә уның был турала «Көндөҙгө яҡтылыҡты бушҡа ебәрәбеҙ» тигән мәҡәләһе сыҡҡан. Унда ул ошолай тәҡдим биргән: апрелдең һәр йәкшәмбе көнөндә ваҡытты 20 минут алға күсерегә (барлығы ваҡыт 80 минут алға күсерелә), сентябрҙә иһә сәғәтте кире күсерергә. Үҙенең үлеменә тиклем Уиллет үҙ тәҡдимен Бөйөк Британияла уңышһыҙ алға һөрөп маташҡан.
Европала беренсе булып Уиллеттың тәҡдимен Германия файҙаланған. Беренсе донъя һуғышында был илдә яндырылған күмерҙе экономлау өсөн, 1916 йылдың 30 апрелендә Германияла йәйге ваҡыт индерелә башлай; тиҙҙән был илдең союздаштары ла быға ҡушыла. Бер нисә йыл эсендә, был практиканың файҙаһын күреп, Европаның күпселек илдәре лә ваҡытты йәйгегә бер сәғәт алға күсерә башлай. Рәсәй 1917-се йылда, ә АҠШ — 1918 ҡушыла.
Күп илдәрҙә йәйгегә ваҡытты күсерергә өндәгән плакаттар сыға башлай; улар кешеләрҙең патриотлыҡ хистәренә йоғонто яһай.
Беренсе донъя һуғышы 1918 йылда тамамланғас, Германияла йәйгегә ваҡытты күсереүҙән баш тарталар; был илдә йәйге ваҡыт ҡабат 1940 йылда, Өсөнсө Рейх хакимлығы ваҡытында индерелә. 1945 йылда һуғыш бөткәс был практика туҡтатыла, 1949 йылда (ФРГ-ла) һәм 1950 йылда (ГДР-ҙа) ҡайтанан индерелә.
АҠШ йәйге ваҡыттан 1919-сы йылда баш тарта, 1941 йылда уны ҡабат индерә, һуғыш бөткәс уны туҡтатып тора, һәм 1974 йылда йәнә индерә.
Японияла йәйге ваҡыт 1946 йылда илде баҫып алған АҠШ хакимиәте тарафынан индерелә, 1952 йылда бөтөрөлә.
# Йәйге ваҡыт
## Хәҙерге хәлдәр торошо
Хәҙерге ваҡытта йәйге ваҡытҡа 76 ил (шул иҫәптән 10 илдең ҡайһы бер төбәктәре генә) күсеп тора. 128 илдә йәйге ваҡыт ҡулланылмай. Төньяҡ ярымшарҙа йәйге ваҡыт АҠШ-ла, Канадала, Европа илдәрендә, Рәсәйҙең бар территорияһында ҡулланыла. Төньяҡ ярымшарҙа йәйге ваҡыт Австралияла, Яңы Зеландияла, Парагвайҙа, Бразилияла, Аргентинала, Чилиҙа ҡулланыла.
Япония, Ҡытай, Һиндостан, Сингапур һәм шулай уҡ СССР-ҙың элекке ҡайһы бер республикалары (Үзбәкстан, Тажикстан, Төрөкмәнстан, Грузия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан) йәйге ваҡыттан баш тарттылар.
Күп илдәрҙә йәйге ваҡытты ғәмәлдә ҡалдырыу-ҡалдырмау тураһында ҡыҙыу бәхәс бара. Энергетиктар, спорт кейеме һәм кәрәк-яраҡтары етештереүселәр һәм сауҙа селтәрҙәре уға ыңғай килһә, һаулыҡ һаҡлау, транспорт эшмәкәрҙәре һәм фермерҙар ҡаршы килә.
Европала 2002-се йылға хәтлем (хәҙерге Рәсәйҙә һымаҡ) ваҡыт йәйгегә марттың һуңғы йәкшәмбеһендә төнгө сәғәт 2:00-лә индерелгән — ваҡыт 1 сәғәт алға күсерелгән. Октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә төнгө сәғәт 3:00-тә ваҡыт ҡышҡыға 1 сәғәт артҡа күсерелгән. 2002-се йылдан башлап, Европала ваҡыт йәйгегә Гринвич буйынса сәғәт 01:00-ҙә күсерелә.
# Йәйге ваҡыт
## Рәсәй
Рәсәйҙә йәйге ваҡытты тәүге тапҡыр 1917 йылда Ваҡытлы хөкүмәт декретында индерә. 1931 йылда ҡышҡы ваҡытҡа күсеү туҡтатыла, барлыҡ СССР йәйен-ҡышын «декрет ваҡыты» менән, йәиһә 1 сәғәт алға йәшәй башлай. Йәйге ваҡыт ҡабат 1981 йылдың 1 апрелендә Министрҙар Советы ҡарары менән индерелә; шулай итеп, йәйге ваҡыт 2 сәғәткә алда килә.
2008 йылда депутат Сергей Миронов Дәүләт Думаһына йәйге ваҡытты бөтөрөү тураһында закон проекты тәҡдим итә; уға ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре лә теркәлгән була. Был тикшеренеүҙәрҙә йәйге ваҡыт халыҡтың һаулығына кире йоғонто яһай, тип иҫбатлана. Әммә-ләкин Дума был проектты беренсе уҡыуында уҡ кире ҡаға. Оҡшаш тәҡдимдәр Думаға бынан элек тә (мәҫ. 2003 йылда) бирелгән була, тик улар гел дә кире ҡағылып торған. 2011 йылдың февралендә Рәсәйҙең президенты Дмитрий Медведев йәйге ваҡытҡа күсеүҙе бөтөрөү тураһында ҡарарға ҡул ҡуя.
Йәйге ваҡыттан баш тартҡан ҡайһы бер илдәрҙә ябайыраҡ бер практика ҡуллана: предприятиеларҙа ваҡыт айырым килешеү нигеҙендә күсерелә. Йәйен эш иртәрәк, ҡышын һуңыраҡ башлана. Японияла мөһим осраҡтарҙа (мәҫ. имтихан тапшырғанда) эш ваҡыты ҡояш ҡалҡҡас 2 сәғәттән һуң ғына башлана.
# Йәйге ваҡыт
## Рәсәй
### 2011 йылда миҙгелле ваҡытты күсереүҙе бөтөрөү
2011 йылдың 8 февралендә президент Медведев йәш ғалимдар менән осрашыуҙа 2011 йылдың көҙөндә «ҡышҡы» ваҡытҡа ҡайтыу булмаясаҡ тип белдерә һәм артабан сәғәтте күсереүҙе ғәмәлдән сығарыу ҡарары тураһында хәбәр итә. Ошо ҡарар нигеҙендә «Ваҡыт иҫәпләү тураһында» тигән Федераль закон һәм хөкөмәт ҡарары ҡабуо ителде. Даими йәйге ваҡыт ҡалды.
# Йәйге ваҡыт
## Электр энергияһын экономлау
### Сараның файҙаһы
Йәйге ваҡытҡа күсеүҙең кәрәклеге тураһында бәхәстәр тиҫтәләрсә йылдар буйына Европа Берләшмәһе илдәрендә, АҠШ-та һәм Рәсәйҙә бара.
РАО ЕЭС компанияһы баһалауынса, йәйге ваҡытҡа күсеү йыл һайын 4,4 млрд киловатт-сәғәт күләмдә электр энергияһын экономиялай. Был күләмде Рәсәйҙең дөйөм халыҡ һанына (141 млн кеше самаһы) бүлһәк, Рәсәйҙең һәр гражданы йылына 31 кВт-сәғ экономлай, йәиһә һәр рәсәйленең башына йылына ни бары алтмышар һум экономия тура килә. Ҡайһы бер ғалимдар әйтеүенсә, ваҡытты күсереүҙән сыҡҡан юғалтыуҙар иҡтисади файҙаһынан өҫтөн сыға. Заманса (люминесцент, светодиод) лампаларға күсеү тамамланғас, уның файҙаһы бынан да түбәнерәк буласаҡ. АҠШ-ла, Японияла, Бөйөк Британияла үткәрелгән тикшеренеүҙәр йәйге ваҡытҡа күсеүҙең файҙаһының бик аҙ булыуын күрһәтте. Ҡайһы бер осраҡтарҙа уның кире эффектҡа килтереүе лә асыҡланды.
Япония, Ҡытай, Сингапур, Эстония, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Төрөкмәнстан кеүек илдәр йәйге ваҡытҡа күсеүҙән баш тартты.
# Йәйге ваҡыт
## Һаулыҡҡа йоғонтоһо
Рәсәйҙә һәм донъяла үткәрелгән тикшеренеүҙәр йәйге ваҡытҡа күсеүҙең һаулыҡҡа кире йоғонтоһо булғанлығын күрһәтә. Айырыуса йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән ауырыусылар, башҡа ҡаты сирлеләр, инвалидтар һәм балалар унан ғазап күрә. Статистика күрһәтеүенсә, ваҡыт күскән осорҙа:
* Инфаркт осраҡтары 1,5 тапҡырға арта.
* Үҙенә үҙе ҡул һалыусылар һаны 66 %-ҡа арта.
* «Ашығыс ярҙам» саҡырыусылар һаны ла һиҙелерлек күбәйә.
* Юлдарҙа сыҡҡан бәлә-ҡазалар һаны, производствола имгәнеү хәлдәре лә ҡырҡа арта төшә. | 6863 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Йәйге_ваҡыт | Йәйге ваҡыт |
# Ғәлиев Альберт Әбүбәкер улы
Ғәлиев Альберт Әбүбәкер улы (19 октябрь 1940 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-физигы. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1992). РФА-һы космос тикшеренеүҙәре институтының Почётлы директоры.
Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — плазма физикаһы һәм йыһан физикаһы. 1975 йылдан һуң баҫылған 5000-дән ашыу эшенә һылтанмалар бар. Хирша Индексы — 36.
# Ғәлиев Альберт Әбүбәкер улы
## Биографияһы
Альберт Әбүбәкер улы Ғәлиев 1940 йылдың 19 октябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. 1957 йылда Мәскәү энергетика институтының радиотехника факультетына уҡырға инә. МЭИ-ла уҡыған саҡта самбо көрәше менән мауыға, хатта Мәскәү чемпионы була. Әммә 1961 йылда Новосибирск дәүләт университетына күсә. Университетта уҡыу менән бер рәттән СССР ФА-ның Йәҙрә физикаһы институтында эшләп йөрөй. 1963 йылда уҡыуын тамамлай (НДУ-ның беренсе сығарылышы).
1971 йылдан алып Мәскәү физика-техник институтының йыһан физикаһы кафедраһында уҡыта.
1973 йылда СССР РФА-һы Йыһан тикшеренеүҙәр институтының йыһан плазмаһы физикаһы кафедраһын етәкләй.
1988 йылдан — РФА-һы Йыһан тикшеренеүҙәр институты директоры.
Әлеге ваҡытта — РФА-һы Йыһан тикшеренеүҙәр институтының Почетлы директоры.
1987 йылда — СССР Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, 1992 йылда академигы итеп һайлана. Ҡояш системаһы физика буйынса Ғилми советы рәйесе.
Макс Планк Йәмғиәтенең, Европа академияһы һәм Халыҡ-ара астронавтика академияһының сит ил ағзаһы, К. Э. Циолковский исемендәге Космонавтика академияһы ағзаһы.
# Ғәлиев Альберт Әбүбәкер улы
## Фәнни ҡаҙаныштары
А. Ә. Ғәлиев плазмала тулҡындарҙың көсһөҙ тәьҫир итешеүе теорияһы өҫтөндә эшләй. Әлеге теория көсһөҙ плазма турбулентлығы теорияһының нигеҙҙәренең береһе була. Р. З. Сәғҙиев менән берлектә токамактарҙа неоклассик күсереү теорияһын эшләй.
Йыһан плазмаһын өйрәнеү менән шөғөлләнә. Альфвен феномены теорияһын үҫтерә. Альфвен тулҡындары ярҙамында корональ тишектәрҙән ҡояш еленең тиҙләтеүен аңлатҡан теория тәҡдим итә.
1979 йылда магнит тоҡанып китеүе аккрецион дискыларында ашырыла тигән һығымтаға килә. Р. Рознер һәм Дж. Вайан менән берлектә ҡара упҡын тирәләй аккрецион дискы тажы магнит-плазма элмәктәрҙән тора, тип дәлилләй.
# Ғәлиев Альберт Әбүбәкер улы
## Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
* Ленин премияһы (1984)
* Ленин комсомолы премияһы
* Рәсәй Федерацияһы Президентының мәғариф өлкәһендәге премияһы (2003)
* Фон Кармандың Халыҡ-ара астронавтика академияһы премияһы
* Александр фон Гумбольдт премияһы
* Ханнес Альфвен исемендәге Ер тураһындағы фәндәр Европа союзы миҙалы (2008).
* Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986)
* Почёт ордены (2002) | 155712 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ғәлиев_Альберт_Әбүбәкер_улы | Ғәлиев Альберт Әбүбәкер улы |
# Ириков Н. Р. исемендәге мәктәп (Йылайыр районы)
Ириков Н. Р. исемендәге мәктәп (урыҫ. Муниципальное общеобразовательное автономное учреждение «Средняя общеобразовательная школа им. Н. Р. Ирикова с. Зилаир» муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан) — Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы Йылайыр ауылы ауылы, Ленин урамы, 87 адресы буйынса урынлашҡан уҡыу йорто
# Ириков Н. Р. исемендәге мәктәп (Йылайыр районы)
## Тарихы
Йылайыр урта дөйөм белем биреү мәктәбенең тарихы 1928 йылдың 1 сентябренән башлана.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәктәп үҙ эшмәкәрлеген туҡтатмай, 29 уҡытыусы Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла.
# Ириков Н. Р. исемендәге мәктәп (Йылайыр районы)
## Етәкселәре
* Симонов
* Домбровский
* Домбровская
* Г. П. Калюжная
* А. Н. Аранскина
* Н. П. Стрижкова
* В. В. Попков (1945) — Попков-Годуленколарҙың педагогик династияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе
* Передельский Александр Павлович (1946—1956)
* Санников Вадим Павлович (1957—1960)
* Филиппов Фёдор Иванович (1960—1979)
* Соболев Пётр Константинович (1979—1982)
* Годуленко Валентина Александровна (1982—1986)
* Федосеенко Надежда Михайловна (1986—1989)
* Ерёмкин Виктор Степанович (1989—1993)
* Сухов Константин Борисович (1993—2016)
* Щипакин Алексей Анатольевич (2016 —)
# Ириков Н. Р. исемендәге мәктәп (Йылайыр районы)
## Уҡытыусылары
* А. А. Миногина — РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы
* Ф. И. Филиппов — БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы
* В. И. Воробьев — БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы
* Н. П. Савиных — БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы
* Б. А. Якунин — БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы
* Л. А. Варганова — БАССР-ҙың һәм Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы
* Л. К. Еремкина — БАССР-ҙың һәм Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы
* Л. В. Попопа — БАССР-ҙың һәм Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы
* К. Б. Сухов — БАССР-ҙың һәм Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы
* А. А. Сухов — БАССР-ҙың һәм Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы
* А. М. Сухова — БАССР-ҙың һәм Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы
* Е. И. Бурзянцева — «Почет билдәһе» ордены
* М. В. Швецова - «Почет билдәһе» ордены.
* Позднякова Надежда Николаевна — директорҙың уҡыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, тарих уҡытыусыһы, Башҡортостан Республиканың мәғариф алдынғыһы
* Колбинцева Екатерина Анатольевна — фәнни-методик эштәр буйынса директор урынбаҫары, уҡытыусы
* Каплина Алла Александровна — педагог-ойоштороусы
* Пряхина Надежда Александровна — педагог-ойоштороусы.
* Ажибаева Әлфиә Фәрит ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы
* Альбаум Лариса Ивановна — башланғыс кластар уҡытыусыһы
* Валявина Надежда Михайловна — башланғыс кластар уҡытыусыһы
* Рыкова Надежда Александровна — башланғыс кластар уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почётлы хеҙмәткәре
* Тимофеева Елена Валентиновна — башланғыс кластар уҡытыусыһы
* Хачина Оксана Юрьевна — башланғыс кластар уҡытыусыһы
* Цыганова Елена Александровна — башланғыс кластар уҡытыусыһы
* Сипакина Татьяна Владимировна — башланғыс кластар уҡытыусыһы
* Шаткова Ирина Анатольевна — башланғыс кластар уҡытыусыһы
* Родионова Ольга Георгиевна — тәрбиәсе
* Родионова Валентина Васильевна — башланғыс кластар уҡытыусыһы
* Лушникова Татьяна Васильевна — башланғыс кластар уҡытыусыһы
* Серкова Анна Викторовна — башланғыс кластар уҡытыусыһы
* Джабарова Татьяна Валерьяновна — башланғыс кластар уҡытыусыһы
* Бахарева Елена Анатольевна — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
* Буркова Анна Владимировна — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
* Вилкова Елена Александровна — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
* Исаева Ирина Владимировна — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
* Абубакирова Светлана Ураловна — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
* Михайлова Лидия Евгеньевна — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
* Варганов Сергей Владимирович — тарих уҡытыусыһы
* Шәрипова Марина Михайловна — биология, география уҡытыусыһы
* Горшенина Наталья Александровна - химия уҡытыусыһы
* Глазырин Алексей Романович - биология уҡытыусыһы
* Евсеева Елена Вячеславовна - тарих, йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы
* Чигров Максим Николаевич - география уҡытыусыһы
* Кулакова Ольга Гелиевна - математика уҡытыусыһы
* Тарасова Наталья Владимировна - математика, физика уҡытыусыһы
* Харитонова Марина Сергеевна - математика уҡытыусыһы
* Вәлиева Елена Васильевна - математика, физика уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре (2021)
* Парфёнова Наталья Игоревна - математика уҡытыусыһы
* Әхмәтова Вилена Ринат ҡыҙы - информатика уҡытыусыһы
* Әмәкәсова Хөснә Шәһит ҡыҙы - уҡытыусы-методист
* Селявсинова Лена Рәйес ҡыҙы - инглиз теле уҡытыусыһы
* Миногина Ирина Александровна - инглиз теле уҡытыусыһы
* Рәмова Зилә Рәйес ҡыҙы — инглиз теле уҡытыусыһы
* Тимерғәлина Илгизә Фәнис ҡыҙы — инглиз теле уҡытыусыһы, Башҡортостан Республиканың мәғариф алдынғыһы (2002); Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2017)
* Солтанова Гөлсәсәк Әсҡәт ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
* Толобаева Әлфиә Мәрүән ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2021)
* Мәмбәтова Рәмилә Зөфәр ҡыҙы — башҡорт теле уҡытыусыһы
* Аҡҡужина Гүзәл Мөхәмәтшәриф ҡыҙы - башҡорт теле уҡытыусыһы
* Пряхин Юрий Александрович - физкультура уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы
* Семенова Марина Геннадьевна - физкультура уҡытыусыһы
* Танаев Александр Михайлович - тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы
* Өмөтбаева Рәмилә Яңыбай ҡыҙы - технология уҡытыусыһы
* Шаранов Геннадий Александрович - хеҙмәт буйынса инструктор уҡытыусыһы
* Пряхин Алексей Александрович - музыка уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы 2019
* Каплина Марина Сергеевна - физик культура уҡытыусыһы
* Тусалина Гөлназ Кияметдин ҡыҙы - социаль педагог
* Ураҡова Гөлдәр Урал ҡыҙы - педагог-психолог
* Ионова Наталья Ивановна - педагог-китапханасы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы
# Ириков Н. Р. исемендәге мәктәп (Йылайыр районы)
## Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр
* Х. С. Ғүмәров — профессор, техник фәндәр докторы
* А. Д. Бурзянцев — РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы
* Т. И. Ленникова — РСФСР-ҙың халыҡ артисы
* Л. В. Бусалаев — яҙыусы
* В. М. Кириллов — Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы
* Л. М. Кувшинов — Советтар Союзы Геройы
* В. И. Маслов — Советтар Союзы Геройы
* Е. А. Павлов — Советтар Союзы Геройы
* П. А. Севастьянов — рәссам
* Г. Г. Валявин — техник фәндәр докторы | 190807 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ириков_Н._Р._исемендәге_мәктәп_(Йылайыр_районы) | Ириков Н. Р. исемендәге мәктәп (Йылайыр районы) |
# Вохтома (Виги ҡушылдығы)
Вохтома — Рәсәй йылғаһы. Кострома өлкәһе, Вологда өлкәһе, Түбәнге Новгород өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Вига йылғаһының һул ярына тамағынан 3 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 25 км.
# Вохтома (Виги ҡушылдығы)
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Үрге Волга һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Унжа йылғаһы, инештән тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Волга, Рыбинск һыуһаҡлағысынан Ока ҡушылған урынға тиклем, йылға бассейны — Волганың өҫкө өлөшө, Куйбышев һыуһаҡлағысына тиклем (Ока йылғаһын индермәйенсә).
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса:
* Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 08010300312110000015211
* Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 110001521
* Бассейн коды — 08.01.03.003
* ГӨ буйынса һаны (номеры) — 10
* ГӨ буйынса сығарылыш — 0 | 18526 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Вохтома_(Виги_ҡушылдығы) | Вохтома (Виги ҡушылдығы) |
# Яубүләк ауыл Советы (Асҡын районы)
Яубүләк ауыл Советы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы муниципаль районының административ-территориаль һәм муниципаль берәмеге.
# Яубүләк ауыл Советы (Асҡын районы)
## Тарихы
Ауыл биләмәһенең статусы һәм сиктәре Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» Законына ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә. | 140423 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Яубүләк_ауыл_Советы_(Асҡын_районы) | Яубүләк ауыл Советы (Асҡын районы) |
# Популяция
Популяция (лат. populatio — халыҡ) — үҙ-ара иркен ҡауыша алған бер үк төр заттарының ареалдың билдәле бер өлөшөндә шул уҡ төр заттарының башҡа йыйылмаларынан оҙаҡ ваҡыт сағыштырмаса айырым йәшәй алған йыйылмалары.
Термин тәү башлап фәнгә 1903 йылда Дания биологы, Института физиологии растений Копенгаген университетының Үҫемлектәр физиологияһы институты профессоры, Швеция фәндәр Академияһы ағзаһы Вильгельм Иогансен тарафынан тәҡдим ителә. Бөгөнгө көндә был термин биологияның, экологияның, демографияның, медицинаның һәм психометриканың төрлө бүлектәрендә ҡулланыла.
# Популяция
## Популяция — төрҙөң тәбиғәттә йәшәү формаһы
Һәр төрҙөң заттары ареал эсендә тигеҙһеҙ, утрау-утрау булып таралған. Йәғни заттар йыш урынлашҡан ерҙәр һирәк урынлашҡандары менән алмашына.
Көнбайыш Себерҙең урманлы далаларында ҡайын өйкөм-өйкөм сауҡалыҡтар булып таралған. Илебеҙҙең Европа өлөшөндәге һыҙатта ҡайын ағастары ҡуйы булып үҫә.
1 км2 саф ҡайын урманында меңдәрсә ҡайын үҫһә, ҡатнаш урмандарҙа бер нисә йөҙ самаһы ғына була. Бындай ҡатнаш урмандар 1 км2 майҙанда ҡайындар берәм-һәрәм генә осраған болондар менән алмашына.
Бер үк төр заттарының ареалда тигеҙ таралмауы уның төрлө урындарындағы тереклек итеү шарттарының (микроклимат, аҙыҡ объекттары, тупраҡ, башҡа төрҙәр һәм башҡа сәбәптәр) айырмалыҡтары менән бәйләнгән.
Тереклек итеүҙәре ағас үҫемлектәренә бәйле төрҙәр ареалдарҙа урманлы майҙандарҙы биләп тора. Европа һуҡыр сысҡаны колониялары урман ситтәрендә, болондарҙа осрай, саға торған кесерткән йырындарҙа, йәшелсә баҡсаларында, юл буйҙарында үҫә.
Ҡайһы ғына төр заттарын алып ҡарамайыҡ, улар берәмләп түгел, ә төркөм-төркөм булып йәшәй. Оҙаҡ ваҡыт бергә йәшәү һөҙөмтәһендә был төркөмдәрҙәге заттар араһында ҡатмарлы мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килгән.
Популяция — төрҙөң йәшәү формаһының иң ябай структураһы.
# Популяция
## Популяция — төрҙөң тәбиғәттә йәшәү формаһы
### Заттарҙы бер популяцияға нимә берләштерә һүң
Иң төп берләштереүсе фактор — уларҙың бер-береһе менән иркен ҡауыша алыуы. Бер популяция заттары араһында бөтә булған үҙсәнлектәре һәм билдәләре буйынса оҡшашлыҡ шул уҡ төрҙөң күрше популяциялар заттарына ҡарағанда күберәк була. Бер популяция заттары араһында төрлө енес заттарының осрашып ҡауышыу мөмкинлеге күрше популяция заттары менән булғанға ҡарағанда байтаҡҡа ҙур.
# Популяция
## Популяция — төрҙөң тәбиғәттә йәшәү формаһы
### Популяцияларҙың ҡатнашып китеүенә төрлө ҡаршылыҡтар ҡамасаулай
1.Географик ҡаршылыҡтар — тауҙар, йылғалар, диңгеҙҙәр, климат, тупраҡ;
2.Биологик ҡаршылыҡтар:
Хайуандарҙың:
-енес аппараты төҙөлөшөндәге,
-ҡауышыу һәм оялау ваҡытындағы,
-өң һәм оя ҡороу инстинктындағы,
-ҡауышыу осоронда үҙҙәрен тотоуындағы ҡайһы бер айырмальптар;
Үҫемлектәрҙә:
-сәскә атыу,
-һеркәләнеү осорондағы,
-һеркәләрҙең өлгөрөп етеү тиҙлегендәге,
-һеркәләндереүсе бөжәктәр менән мөнәсәбәтендәге айырмалыҡтар.
Популяциялар тураһында бөтә әйтелгәндәр башлыса ике енесле хайуандарға һәм ситтән һеркәләнеүсе үҫемлектәргә ҡағыла.
Бер төрҙөң популяциялары араһындағы айырмалыҡтар түбәндәге миҫалда асыҡ күренә. Киң таралған ябай алабуға балығы төрө ҙур күлдәрҙә ике популяция барлыҡҡа килтерә.
Бер популяция яр тирәһендә генә йәшәй, заттары ваҡ хайуандар менән туҡлана, әкрен үҫә. Популяцияларҙың икенсеһе тәрәндә тереклек итә, балыҡ һәм уның ыуылдырыҡтары менән туҡлана, тиҙ үҫә.
Популяцияларҙа һәр ваҡыт нәҫелдән килгән үҙгәреүҙәр булып тора. Ҡауышыу һөҙөмтәһендә улар популяция буйынса тарала һәм уны байыта, популяцияла айырмалыҡтар барлыҡҡа килә.
Популяцияла һәр ваҡыт йәшәү өсөн көрәш һәм тәбиғи һайланыш бара, һәм шул арҡала ошо шарттарҙа файҙалы үҙгәрештәре булған быуындар ғына үлмәй тороп ҡала һәм тоҡом ҡалдыра.
Популяция —эволюция берәмеге лә булып тора.
# Популяция
## Эволюция һәм экология күҙлегенән популяция
Хәҙерге эволюцион тәғлимәттәрҙә (мәҫ,Эволюцияның синтетик тәғлимәтендә ) популяция микроэволюция процессының элементар берәмеге итеп ҡарала.
Популяция — популяцион генетиканың төп өйрәнеү объекты.
Йәғни, популяция:
-бер төр заттары йыйылмаһы,
-уртаҡ генофондҡа эйә,
- төр заттарының һанын тотороҡло арттырыу һәләтенә эйә (енси, панмиксия аша, енси булмаған юл менән дә),
-төр эсендәге башҡа төркөмдәрҙән (популяцияларҙан) сағыштырмаса айырымланған (географик һәм репродуктив кәртәләр менән) һәм гендар менән алмашыныу сикләнгән бер төр йәки төрсәнең эсендәге заттар йыйылмаһы. | 159253 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Популяция | Популяция |
# Судобай
Судобай — Рәсәйҙәге йылға. Алтай Республикаһы, Алтай крайы биләмәләрендә аға. Йылға Жасатер йылғаһының һул ярына тамағынан 9 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 13 км.
# Судобай
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Үрге Обь һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Катунь йылғаһы. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Бия һәм Катунь, йылға бассейны — (Үрге) Обь, Иртыш ҡушылғанға тиклем.
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса:
* Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 13010100312115100004592
* Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 115100459
* Бассейн коды — 13.01.01.003
* ГӨ буйынса томы — 15
* ГӨ буйынса сығарылыш — 1 | 60282 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Судобай | Судобай |
# Жирмунский Виктор Максимович
Жирмунский Виктор Максимович (21 июля [2 августа] 1891, Санкт-Петербург — 31 ғинуар 1971, Ленинград) — СССР һәм Рәсәй тел белгесе һәм әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы, профессор, СССР фәндәр академияһы академигы (1966), Бавария, Британия (ағза-корреспонденты, 1962), Саксония һәм башҡа академияларҙың почетлы ағзаһы, бик күп университеттарҙың, шул иҫәптән Оксфорд университетының почетлы докторы (1966).
Немец һәм дөйөм диалектология, герман телдәре тарихы, грамматика теорияһы, төркиәт, немец һәм инглиз әҙәбиәте, сағыштырма әҙәбиәт ғилеме, эпос теорияһы белгесе; бер нисә эше немец немец телендә яҙылған һәм баҫылып сыҡҡан
# Жирмунский Виктор Максимович
## Биографияһы
Жирмунский Виктор Максимович табип-отоларинголог Моисей Савельевич Жирмунский ғаиләһендә тыуған. Әсәһе — Жирмунская Александра Яковлевна (ҡыҙ фамилияһы Малкиель, 1859-1945), Двинск ҡалаһындағы иң билдәле фабрикант һәм төҙөлөш подрядсыһы ғаиләһенән. Инженер-химик Соломон Савельевич Жирмунскийҙың туған ҡустыһы.
Тенишев училищеһын һәм Император Санкт-Петербург университетын (1912) тамамлай. мәктәп йылдарында Жирмунскийҙың йорт уҡытыусыһы Г.Я.Красный-Адмони (1881—1970), шул саҡта ул Петербург университеты студенты, ә һуңынан билдәле юрист була.
Һарытау һәм Петроград университетында, А. И.Герцен исемендәге Педагогияинститутында уҡыта. Марра исемендәге тел һәм фекерләү институтында, СССР Фәндәр академияһының (Пушкин йорт) әҙәбиәт институтында эшләй, унда көнбайыш әҙәбиәте бүлеге етәксеһе. Ленинград университетында герман филологияһы кафедраһы профессоры ( 1956 йылдан).
Өс тапҡыр ҡулға алына (1933, 1935, 1941). 1949 йыда космополитизмға ҡаршы көрәш кампанияһы барышында йәһүд буржуаз национализмында ғәйепләнә һәм Ленинград дәүләт университетынан эштән бушатыла.
1957 йылда — СССР Фәндәр академияһының тел ғилеме институты һинд-европа телдәре секторы мөдире. 1939 йылдың 28 ғинуарынан алып СССР Фәндәр академияһы ижтимағи фәндәр бүлеге буйынса (герман филологияһы, Көнбайыш Европа әҙәбиәте) мөхбир ағзаһы, 1966 йылдың 1 июленән академик. 1957 йылдан «Литературные памятники» китаптар серияһы редколлегияһы составына инә. 1964 йылдан алып — «Вопросы языкознания» журналының баш мөхәррир урынбаҫары»; вафатына тиклем баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә.
Комарово зыяратында ерләнә
# Жирмунский Виктор Максимович
## Биографияһы
### Ғаиләһе
* Беренсе ҡатыны — рәссам Жирмунская Татьяна Николаевна (ҡыҙ фамилияһы Яковлева, 1903—1999); геолог Н. Н. Яковлевтың ҡыҙы, П.Б.Струвеның ҡатынының туғаны , Герд Александр Яковлевичтың ейәнсәре
** Улы — диңгеҙ биологы, академик . Жирмунский Алексей Викторович (1921—2000).
* Икенсе ҡатыны (1946 йылдан) — әҙәбиәт белгесе һәм тәржемәсе Нина Александровна Сигал (1919—1991), билдәле скрипка педагогы Сигал Любовь Марковнаның туғаны (1897—1956).
** Ҡыҙы — әҙәбиәт белгесе һәм филолог Аствацатурова Вера Викторовна (1947), культуролог А. Г. Аствацатуровтың ҡатыны; уларҙың улы — филолог һәм яҙыусы Андрей Аствацатуров.
** Ҡыҙы — рәссам Александра Викторовна Жирмунская (1949).
* Һеңлеһе — Жирмунская Раиса Максимовна (1893—1971), 1913 йылда , рәссам К. А. Жирмунскийға кейәүгә сыға. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Италияла йәшәй
* Ике туған ағайҙары — филолог һәм сәнғәт белгесе Мирон Аркадьевич Малкиель-Жирмунский; музыкаль педагог, виолончелист Константин Исаакович Шапиро; журналист Блох Яков Ноевич; хирург Яков Иосифович Гальперн. ике туған апайҙары — шағирә Блох Раиса Ноевна; Магдалина Исааковна Лосская (ҡыҙ фамилияһы Малкиель-Шапиро, 1905—1968), сиркәү тарихсыһы Лосский Владимир Николаевичтың ҡатыны (философ Н. О. Лосскийҙың улы) һәм дин белгесе һәм филолог Николай Лосскийҙың әсәһе.
* Ҡыҙ туғаны — шағир, тәржемәсе, әҙәби тәнҡитсе Тамара Жирмунская.
* Ир туғаны (әсәһе яғынан) — яҙыусы Юрий Николаевич Тынянов һәм филолог-романист Малкиель Яков Львович.
# Жирмунский Виктор Максимович
## Фәнни эшмәкәрлеге
### Телсе
Тел белгесе булараҡ, В. М. Жирмунский (башлыса герман телдәре материалында) грамматик төҙөлөш, грамматик вариативлык, аналитиклык һәм синтетизм проблемаларына зур иғтибар биргән Ленинград грамматика мәктәптәренең иң күренекле вәкилдәренең береһе булып тора. Уның эшендә К. Леман һәм Б. Хайненың «грамматикализация теорияһының» төп нигеҙҙәре тураһында идеяларҙы алдан әйткән, ул XX быуаттың һуңғы ун йыллығында киң таралыш ала. Ул шулай уҡ фундаменталь немец диалектологияһы буйынса (социолингвистик күҙәтеүҙәр планында); бигерәк тә Рәсәй территорияһында немец диалектын өйрәнеү буйынсе ҙур өлөш индерә. 1930 йылдар аҙағында СССР территорияһындағы Жирмунскийҙың идиш диалекттары буйынса тикшеренеүҙәре баҫылып сыға.
# Жирмунский Виктор Максимович
## Фәнни эшмәкәрлеге
### Әҙәбиәт белгесе
Әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә В. М. Жирмунский А.Н.Веселовскийҙың компаративист мәктәбе традицияларын мираҫ итеп ала. Немец һәм төрөк фольклорын һәм эпосын сағыштырма өйрәнә, Гете, Байрон башҡа инглиз һәм немец әҙәбиәте классиктарын, шулай уҡ герман-рус әҙәби бәйләнештәр тарихын өйрәнеү менән шөғөлләнә.
Уның урыҫ шиғыры теорияһына индергән өлөшө ҙур — 1920 йылдарҙа ОПОЯЗ даирәһенең «формаль йүнәлештәре» менән яҡынлашып, уның проблематикаһы менән шөғөлләнә башлай. М.Л. Гаспаров эштәре барлыҡҡа килгәнгә тиклем Жирмунскийҙың иртә тикшеренүҙәре был өлкәлә иң мөһиме булып ҡала. Ахматова ижадының тикшеренеүсеһе булараҡ, Жирмунский акмеистарға ҡарата ҡулланылған «символизмды еңеп сығыусылар» билдәле формулаһын индерә.
Жирмунский тикшеренеүҙәрендә һуңғы йүнәлештәрҙең береһе - төрки халыҡтарының " Ҡырҡ батыр» эпик циклын өйрәнеү була, уның геройҙары Нуғай Урҙаһының бай шәхестәре йөҙөндә реаль прототиптарына эйә була. Был эштәр филологияла ғына түгел, ә тарихи фәндә лә ҙур өлөш булып тора.
# Жирмунский Виктор Максимович
## Фәнни эшмәкәрлеге
### Фән ойоштороусы
В.М. Жирмунский шулай уҡ уңышлы фән ойоштороусыһы була; уның инициативаһы менән 1950 — 1960 йылдарҙа грамматика теорияһы, морфологик типология, аналитизм мәсьәләләре буйынса конференциялар үтәкәрелә һәм мәҡәләләр йыйынтығы баҫтырып сығарыла. Уның уҡыусылары араһында Петербургтан йәш быуындың тел белгестәре күп (мәҫәлән, Ю. С. Маслов, Г П. Торсуев, М.. Ф. Мурьянов); Жирмунскийҙа аспирантурала Н. Я Мандельштам уҡый.
# Жирмунский Виктор Максимович
## Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
* Ленин ордены (27.03.1954)
* ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (10.06.1945; 09.08.1961)
* Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре
# Жирмунский Виктор Максимович
## Санкт-Петербург — Петроград — Ленинградта адрестары
* 1909—1941, 1944—1951 — Ҡазан урамы, 33;
* 1951—1971 — Загородный проспект, 10. Загородный проспектының 10-сы йортонда «Был йортта 1951 йылдан 1971 йылға тиклем күренекле филолог академик Виктор Максимович Жирмунский йәшәгән һәм эшләгән» тексы менән 2001 йылда мемориаль таҡтаташ ҡуйыла (архитектор Т.Н. Милорадович).
* Санкт-Петербург, Загородный проспектта мемориаль таҡта
* Санкт-Петербург, Комаров некрополендә В.М.Жирмунский ҡәберендә ҡәбер плитаһыСанкт-Петербург, Комаров некрополендә В.М.Жирмунский ҡәберендә ҡәбер плитаһы
# Жирмунский Виктор Максимович
## Төп эштәре
### Тере сағында баҫмалары
* Немецкий романтизм и современная мистика. СПб, 1914. 206 с. 2021 йыл 11 апрель архивланған. (вышла в октябре 1913). СПб, Аксиома. 1996. 39+230 с.
* Религиозное отречение в истории романтизма. Материалы для характеристики Клеменса Брентано и гейдельбергских романтиков. М., 1919. 204+81 с.
* Композиция лирических стихотворений. Пб., Опояз. 1921. 107 с. 2021 йыл 11 апрель архивланған.
* Поэзия Александра Блока. Пб, Картонный домик. 1922. 103 с.
* Валерий Брюсов и наследие Пушкина. Опыт сравнительно-стилистич.исследования. Пб, Эльзевир. 1922. 104 с.
* Рифма, её история и теория. Пб, Академиа. 1923. 337 с. 2021 йыл 11 апрель архивланған.
* Байрон и Пушкин. Из истории романтической поэмы. Л., Academia. 1924. 336 с. 2 000 экз.
* Введение в метрику. Теория стиха. Л., Academia. 1925. 288 с.
* Вопросы теории литературы. Статьи 1916—1926. Л., Academia. 1928. 358 с, 3 200 экз. 2021 йыл 11 апрель архивланған.
* Национальный язык и социальные диалекты. Л., Гослитиздат. 1936. 297 с.
* Развитие строя немецкого языка. М.-Л., Изд-во АН. 1936. 82 с.
* Гёте в русской литературе. Л.,Гослитиздат. 1937. 674 с., 5 300 экз. 2021 йыл 11 апрель архивланған.
* История немецкого языка: Учебник. Л., Учпедгиз, 1938. 280 с. Изд.2-е. Л., Учпедгиз, 1939. Изд.3-е. М., изд. ин. лит. 1948. Изд.4-е. М., изд. ин. лит. 1956. Изд.5-е. М., Высш.школа, 1965. 408 с.
* Узбекский народный героический эпос. (в соавт. с Х. Т. Зарифовым) М., Гослитиздат. 1947. 520 с.
* Введение в изучение «Манаса». Кыргызский народный героический эпос. Фрунзе, 1948. 112 с. 2 000 экз (дсп).
* Немецкая диалектология. М.-Л., Изд-во АН. 1956. 636 с.
* Эпическое творчество славянских народов и проблемы сравнительного изучения эпоса. М., Изд-во АН. 1958. 145 с.
* Сказание об Алпамыше и богатырская сказка. М., ИВЛ. 1960. 335 с.
* Народный героический эпос. Сравнит.-ист.очерки. М.-Л., Гослитиздат. 1962. 435 с.
* Огузский героический эпос и «Книга Коркута» // Книга моего деда Коркута: Огуз. героич. эпос / Сост. В. М. Жирмунский и А. Н. Кононов. М.; Л., 1962.
* О Диалектологическом атласе тюркских языков Советского Союза // ВЯ. 1963. № 6.
* Драма Александра Блока «Роза и крест». Лит.источники. Л., Изд-во ЛГУ. 1964. 108 с., 3 600 экз.
* Введение в сравнительно-историческое изучение германских языков. М.-Л., Наука. 1964. 316 с., 2 300 экз.
* О некоторых вопросах лингвистической географии тюркских диалектов //Тюркологический сборник: К 60-летию А. Н. Кононова. М., 1966.
* Заметки о подготовке «Диалектологического атласа тюркских языков СССР» // ВЯ. 1971. № 4.
# Жирмунский Виктор Максимович
## Төп эштәре
### Үлгәндән һуңғы баҫмалары
* Очерки по истории классической немецкой литературы. Л., ХЛ. 1972. 495 с.
* Творчество Анны Ахматовой. Л., Наука. 1973. 184 с.
* Тюркский героический эпос. Избр.труды. Л., Наука. 1974. 727 с.
* Теория стиха. Л., Сов.писатель. 1975. 664 с (в этом посмертном издании собраны все основные ранние труды В. М. Жирмунского по стиховедению)
* Общее и германское языкознание: Избр.тр. Л., Наука. 1976. 695 с.
* Теория литературы. Поэтика. Стилистика: Избр.тр. Л., Наука. 1977. 407 с.
* Байрон и Пушкин; Пушкин и западные литературы: Избр.тр. Л., Наука. 1978. 423 с. — 25 000 экз.
* Сравнительное литературоведение: Восток и Запад. Избр.тр. Л., Наука. 1979. 493 с.
* Гёте в русской литературе: Избр.тр. Л., Наука. 1981. 560 с., 3 000 экз.
* Из истории западноевропейских литератур: Избр.тр. Л., Наука. 1981. 304 с., 15 000 экз.
* Введение в литературоведение: Курс лекций. СПб, Изд-во СПбГУ. 1996. 438 с., 3 000 экз. М., 2004 (изд. 2)
* Поэтика русской поэзии. СПб, «Азбука-классика», 2001. 496 с., тир.7000 экз. ISBN 5-352-00020-6
* Начальная пора. Дневники. Переписка. М., Новое литературное обозрение, 2013. ISBN 978-5-4448-0096-6 | 164885 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Жирмунский_Виктор_Максимович | Жирмунский Виктор Максимович |
# Вампир
Вампир (иҫке слав. вѫпырь, пол. wąpierz), йәки убыр, йәки вурдала́к — Европа халыҡтарының түбәнге мифологияһында (низшая мифология народов Европы) тере, ярымүле йәки үле йән эйәһе, төнгө йәшәү рәүеше алып бара, кешеләрҙең ҡанын һура, һаташыу ебәрә.
Вампирҙар тип яуыздар, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар, енәйәтселәр, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар, ваҡытынан алда вафат булғандар йәки башҡа вампирҙар тешләүенән зарарланғандар иҫәпләнә. Вампир образы кинола һәм нәфис әҙәбиәттә йыш осрай, шулай ҙа нәфис әҙәбиәт әҫәр вампирҙарының мифологик вампирҙарҙан айырмалары бар (ҡара: ). Фольклорҙа термин ғәҙәттә Көнсығыш Европа легендаларындағы ҡан эскес затҡа ҡарата ҡулланыла, ләкин йыш ҡына башҡа илдәрҙән һәм мәҙәниәттәрҙән килгән оҡшаш йән эйәләрен дә вампир тип атайҙар. Көнсығыш славяндарҙа шундай уҡ фольклор персонажы —убыр (упырь). Төрлө риүәйәттәрҙә вампирҙың үҙенсәлектәре ныҡ айырыла. Ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә кеше булмаған вампирҙар (мәҫәлән, ярғанаттар эттәр һәм үрмәкселәр) тураһында тарихтар бар. Биологияла «вампирлыҡ» термины һөлөктәргә, ҡан эсеүсе ярғанаттарға һәм йән эйәләренең тән шыйыҡсаһы менән туҡланыусы башҡа организмдарға ҡарата ҡулланыла. Был термин менән ҡорбандарының көсөн, энергияһын һурып алыусы йәки ғүмерен өҙөүсе теләһә ниндәй мифологик сихри йән эйәһен атауҙары мөмкин. Мифик йән эйәләрен, ҡан менән туҡланмаһалар ҙа, йыш ҡына вампир тип йөрөтөләр.
# Вампир
## Этимологияһы
Тикшеренеүселәр фекеренсә, һүҙҙәр вампир һәм убыр дөйөм сығышлы, әммә тәү формала аңлайышһыҙлыҡ бар (*ppirъ? *ppyrъ? *ppěr?). Тәүге өн күпселек иҫәпләнә славян телдәрендә [u]-ға үҙгәрә (унан рус. упырь, укр. упир, бел. вупыр; көнбайышт славян телдәрендә — чех upír, боронғо поляк телендә upir һәм хәҙерге. поляк телендә upiór), ә ҡайһы берҙәрендә, протетик [в] (иҫке.болгар телендә впиръ, боронғо поляк телендә wąpierz) өҫтәлеп, һаҡланып ҡалған. Көньяҡ славян телдәренән (серб-хорват телендәге вампир/vampir, венгр. vampir, немец. vampir аша (унда 1732 йылда барлыҡҡа килә) һүҙ Көнбайыш Европа телдәренә үҙләштерелгән (франц. vampire, ингл. vampire). XX быуат башында 1897 йылда сыҡҡан «Дракула» исемле популяр инглиз телендәге романдан хәҙерге көнбайыш һәм көнсығыш славян формалары (урыҫса васпир, полякса wampir) икенсегә үҙләштерелгән.
Төрки телдәр менән бәйләнеш тураһында версия бар: убыр — ҡан эскес йән эйәһе. Күп кенә әкиәттәрҙә урманда ҡалған йәш кешеләрҙең ҡанын һура.
Ҡаҙаҡ мифологияһында сихырсы бар жалмауыз кемпир (ҡырғыҙ телендә желмогуз кемпир), уның ҡорбанының үксәһенән йәки тубығынан ҡан һурыу ғәҙәте бар. Был һүҙбәйләнештә кемпир (унан убыр һәм вампир килеп сығыуы ихтимал) ҡарт ҡатын тигәнде аңлата, ә ен мәғәнәһе жалмауыз (кеше ашаусы) менән белдерелә.
# Вампир
## Ҡайһы бер дөйөм һыҙаттар (фольклорҙа)
Фольклор вампирын дөйөм тасуирлау ҡыйын, сөнки уның үҙенсәлектәре төрлө мәҙәниәттәрҙә бик ныҡ айырыла.
* Вампир — сағыштырмаса үлемһеҙ йән эйәһе, уны үлтерергә мөмкин, әммә ул ҡартаймай. Европа фольклорының төрлө әҫәрҙәрендә 1000 йылдан ашыу йәшәгән вампирҙар телгә алына. Вампирҙың физик көсө кеше көсөнән күп тапҡырға күберәк, тәбиғи булмаған һәләттәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
* Европа вампирын тышҡы ҡиәфәте буйынса ғәҙәти мәйеттән айырырға мөмкин. Уның өсөн шикле вампирҙың ҡәберен асырға ғына кәрәк. Вампир сәләмәт ҡиәфәтле һәм алһыу тиреле (бәлки, аҡһыл), уның сәсе һәм тырнаҡтары үҫкән һәм бөтөнләй тарҡалмаған була.
* Вампирҙы юҡ итеүҙең иң ғәҙәти ысулдары — уның йөрәгенә уҫаҡ таяҡ менән сәнсеү, башын киҫеп, тәнен тулыһынса көлгә әйләндереү.
* Вампир була алған кеше ҡәберҙән терелеп сыҡмаһын өсөн, мәйетте аҫҡа ҡаратып ерләйҙәр, тубыҡ тарамыштарын киҫеп алалар йәки, вампир тип һаналған кешенең ҡәбере өҫтөнә, төн буйына уларҙы һанарға мәжбүр итеү өсөн, мәк орлоҡтары һалалар. Ҡытайҙың вампирҙар тураһындағы хикәйәләрендә, әгәр вампир үҙенең юлында дөгө тоҡсайына тап булһа, ул бөтә орлоҡтарҙы һанап сыға. Бындай мифтар һиндостан ярымутрауында ла теркәлгән. Көньяҡ Американың сихырсылар һәм яуыз йәки зарарлы рухтарҙың һәм йән эйәләренең башҡа төрҙәре тураһындағы хикәйәләре лә уларҙың геройҙарының шундай уҡ ғәҙәттәре тураһында һөйләй. Вампиризмда ғәйепләнгән кешеләрҙе йөҙө менән аҫҡа күмеп, ауыҙына ҙур кирбес йәки таш тығыу осраҡтары билдәле.
* Вампирҙарҙан (башҡа тәбиғи булмаған йән эйәләренән кеүек үк) һаҡлаусы предметтар булып һарымһаҡ (күбеһенсә Европа легендаларына хас), ҡояш яҡтыһы, ҡырағай роза һабаҡтары, энәлек һәм дини әйберҙәр (тәре, изге һыу һ.б.) һәм, шулай уҡ, Көньяҡ Америка хөрәфәттәре буйынса, ишек артында йәки уның янында аҫылынып торған алоэ һ. б.. | 189881 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Вампир | Вампир |
# Книппер-Чехова Ольга Леонардовна
Книппер-Чехова Ольга Леонардовна (9 сентябрь (21 сентябрь) 1868 йыл — 22 март 1959 йыл) — Мәскәү Художество театрының рус һәм совет актрисаһы. СССР-ҙың халыҡ артисы (1937). I дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1943). Яҙыусы Антон Павлович Чеховтың ҡатыны
# Книппер-Чехова Ольга Леонардовна
## Биографияһы
Ольга Леонардовна Книппер-Чехова инженер-технолог Леонард Августович Книппер һәм вокал класы буйынса профессор Анна Ивановна (ҡыҙ фамилияһы Зальце) Книппер ғаиләһендә тыуған. Күпселек совет сығанаҡтары буйынса, ул Рәсәй империяһы Вятка губернаһының Глазовский өйәҙе Глазов ауылында тыуған (хәҙер Рәсәйҙең Удмурт Республикаһы), әммә актриса үҙе «Глазовтан алыҫ түгел» тип яҙа, һәм хәҙерге тикшеренеүселәр уның тыуған ауылы Кокман (хәҙер Красногорский районы) тип фаразлай, шул ваҡытта уның атаһы Кокман шарап эшләү заводында идарасыһы булып эшләй. 1871 йылда ғаилә Мәскәү ҡалаһына күсеп килә.
Ольга шәхси ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһын тамамлай, һәм, уның һүҙҙәре буйынса, ярайһы оҙаҡ ваҡыт «туташ булып йәшәй» . Атаһы ҡыҙының рәссам йәки тәржемәсе булыуын теләп, театр менән шөғөлләнеүен тыя. Уның ҡапыл вафатынан һуң Ольга аҡса эшләр өсөн музыка дәрестәре бирергә мәжбүр була. «Был эске үҙгәреүҙәрҙең ҙур осоро була, „туташтан“ мин ирекле, үҙенә аҡса эшләүсе, тормошто бөтә сыбарлығында тәүге тапҡыр күреүсе кешегә әйләндем», тип яҙа.
1885 йылда ун һигеҙ йәшлек Ольга дуҫ ҡыҙының ағаһы, йәш, әммә ярайһы уҡ билдәле инженер Владимир Шухов менән таныша. Уларҙың романы ике йылдан ашыу дауам итә, әммә Ольга Шуховтың әсәһенә оҡшамай, бөтәһе лә ышанған уларҙың никахы килеп сыҡмай.
Үҙешмәкәр спектаклдәрҙә ҡатнаша. Башта Кесе театр актеры Александр Ленский студияһына инергә тырыша, әммә теге йәш өйрәнсектә талант күрмәй һәм үҙ класына ҡабул итмәй. 1895 йылда Мәскәү император театр училищеһына ҡабул ителә, әммә тиҙҙән унан сығарыла, сөнки Кесе тетар актрисаһының туғанына урын бушатырға кәрәк була.
Шул уҡ йылда Владимир Немирович-Данченко етәкселегендәге өс йыллыҡ драма кластарына Мәскәү филармония йәмғиәтенең музыка-драма училищеһына уҡырға инә. 1898 йылда училищены тамамлағас Мәскәү художество театрының яңы ғына ойошторолған труппаһына ҡабул ителә һәм тиҙҙән Константин Станиславскийҙың партнеры була. Уның сәхнәлә тәүге спектакле «Царь Фёдор Иоаннович», унда батшабикә Иринаны башҡара.
# Книппер-Чехова Ольга Леонардовна
## Биографияһы
### Чехов менән танышыуы
Ольга Книпперҙың Антон Чехов менән тәүге танышыуы «Чайка» һәм «Царь Федор Иоаннович» (9, 11 һәм 14 сентябрь, 1898 йылда) спектаклдәренең репетицияһында була. Был осрашыуҙан һуң Чехов былай тип яҙа: «Ирина, минеңсә, бик гүзәл. Тауышы, выжданы, ихласлығы — шундай яҡшы, хатта тамаҡ төбө ҡысыта. Әгәр ҙә мин Мәскәүҙә тороп ҡалһам, Иринаға ғашиҡ булыр инем».
Ольга Книппер был осрашыу тураһында былай хәтерләй: «шул осрашыуҙан минең тормошомдоң нескә һәм ҡатмарлы төйөнө тартыла башланы». Чехов Художество театрында «Аҡсарлаҡтың» триумфын күрә алмай, әммә кем уға был турала Ялтаға яҙа, Книппер башҡарған Аркадина ролен билдәләй.
1899 йылдыың йәйенән улар араһында оҙайлы хатлашыу башлана, ул өҙөклөктәр менән 1904 йылдың яҙына тиклем дауам итә. Книпперға Чеховтан 443, ә Книпперҙан Чеховҡа 400 хат тураһында билдәле. Хатлашыу яҙыусының һуңғы йылдарын сағылдыра. Хатта уның вафатынан һуң да Ольга Леонардовна иренә ҡарата хаттар яҙыуын дауам итә
1900 йылдың Мәскәү художество театры беренсе гастролдәре менән Чехов шул саҡта йәшәгән Ҡырымға килә. Ольга уның йортонда йәшәй, һәм шунан алып парҙар үҙҙәренең яҡынлыҡтарын береһенән дә йәшермәй. Улар Ялтала алты аҙна бергә үткәрәләр, һуңынан Мәскәүҙә, шунан һуң инде йәмғиәттә буласаҡ туй тураһында имеш-мимештәр тарала.
1901 йылдың 25 майында (7 июндә) Антон Павлович Чехов һәм Ольга Леонардовна өйләнешә. Өйләнешкәндән һуң тәүге айҙы улар Башҡортостанда, Аксенов ауылында үткәрә, унда Чехов Андреев туберкулез шифаханаһында дауаланған була. шул уҡ йылда Книппер ауырға ҡала, әммә балаһы төшә. 1902 йылда ул яңынан ауырлы була, әммә Петербургта сығыш яһаған мәлендә бер нисә метр бейеклектән асыҡ люкҡа йығылып төшә, шунан операция һәм оҙаҡ ауырығандан һуң башҡаса балаға уҙмай.
1904 йылдың 17 ғинуарында «Вишневый сад» премьераһы үтә, унда Книппер Раневская ролен— үҙенең иң яратҡан ролен башҡара, ғүмеренең аҙағына тиклем тиерлек ул ролде сәхнәлә уйнай. Никахы Чеховтың 2 (15) июль 1904 йылда вафатына тиклем дауам итә. Ул васыят буйынса «Гурзуфтағы дачаны һәм биш мең һум аҡса» ала.
Чеховтың Ялталағы йортон һаҡлаусы Алла Ханило былай һөйләй: "Мария Павловна никах бәхетле булған, тип яҙа. Һәм ул хаҡлы. Чехов әйткәнсә, уға ай һымаҡ күк йөҙөндә һәр көн килмәгән шундай ҡатын кәрәк булған. Шундай ҡатын булған да инде Мәскәү художество театрының актрисаһы Ольга Леонардовна Книппер. Ул Чеховты яратҡан һәм уның туғандарынан айырмалы рәүештә ул бөтә нәмәһен ташлап баш ҡаланан ауырыу иренә провинциаль Ялтаға китергә әҙер ине. Әммә тегенеһе уны туҡтатҡан, ул идеаль парҙар, сөнки бер-береһенә яратҡан шөғөлөнә ҡамасауламайҙар. Һәм ул 1904 йылда Ялтанан һуң килгән немец курорты Баденвейлерҙа уның ҡулында вафат була.
# Книппер-Чехова Ольга Леонардовна
## Биографияһы
### Ғаиләһе
1919—1922 йылдарҙа Качалов төркөмө составында була, ул төркөм менән Рәсәйҙең көньяғы буйлап гастролдәрҙә була. Болгарияла сығыш ваҡытында эштәр хөрт бара, һәм кемдер Василий Качаловҡа Книппер фамилияһына «Чехов» приставкаһын ҡушырға тәҡдим итә, был тамашасыны ылыҡтыра; шул ваҡыттан Книппер-Чехова фамилияһы актрисаға нығына. Ул МХАТ-тың АҠШ һәс Европа буйлап ике йыллыҡ дөйөм сәфәрендә ҡатнаша.
Тыуған иленә ҡайтып, МХАТ-та хеҙмәт итеүен дауам итә. Элекке ролдәренән тыш, ул «На дне» пьесаһында Василисаны, «Смерть Пазухина» пьесаһында Живоедованы, «На всякого мудреца довольно простоты» пьесаһында Турусинаны, «Провинциалка» әҫәрендә Дарья Ивановнаны, «Хозяйка гостиницы» әҫәрендә Гортензияны башҡара.
Инде олоғайғас, Книппер-Чехова үҙенән 30 йәшкә кесе драматург Николай Волков менән ҡауыша, әммә башҡа кейәүгә сыҡмай.
Һуңғы ролен 1950 йылдың 15 мартында Лев Толстойҙың «Йәкшәмбе» романы буйынса пьесала уйнай. Һуңғы йылдарын яңғыҙлыҡ йәшәй, яйлап һуҡырая. 1958 йылдың 22 октябрендә 90 йәшлек юбилейын билдәләгәндә һуңғы тапҡыр сәхнәгә сыға.
Ольга Книппер-Чехова вафат 1959 йылдың 22 мартында Мәскәүҙә вафат була. Ире менән йәнәш Новодевичье зыяратында ерләнә (участка № 2).
# Книппер-Чехова Ольга Леонардовна
## Биографияһы
### Ролдәре
* Атаһы — Леонард Августович Книппер (1838—1894), Венала тыуған, «сығышы буйынса эльзас немецы», әсәһе венгр тамырҙарына эйә булған. Инженер-технолог була. 1864 йылда Рәсәй империяһының Кокман ауылына шарап заводына эшкә китә.
* Әсәһе — Книппер Анна Ивановна (ҡыҙ фамилияһы Зальце) (1850—1919), боронғо рус бароны нәҫеле Зальцанан, уларҙың ата-бабалары Рәсәйгә Тюрингиянан XVII быуатта күсеп килә. Камера йырсыһы һәм музыка педагоы, Мәскәү филармонияһы училищеһы профессоры.
* Өлкән ағаһы — Книппер Константин Леонардович (1866—1924), инженер-тимер юлсы.
* Ҡустыһы — Владимир Леонардович Нардов (1876—1942), опера йырсыһы һәм опера театры режиссеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1933).
* Туғандары:
** Ада Константиновна Книппер, рус теле уҡытыусыһы.
** Книппер Лев Константинович (1898—1974), композитор, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1974).
** Чехова Ольга Константиновна (ҡыҙ фамилияһы Книппер) (1897—1980), театр һәм киноның рус һәм немец актрисаһы.
** Книппер Владимир Владимирович (1924—1996), журналист, мемуарсы, йәштәр театры етәксеһе.
* Ире (1901 йылдан 1904 йылға тиклем) — Чехов Антон Павлович (1860—1904), рус яҙыусыһы һәм драматургы.
# Книппер-Чехова Ольга Леонардовна
## Театрҙа эштәре
### «Чехов» ҡатын-ҡыҙҙары роле
Ольга Книппер-Чехова — Чехов ҡатын-ҡыҙҙарының образын асыҡ һәм сағыу тапшырған бөтә актрисаларҙың береһе. Үҙенең ҡабатланмаҫ һәм үҙенсәлекле булыуы менән, аристократик башҡарыу манераһына эйә булып, Чеховтың мөһим пьесаларында төп ролде башҡарыусы актриса:
* «Чайка» (1898, Аркадина)
* «Дядя Ваня» (1899, Елена Андреевна)
* «Три сестры» (1901, Маша)
* «Иванов» (1901, Сарра)
* «Вишнёвый сад» (1904, Раневская).
# Книппер-Чехова Ольга Леонардовна
## Театрҙа эштәре
### Ролдәре
* Нерисса («Венецианский купец», У. Шекспир, 1898)
* Мирандолина («Трактирщица», К. Гольдони, 1898)
* Виола («Двенадцатая ночь», У. Шекспир, 1899)
* Анна Маар («Одинокие» Г. Гауптман, 1899)
* Майа («Когда мы, мёртвые, пробуждаемся» Г. Ибсен, 1900)
* Лель («Снегурочка» А. Н. Островский, 1900)
* Широкова («В мечтах» Вл. И. Немирович-Данченко, 1901)
* Елена Кривцова («Мещане» Максим Горький, 1902)
* Настя («На дне» Максим Горький, 1902)
* Лона («Столпы общества» Г. Ибсен, 1903)
* Мелания («Дети солнца» Максим Горький, 1905)
* Регина («Привидения» Г. Ибсен, 1905)
* Графиня-внучка Хрюмина («Горе от ума» А. С. Грибоедов, 1906)
* Терезита («Драма жизни» К. Гамсун, 1907)
* Ребекка («Росмерсхольм» Г. Ибсен, 1908)
* Анна Андреевна («Ревизор» Н. В. Гоголь, 1908)
* Ночь («Синяя птица» М.Метерлинк, 1908)
* Наталья Петровна («Месяц в деревне» И. С. Тургенев, 1909)
* фру Юлиана Гиле («У жизни в лапах» К. Гамсун, 1911)
* Гертруда («Гамлет», У. Шекспир, 1911)
* Либанова («Где тонко, там и рвётся» И. С. Тургенев, 1912)
* Белина («Мнимый больной» Мольер, 1913).
* Варвара («Осенние скрипки» И. Д. Сургучёв, 1915)
Совет осоронда бындай ролдрҙә уйнай:
* Живоедова («Смерть Пазухина» М. Е. Салтыков-Щедрин, 1924)
* Мамаева и Турусина («На всякого мудреца довольно простоты» А. Н. Островский, 1924)
* Хлёстова («Горе от ума» А. С. Грибоедов, 1925 и 1938)
* графиня де Линьер («Сёстры Жерар» В. З. Масс, 1927)
* Надежда Львовна («Бронепоезд 14-69» Вс. В. Иванов, 1927)
* Мария Александровна Москалёва («Дядюшкин сон» Ф. М. Достоевский буйынса, 1929)
* графиня Чарская («Воскресение» Л. Н. Толстой буйынса, 1930)
* Полина Бардина («Враги» Максим Горький, 1935)
* графиня Вронская («Анна Каренина» Л. Н. Толстой буйынса, 1937)
* госпожа Пернель («Тартюф» Мольер, 1940)
* Забелина («Кремлёвские куранты» Н. Ф. Погодин, 1943)
* миссис Маркби («Идеальный муж» Оскар Уайльд, 1945).
# Книппер-Чехова Ольга Леонардовна
## Фильмографияһы
### Фильмдарҙа ҡатнашыуы.
* 1927 — Солистка его величества — Зубовтәң әсәһе
* 1928 — Пленники моря — Иван Лерҙың ҡатыны
* 1930 — Завтра ночью — Сергейҙың әсәһе
# Книппер-Чехова Ольга Леонардовна
## Фильмографияһы
### Фильмдарҙа ҡатнашыуы.
* 1946 — Сәхнә оҫталары (документаль)
* 1958 — Ҙур дөрөҫлөк сәнғәте (документаль)
# Книппер-Чехова Ольга Леонардовна
## Фильмографияһы
### Архив кадрҙар
* 1975 — О нашем театре (документаль)
* 2004 — Смерть Таирова
* 2010 — Доктор Чехов. Рецепт бессмертия (документаль)
# Книппер-Чехова Ольга Леонардовна
## Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
* РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1923)
* РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1928)
* СССР-ҙың халыҡ артисы (1937)
* Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1943). — күренекле хеҙмәттәре өсөн
* Ике Ленин ордены (1938, 26.10.1948)
* Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (03.05.1937, 1945)
* «Мәскәүҙең 800-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
* «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
# Книппер-Чехова Ольга Леонардовна
## Хәтер
ЦТ архивында МХАТ-тың 50-йыллыҡ юбилейындағы яҙмалар һаҡланған, унда Иван Козловский һәм Сергей Лемешев дуэт менән театрға нигеҙ һалыусыларҙың берҙән-бер юбилейға тиклем йәшәүсе Ольга Книппер-Чехова хөрмәтенә «Евгений Онегин» операһынан өҫтәп һәм үҙгәртеп «Я люблю вас, Ольга» арияһын башҡара.
Мемориаль-музей ҡурсаулыҡтың Ҡырым әҙәби-нәфис филиалдарының береһе — А. П. Чеховтың Йорт-музейында (Ялта) (Аҡ дача), «Ҡырым һәм Чехов» музейында О. Л. Книппер -Чеховаға арналған тематик экспозициялар бар, әммә уға Гурзуфта А. П. Чехов һәм О. Л. Книппер-Чехова музейында ҙур иғтибар уның музейы ҙур иғтибар бүленә. (Гурзуф, Чехов урамы, 22). Чеховтың вафатынан һуң дачаға берҙән-бер хужа булып ул йортҡа революциянан һуң да хоҡуҡтарын һаҡлап алып ҡала, һуңғы тапҡыр унда 1953 йылда була. | 160106 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Книппер-Чехова_Ольга_Леонардовна | Книппер-Чехова Ольга Леонардовна |
# Вотяк Ураҙы
Вотяк Ураҙы (рус. Вотская Урада) — Башҡортостандың Яңауыл районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 155 кеше. Почта индексы — 452826, ОКАТО коды — 80259860006.
# Вотяк Ураҙы
## Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
| Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
| 1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | | | | | |
| 1920 йыл 26 август | | | | | |
| 1926 йыл 17 декабрь | | | | | |
| 1939 йыл 17 ғинуар | | | | | |
| 1959 йыл 15 ғинуар | | | | | |
| 1970 йыл 15 ғинуар | | | | | |
| 1979 йыл 17 ғинуар | | | | | |
| 1989 йыл 12 ғинуар | | | | | |
| 2002 йыл 9 октябрь | | | | | |
| 2010 йыл 14 октябрь | 155 | 77 | 78 | 49,7 | 50,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
* 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
* 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
* 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
* 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
* 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
* 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
* 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
* Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
# Вотяк Ураҙы
## Географик урыны
* Район үҙәгенә тиклем (Яңауыл): 15 км
* Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Артауыл): 5 км
* Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 15 км | 14227 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Вотяк_Ураҙы | Вотяк Ураҙы |
# Санкт-Килиан
Санкт-Килиан (нем. St. Kilian) — Германияла, Тюрингия ерендә урынлашҡан коммуна.
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса коммунала 2986 кеше йәшәй. Майҙаны — 54,88 км². Диңгеҙ кимәленән 395 метр бейеклектә һәм UTC +1 ваҡыт бүлкәтендә урынлашҡан. Почта индексы — 98553 һәм автомобиль коды — HBN. | 29505 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Санкт-Килиан | Санкт-Килиан |
# Сенин Александр Степанович
Александр Степанович Сенин (1891 йыл, Дон Ғәскәре Өлкәһе Донецк округы Боковская станицаһы Евлантьев утары — 1930 йылдың 28 декабре, атып үлтерелә) — казак, рус офицеры, М.А. Шолоховтың «Тымыҡ Дон» романы персонажы, М. Шолоховтың «Күтәрелгән сиҙәм» романындағы Половцевтың прототибы.
# Сенин Александр Степанович
## Биографияһы
Ата-әсәһен бик иртә юғалтҡас, Александр Сенин бер туған ағаһы ҡарамағында ҡала. 1914 йылда хорунжий чинында рус-герман фронтына китә. Александр Степанович 44-се Дон казак полкында бер үк ваҡытта йөҙ командиры вазифаһын да үтәүсе взвод офицеры булып хеҙмәт итә. Һуңғараҡ полк адъютанты, ә аҙаҡ йөҙҙөң өлкән офицеры итеп тәғәйенләнә. Март — апрель 1917 йылдың март-апрелендә полк Донға күсерелә. Сенин дивизия штабының өлкән адъютанты вазифаһына тәғәйенләнә. Беренсе донъя һуғышы осорондағы хәрби хеҙмәте өсөн Александр Степанович Сенин өс Изге Анна ордены һәм ике Изге Станислав ордены менән бүләкләнә.
Белем алғандан һуң, 1918 йылда Дон барлыҡҡа килгәндән һуң, дон армияһына алына мобилизациялана. Йөҙ командиры булараҡ, Александр Сенин Ф.Г. Подтёлков экспедицияһын ҡулға алыуҙа һәм атып үлтереүҙә ҡатнаша. Ф. Г. Подтёлковты һәм М.В. Михаил Васильевич Кривошлыковты хөкөм иткән хәрби-ялан суды секретары булған.
1918 йылдың авгусында етештереү есаул чинында күтәрәләр. 1918 йылдың 20 октябрендә ҡыҙылдар менән һуғышта полк командиры үлтерелә һәм Сенин ваҡытлыса полк менән ваҡытлыса командалыҡ бурысын иңенә ала. Тиҙҙән, Ҡыҙыл армияның һөжүме сәбәпле, Александр Сенин полкы тарҡала. Александр Степанович Чернышевская станицаһында урынлашҡан штабына эләккән. 7-се түш менән шыуышыу бригадаһына эләгә. Чернышевский строевой часть буйынса өлкән адъютант вазифаһында хеҙмәт итә, бер үк ваҡытта бригада штабы начальнигы вазифаһын да башҡара.
1919 йылда Сенин, яраланып, госпиталдә ята. Аҡ армия сигенгән осорҙа ул Новороссийскиҙа була һәм ҡулға алына. Ҡыҙылдарға хеҙмәт итә, береһе-бер атылыуҙан ҡурҡҡанлыҡтан, фамилияһын алмаштыра.
Ҡыҙыл армияла 16-сы кавалерия дивизияһында: башта самокатный ротала, һуңынан ревтрибунал янындағы командала рядовой булып хеҙмәт итә, шулай уҡ күсереп яҙыусы һәм эш башҡарыусы вазифаһын атҡара. 1921 йылда уны, фамилияһын йәшергәне өсөн, СКВО-ның Хәрби трибуналы суды хөкөм итә һәм ҡаты язалауға тарттырыла, ләкин аҙаҡ ҡотолоп ҡала. Юғары суд атыу ҡарарын юҡҡа сығара, язаны биш йыллыҡ төрмә менән алмаштыра. А.С. Сенин, төрмәлә дүрт йыл ултырғандан һуң, өйөнә, Евлантьевский утарына, ҡайта. Бында ул ауыл хужалығы эштәре менән шөғөлләнә, Боковский ете йыллыҡ мәктәбендә математика дәрестәре бирә.
1930 йылдың июль башында А.С. Сенин, Айырым дәүләт сәйәси идаралығының Донецк округы бүлеге тарафынан контрреволюцион баш күтәреүселәр ойошмаһы булдырыуҙа ғәйепләнеп, ҡулға алына. Уның үҙәге һәм төп нигеҙе Вёшенский районы Боковский ауыл Советына ҡараған Евлантьевский утарында урынлашҡан була, ә ойоштороусы һәм етәксе — Сенин А. С. була. Ойошма ағзалары Совет власын ҡолатыу ихтилалын әҙерләүҙә ғәйепләнә. Үҙенән һорау алғанда, Сенин Александр Степанович былай тип әйтә:
Эш буйынса барыһы 98 кеше ғәйепләнеүсе сифатында үтә. Һигеҙ кеше, шулар араһында Сенин А. С., 1930 йылдың 28 декабрендә атып үлтерелә.
1989 йылдың 16 ноябрендә СССР Юғары Советы «30-40-сы һәм 50-се йылдар осоронда булып үткән репрессия ҡорбандары буйынса ғәҙеллекте тергеҙеү буйынса өҫтәлмә саралар тураһында» Указы сыҡҡандан һуң, шул уҡ йылдың 24 ноябрендә Ростов өлкәһе Прокуратураһы А. С. Сенин эшен ҡайтанан ҡарай, ә Сенин Александр Степанович үҙе (1989) үлгәндән һуң аҡлана.
М. Шолоховтың «Тымыҡ Дон» романының бишенсе бүлегендә подтёлков экспедицияһын язалау күренешендә йөҙ командиры А.С. Сенин телгә алына. Ул Подтёлков һәм Кривошлыков отрядының яҙмышын хәл итеүсе төп ҡатнашыусыларҙың береһе.
М. А. Шолохов «Күтәрелгән сиҙәм» романында яңынан Сенин Александр Степановичтың биографияһына һәм шәхси эшенә ҡабат мөрәжәғәт иткән һәм уны Половцев прообразы итеп ҡуллана. Был хәлгә әҙәбиәт белгестәре К. И. Прийма һәм В. В. Гура иғтибар итә. Шолохов К. И. Прийма менән әңгәмәһендә, 1930 йылда Обуховҡа һөйләгәненә өҫтәп шуны әйткән — баҡһаң, яҙыусы төрмәгә Сенинды күрергә генә бармаған, ә һуңғараҡ уның эше менән дә танышҡан:
# Сенин Александр Степанович
## Наградалары
* Өс Изге Анна ордены
* Ике Изге Станислав ордены | 128120 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Сенин_Александр_Степанович | Сенин Александр Степанович |
# Нотус
Нотус (Натус) — Рәсәй йылғаһы. Архангельск өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Ежуга йылғаһының уң ярына тамағынан 131 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 25 км.
# Нотус
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Двина-Печора һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Вага йылғаһы. Бәләкәй йылға бассейны — Төньяҡ Двина, Вычегды һәм Малая Төньяҡ Двины ҡушылған урындан түбәнерәк, йылға бассейны — Төньяҡ Двина.
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса:
* Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 03020300312103000038382
* Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 103003838
* Бассейн коды — 03.02.03.003
* ГӨ буйынса һаны (номеры) — 03
* ГӨ буйынса сығарылыш — 0 | 21432 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Нотус | Нотус |
# Самтавро монастыры
Самтавро монастыры — Самтавро Преображенский сиркәүенән һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың изге Нина монастырынан торған комплекс Мтквари һәм Арагви йылғаларының ҡушылған урынында урынлашҡан (Мцхета ҡалаһы, Грузия). Монастырь Грузияның католикос-патриархы, Мцхета һәм Тбилиси архиепискобының ҡарамағында тора.
Был урында беренсе сиркәүҙе IV быуатта батша Мириан III төҙөгән. Вахушти Багратиони әйтеүе буйынса, «Мириан таш көмбәҙ менән күркәм сиркәү төҙөгән, унда үҙе лә ерләнгән». Самтавро сиркәүе батшабикә Наноның да кәшәнәһе була. Ҙур иғәнәләр арҡаһында ҡорам Грузияла иң бай ҡорамдарҙың береһе була.
Ғибәҙәтхана күп тапҡыр емерелә һәм тергеҙелә. XI быуаттың беренсе яртыһында Георгий Iбатшалығы осоронда, католикос-патриарх Мелхиседека I указы буйынса ҡорам киңәйтелә, көньяҡ ҡапҡа эшләйҙәр һәм үҙенсәлекле орнамент менән биҙәйҙәр. Шулай уҡ ҡорам интерьерын да биҙәйҙәр.
Тәре-көмбәҙле Самтавро-Преображенский сиркәүе, Изге Нинаның кесе сиркәүе, XV—XVII быуаттар манараһы, XVIII быуат цилиндрик башня-ҡәлғәһе, XV быуат иконостасы, XVII быуат фрескалары һаҡланған. Көньяҡ ҡапҡала Михаил-архангел сиркәүе, ҡорамдың төньяҡ яғында ике сиркәү бар. Көнсығышында — Изге Иоанн Креститель сиркәүе, көнбайышында Изге Иоанн Златоуст сиркәүе. Ҙур алтарҙың һул яғында ҡорбан салыу урыны, уңда Изге Мириан һәм Изге Нина сиркәүе тора.
Самтавро ҡорамында күп изге әйберҙәр: 1870 йылда батша Георгий XII үҙенең ейәндәренә иғәнә иткән мөғжизәле Божья Матерь Иверская иконаһы, мөғжизәле изге Нина иконаһы, изге батша Мириан һәм Нина ҡәберҙәре, изге Шио Мгвимский һәм Гавриил Самтаврийский мәйеттәре, Бодбенан изге Нина ҡәберенән таш киҫәге һәм башҡа ҡомартҡылар бар. | 152997 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Самтавро_монастыры | Самтавро монастыры |
# Дортмунд опера театры
Дортмунд опера театры (нем. Opernhaus Dortmund) 1966 йылда асыла һәм Дортмунд Театры ойошмаһы ҡарамағында тора. Хәҙерге бинаһы 1904 йылда асылған һәм Беренсе донъя һуғышында емерелгән бинаның алмашына төҙөлгән.
Архитекторҙар Генрих Роскоттен һәм Эдгар Триттхарт модернистик стилдә театр төҙөлөшөн проектлаған. Үҙ эсенә сәхнәне һәм техник зоналарҙан торған сәхнә йортон (нем. Bühnenhaus), башлыса тура мөйөшлө һәм раковина формаһындағы таяу-тышлыҡ аҫтында урынлашҡан айырым тамаша залын индерә.
# Дортмунд опера театры
## Театрҙы асыу
Опера театрының яңы бинаһы 1966 йылдың 3 мартында асыла һәм опера, балет, концерт һәм постановкалар ҡуйыр өсөн тәғәйенләнгән бина. Уның стеналарында 1911 йылда Рихард Штраустың Рауза кавалеры опера спектакле беренсе тапҡыр башҡарылған. Вильгельм Шюхтер Дортмундтың Филармония оркестрына дирижёрлыҡ иткән. Тереза Жилис-Гара Октавиан, саҡырылған артистка Элизабет Грюммер — Маршальша һәм Курт Бёме — барон Окс партияларын башҡарған. Миҙгелдең ҡалған ҡыҫҡа өлөшөндә театр сәхнәһендә Азучена ролен Федора Барбьери уйнаған Джузеппе Вердиҙың Трубадуры, Моцарттың Тылсымлы флейтаһы, Хиндемиттың Рәссам Матис һәм Иоһанн Штраустың Сиған бароны ҡуйыла.
Брехт һәм Беккеттың Галилей тормошо йәки Жан Ануйҙың Аллаһы хөрмәтенә Ҙур йорттоң (нем. Großes Haus) тәүге постановкалары булған. ГДР-ҙың Росток ҡалаһындағы Халыҡ театры унда Петер Вайстың Марат/Баҡса пьесаһын күрһәткән, һәм был «тимер шаршау» дәүерендә ғәҙәти булмаған күренеш тип ҡабул ителгән.
# Дортмунд опера театры
## Етәкселеге
1973 йылдан алып 1979 йылға саҡлы театрҙың генераль музикдиректоры Марек Яновский, булған унан һуңынан был вазифаны Моше Ацмон (1996—2000) , Антон Марик, Артур Фаген, 2008 йылдан алып 2013 йылға тиклем — Стин Як биләгән. 2002 йылдан Дортмунд Филармонияһы Опера театрын концерттар өсөн файҙаланған. Йенс-Даниэль Һерцог 2011 йылдың авгусынан театры директоры.
# Дортмунд опера театры
## Донъя премьералары һәм репертуары
1967 йылда Вильгельм Шюхтер, Дортмунд ҡалаһы заказы буйынса Нелли Закс драмаһы мотивтары буйынса Вальтер Штеффенстың Илаи операһы премьераһында дирижёрлыҡ иткән. | 146610 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Дортмунд_опера_театры | Дортмунд опера театры |
# Яубүләк (Салауат районы)
Яубүләк (рус. Яубуляково) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл. Арҡауыл ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 26 кеше. Почта индексы — 452493, ОКАТО коды — 80247810006.
# Яубүләк (Салауат районы)
## Географик урыны
* Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 30 км
* Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Арҡауыл): 6 км
* Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачево): 61 км
# Яубүләк (Салауат районы)
## Тарихы
1795 йылғы V йәниҫәп уҙғарғанда икенсе Бишәүҙәр ауылы йәғни Яубүләк ауылы билдәле булмаған. Ауылдың ике атамаһы туғандары менән Бишәүҙәр ауылынан күскән Яубүләковтар утары булғанына күрһәтә.
# Яубүләк (Салауат районы)
## Биләмә берәмектәренә инеүе
| Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
| 1757 | улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
| 1816 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
| 1834 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
| 1847 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
| 1859 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
| 1895 | Мырҙалар улусы | Өфө өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
| 1920 | Мырҙалар улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
| 1926 | Мырҙалар улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
| 1935 | Мырҙалар-Мәсетле ауыл советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
| 1941 | Арҡауыл ауыл советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
| 1990 | Арҡауыл ауыл советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
# Яубүләк (Салауат районы)
## Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
Яңы ауыл бик аҡрын үҫкән.
1816 йылда ул 15 ир-ат һәм 16 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән 6 хужалыҡтан торған. Улар араһында Яубүләктең улы - 45 йәшлек поход старшинаһы Яугилде Яубүләков (уның улдары Ишбулды, Уразбай, Уразмәт, Төхвәтулла), уның туғанының улы Ишмөхәмәт Сәғитов һәм һирәк осрай торған исемле башҡа кешеләр - Килдеш Борханов, Шаршан Бултаҡаев, Балтай Туйсин(уның улдары - Рәхмәтулла, Хужиәхмәт), Өмбәкәй Абдуллин (уның улдары- Дауыт, Ғүмәр) булған.
1834 йылдағы VIII рәүиздән алып ауылдың атамаһы Яубүләк булған. Ул Йүрүҙән йылғаһының һул ярында, Арҡауылдан 2 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылдың төп ер биләмәһе бер участкала, туғай һәм урман - дөйөм ҡулланышта булған. Һөрөнтө ерҙәре Ҡаратау янында ятҡан. Игенселектең өс баҫыу әйләнеше өҫтөнлөк итмәгән булған. Ерҙе 2-3 ат һабандары менән һөргәндәр.
1842 йылда 59 кеше 17 сирек ужым, 91 сирек яҙғы ашлыҡ сәскән. Бер нисә хужалыҡ 3 сирек картуф сәскән. Йәшелсә баҡсалары ла булған.
1859 йылда Яубүләктең 13 хужалығында 50 кеше иҫәпкә алынған.
# Яубүләк (Салауат районы)
## Ауылдың XX быуаттағы үҫеше
1920 йылда Яубүләк ауылындағы 17 хужалыҡта 93 кеше йәшәгән.
# Яубүләк (Салауат районы)
## Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
| Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
| 1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | | | | | |
| 1920 йыл 26 август | | | | | |
| 1926 йыл 17 декабрь | | | | | |
| 1939 йыл 17 ғинуар | | | | | |
| 1959 йыл 15 ғинуар | | | | | |
| 1970 йыл 15 ғинуар | | | | | |
| 1979 йыл 17 ғинуар | | | | | |
| 1989 йыл 12 ғинуар | | | | | |
| 2002 йыл 9 октябрь | | | | | |
| 2010 йыл 14 октябрь | 26 | 13 | 13 | 50,0 | 50,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
* 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
* 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
* 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
* 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
* 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
* 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
* 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
* Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
# Яубүләк (Салауат районы)
## Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
# Яубүләк (Салауат районы)
## Билдәле шәхестәр
* Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улы (6.09.1908—17.04.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт ротаһы командиры, гвардия лейтенанты. 1932 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң). Салауат районының почетлы гражданы. | 13276 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Яубүләк_(Салауат_районы) | Яубүләк (Салауат районы) |
# Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы
Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы — Башҡортостан Республикаһының төп дауалау-консультация, ойоштороу- методик үҙәге. 1876 йылда асылған Губерна дауаханаһы (1948 йылға тиклем 1-се Совет дауаханаһы) нигеҙендә ойошторолған. 1976 йылдан табип, дәүләт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улының исемен йөрөтә. Дауаханала 2367-нан ашыу хеҙмәткәр, шул иҫәптән 532 табип эшләй.
# Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы
## Тарихы
Башта был дауаханала өлкән ординаторҙар Борецкий һәм Чубовский, һуңыраҡ табиптар Чаушанский Николай Витальевич менән Цветков Александр Степанович саҡырыла. Цветков А. С. дауахананың өлкән табибы вазифаһына тәғәйенләнә.
Губерна дауаханаһы бер нисә тапҡыр бер бинанан икенсеһенә күсеп йөрөй. 1888 йылда Өфө ҡалаһының ситендә 9 ағас бина (114 койкалы) төҙөү башлана. Был урында хәҙерге Республика клиник дауаханаһы урынлашҡан.
Дауахана тарихында булған мөһим ваҡиғалар:
* 1878 йылда штатта шәфҡәт туташы вазифаһы индерелә ҡарала һәм ауырыуҙарҙы ҡараусы шәфҡәт туташтары дежурлығы ойошторола ;
* 1882 йылда земство табиптарының йәмғиәте төҙөлә;
* 1890 йылдан ауырыуҙарҙы амбулатор ҡабул итеү башлана;
* 1895 йыл- табип А. Л. Нагибин таҙа хирургия бүлеген аса;
* 1908 йыл- дауахана губерна земствоһының фельдшер-акушер мәктәбе базаһына әйләнә;
* 1909 йыл- ауырыуҙарҙы ҡарау, диагноз ҡуйыу, күҙәтеү буйынса клиник талаптар индерелә;
* 1909 йыл- дауахана советы булдырыла (медицина советы);
* 1910 йыл- тәүге дезинфекция камераһы эшләй башлай;
* 1910 йыл- табип Ч. Я. Ястржемский прозектура (патологик анатомия бүлеге) булдыра;
* 1911 йыл- амбулатория асыла;
* 1911 йыл- клиник һәм бактериологик тикшеренеүҙәр лабораториялары асыла;
* 1911 йыл- медицина китапханаһы булдырыла;
* 1913 йыл- тәүге рентген кабинетта табип Б. П. Ручинский (мөдир) сирлеләрҙе ҡабул итә башлай;
* 1913 йыл- Дрезден һәм Санкт-Петербургта гигиена күргәҙмәләрендә ҡатнашып, дауахана бәләкәй алтын миҙалға лайыҡ була;
* 1914 йыл- Беренсе донъя һуғышы башланыу сәбәпле дауаханала урындар һаны 184-гә етә.
Был осорҙа дауаханала табиптар А. Л. Нагибин, Ч. Я. Ястржемский, И. М. Тимофеев, Б. П. Ручинский, П. П. Чебышев, А.Э Рауэр эшләй. Граждандар һуғышы осоронда дауахананың хәле ауырлаша.
1924 йылдың 11 ғинуарынан Беренсе Совбольницаға (элекке Губерна земство дауаханаһы) өлкән табип итеп Нурлығаян Нуриәхмәт улы Байтирәков тәғәйенләнә (Бәләбәй өйәҙе Шланлыкүл ауылынан). Дауахана тарихынан:
* 1920 йыл — табип М. В. Вакуленко Башҡортостанда беренсе булып хирургия бүлегендә бер кешегә икенсе кеше ҡанын бирә;
* 1924 йыл — хирургия корпусына реконструкция үтә (60 урынлыҡ);
* 1924 год — неврология һәм оторинолярингология буйынса амбулаторияла ҡабул итеү башлана;
* 1924—1932 йылдар — дауаханала 185 урын (хирургия, гинекология һәм оторинолярингология бүлектәре), бында республика хирургтарын уҡытыу буйынса база булдырыла.
* 1931 йыл — Башҡортостанда тәүге нейрохирургик операциялар(баш мейеһендә һәм умыртҡа һөйәге мейеһендә);
* 1937 йыл — профессор Н. Н. Лобанов етәкслегендә ҡолаҡ, тамаҡ һәм танау ауырыуҙары буйынса клиника ойошторола;
* 1938 йыл — 3 этажлы хирургия корпусы төҙөлә , бында травматология бүлеге булдырыла;
* 1938 йыл — патологоанатомия корпусы сафҡа индерелә;
* 1941 йыл — акушерлыҡ һәм гинекология корпусы;
* 1945 йыл — урологик сирлеләрҙе амбулаторийҙа ҡабул итеү башлана;
* 1946 йыл — урологик сирлеләр өсөн урындар булдырыла, 1953 йылда урологиия бүлеге асыла;
* 1948 год — Беренсе Совет дауаханаһы (совбольницаны) Республика клиник дауаханаһы итеп үҙгәртелә, республика бюджетынан финанслана башлай;
* 1949 йыл- ойоштороу- методик кабинет булдырыла (1963 йылдан — ойоштороу-методик бүлек), ул ауыл ерендәге дауалау- профилактика учреждениелары хеҙмәтен ойоштороу менән шөғөлләнә башлай;
* 1949 йыл — санитар авиация булдырыла;
* 1949 йыл — нейрофизиотерапия дауаханаһы нигеҙендә РКД-ның неврология һәм физиотерапия бүлектәре асыла;
* 1949 йыл- Республика клиник дауаханаһы күп профилле дауаханаға әйләнә, гематология, артрология (ревматология), стоматология, эндокринология бүлектәре асыла;
* 1949 йыл — махсус кабинеттар булдырыла (ҡолаҡҡа протездар ҡуйыу, сурдолгия, энә менән дауалау, эндокринология;
* 1948 йыл — тәүге ЭКГ кабинеты булдырыла;
* 1956 йыл — нейрохирургия бүлеге асыла;
* 1957 йыл — ортопедия һәм травматология бүлеге асыла;
* 1958 йыл — Өфө ҡала терапия һәм педиатрия участкаларын Өфө ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлегенә тапшырыу ауыл халҡына табип консультацияларын ойоштороуҙы яҡшырта ;
* 1960 йыл — ауыл һәм ҡалаларҙан ауырыуҙарҙы консультацияларға йүнәлтәмә буйынса (путевка) ҡабул итеү ойошторола ;
* 1960—1970 йылдар — консультациялар өсөн поликлиника, терапия корпусы төҙөлә, акушерлыҡ һәм гинекология, хирургия корпустарына реконструкция үтә, ситтән килеп консультация алыусылар, тикшереү үтеүселәр өсөн 200 урынлыҡ пансионат, 150 урынлыҡ ашхана төҙөлә;
* 1976 йылдар — халыҡты медицина хеҙмәте менән тәьмин итеүҙәге уңыштары һәм ойошторолоуына 100 йыл тулыу уңайынан дауахана Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә ;
* 1976 йылдың 13 сентябрендә Республика клиник дауаханаһына Башҡортостан Республикаһының беренсе һаулыҡ һаҡлау наркомы (1919—1928 йылдарҙа), табип Ғүмәр Ғәлим улы Ҡыуатов исеме бирелә;
* 1984 йыл — «Медик» мәҙәниәт йорто, аптека һәм административ- хужалыҡ хеҙмәте бинаһы төҙөлөп бөтә;
* 1988 йыл — СССР Министрҙар Советы республикала диагностика үҙәге булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
# Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы
## Эшмәкәрлеге
Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы юғары технологиялар ҡулланып медицина ярҙамын күрһәтеүсе Башҡортостан Республикаһының әйҙәүсе махсуслашҡан һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Күп профилле клиникала 28 бүлек бар, улар заманса нурландырыу, радиоизотоп, ангиография аппараттары менән йыһазландырылған. 2018 йылда стационарҙа 1140 ауырыуҙы ҡабул итеү мөмкинлеге бар.
Бында йыл һайын 29 мең сирле дауалана, 238 мең пациент консультация ала һәм ентекле тикшерелә, 19 меңгә яҡын операция эшләнә. Дауахананың бала тыуҙырыу бүлегендә ике меңгә яҡын бала донъяға килә. Дауахана табиптары санитар авиация менән 2361 ғәҙәттән тыш ярҙамға оса.
Дауахананың бөтә бүлектәрендә лә Башҡорт дәүләт медицина университетының 10 клиник кафедраһы үҙ базаһын булдырған, бында сирлеләрҙе дауалауҙан тыш фәнни- тикшеренеү эштәре алып барыла, яңы диагностика һәм дауалау алымдары индерелә.
Республика клиник дауаханаһы Башҡортостан район һәм ҡалаларындағы дауалау-профилактика учреждениелары өсөн төп ойоштороу-методик үҙәк булып тора. Дауаханала хирургия, терапия, акушерлыҡ һәм гинекология бүлектәре, ауырыуҙарға консультация биреүсе поликлиника, ярҙамсы дауалау- диагностика бүлеге бар. Консультация биреүсе поликлиника көнөнә 47 белгеслек йүнәлеше буйынса 1200 кешене ҡабул итә, консультацияларға медицина университеты профессорҙары ла йәлеп ителә.
Дауаханала фәнни-тикшеренеү эштәре түбәндәге йүнәлештәр буйынса алып барыла:
* гепатобиллиар система патологияһы булған сирлеләрҙе оператив һәм консерватив дауалауҙың яңы ысулдары, шулай уҡ ауыр хәлдәге һәм сир ныҡ аҙған осраҡтағы ашҡаҙан, оторинолярингология, травматология, урология, ҡан тамырҙары, проктология һәм эренле септик сирлеләр ;
* уронефрологияла трансплантология, гепатология, нейрохирургия, оторинолярингологияла травматология ;
* гастрохирургияла, акушерлыҡ һәм гинекологияла, урологияла, проктологияла, ҡан тамырҙары хирургияһында һәм травматологияла әҙ инвазиялы эндоскопик хирургия;
* параклиник медицина (тикшеренеүҙең лаборатор ысулдары , нурланыш диагностикаһы, физиотерапия, эндоскопия, гравитацион хирургия, гипербарик оксигенация);
* хәҙерге заман дауалау- диагностика процесында ғәҙәти медицина;
* хроник сирле ауырыуҙарҙың йөрәк- ҡан тамыр системаһы хәле;
* тирә яҡ мөхит экологияһы (химия һәм нефтехимия сәнәғәтенең аҙ йоғонтоло факторҙарының ҡан тыуҙырыуға һәм иммунитетҡа йоғонтоһо, диоксиндар һәм башҡа);
* неврологияла нәҫелдән кигән дегенератив сирҙәр һәм ҡан тамыры сирҙәрендә экология факторы;
* Башҡортостан Республикаһы территорияһында хромосома сирҙәренең эпидемиологияһы ;
* һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм иҡтисад, медицина хеҙмәтен комплекслы стандартлаштырыу;
* һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында информатика һәм хисаплау техникаһы; | 141484 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ғ._Ғ._Ҡыуатов_исемендәге_Республика_клиник_дауаханаһы | Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы |
# Турин
Турин (итал. Torino, пьем. Turin) — төньяҡ Италия ҡалаһы һәм мөһим эшлекле мәҙәниәт үҙәге. Пьемонт төбәге — Турин провинцияһының административ үҙәге.
Көнбайыш Альп итәгенең Падан тигеҙлегендә Альп артылштыры янында, Дора-Рипария йылғаһының По йылғаһына ҡойған урынында урынлашҡан.
Халыҡ һаны буйынса Италияның Рим, Милан һәм Неаполь ҡалаларынан һуң дүртенсе урында тора. 2012 йылда 911 мең кеше һанала, ҡала яны халҡы менән бергә 1,7 миллион кеше иҫәпләнә.
Бай тарихы һәм мәҙәниәте булған ҡала, үҙенең арт-галереялары, һарайҙары, театрҙары, музейҙары, парктары менән билдәле. Шулай уҡ Турин үҙенең барокко, рококо, неоклассицизм һәм модерн стилендәге архитектураһы менән танылған.
XVI-XVIII быуаттарҙа Савой герцоглығы (һуңыраҡ Сардин батшалығы) баш ҡалаһын Шамбериҙан (хәҙерге Франция) Туринға күсереү процесында, һарайҙарҙың күпселек өлөшө (Палаццо Мадам), майҙандары һәм баҡсалары төҙөлә.
Рисорджиментоға ҙур өлөш индереүсе сәйәсмәндәр һәм билдәле кешеләрҙең (мәҫәлән, Камилло Бенсо ди Кавур) тыуған ҡалаһы булыуы арҡаһында, Туринды ҡайһы берҙә «Италия азатлығының бишеге» тип атайҙар.
Ҡалала бик күп университеттар, колледждар, академиялар, гимназия һәм лицейҙар бар. Улар араһында XV быуатта нигеҙ һалынған — Турин университеты.
Туриндың иң билдәле иҫтәлекле урындары булып Мысыр музейы һәм ҡала символы булған — Моле Антонеллиана һанала.
Ошо һәм башҡа иҫтәлекле урындары бөтә донъя туристарын үҙенә йәлеп итә, Турин Италияның иң күп кешеләр йөрөгән ун ҡала исемлегенә инә.
XIX быуатта ҡала Европаның мөһим сәйәси үҙәге булып тора. 1861 йылда Турин берләшкән Италияның беренсе баш ҡалаһы булыу менән бер рәттән, Италия батшалығында хакимлыҡ иткән династия — Савой йортоның да баш ҡалаһы .
Италияла монархия бөтөрөлгәндән һуң, Туриндың сәйәси әһәмиәте бөтөүенә ҡарамаҫтан, ҡала Европа һәм Италияның мөһим сәнәғәт, иҡтисад һәм сауҙа үҙәге булып иҫәпләнә.
Турин — Милан һәм Римдән һуң, иҡтисади күрһәткестәр буйынса илдә өсөнсө ҡала.
Шулай уҡ Турин Италияның автомобилдәр төҙөү буйынса баш ҡалаһы, тип һанала. Ҡалала FIAT, Lancia, Iveco компанияларының штаб-фатирҙары урынлашҡан.
Ҡала христиан ҡомартҡыһы — Турин япмаһы менән, шулай уҡ «Ювентус» һәм «Торино» футбол командалары менән донъяға билдәле. Турин — 2006 йылдың Ҡышҡы Олимпия уйындарының баш ҡалаһы.
Ҡала ҡурсалаусыһы булып Изге Иоанн Креститель (итал. San Giovanni Battista) һанала. Ҡала байрамы көнө — 24 июнь.
# Турин
## Тарихы
Рим империяһы ваҡытындағы Castra Taurinorum (яҡынса б. э. тиклем 28 йылда нигеҙләнгән) хәрби лагерының атамаһы император Август хөрмәтенә Augusta Taurinorum колонияһы тип үҙгәртелә.
940 йылдарҙа ҡала,Турин маркаһы исемле феод менән идаралыҡ иткән Ардинуичи маркграфтаҙың резиденцияһы була.
XI быуаттан — урындағы кенәз-епископтары һәм Савой графтарының берлектәге биләмәһе.
1563 йылда Эммануил Филиберт Туринды Савой династияһының ҡеүәтле баш ҡалаһы итә. Ул яңы һарай резиденцияһы төҙөй һәм 1404 йылда ойошторолған, әммә артабан тарҡатылған, Турин университетының эшен яңырта.
Испан мираҫы өсөн һуғышта француздарҙың Туринды 117 көн ҡамауҙа тотоуы (1706), үҙәк ваҡиғаларҙың береһе булып тора.
Француздарҙы еңеп, Савой хакимдары батша титулы ала һәм Филиппо Юварраға ҡаланы башҡа Европа баш ҡалалары кимәленә сығарырға ҡуша.
Рисорджименто (1861) тамамланғандан һуң, Турин дүрт йыл дауамында берләшкән Италияның баш ҡалаһы булып ҡала. Был ваҡытта, бында Европаның көньяғында ҙур төҙөлөш проекттары тормошҡа ашырыла.
1902 йылда Турин Бөтә донъя күргәҙмәһен ҡабул итә, ә 2006 йылда Ҡышҡы Олимпия уйындары уҙғарыла.
# Турин
## Иҡтисады
Туриндың иҡтисади үҫешенә уның географик урыны булышлыҡ итә. Турин — мөһим транспорт үҙәге, сауҙа-финанс киң үҫешкән функциялары менән Миландан һуң, илдең икенсе сәнәғәт үҙәге.
Ҡала һәм уның биҫтәләрендә (мәҫәлән, Мирафьориҙа һ. б.) ауыр сәнәғәт мөһим урынды тота.
Беренселеккә FIAT концернының сәнәғәт комплексы эйә. Был предприятиеларҙа ҡаланың сәнәғәтендә эшләүселәрҙең яҡынса яртыһы хеҙмәт итә.
Бөтә ядро комплексы — Италияның 80 % автомобилдәрен етештереүсе автомобилдәр заводтары.
Шулай уҡ FIAT концернына металлургия, авиация, вагондар төҙөү, трактор заводтары, судно двигателдәрен етештеү һ.б. предприятиелар инә.
Туринда икенсе ҡеүәтле индустриаль комплекс булып RIV фирмаһы предприятиелары тора (шариклы подшипниктарҙы сығарыу һәм уларҙы әҙерләү өсөн станоктар етештереү).
Бынан тыш,Туринда башҡа фирмаларҙың күп һанлы машиналар төҙөү заводтары, резина, кабель, химик (көкөрт кислотаһы, буяу, химик сүстәр һ. б.), фармацевтика сәнәғәте предприятиелары бар. Турин сәнәғәтенең элекке тармаҡтары ла һаҡланған — туҡыу, тегеү, полиграфия һәм аҙыҡ-түлек етештереү (шул иҫәптән шарап яһау, кондитер изделиелары һ. б.).
# Турин
## Климаты
Туриндың климаты Урта диңгеҙҙекенә яҡын, әммә, был типик климат тибынан айырмалы рәүештә, ҡалала йыл әйләнәһенә яуым-төшөм яуа, уның максимумы яҙ айҙарына тура килә. Шуға күрә, Туриндың климаты Сочи климатына күберәк оҡшаған, әммә ҡалала ҡыш, төнгө ҡырауҙары һәм ҡар яуыуы менән бергә, һыуығыраҡ та була.
Ҡала климаты :
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Уртаса максимум, °C | 5,8 | 8,4 | 12,7 | 16,6 | 20,7 | 24,7 | 27,6 | 26,5 | 23,1 | 17,3 | 10,8 | 6,9 | 16,8 |
| Уртаса минимум, °C | −3,3 | −1,1 | 2,1 | 5,6 | 9,9 | 13,8 | 16,3 | 15,7 | 12,6 | 7,2 | 1,8 | −2,3 | 6,5 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 40,5 | 52,5 | 76,9 | 104,1 | 120,3 | 97,6 | 66,6 | 79,8 | 70,1 | 88,9 | 75,5 | 41,6 | 914,4 |
| Сығанаҡ: MeteoAM ||||||||||||||
# Турин
## Иҫтәлекле урындар
Туриндың тура мөйөшлө ҡала төҙөлөшө структураһы нигеҙендә, Боронғо Рим хәрби лагеры планировкаһы ята. Ҡаланың иҫтәлекле урындары түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:
* Ғайса пәйғәмбәрҙең япмаһы һаҡланған Иоанн Креститель соборы. Ғайса пәйғәмбәрҙе тәрегә ҡаҙаҡлағандан һуң, уның кәүҙәһен нәҡ ошо япма менән япҡандар, тип иҫәпләнә.
* Туриндың төп символдарының береһе — Моле Антонеллиана башняһы, әлеге ваҡытта унда Италия кинематография милли музейы урынлашҡан.
* Туриндың Мысыр музейы — Европала мысыр цивилизацияһына арналған бернесе махсус музей.
* Антик архитектура ҡомартҡылары араһында боронғо рим театры һәм Палатин ҡапҡаһы (порт Палатин) һаҡланып ҡалған.
* Суперга монастыры уба өҫтөндә бөтә ҡала менән хөкөм һөрә. Был архитектор Филиппо Юварра башҡарыуында барокко стилендәге шедевр һәм Савой йортоноң вәкидәренең традицион ерләү урыны.
1997 йылда ЮНЕСКО Турниндағы Савой йорто резиденцияһын һәм уның тирәһен Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү тураһында ҡарар ҡабул итте, шуларҙың иң әһәмиәтлеләре түбәндәгеләр: :
* Сабауда картиналар галереяһы менән Палаццо Реале
* Палаццо Мадама
* Палаццо Кариньяно
* Валентино замогы
* Раккониджи замогы — Туриндан ситтә
* Ступиниджи замогы — Туриндан ситтә.
# Турин
## Спорт
Турин — 2006 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарының баш ҡалаһы. Ҡала күп тапҡырҙар Италия Чемпионаты һәм Кубогы, Европа клуб кубоктары еңеүсеһе «Ювентус» футбол командаһы менән данлыҡлы. Италияла популяр булған икенсе команда — «Торино» — халыҡ-ара аренала ҡаҙаныштарға эйә.
# Турин
## Мәҙәниәт
* Ғинуарҙың һуңғы йәкшәмбеһендә Туринда йыл да традицион ғкарнавал ойошторола. Карнавал короле — Джандуя йәки Джандуйя
* Туринда Джузеппе Верди исемендәге консерватория эшләй.
* 1982 йылдан алып Туринда халыҡ-ара тантаналы йәш кино кинофестивале уҙа.
# Турин
## Астрономияла
1903 йылда асылған астероид 512 Taurinensis (инг.)баш. Турин исемен йөрөтә.
# Турин
## Туғанлашҡан ҡалалар
* Волгоград, Рәсәй
* Екатеринбург, Рәсәй
* Ғәззә (ғәр. غزةغزة, йәһ. עזה), Фәләстин дәүләте
* Глазго (ингл. Glasgow), Шотландия
* Детройт (ингл. Detroit), Мичиган, АҠШ
* Кампу-Гранди (порт. Campo Grande), Бразилия
* Кесальтенанго (исп. Quetzaltenango), Гватемала
* Кёльн (нем. Köln), Германия
* Кордова (исп. Córdoba), Аргентина
* Льеж (франц. Liège, нидерл. Luik, нем. Lüttich), Бельгия
* Лилль (франц. Lille), Франция
* Нагоя (япон. 名古屋市名古屋市), Япония
* Роттердам (нидерл. Rotterdam), Нидерланд
* Солт-Лейк-Сити (ингл. Salt Lake City), Юта, АҠШ
* Хайфа (йәһ. חֵיפָה, ғәр. حَيْفَاحَيْفَا), Израиль
* Шамбери (франц. Chambery), Франция
* Шэньян (ҡыт. 瀋陽, маньчжурск. Мукден), Ҡытай
* Эш (люксемб.Ҡалып:Lang-lb, франц. Esch-sur-Alzette, нем. Esch-an-der-Alzette), Люксембург | 130260 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Турин | Турин |
# Пасха утрауы
Пасха Утрауы йәки Рапануи (испан телендә Isla de Pascua, рапапуя телендә Rapa Nui, нидерланд телендә Paas eiland) Тымыҡ океандың көньяҡ-көнсығышындағы утрау, Чили биләмәһе (кеше йәшәмәгән Сала-и-Гомес утрауы менән бергә Валпараисо өлкәһе сиктәрендә Исла-де-Паскуа провинцияһын һәм коммунаһын барлыҡҡа килтерә). Утрауҙың урындағы исеме — Рапануи, йәки Рапа-Нуи (рапапуя теле Rapa Nui). Майҙаны — 163,6 км².
Тристан-да-Кунья архипелагы менән бер рәттән донъялағы иң алыҫ торама утрау булып тора. Чилиҙың континенталь ярына тиклем ара 3514 саҡрым тәшкил итә, Питкэрн утрауына, яҡындағы тораҡ пунктына тиклем — 2075 км. Утрауҙы 1722 йылдың Пасха йәкшәмбеһендә Голландия сәйәхәтсеһе Якоб Роггевен асҡан.
Утрауҙың баш ҡалаһы һәм уның берҙән-бер ҡалаһы — Анга-Роа. Унда йәмғеһе 7750 кеше йәшәй. (2017).
Рапануи башлыса моаи, йәки вулкан көлөнөң ҡыҫылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән таш һындары менән билдәле. Уларҙа, урындағы халыҡ ышаныуы буйынса, Пасха утрауының тәүге короле Хоту-Мату’аның ата-бабаларының ғәҙәттән тыш көсө ята.
1888 йылда Чили аннексиялана. 1995 йылда Рапануи Милли паркы (Пасха утрауы) ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объектына әүерелә.
# Пасха утрауы
## Этимологияһы
Пасха утрауының бер нисә исеме бар:
* Хититеаираги (рапапуя телендә Hititeairagi), йәки Хить-аи-ранг (рапапуя телендә Hiti-ai-rangi);
* Текаоухангоар (рапапуя телендә Tekaouhangoaru);
* Маты-ки-шул-Рага (рапапуя телендә Mata-ki-te-Ragi, тәржемәһе — «күккә ҡарап тороусы күҙҙәр»);
* Шул-Эсеп-о-шул-хенуа (рапапуя телендә Te-Pito-o-te-henua — «ер кендеге»);
* Рапануи йәки Рап-Нуя (рапапуя телендә Rapa Nui — «Бөйөк Рапа»), башлыса кит аулаусылар ҡулланған атама;
* Сан-Карлос утрауы (исп. Isla de San Carlos), Испания короле хөрмәтенә Гонсалес Дон Фелипе шулай атаған;
* Теапи (рапапуя телендә Teapi) — Джеймс Кук утрауҙы шулай атай;
* Ваиху (рапапуя телендә Vaihu), йәки Ваихоу (рапапуя телендә Vaihou), Вайгу варианты осрай, — был исемде шулай уҡ Джеймс Кук, һуңыраҡ Форстер һәм Лаперуз (утрауҙың төньяҡ-көнсығышындағы ҡултыҡ уның хөрмәтенә аталған) ҡулланған;
* Пасха утрауы (нидерл. Paasch-Eyland; исп. Isla de Pascua), Голландия диңгеҙ сәйәхәтсеһе Якоб Роггевен шулай тип атай, сөнки уны 1722 йылда Пасха көнөндә аса.
Пасха утрауын йыш ҡына Рапануи тип атайҙар (тәржемәһе — «Ҙур Рапа»). Пасха утрауын һәм Таитиҙан көньяҡҡа табан 650 км алыҫлыҡта ятҡан һәм топологик яҡтан уға оҡшаш булған Рапа-Ити утрауын (тәржемәһе — «Бәләкәй Рапа») айырыу өсөн таити диңгеҙселәренең ҡулланыуы арҡаһында ошондай исем алған.
2018 йылдың авгусында ил властары, Чили президенты Указына ярашлы, Пасха утрауын Рапа-Нуи утрауына үҙгәртеү тураһында закон проектын ҡарау барышын тиҙләтә.
# Пасха утрауы
## Географияһы
* Пасха утрауының топографик картаһы
Пасха утрауы Тымыҡ океандың көньяҡ-көнсығыш өлөшөнөң уникаль биләмәһе, ул донъяла ҡоро ерҙән иң алыҫ урынлашҡан тораҡ утрауҙарҙың береһе булып тора. Көнсығышта (Көньяҡ Америка) яҡындағы материк ярынан 3514 км һәм көнбайышта (Питкэрн утрауҙары) кеше йәшәгән иң яҡын утрауҙарҙан 2075 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Утрауҙың координаталары: 27°07′ ю. ш. 109°21′ з. д. ш. 109°21′ з. 27°07′ ю. ш. 109°21′ з. д.. Утрауҙың майҙаны — 163,6 км². Яҡындағы ер — кеше йәшәмәгән Сала-и-Гомес архипелагы (утрауҙан алыҫ түгел бер нисә ҡаяны иҫәпкә алмағанда).
Утрау тура мөйөшлө өсмөйөш формаһында, уның гипотенузаһы — көньяҡ-көнсығыш яр буйы. Был «өсмөйөштөң» яҡтарының оҙонлоғо 16, 18 һәм 24 км тәшкил итә.
Утрау мөйөштәрендә һүнгән вулкандар бар: Матавери ҡасабаһы янында Рано-Кау (рап. Rano Kau) (324 м); Пуа-Катики (рап. Puakatike) (377 м) һәм Теревака (рап. Terevaka, 539 м — утрауҙың иң бейек нөктәһе).
Теревака вулканының иң бейек кратеры Рано-Арои (рэп) тип атала (рап. Rano Aroi, около 200 м). Ысынында «Рано-Арои» — һүнгән кратерҙы тултырған күлдең исеме
Тереваканың тағы бер кратеры — Рано-Рараку (рап. Rano Raraku) (160 м) — шулай уҡ ҙур сөсө һыу запасы булған күл, ул ҡамыш менән уратып алынған. Был кратерҙың диаметры — яҡынса 650 м.
Рано-Кау кратерының диаметры яҡынса 1500 м. Вулкан симметрик формала һәм ҡалҡыулыҡ менән уратып алынған. Көньяҡ битләү океанға төшә.
Янартауҙарҙың эске битләүҙәрендә үҫемлектәр күп. Был уңдырышлыраҡ тупраҡ, көслө елдең юҡлығы һәм «парник эффекты» менән аңлатыла.
Пасха утрауы — вулкан сығышлы. Тупраҡ вулкан битләүҙәре эрозияһы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Иң уңдырышлы тупраҡ утрауҙың төньяғында урынлашҡан, урындағы халыҡ унда бататтар һәм соҡорҙар үҫтерә.
Утрауҙа киң таралған тау тоҡомдары — базальт, обсидиан, риолит, трахит. Лаперуза бухтаһындағы текә ҡаялар (урындағы исеме — Ханга-Хоону) ҡыҙыл лаванан тора.
Утрау ҙур булмаған утрауҙар менән уратып алынған: көньяҡ-көнбайыш осонда — Моту-Нуи (рап. Motu Nui — борон Рапануй халҡының хәрби башлыҡтары һайланған иң ҙур утрау иң ҙур утрауы), Моту-Ити (рап. Motu Iti), Моту-Као-Као (рап. Motu Kao Kao, Был утрауҙа магнит аномалияһы күҙәтелә, көнбайыш осонда — Моту-Таутира (рап. Motu Tautira), ә көнсығыш осонда Моту Маротири (рап. Motu Marotiri).
# Пасха утрауы
## Утрауҙың климаты
Пасха утрауының климаты йылы, тропик. Уртаса йыллыҡ температура — 21,8 градус, иң һыуыҡ ай — август (19,2 градус), иң йылыһы — ғинуар (24,6 градус). Утрау көньяҡ-көнсығыш елдәре зонаһының көньяҡ сигендәа урынлашҡан. Ҡышын төньяҡ-көнбайыш елдәр өҫтөнлөк итә, шулай уҡ көньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ-көнсығыш елдәр иҫә.
Тропиктарға яҡын булыуға ҡарамаҫтан, утрауҙағы климат сағыштырмаса уртаса. Эҫелек һирәк була. Был һалҡын Гумбольдт ағымының яҡын булыуы һәм утрау менән Антарктида араһында бер ниндәй ҙә ер булмауы менән бәйле. Июль-август айҙарында Антарктида елдәре йыш ҡына көндөҙгө һауа температураһын Цельсий буйынса
20 °-ҡа кәметә.
Утрауҙа сөсө һыуҙың төп сығанағы булып урындағы вулкан кратерҙарында барлыҡҡа килә торған күлдәр тора. Рапануйҙа йылғалар юҡ, ямғыр һыуҙары тупраҡҡа еңел генә һеңә, океан яғына аҡҡан ер аҫты һыуҙары барлыҡҡа килә. Утрауҙа һыу күп булмағанлыҡтан, урындағы халыҡ элек бөтә ерҙә лә ҡоҙоҡтар һәм ваҡ һыуһаҡлағыстар төҙөгән.
# Пасха утрауы
## Флора
Утрауҙың флораһы бик ярлы: белгестәр иҫәпләүенсә, Рапануила үҫкән үҫемлектәрҙең төрө 30-ҙан артмай. Уларҙың күпселеге Океанияның, Американың, Европаның башҡа утрауҙарынан килтерелгән. Элек Рапануила киң таралған күп кенә эндемик үҫемлектәр юҡ ителгән.
IX һәм XVII быуаттар араһында ағастарҙы әүҙем ҡырҡыу бара (башҡа версия буйынса ағастар оҙайлы ҡоролоҡ арҡаһында һәләк була, йә был факторҙар бер үк ваҡытта тәьҫир итә), һәм был утрауҙа урмандарҙың юҡҡа сығыуына килтерә (моғайын, быға тиклем унда Paschalococos disperta[en] эндемик пальмаһы урмандары үҫкән булырға тейеш).
Икенсе сәбәп — ағастарҙың орлоҡтарын ҡомаҡтарҙың ашауы. Кешенең дөрөҫ булмаған хужалыҡ эшмәкәрлеге һәм башҡа сәбәптәр менән бәйле, тиҙләтелгән тупраҡ эрозияһы ауыл хужалығына ҙур зыян килтерә, һөҙөмтәлә Рапануи халҡы һиҙелерлек кәмей.
# Пасха утрауы
## Фауна
Европалылар утрауға килгәнсе, Пасха утрауы фаунаһы башлыса диңгеҙ хайуандарынан — тюлендәрҙән, гөбөргәйелдәрҙән, крабтарҙан торған. Утрауҙа тауыҡ үрсеткәндәр. Рапануиҙа тәүҙә булған урындағы фауна төрҙәре юҡҡа сыҡҡан, мәҫәлән, Rattus exulans ҡомағының (боронғо заманда урындағы халыҡ аҙыҡ итеп ҡулланған) бер төрө. Уның урынына утрауға Европа судноларында бығаса Рапануиҙа йәшәүселәргә билдәһеҙ булған төрлө ауырыуҙарҙы таратыусы Европа ҡомаҡтарының Rattus norvegicus и Rattus rattus төрө килгән.
Әле утрауҙа диңгеҙ ҡоштарының 25 төрө оя ҡора һәм 6 ер өҫтө ҡоштары төрө йәшәй.
# Пасха утрауы
## Халҡы
XVI—XVII быуаттарҙа Пасха утрауында мәҙәниәт сәскә атҡан осорҙа Рапануя халҡы 10 меңдән алып 15 меңгә тиклем кеше тәшкил иткән тип фараз ителә. Антропоген фактор һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән экологик катастрофа, шулай уҡ үҙ-ара бәрелештәр арҡаһында халыҡ һаны тәүге европалылар килгән мәлгә 2 — 3 мең кешегә тиклем кәмей, утрау шул тиклем кешене туйындыра алған. 1877 йылға, урындағы халыҡты Перуға һөргөнгә сығарыу, эпидемиялар һәм һарыҡтарҙы күпләп үрсетеү һөҙөмтәһендә, халыҡ һаны тағы ла кәмей һәм 111 кеше тәшкил итә. 1888 йылда, Чили утрауҙы аннексияланған ваҡытҡа, Рапануя халҡы 178 кеше тәшкил итә. 2012 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса утрауҙа 5806 кеше йәшәй. Утрауҙа халыҡ тығыҙлығы 36 кешегә/км² етә (сағыштырыу өсөн, Германияла — 230, Рәсәйҙә — 8,4). Утрауҙа испан һәм рапануя телдәре рәсми һанала. Утрауҙың хәҙерге халҡының күпселеге (52 %) Чилиҙан килгән испан иммигранттары, шулай уҡ уларҙың 2-се һәм 3-сө быуын вариҫтары; халыҡтың 48 проценты тулыһынса йәки өлөшләтә Рапануя сығышлы. Ерле халыҡтың өлөшө, ҡағиҙә булараҡ, уларҙың әкренләп метислашыуы һәм испанлашыуы арҡаһында кәмей бара.
# Пасха утрауы
## Туризм
Туризм халыҡтың төп килем сығанағы. Пасха утрауына берҙән-бер даими рейсты Чилиҙың «LAN Airlines» авиакомпанияһы башҡара, уның самолеттары Сантьягонан Таитиға юллана һәм Пасха утрауына төшөп китә. Эске рейстар «Сантьяго — Пасха утрауы — Сантьяго» схемаһы буйынса башҡарыла.
Сантьяго аэропортының ике төрлө терминалынан, халыҡ-ара йәки эске билетҡа заказ биреүгә ҡарап, халыҡ-ара йәки эске рейс үтә. Авиарейстарҙың теҙмәһе йыл миҙгеленә бәйле. Декабрь—мартта осоштар аҙнаһына бер нисә тапҡыр башҡарыла. Башҡа ваҡытта — аҙнаһына бер-ике тапҡыр.
Осош яҡынса 5 сәғәт дауам итә. 2010 йылдың ноябренән башлап Пасха утрауына Перуҙың баш ҡалаһы Лиманан тура рейс менән килергә мөмкин. Бөтә самолеттар ҙа Пасха утрауындағы берҙән-бер аэропортҡа — Матавериға ултыра. Рапануила бәләкәй караптар өсөн бер генә пристань ғына бар.
Утрауҙа бер нисә отель бар. Рапануяла хаҡтар бик юғары, был аҙыҡ-түлек ташыуға транспорт сығымдарының юғары булыуына бәйле. Утрауҙың иҫтәлекле урындарына автомобилдәрҙә, шул иҫәптән такси, ҡуртымға алынған машиналарҙа, аттарҙа йәки йәйәү барырға мөмкин.
1975 йылдан башлап утрауҙа йыл һайын ғинуар аҙағында — февраль башында «Тапати» (рап. Tapati Rapa Nui), фестивале үткәрелә. Бейеүҙәр, йырҙар һәм рапануйҙарҙың төрлө традицион ярыштары менән оҙатыла. | 185154 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Пасха_утрауы | Пасха утрауы |
# Аҡъюлов Әхмәтбаҡый Фәхретдин улы
Аҡъюлов Әхмәтбаҡый Фәхретдин улы (1860—1936) — әүлиә, аҡыл эйәһе, Ырымбур мосолмандар Диниә назараты имам-хатибы (1890), мөғәллим, хажи.
# Аҡъюлов Әхмәтбаҡый Фәхретдин улы
## Биографияһы
Әхмәтбаҡый Фәхретдин улы Аҡъюлов 1860 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үрген ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында) мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Аҡъюлов Фәхретдин хәҙрәт уҡымышлы дин уҡытыусыһы була.
# Аҡъюлов Әхмәтбаҡый Фәхретдин улы
## Тормош юлы
Әхмәтбаҡый башланғыс белемде атаһында ала, бәләкәйҙән белем алыуҙа ҙур зирәклек күрһәтә. Уның тәбиғи һәләттәрен артабан үҫтереү өсөн, 1874 йылда атаһы 14 йәшлек улын каруанға эйәртеп Көнсығыш илдәренә оҙата.
Әхмәтбаҡый Аҡъюлов атаҡлы Ҡаһирә университетында белем ала. Бер нисә йылдан Мәккәлә һәм Мәҙинәлә булып, хаж ҡылып, күп илдәрҙе гиҙеп, төрлө яҡлап төплө белем туплаған егет Үргенгә әйләнеп ҡайта.
Ҡайтыу менән тыуған ауылында яңы мәсет һалдыра һәм мәктәп аса. 1890 йылда Ырымбур мосолмандар Диниә назаратында имтихан тотоп, Рәсәй батшаһы ғәли йәнәптәренең Указы менән имам-хатиб һәм мөғәллим дәрәжәләренә ирешә, Үрген ауылы мәсетенең хатибы итеп раҫлана. Мәктәбендә яңыса уҡытыу алымдары индерә, туған тел һәм әҙәбиәт, урыҫ теле һәм тәбиғәт фәндәре лә өйрәнелә. Мәктәп тиҙ арала тирә-йүндә танылыу ала.
Икенсе тапҡыр хажға барып ҡайтҡас, Әхмәтбаҡый хәҙрәт ауылдарға муллалар әҙерләү өсөн махсус рәүештә бер юлы 60 егетте уҡытып сығара. Хатта шул осорҙа халыҡ араһында Үргенде «Алтмыш мулла ауылы» тип йөрөткәндәр.
Һуңғы хаж сәфәрендә хәҙрәт Урта Азия, Ҡаҙағстан яҡтарында ғилем тарата, кешеләрҙе дауалай, һуңынан йәй һайын шул тарафтарҙан кешеләр Үргенгә ағыла. Ул үлән менән дауалау серҙәрен белгән, тоҙ менән өшкөргән, быуын ултыртҡан, имләгән. улай итеп, ҙур ғилем эйәһе һәм дин әһеле, мөғәллим һәм көслө табип булараҡ таныла.
Хәҙрәт 1917 йылғы февраль революцияһын һәм унан һуң башланған үҙаллылыҡҡа, халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтелгән башҡорт милли хәрәкәтен хуплап ҡабул итә. 1918 йылда хәрәкәт етәксеһе Зәки Вәлиди үҙенең штабы менән Үргенгә Әхмәтбаҡый янына килә, уның фатихаһын ала, фекер алыша. Әхмәтбаҡыйҙа ҡунаҡ була, йонсоған аттарын хәҙрәттең аттарына алыштыра. Хәҙрәттең улы Сәғит Вәлиди менән китә, тик әйләнеп ҡайта алмай, хәбәрһеҙ юғала.
1921 йылда Үҫәргән кантонында йәшелдәр хәрәкәте ҡалҡып сыға. Улар ауыл һайын совет хеҙмәткәрҙәрен, коммунистарҙы атып йөрөйҙәр, Үргендә был ваҡытта егерме ике коммунист була. Әхмәтбаҡый хәҙрәт: «Коммунистарҙың зыяны юҡ, киреһенсә, күберәк ярҙам итәләр», — тигән фекерен белдерә, уларҙы яҡлай. XX быуаттың 20-се йылдары аҙағында властың дингә мөнәсәбәте ҡырҡа үҙгәрә. Әхмәтбаҡый Аҡъюловҡа «мулла булған, халыҡтың аңын томалаған, кешеләрҙе үҙенә эшләтеп байыған» тигән ғәйептәр ташлана.
1930 йылдың авгусында Әхмәтбаҡый Аҡъюлов ҡулға алына һәм «советтарға ҡаршы эшмәкәрлеге» өсөн өс йылға хөкөм ителә. Уны урман ҡырҡырға ебәрәләр. Хәҙрәт тотҡонлоҡта булғанда ла табиплыҡ эшмәкәрлеген алып бара. Ун айҙан хәҙрәтте төрмәнән сығаралар. Ауылында мәсете менән ҙур өйө күсереп һалынған, малы колхозға тапшырылған була.
Артабан хәҙрәт ихатаһындағы мал өйөндә ғүмер итә. Сырхаулы кешеләргә һаман ярҙам итә. Иҫ киткес кәмһетелеүҙәргә дусар ителә, әммә юғары рухын һуңғы көндәренә тиклем һаҡлап ҡала.
Әхмәтбаҡый хәҙрәт 1936 йылдың июнь айында вафат була.
Был көндө күктә ғәрәп хәрефтәре менән яҙыу хасил була, күптәр хажи хәҙрәттең вафатын шунан белә. Хәҙрәт менән хушлашырға халыҡ йыйыла, хатта дөйәләре менән ҡаҙаҡтар һәм Урта Азия вәкилдәре килеп тула. Ил ағаһын ерләгәндә ямғыр яуа. Халыҡ быны тәбиғәттең илауы тип ҡабул итә. Артабан көн асыла, ҡояш сыға.
# Аҡъюлов Әхмәтбаҡый Фәхретдин улы
## Ғаиләһе
Әхмәтбаҡый хәҙрәттең балалары ғилемле, алдынғы ҡарашлы була. Өлкән улы Хәйбулла 1922 йылда асылған Үрген мәктәбенең тәүге мөғәллиме була. 1911 йылда тыуған кесе улы Әхмәт тә уҡытыусы. Сәйәси золом ҡорбаны була. Әммә балаларына матур тәрбиә бирә.
Затлы нәҫел вариҫтары — фән эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, артистар, уҡытыусылар, табиптар, журналистар.
# Аҡъюлов Әхмәтбаҡый Фәхретдин улы
## Хәтер
* 1947 йылдың йәйендә Үрге Муйнаҡ ауылынан Әхмәтғәлим мулла килеп хәҙрәттең ҡәберен таштар менән бурауҙы ойоштора.
* 2010 йылдың 1 июлендә Үрген ауылында Әхмәтбаҡый хәҙрәттең тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған йыйын бик юғары
кимәлдә үтте. Өсөнсө ай инде яуым-төшөм күрмәгән ер өҫтөнә нәҡ шул көндә ямғыр яуыуын барыһы ла мөғжизә, «хоҙай ҡөҙрәте», «хәҙрәт ямғыры» тип ҡабул итте.
Хәтер көнөндә күҙәтелгән Хоҙай Тәғәлә мөғжизәләре ямғыр менән генә бөтмәй. Шул көндө Байыш ауылының көньяҡ-көнбайыш офоғонда көндөҙгө сәғәт 6-лар тирәһендә аҡ болоттарҙан яҙыуға оҡшаш семәрҙәр барлыҡҡа килә. Ғәрәп хәрефтәрен таныған кешеләр унда «Ләә иләәһә илләә-ллааһу» тигән яҙыу күргәнен әйтә. Юлай Солтанбаев | 184629 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Аҡъюлов_Әхмәтбаҡый_Фәхретдин_улы | Аҡъюлов Әхмәтбаҡый Фәхретдин улы |
# Алайғыр
Алайғыр (рус. Алайгирово) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 468 кеше. Почта индексы — 453023, ОКАТО коды — 80235820002.
# Алайғыр
## Халыҡ һаны
### Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) барышында өҫтөнлөк иткән милләт — башҡорттар (99 %).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
| Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
| 1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | | | | | |
| 1906 йыл | 268 | | | | |
| 1920 йыл 26 август | 323 | | | | |
| 1926 йыл 17 декабрь | | | | | |
| 1939 йыл 17 ғинуар | 502 | | | | |
| 1959 йыл 15 ғинуар | 451 | | | | |
| 1970 йыл 15 ғинуар | | | | | |
| 1979 йыл 17 ғинуар | | | | | |
| 1989 йыл 12 ғинуар | 384 | | | | |
| 2002 йыл 9 октябрь | 611 | | | | |
| 2010 йыл 14 октябрь | 468 | 229 | 239 | 48,9 | 51,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
* 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
* 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
* 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
* 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
* 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
* 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
* 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
* Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
# Алайғыр
## Географик урыны
* Район үҙәгенә тиклем (Ҡырмыҫҡалы): 18 км
* Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ефремкин): 5 км
* Яҡындағы тимер юл станцияһы (Төкөн): 10 км
# Алайғыр
## Урамдары
* Гагарин(урамы) (рус. Гагарина (улица))
* Мәжит Ғафури(урамы) (рус. М.Гафури (улица))
* Ялан(урамы) (рус. Полевая (улица))
* Салауат Юлаев(урамы) (рус. С.Юлаева (улица))
* Мәктәп(урамы) (рус. Школьная (улица))
# Алайғыр
## Тарихы
Алайғыр ауылы (алайғыр — ала айғыр) шул уҡ исемдәге йылға буйында барлыҡҡа килгән. Ауылда XVIII быуат аҙағында 62 кеше йәшәгән 12 йорттан ғына торған. Киләһе быуат уртаһында 16 йортта 125 кеше йәшәгән. 1870 йылда 34 йортта 174 башҡорт һәм 20 типтәр булған. 1920 йылда халыҡ иҫәбен алыуҙа 64 йорт һәм 323 кеше күренә.
1839 йылда 103 кеше 45 ат, 120 һыйыр, 25 һарыҡ һәм 31 кәзә тотҡан. Умартасыларҙың 50 умартаһы булған. Шул уҡ ваҡытта 209 бот ужым һәм 344 бот яҙғы иген сәселгән, йәғни 103 кешенең һәр береһенә 5 бот тура килгән. | 12387 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Алайғыр | Алайғыр |
# Сепиети ҡорамы
Сепиети ҡорамы- Грузияла Аабаша муниципалитетының Сепиети ауылындағы базилика. Бина кирбес һәм таштарҙан төҙөлгән. Ғибәҙәтхана урта быуаттарҙа төҙөлгән тигән фараз бар, әммә күп тапҡыр үҙгәртеп ҡороуҙар һөҙөмтәһендә баштағы ҡиәфәтенең юғалыуына килтергән. Көньяҡ яғында тәҙрәләре бар. Сиркәү һуңғы урта быуатта биҙәлә. Дини сводкаларҙа портреттары менән урындағы феодалдарҙың тарихи шәхестәре асыҡлана (Абрам Иле, рәссам Зосим Коплатадзе һ.б.). Уларҙың исемдәре сиркәү диуарҙарындағы яҙыуҙарҙа телгә алына. Бында боронғо биналар территорияһында тәреләр һәм Светсилав тарафынан биҙәлгән ҡояш һүрәттәре табылған (Мартвили тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана). Сиүепиети ҡорамы Грузияның милли әһәмиәттәге күсемһеҙ мәҙәни ҡомартҡы исемлегенә индерелгән. | 153972 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Сепиети_ҡорамы | Сепиети ҡорамы |
# Тик һиңә (альбом)
Тик һиңә — «ХаZина» башҡорт төркөмөнөң Ялан Music лэйблында нәшер ителгән студия альбомы. Кассетала баҫтырылған.
# Тик һиңә (альбом)
## Альбомды яҙҙырыуҙа ҡатнашыусылар
* Янбулат Мөхәмәтдинов - вокал, төркөм етәксеһе
* Рөстәм Шәрипов - ҡурай
* Альберт Ғиндулин - гитара
* Азат Атанғолов - синтезатор, гармун
* Илдар Таһиров - бас-гитара
* «Аманат» студияһы - яҙылыу
* И. Сакаев - тауыш режиссёры
* Р. Ниғмәтов - тауыш режиссёры
* Розалия Таһирова - төркөм режиссёры
* Эмма Ғүмәрова - дизайн
* «Проксима» - дизайн
* Риваль Хәсәнов - фото
* Фәнил Хәкимов - фото
* Илшат Фәттәхов - альбом продюсеры | 199378 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Тик_һиңә_(альбом) | Тик һиңә (альбом) |
# Малагаси теле
Малагаси теле (малаг. malagasy, малаг. مـَلـَغـَسـِ) — башлыса Мадагаскар утрауыда йәшәүсе малагаси халҡының теле. Шулай уҡ Мадагаскар Республикаһының дәүләт теле булып тора. Африкала берҙән-бер австронезия теле.
Бынан тыш, малагаси телендә һөйләшеүселәр Реюньон, Комор, Сейшел һәм башҡа яҡын тирәләге утрауҙарҙа, тағы ла элекке колониаль метрополия — Францияла йәшәй.
# Малагаси теле
## Тарихы
Малагаси теле яҡындағы Африка телдәре менән бәйле түгел. Ул австронезия ғаиләһенә ҡараған малай-полинезия телдәренең иң көнбайышта таралған тел булып тора. Был фактXVIII быуатта уҡ асыҡланған. Малагаси теле Индонезия, Малайзия һәм Филиппин телдәренә туған. Уға иң яҡындары — Калимантан утрауында таралған телдәр. Малагаси теленең база лексикаһы 90 процетҡа мааньян теленә (Калимантан утрауының көньяғында Барито йылғаһы тирәһендә таралған) тап килә. Был тап ошо төбәктән сыҡҡан кешеләр Мадагаскарға күсеп ултырған тигәнде аңлата. Күсеп килеүҙең сәбәбе теүәл генә билдәле түгел. Һуңғараҡ Индонезия күскенселәре Көнсығыш Африканан килгән халыҡтар һәм ғәрәптәр менән ҡушылған.
Малагаси телендә банту, суахили һәм ғәрәп телдәренән, шулай уҡ француз (Мадагаскар колониаль хөкүмәтенең элекке теле) һәм инглиз (XVIII быуатта утрауҙа базалары булған пираттарҙың теле) телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар.
Телдә XV быуаттан алып яҙма әҙәбиәт, ауыҙ-тел ижадының шиғри риүәйәттәре һәм легендаларының бай традицияһы бар.
# Малагаси теле
## Орфографияһы
1823 йылдан телдең латин алфавиты нигеҙендә яҙыуы бар. Быға тиклем «магик» һәм астрологик текстарҙа сурабе ғәрәп алфавиты файҙаланылған. Орфография башлыса фонетик принциптарға нигеҙләнә, шулай ҙа ҡайһы бер айырмалыҡтар күҙәтелә. Һүҙҙәр аҙағында i хәрефе y хәрефенә алышына, ә o хәрефе [u]
һымаҡ уҡыла.
Алфавит 21 хәрефтән тора: a, b, d, e, f, g, h, i, j, k, l, m, n, o, p, r, s, t, v, y, z.
Шулай уҡ диакритик билдәләр ҡулланыла, әммә уларҙың ҡулланылыуы стандарттарға ҡаршы килә. Мәҫәлән, баҫымды билдәләү өсөн акут, гравис, умлаут билдәләренең ирекле ҡулланылыуы мөмкин. Һуңғы билдә, тильда менән бер рәттән, n хәрефе өҫтөндә ҡуйғанда уны [ŋ]
веляр сонорға әйләндерә. Циркумфлекс француз теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр орфографияһында һаҡлана.
# Малагаси теле
## Фонологияһы
Тауыш төҙөлөшөнә тартынҡыларҙы һәм һуҙынҡыларҙы ҡәтғи сиратлаштырыу хас. Тамыр һүҙҙәренең күпселеге (90 % самаһы) тартынҡынан башлана. Бер тамыр һүҙ ҙә тартынҡы һүҙ менән тамамланмай.
# Малагаси теле
## Фонологияһы
### Һуҙынҡылар
| Күтәрелеш / Рәт | Алғы | Урта | Артҡы |
| Юғары | i, y [i] | | o [u] |
| Уртаса | e [e] | | ao, ô [o] |
| Түбәнге | | a [a] | |
# Малагаси теле
## Фонологияһы
### Тартынҡылар
Малагаси теле консонантизмы үҙенсәлектәренең береһе — преназализланған тартынҡыларҙың булыуы. Улар айырылғыһыҙ тауыш комплекстары биргән шартлаулы һәм аффрикаттар менән бер үк ваҡытта танау артикуляцияһы ваҡытында барлыҡҡа килә.
| | | Иренләшкән | Альвеоляр | Ретрофлекс | Веляр | Тамаҡ |
| Танау | Танау | m | n | | ŋ | |
| Шартлаулы | Яңғырау | b | d | | g | |
| Шартлаулы | Һаңғырау | p | t | | k | |
| Преназ. шартлаулы | Яңғырау | ᵐb | ⁿd | | ᵑg | |
| Преназ. шартлаулы | Һаңғырау | ᵐp | ⁿt | | ᵑk | |
| Аффрикат | Яңғырау | | dz | ɖʳ | | |
| Аффрикат | Һаңғырау | | ts | ʈʳ | | |
| Преназ. аффрикат | Яңғырау | | ⁿdz | ᶯɖʳ | | |
| Преназ. аффрикат | Һаңғырау | | ⁿts | ᶯʈʳ | | |
| Фрикатив | Яңғырау | v | z | | | |
| Фрикатив | Һаңғырау | f | s | | | h |
| Латераль | Латераль | | l | | | |
| Ҡалтыраулы | Ҡалтыраулы | | r | | | |
# Малагаси теле
## Фонологияһы
### Баҫым
Малагаси теле өсөн һанлы баҫым элементтары менән динамик баҫым хас. Ҡатмарлы һүҙҙәрҙә баҫым ҡағиҙә булараҡ һуңғынан алдағы ижеккә төшә (mòra, karàma, farafàra), ә -ka, -tra, -na ялғауҙары менән бөткән һүҙҙәрҙә — һүҙ аҙағынан өсөнсө ижеккә. Яһалма һүҙҙәрҙә һәм үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә баҫым башҡа ижектәргә төшөүе мөмкин: ôperà.
Баҫым ҡайһы берҙә мәғәнә айырыу ролен уйнай:
* vòvo («мурҙа») — vovò («эт өрөүе»);
* gàga («аптыраған») — gagà («аптырағыҙ»). | 185360 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Малагаси_теле | Малагаси теле |
# Арыҫланов
Арыҫланов — фамилия.
* Арыҫланов Айнур Нурғәле улы (1985), дини хеҙмәткәр.
* Арыҫланов Айрат Гәрәй улы (1928—2010), артист, нәфис һүҙ оҫтаһы. РСФСР-ҙың (1981) һәм Татар АССР-ының (1974) халыҡ артисы.
* Арыҫланов Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы (1915—1945), танкист, гвардия майоры (1944). Советтар Союзы Геройы (1940).
* Арыҫланов Ғата Арыҫлан улы (1914—2001) — башҡорт актёры, эстрада артисы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1956).
* Арыҫланов Ибраһим Ғариф улы — педагог, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
* Арыҫланов Ибәтулла Йәғәфәр улы (1891—1938), совет партия-дәүләт эшмәкәре, юрист.
* Арыҫланов Илдар Ринас улы (6.04.1994), спортсы, шоссела велосипедта ярышыусыһы, спорт мастеры.
* Арыҫланов Ишҡара , 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы.
* Арыҫланов Кинйә, башҡорт старшинаһы, абыҙ, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы.
* Арыҫланов Ҡунаҡҡужа Әмирбай улы (1778—?) — хәрби эшмәкәр. 1807 йылғы Рус-прусс-француз һуғышында ҡатнашыусы.
* Арыҫланов Мөхәмәт Нуриәхмәт улы (1910—2001), РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1968) халыҡ рәссамы.
* Арыҫланов Нурамбәк Ғиниәт улы (1928—2012), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
* Арыҫланов Риф Хәмит улы (14.06.1968), композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2013).
* Арыҫланов Рифхәт Мөхәмәт улы (8.08.1946), Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы.
* Арыҫланов Роберт Мөтиғулла улы (8.04.1934), комсомол, партия, дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре.
* Арыҫланов Тимер Гәрәй улы (1915—1980), шағир, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
* Арыҫланов Һаҙый Мөхәмәҙи улы (1925—1998), журналист, РСФСР-ҙың (1979), БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975).
* Арыҫланов Әмир Солтан улы (1926—1987), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1986).
* Арыҫланова Зәкиә Шәйҙулла ҡыҙы (1919—2012), театр актёры, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974)
* Арыҫланова Фирая Хәбибулла ҡыҙы (1934—1995) — СССР һәм Рәсәй археологы.
* Арыҫланова Индүсә Әмир ҡыҙы (25 февраль 1941 йыл) — ашнаҡсы, башҡорт аш-һыуы пропагандисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1996), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры, Рәсәй мастер-ашнаҡсыһы (2016), «Алтын торна» милли премияһы лауреаты. | 75929 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Арыҫланов | Арыҫланов |
# Икстимер
Икстимер — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы биләмәләрендә аға. Йылға Оло Ҡыҙыл йылғаһының уң ярына тамағынан 86 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 19 км.
# Икстимер
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Яйыҡ йылғаһы, Магнитогорск һыуһаҡлағысынан Ерекле һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ (һыу бассейнының Рәсәй өлөшө).
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәте буйынса:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000312112200002080
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112200208
- Бассейн коды — 12.01.00.003
- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 12
- ГӨ буйынса сығарылыш — 2 | 18851 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Икстимер | Икстимер |
# Горнау (Мәғдән тауҙары)
Горнау (Мәғдән тауҙары) (нем. Gornau/Erzgeb.) — Германиялағы, Саксония ерендәге коммуна. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса коммунала 3893 кеше йәшәй. Майҙаны — 19,87 км². Диңгеҙ кимәленән 420–470 метр бейеклектә һәм UTC +1 ваҡыт бүлкәтендә урынлашҡан. Был коммунаның почта индексы 09405 , 09573 һәм автомобиль коды MEK. | 28339 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Горнау_(Мәғдән_тауҙары) | Горнау (Мәғдән тауҙары) |
# Шинда (Кучуманда ҡушылдығы)
Шинда — Рәсәй йылғаһы. Кемерово өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Кучуманда йылғаһының һул ярына тамағынан 10 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 10 км.
# Шинда (Кучуманда ҡушылдығы)
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Үрге Обь һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Томь йылғаһы, Новокузнецк ҡалаһынан Кемерово ҡалаһына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Томь, йылға бассейны — Обь (өҫкө өлөшө) Иртыш ҡушылғанға тиклем.
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса:
* Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 13010300312115200011388
* Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 115201138
* Бассейн коды — 13.01.03.003
* ГӨ буйынса һаны (номеры) — 15
* ГӨ буйынса сығарылыш — 2 | 18108 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Шинда_(Кучуманда_ҡушылдығы) | Шинда (Кучуманда ҡушылдығы) |
# Хальмер-Яга (Нерута ҡушылдығы)
Хальмер-Яга — Рәсәй йылғаһы. Ненец АО биләмәләрендә аға. Йылға Нерута йылғаһының һул ярына тамағынан 18 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 20 км.
# Хальмер-Яга (Нерута ҡушылдығы)
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Двина-Печора һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Баренц диңгеҙе бассейны йылғалары Канин моронынан Печора йылғаһы бассейнына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Печора һәм Мезень йылғалары араһындағы, Баренц диңгеҙенә ҡойоусы, йылғалар бассейны.
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса:
* Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 03040000112103000056886
* Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 103005688
* Бассейн коды — 03.04.00.001
* ГӨ буйынса һаны (номеры) — 03
* ГӨ буйынса сығарылыш — 0 | 23192 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Хальмер-Яга_(Нерута_ҡушылдығы) | Хальмер-Яга (Нерута ҡушылдығы) |
# Галанда Микулаш
Микулаш Галанда (словак. Mikuláš Galanda; 4 март 1895 йыл, Мала Веска, Австро-Венгрия (хәҙер Турчьянске-Теплице янында, Словакия) — 5 июнь 1938 йыл Братислава), словак рәссамы, иллюстратор, график.
XX быуат башындағы словак модернына нигеҙ һалыусы һәм пропагандалаусыларының береһе.
# Галанда Микулаш
## Биографияһы
Мала Вескала тыуа. Будапештта Художество академияла (1914—1916) һәм Прагала Художество-сәнәғәт мәктәбендә (1923—1927 (хәҙер Һынлы сәнғәт академияһы) художестволы белем ала. Август Бремсе һәм Франц Тиле уҡыусыһы була.
1928 йылда Будова Мария менән таныша, 1931 йылда уға өйләнә.
Словак модернизмы формалашыуына ҙур өлөш индерә. Ул һәм уның дуҫы Фулла Людовит словак модернистары манифесы авторҙары була.
Мартин ҡалаһындағы мемориал Халыҡ зыяратында ерләнә.
# Галанда Микулаш
## Ижады
Үҙ ижадында фовизм һәм кубизмдың айырым ысулдарын ҡуллана, халыҡ сәнғәте традицияларына мөрәжәғәт итә.
Крәҫтиән тормошон поэтик һүрәтләй, улар йомшаҡ колорит һәм дөйөмләштерелгән ритм менән айырылып тора. («Бишек янында», 1929, Милли галерея, Прага; «Пастораль», 1936, шәхси йыйынтыҡ), ҡала ярлылары тормошо темаһына арналған социаль-тәнҡит ноталар менән һуғарылған гравюралар һәм һүрәттәр авторы
(литография циклы «Ҡалала мөхәббәт», 1924; «Эшһеҙ», литография, 1925). | 175100 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Галанда_Микулаш | Галанда Микулаш |
# Афина
Афина (грек. Αθήνα) — Грецияның, Аттика номының һәм Афина номархияһының (префектураһының) баш ҡалаһы. Үҙәк Грецияла урынлашҡан, ул- илдең иҡтисади, мәҙәни һәм административ үҙәге. Ҡурсалаусыһы булған Афина алиһәһе хөрмәтенә аталған тип иҫәпләнә. Афина бик бай тарихҡа эйә; классик осорҙа (б.э.т. V быуатта) ҡала-дәүләт, үҙ үҫешенең иң юғары дәрәжәһенә еткән. Бының менән ул унан һуңғы Европа мәҙәниәте үҫешенең күп тенденцияларын билдәләгән. Был ҡала менән Европала философияға нигеҙ һалған Сократ, Платон һәм Аристотель кеүек философ, драма жанрына нигеҙ һалған Эсхил, Софокл һәм Еврипид кеүек трагиктар исеме бәйле. Боронғо Афинаның сәйәси ҡоролошо демократия булған.
Афина агломерацияһы территорияһы — 412 кв.км. Был территория Эгалео (Αιγάλεω), Парнита (Πάρνηθα), Пендели (Πεντέλη) һәм Имито (Υμηττό) тауҙары менән уратып алынған. Ҡала халҡының һаны ил халҡының 1/3 өлөшөн тәшкил итә һәм 2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 3 361 806 кеше. Шулай итеп, бер 1 кв.км. 8 160 кеше тура килә. Ҡала үҙәгенең бейеклеге диңгеҙ кимәленән 20 метр бейеклектә. Ҡала биләмәһе рельефы күп төрлө, бында тигеҙлектәр ҙә, тауҙар ҙа бар.
# Афина
## Этимологияһы
Борон «Афина» күплек исем булған— Ἀθῆναι. 1970 йылдарҙа кафаревустан баш тартыу сәбәпле— Αθήνα — рәсми исемгә әйләнә (ед.число)..
Был атаманың килеп сығыуы тураһында бер нисә гипотеза бар. Береһе боронғо грек мифы буйынса— Афина исемен ҡала алиһә Афинаның диңгеҙ илаһы Посейдон менән бәхәсенә бәйле. Афина ҡалаһының легендар батшаһы, Гея алиһәнең улы Кекроп (яртылаш кеше, яртылаш йылан) кем ҡаланың ҡурсалаусыһы булырын билдәләргә тейеш булған икән. Ике илаһ— Афина менән Посейдон — ҡалаға иң шәп бүләк бирергә тейеш, кемдең бүләген ҡала кешеләре иң шәбе тип таба, шул ҡалананың ҡурсалаусыһы булырға тейеш була.
Кекроп алдында Посейдон өс йәпле һәнәге менән ергә ҡаҙай, ерҙән бер юлы өс шишмә урғылып сыға. Грецияла бик эҫе, таулы, һыу унда һәр саҡ кәрәк, тик шишмә һыуы тоҙло булып сыға. Афина үҙенең һөңгөһө менән ергә һуға, ерҙән бәләкәй генә ағас үҫеп сыға— был зәйтүн ағасы (оливковое) була. Ҡала халҡына Афинаның бүләге оҡшай һәм уны ҡурсалаусы итеп һайлайҙар. Шулай итеп, Афина исеме ҡалаға бирелә. Посейдонды һайламағас, Афинала һәр саҡ һыу етешмәй. Был проблема әле лә һиҙелә.
Икенсе вариант: Афина (греч. Αθήνα) «Афон» (греч. άθος), «сәскә» (греч. άνθος) һүҙенән алынған.
# Афина
## Тарих
Афина- борондан ҙур, ҡеүәтле ҡала була, ул- грек мәҙәниәтенең иң мөһим үҙәктәренең береһе. Грецияның алтын быуаты осоронда (б.э.т.500 — б.э.т. 300 йй) ҡала мөһим мәҙәни үҙәк була. Алтын быуаттан һуң Рим имерияһы ваҡытында ла Афина әһәмиәтле ҡала булып ҡала.
Философия мәктәптәрен 529 йылда Византия императоры Юстиниан I яба. Бынан 200 йыл элек Византия империяһында христианлыҡ рәсми дин булып таныла. Афина элекке бөйөклөгөн юғалта һәм ғәҙәти провинциаль ҡалаға әйләнә. XIII—XV быуат араһында был ҡаланы Византия, Латин империяһынан француз һәм итальян рыцарҙары ҡулға төрөшөргә тырыша. XIII быуатта Афина герцоглығы булдырыла.
1458 йылда ҡаланы төрөктәр яулап ала, ул Ғосман империяһы ҡулы аҫтында ҡала. Византия империяһы ҡолағас, халыҡтың йәшәү шарттары насарая, ҡалала йәшәгән халыҡ һаны бик ныҡ әҙәйә. Ҡаланың күп кенә райондары (шулай уҡ бик күп боронғо тарихи биналар) XVII—XIXбыуаттарҙа юҡ ителә,ә ҡалала бер нисә төркөм хакимлыҡ итә. Афинаның хәленә Төркиә менән Венеция Республикаһы араһындағы һуғыштар ҙа тиҫкәре тәьҫир иткән. Венеция генералы Франческо Морозини ҡаланы штурмлағанда 1687 йылдың 22 сентябрендә Парфенон Венеция артиллерияһы тарафынан емерелә.
# Афина
## Тарих
### Яңы грек осоро
1833 йылда Афина яңынан булдырылған Греция короллеге (ҡалала был ваҡытта 5мең кеше йәшәй) баш ҡалаһына әйләнә. 1834 йылда Афинаға грек короле Оттон Баварский килә.Йәш король ҡаланы ҡабаттан тергеҙергә һәм уға элекке бөйөклөгөн ҡайтарырға теләй. Афинаға саҡырып килтерелгән архитекторҙар Лео фон Кленце һәм Теофил фон Хансен бер нисә төп урамды яңы классик стилдә яңынан төҙөй, мәҫәлән, Синтагма майҙанын, Афина университетын, Милли паркты, , «Заппион» күргәҙмә залын булдыра. 1896 йылда яңынан тергеҙлегән, тотош мәрмәрҙән төҙөлгән Панатинаикос стадионында Беренсе хәҙерге заман Олимпия уйындары үтә.
XX быуат башында археология һәм реставрация эштәре әүҙемләшә. 1920 йылдарҙа ҡалала 2 млн яҡын кеше йәшәй, Греция һәм Төркиә араһындағы килешеү буйынса Грецияға элекке Афина кешеләре, уларҙың вариҫтары, Кесе Азия нан ҡыуылған гректар ҡайта. 1913 йылғы Лондон һәм Бухарест килешеүе буйынса (1912—1913 йылдарҙағы Беренсе Балҡан һуғышы һөҙөмтәләре буйынса), Греция территорияһы, халҡы ике тапҡырға арта, Афина оҙаҡламай башҡа Европа баш ҡалалары араһында лайыҡлы урын ала.
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Афинаны немец ғәскәрҙәре баҫып ала. Һуғыштан һуң Афинала, тотош Грецияла, грек иҡтисади һикереше була, ул 1980 йылдарға тиклем дауам итә . Был ваҡытта инде баш ҡалала халыҡтың күплеге нә бәйле һәм транспорт проблемалары үҙен һиҙҙерә башлай. Грецияның 1981 йылда Европа Союзына инеүе Афинаға инвестициялар ғына түгел, урбоэкологик проблемалар ҙа алып килә. 1990 йылдар буйына ҡала властары заманса смог (төтөн) менән көрәш сараларын индерә, бөгөн смог хатта Цельсий буйынса 40 градус булғанда ла һиҙелмәй. Транспорт менән хәлде яҡшыртыуға электән булған магистралдәрҙе яңыртыу һәм яңы магистралдәр төҙөү ярҙам итте. Был эштәр 2004 йылғы Йәйге Олимпия уйындары алдынан башҡарылды (мәҫәлән, Афина метрополитенының яңы тармағы).
Хәҙерге Афина— антик ҡомартҡылар булған мегаполис, унда ҡыҙыҡлы төнгө тормош бара, ҡалала бөтә донъяға билдәле сауҙа үҙәктәре бар. 2004 йылда бында 28-есе Йәйге Олимпия уйындары үтә.
2008 йылдың декабрендә Афинала күп халыҡ ҡатнашлығында тәртипһеҙлектәр була, улар тиҙ арала бөтө Грецияға тарала, тотош Европаны хафаға һала. Был тәртипһеҙлектәр 6 декабрҙә 16 йәшлек егетте Афина полицияһы хеҙмәткәре үлтереүгә бәйле башлана. 2010 йылда Афина Грециялағы протестар һәм забастовкалар үҙәгенә әйләнә (2010—2012).
Ҡалала Athens Wireless Metropolitan Network сымһыҙ бәйләнеш селтәре эшләй.
* Афина Акрополе янында. 1870 йылдар
* Музей (хәҙер Фәндәр академияһы ). 1890 йылдар
* Синтагма майҙаны һәм Афиналағы Король һарайы
* Эвзондар почётлы ҡарауылы
# Афина
## Рельефы
Афина Аттика ярымутрауындағы Афина тигеҙлегендә урынлашҡан, ул көнбайыштан Эгалео тауы менән, Пойкилон (грек)баш. — төньяҡ- көнбайыштан, Парнис төньяҡтан , Пенделикон төньяҡ- көнсығыш Имитос менә уратып алынған, ә унан көньяҡ-көнбайышта- Сароникос боғаҙы. Афина хәҙер тигеҙлекте тотош баҫып алған һәм Көнбайыш ,Аттика һәм Көнсығыш Аттикала Месогея тигеҙлеге иҫәбенә үҫә. Ҡала ситендәге райондар үҫә, һәм бөгөн Палини (Аттиканың көнсығышындағы ҡала)- Афинаның көнсығыш сите, Айос-Стефанос —төньяҡ-көнсығыш , Ахарне— төньяҡ, Ано-Льосия — төньяҡ- көнбайыш, Мосхатон — көнбайыш һәм Вари —Афинаның көньяҡ сите. Ҡала уртаһынан Пенделикон- Парнис тауынан төшкән Кифисос йылғаһы аға, Сарникос ҡултығының Фалирон бухтаһына ҡоя һәм Пирейҙы Афинаның ҡалған өлөшөнән айырып тора.
Был ерҙәрҙең үҙенсәлектәре һәм Афина урыны йыш ҡына температура инверсияһын булдыра, ә был атмосфераның бысраныуына килтерә. Лос-Анджелес та шундай уҡ урында урынлашҡан, унда ла транспорт хәрәкәте бик көслө, был шундай уҡ проблемалар тыуҙыра. Ер ташлы һәм уңдырышһыҙ, Афина һәүерташынан һәм эзбизташтан тора
Хәҙер Афинала өс йылға аға: Кифисос, Илисос (ҡушылдығы Эридан менән бергә) һәм Пикродафни. Көньяҡ- көнсығыш ситендә Вулиагмени күле бар.
# Афина
## Архитектураһы һәм төҙөлөшө
Афинаның Метрополитен районында 2011 йыл халыҡ иҫәбен алыу буйынса 3 753 783 кеше (ваҡытлыса йәшәүсе 500 000 иммигрант). Был бөтә Греция халҡының өстән бер өлөшө.
Боронғо Афинаның үҙәге Акрополь тирәләй була, был әлеге Тисио һәм Плака райондары. Был урындар хәҙер Синтагма майҙаны, Копонаки һәм Ликавит менән бергә туристик үҙәк булып тора. Монастираки- иң ҙур сауҙа һәм туризм үҙәге . Хәҙерге ҡала үҙәге- Синтагма майҙаны, унда Король һарайы (Греция парламенты), башҡа иҫтәлекле биналарурынлашҡан. Икенсе донъя һуғышынан һуң өс йыл эсендә бик күп күп ҡатлы биналар төҙөлә, бөгөн улар ҡаланың заманса йөҙөн билдәләй.
* Акрополдән Афина күренеше
* Афина
* Афина Акрополдән
* Пирей гаване
* Греция милли китапханаһы
Афина университетының Панепистимиу проспектындағы иҫке бинаһы Греция милли китапханаһы һәм Афина академияһы менән бергә ҡалалағы иң матур биналарҙан һанала. Был «Афина трилогияһы» тип йөрөтөлгән өс бина XIX быуатта төҙөлгән. Шулай ҙа уҡыу йорттары Зографуға (греч. Πανεπιστημιούπολη Ζωγράφου) күсерелә. Афина политехник университеты Европалағы иң ҙур уҡыу йорттарының береһе, Афина иҡтисад һәм бизнес университет ы ла иң ҙурҙарҙан һанала.
1990 йылдар башында Греция мәҙәниәт министры Мелина Меркур Афиналағы археологик тикшеренеүҙәрҙе интеграциялау буйынса программаға заказ бирә. 2000 йылдар башында Акрополь тауы итәгендәге Иера Одос һәм Плака, Псири һәм Тисио йәйәүлеләр зонаһы тип иғлан ителә.
2010 йылдың июнендә Греция мәҙәнәит минситры Тина Бирбили ҡаланың тарихи үҙәген унификациялауҙың һуңғы стадияһының проекты менән таныштырҙы: Королева Ольга проспектын үҙгәртеп ҡорғандан һуң йәйәүлеләр зонаһы, «Заппион» күргәҙмә залы һәм Милли баҡсалар Олимпия Зевсы ҡорамы менән тоташтырыла; Панатинаикос стадионы Керамик районы, Гази районы менән 4 км йәйәүлеләр юлы менән тоташтырыла. Проект хаҡы — 4 млн евро. «Афины-Аттика 2014» регионын үҫтереү проекты эшләнә, уның буйынса ҡала зонаһына ингән территорияны арттырыу тыйыла, транспорт инфраструктурһын һәм Айос-Пантелеимонас]] районында, Театр майҙанында һәм Колонда торлаҡ-коммуналь өлкәне яҡшыртыу күҙаллана. 1971 йылдан алып ҡалалағы иң бейек бина булып Афина башняһы 1 ҡала, уны төҙөгән осорҙа ул Балҡан ярымутрауында иң бейек бина булла, ул —Грециялағы берҙән-бер күккә олғашҡан бина (небоскрёб).
# Афина
## Афинаның административ бүленеше
Афина 1834 йылда Грецияның баш ҡалаһы тип иғлан ителә, уға тиклем ваҡытлыса баш ҡала булып Нафплион тора (1829 йылдан бойондороҡһоҙлоҡтоң тәүге йылдарында). Афина коммунаһы — Афина үҙәкләштерелмәгән администрацияһы , Аттика периферияһы һәм Үҙәк Афинаның периферия берәмеге.
Афина исеме менән Афина коммунаһы, Ҙур Афина һәм Афина ҡала агломерацияһы ла атала.
# Афина
## Афинаның административ бүленеше
### Афина коммунаһы
Афина (греч. Δήμος Αθηναίων) коммунаһы—Грецияның иң күп кеше йәшәгән коммунаһы (664 046 кеше- 2011 йыл мәғлүмәте), улар 38,964 км² майҙанда йәшәй.Афина мэры— димарх. Коммуна 7 берәмеккә бүленә.Ләкин ҡаланың тарихи райондарға бүленеше лә һаҡлана, мәҫәлән, Плака, Монастираки, Колонаки, Петралона, Панграти, Амбелокипи, Илисия, Зографос (ҡала), Экзархияһәм башҡа.
# Афина
## Афинаның административ бүленеше
### Афина коммунаһы
#### Афина коммунаһы өлөштәре
Афина коммунаһына 34 бәләкәйерәк коммуна инә.
Афина коммунаһы 7 өлөшкә бүленә, уларға 1- 7 һандар бирелгән: 1-се өлөшкә ҡала үҙәге һәм сауҙа өсмөйөшө инә (Синтагма майҙаны—Монастираки —Омониас майҙаны);
2-се өлөшкә көньяҡ-көнсығыш Неос-Козмостан Пангратиға тиклем инә;
3-се көньяҡ-көнбайыш (Астероскопио, Петралона һәм Тисио);
4-се төньяҡ- көнбайыш кварталдар (Колон, Платон Академияһы, Сеполия, Вотаникос, Профитис-Даниил);
5- се төньяҡ Патисиянан Пробонасҡа тиклем;
6-се үҙәк кварталдарҙың төньяғы (Айос-Пантелеимонас, Кипсели районы);
7-се төньяҡ-көнсығыш кварталдар (Амбелокипи, Эритрос-Ставрос, Полигоно).
Барлыҡ коммуна өлөштәрендә лә власть һәм бөтә сәйәси партияларҙың вәкиллектәре бар.
# Афина
## Афинаның административ бүленеше
### Ҙур Афина
Афина коммунаһы Ҙур Афинаның үҙәге булып тора, унда тағы 34 өлөш бар, улар дүрт периферия бермәектәрен тәшкил итә: Үҙәк Афина, Төньяҡ Афина, Көнбайыш Афина, Көньяҡ Афина. Ҙур Афина майҙаны — 361 км². 2011 йылғы мәғлүмәттәр буйынса халыҡ һаны- 2 641 511кеше. Тығыҙлығы— 7317,2 кеше/1 км². 2010 йылдың аҙағына улар Афина номына инә.
# Афина
## Афинаның административ бүленеше
### Оло Пирей
Пирей коммунаһы һәм тағы ла дүрт бәләкәйерәк коммуна Пирей периферия берәмеген тәшкил итә, йәки Оло Пирей.
# Афина
## Афинаның административ бүленеше
### Афина ҡала агломерацияһы
Оло Афина менән Большой Пирей Афина ҡала агломерацияһына инә. Ҡала агломерацияһы майҙаны — 412 км². Ҡала агломерацияһында тотош Греция халҡының 1/3 өлөшөн тәшкил итә, 2011 халыҡ иҫәбе буйынса 3 090 508 кеше.Ҡала агломерацияһында халыҡ тығыҙлығы— 7500 кеше/1 км².
# Афина
## Афинаның административ бүленеше
### Афина метрополитен районы
Көнсығыш һәм Көнбайыш Аттика менән бергә Афина ҡала агломерацияһы Афина метрополитен районын тәшкил итә. Метрополитен районы — 2928,717 км².Метрополитен районы халҡы— 3 753 783 кеше, 2011йыл мәғлүмәте буйынса. Халыҡ тығыҙлығы— 1281,7 кеше/ 1 км².
Периферийные единицы Больших Афин, афинской городской агломерации и афинского метрополитенского района :
| Периферийные единицы | Население (2011) | | | |
| Центральные Афины | 1 029 520 | Большие Афины 2 641 511 | Афинская городская агломерация 3 090 508 | Афинский метрополитенский район 3 753 783 |
| Северные Афины | 592 490 | Большие Афины 2 641 511 | Афинская городская агломерация 3 090 508 | Афинский метрополитенский район 3 753 783 |
| Западные Афины | 489 675 | Большие Афины 2 641 511 | Афинская городская агломерация 3 090 508 | Афинский метрополитенский район 3 753 783 |
| Южные Афины | 529 826 | Большие Афины 2 641 511 | Афинская городская агломерация 3 090 508 | Афинский метрополитенский район 3 753 783 |
| Пирей | 448 997 | Большой Пирей 448 997 | Афинская городская агломерация 3 090 508 | Афинский метрополитенский район 3 753 783 |
| Восточная Аттика | 502 348 | | | Афинский метрополитенский район 3 753 783 |
| Западная Аттика | 160 927 | | | Афинский метрополитенский район 3 753 783 |
# Афина
## Билдәле кешеләр
Родившиеся в Афинах
# Афина
## Билдәле кешеләр
### Боронғо Афина граждандары
Тесей —б.э.т. XIII быуаттаы Афинаның иң беренсе батшаларынан, ҡалаға нигеҙ һалыусы; Солон — б.э.т. VI быуаттағы ҡануни һәм шағир, билдәле ете аҡыл эйәһенең береһе]; Писистрат —б.э.т. VI быуаттағы Афина тираны (хакимы); Мильтиад Младший — ғәскәр башлығы ( б.э.т. V быуат), Марафон янындағы фарсиҙар менән алышта еңеүсе; Фемистокл —ғәскәр башлығы(б.э.т.Vбыуат.), Саламин янындағы алышта фарсиҙарҙы еңеүсе; Перикл —сәйәсмән, б.э.т. V быуаттағы Афина етәксеһе, уның дәүерендә Афина үҫеше буйынса иң юғары нөктәгә етә; Софокл — б.э.т.V быуат шағиры һәм драматургы; Сократ — б.э.т. V быуат аҙағындағы философ, философияла Сократ мәктәптәренә нигеҙ һалыусы; Алкивиад —ғәскәр башлығы һәм сәйәсмән, Спартаға ҡаршы Пелопоннес һуғышында Афина етәксеһе; Антисфен — философ, Сократ уҡыусыһы, кинизмға нигеҙ һалыусы һәм уның төп теоретигы; Аристофан — сатирик һәм комедиограф, «комедия атаһы»; Ксенофонт — яҙыусы, философ һәм тарихсы, Сократ уҡыусыһы; Платон — философ, Сократ уҡыусыһы, Аристотель уҡытыусыһы; Демосфен —сәйәсмән, билдәле оратор; Эпикур — философ, эпикуреизмға нигеҙ һалыусы; Менандр — комедиограф, Яңы Аттика комедияһы оҫтаһы ;
# Афина
## Билдәле кешеләр
### Византия һәм Византия осоронан һуңғы Афинала тыуған билдәле кешеләр
Кодрат Афинский (?—130) — изге апостол һәм изге дин өсөн ыҙа сиккән, етмеш апостолдың береһе. Рим папаһы Гигин ( (?—140) —136 - 140 йылдарҙа Рим епискобы.
Плутарх Афинский — философ-неоплатоник, б.э.т. V. быуат
Лаоник Халкокондил (1423—1490) — билдәле Византия тарихсыһы
Димитрий Халкокондил (1424—1511) — грек, һуңыраҡ итальян гуманисы, Яңырыу осорондағы ғалим, философ һәм яҙыусы.
Галанос Димитриос (1760—1833) — философ, һуңғы йөҙйыллыҡтар ҙа иң билдәле индолог, ярты ғүмерен Һиндостанда үткәрә, шунда уҡ вафат була.
# Афина
## Иҡтисад
Афинаның иҡтисады XIX быуаттың икенсе яртыһында Грек революцияһы тамамланып, Греция дәүләте булдырылғандан һуң ныҡлап күтәрелеп китә. Афинаның баш ҡалаға әүерелеүе, сәнәғәт предприятиелары барлыҡҡа килеү ҡаланы Грециялағы урбанизация процессы үҙәгенә ҡуя . Ҡаланың иҡтисад һәм география яғынан уңайлы урыны уның үҫешенә булышлыҡ итә, бында илдең төп юлдары алыҫ диңгеҙ юлдары менән киҫешә. Бында мөһим тимер юлдар киҫешә, Грецияның «диңгеҙ ҡапҡаһы» — Пирей порыт, Элефтериос Венизелос" халыҡ-ара аэропорты бар. Уның халҡы 1919—1922 йылдарҙағы Грек -төрөк һуғышынан һуң төрлө ерҙән күсеп килгән гректар иҫәбенә арта.
Оло Афинала илдең бөтә эшкәртеү сәнәғәтендә эшләүселәрҙең 50 % йәшәй. Баш ҡала сәнәғәте илдә етештерелгән электр энергияһының 80 % тотона һәм бөтә Греция сәнәғәте продукцияһының 70 % етештерә. Оло Афинала туҡыу, тегеү, тире һәм аяҡ кейеме етештереү, аҙыҡ-түлек, металл эшкәртеү, металлургия, химия, полиграфия һәм башҡа сәнәғәт өлкәләре предприятиелары урынлашҡан. Афина яҡын-тирәһендә һуғыштан һуң төҙөлгән объекттар—Аспропиргостағы Aspropyrgos Refinery нефть эшкәртеү заводы, Скарамангас Hellenic Shipyards караптар верфе, Элефсис металлургия зводы һ.б.айырым урын биләй.
Афина — илдең иң ҙур сауҙа һәм финанс үҙәге, мәҫәлән, Афинала йыл һайын 2,5 млн тоннанан артыҡ нефть эшкәртелә. Оло Афина аша Греция импортының 70 % һәм экспортының 40 % үтә. Афинала Грецияның иң ҙур банк учреждениелары—Греция Банкы, Грецияның Милли Банкы, Emporiki Bank, Piraeus Bank һәм башҡалар урынлашҡан.
2009 йыл аҙағында Афина бөтә Греция кеүек ауыр хәлдә ҡалды. Йоргос Папандреу хөкүмәтенең кризисҡа ҡаршы саралар программаһы дөйөм милли забастовкаларға килтерҙе. 2010 йылда Афина Грецияла барған забастовкалар, тәртипһеҙлекәр һәм теракттар үҙәге булып ҡалды (2010—2012).
2017 йылда Греция иҡтисады терелә башланы: Грецияға килгән сит ил инвестициялары, Enterprise Greece рәсми матбуғат агенствоһы мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йыл менән сағыштырғанда 30 % артты һәм 3,6 млрд евроға етте. Греция ВВП-һы үҫә башлай. 2017 йылда йән башына килем (ЕЦБ) һуңғы биш йыл эсендә тәүге тапҡыр арта.
# Афина
## Транспорт
Афинаға ике юл менән барып була: ҡалаға төньяҡтан килеүсе Афина — Ламия милли автострадаһы һәм көнбайыштан килеүсе Афина — Коринф автострадаһы. Афинаға Пирей, Рафина һәм Лаврион аша барырға була. Бынан тыш халыҡ-ара «Элефтериос Венизелос» аэропорты бар. Афинала әлегә Грецияла берҙән-бер метрополитен эшләй. Йәмәғәт транспорт системаһы троллейбус, автобустар, рельс транспортынан (метрополитен, ҡала яны электропоездары һәм трамвай) тора. Афиналағы бөтә транспорт та кондиционерҙар ҡуйылған.
Афина метрополитены— бөгөн донъялағы иң алдынғы метрополитен. Ул өс линиянан тора, картала улар өс төҫ менән билдәләнә.Йәшел линия —хәҙерге метрополитенда иң тәүгеһе, ул Афина үҙәген Пирей һәм Кифисья менән тоташтыра. Ҡалған ике линия XX быуаттың 90 йылдарында төҙөлгән һәм 2000йылда эшләй башлаған. Был линиялар бары тик ер аҫтынан 20 м тәрәнлектә үтә һәм туннелдең киңлеге- 9 метр. Күк линия Эгалеоны аэропорто менән, ҡыҙыл линия Эллинико (Ελληνικό) Анфуполи (Ανθούπολη) менән тоташтыра. -Афина трамвайы тиҙ йөрөшлө транспорт, метро кеүек минутына тиклем теүәл йөрөй. Трамвайҙың өс тармағы бар. Береһе диңгеҙ буйлап, Фалиронан (Пирей янында) Вулаға тиклем, икенсеһе беренсеһенән «Эдем» пляжы янында айырылып , ҡала үҙәгендәге Синтагма майҙанына бара, Синтагма майҙанына , ҡала үҙәгенә Вуланан килә. Шулай итеп, трамвай линиялары «өс япраҡ» булдыра
— Автобус паркы ДВС автобустарынан ([улар дизельяғыулығы һәм тәбиғи газда эшләй) һәм Афина троллейбустарынан тора.
— Ликавит тауына фуникулёрҙа менеп була, был трасса тау эсендә урынлашҡан. Йәйен ул 8.45 сәғәттән төнгө 0.45 тиклем эшләй (кесаҙна 10.45 −0.45 сәғәттә) һәм ҡышын 8.45 −0.15 (кесаҙна 10.45 — 0.15 сәғәттә).
Афинала бик күп такси эшләй (һары төҫтә). Афинала такси башҡа илдәргә ҡарағанда арзаныраҡ, тик хеҙмәтләндереү сифаты түбәнерәк.
Элефтериос Венизелос аэропорты Афинана көнсығыштараҡ, Спата янында урынлашҡан, уны ҡала менән автомобиль юлы, тимер юл һәм метро линияһы бәйләй. Афиналағы ике автомобиль юлы: Афина — Патра (ΕΟ8α, Европа маршруты E65|E65]]/Европа маршруты E94|E94]]) һәм Афина — Салоники (EO1, Европа маршруты E75|E75]]), һәм уларҙы тоташтырыусы тышҡы ҡулса (Аттика (грек)баш.) Элефсис янында башлана һәм халыҡ-ара аэропортянына тиклем бара.
# Афина
## Ҡомартҡылар
Боронғо Греция һәм Боронғо Рим осоро ҡомартҡылары:
Афина акрополе Ел башняһы Дионис Театры Ликавит Одеон Герода Аттика Афина агораһы Олимпия Зевсы ҡорамы Ареопаг Стоя Аттала Адриан китапханаһы Гефест ҡорамы Панатинаикос ҡорамы
Афинала милли сәнғәттең ҡаатланмаҫ өлгөләре һаҡлана. Акрополь музейында һәм Милли археология музейында бик күп скульптураларҙы, бигерәк тә архаика осоро скульптураларын күрергә була. Унда б.э.т. 5 века пластика ҡомартҡылары һаҡлана. —Зевстың бронза һыны, классик осор наисктар барельефтары һәм б.э.т.3—2 мең йыллыҡтар бороғо грек керамикаһының ҙур коллекцияһы. Урта быуат иконалары һәм башҡа художество әйберҙәре Византия музейында туапланған . Этнографик материалдың һәм халыҡ сәнғәтенең бай коллекцияһы Бнаки тарих һәм этнография музейында күрһәтелә. Афинала ике йөҙҙән артыҡ музей һәм шәхси галерея бар, улар араһында иң ҙурҙары:
Керамик археология музейы Византия һәм Христиан музейы (Bασ. Σοφίας 22) Милли Археология музейы (Τοσίτσα 1) Милли Тарих музейы (Σταδίου 13 και Κολοκοτρώνη) Театр музейы (Ακαδημίας 50) Акрополь музейы Боронғо Агора музейы Элефтерио Венизелос музейы (Πάρκο Ελευθερίας) Грек халыҡ сәнғәте музейы (Κυδαθηναίων 17) Грек балалар сәнғәте музейы (Κόδρου 9) Грек халыҡ музыка ҡоралдары музейы (Διογένους 1-3) Ислам сәнғәте музейы]] (Ασωμάτων 22 & Διπύλου) Афина университеты музейы (Θόλου 5) Канеллопулос музейы (Θεωρίας 12 και Πανός) Киклда сәнғәте музейы (Νεοφύτου Δούκα 4) Бенаки музейы(Κουμπάρη 1 και Πειραιώς 138) Афина ҡалаһы музейы (Παπαρρηγοπούλου 7) Акрополдәге Яңы музей (Μακρυγιάννη 2-4) Нумизматика музейы (Πανεπιστημίου 12) Балалар музейы (Κυδαθηναίων 14) Һуғыш музейы (Ριζάρη 2) Тимер юл музейы (Σιώκου 4) Почта музейы (Πλατεία Παναθηναϊκού Σταδίου 5) Музей-караптар «Олимпия (трирема)» (боронғо грек триремаһы реконструкцияһы) һәм «Георгиос Авероф» (броненосный крейсер)- Афиналағы Фалер ҡалаһында
Башҡа иҫтәлекле урындар: -Кесариани монастыре -Беренсе Афина зыяраты
# Афина
## Спорт
Афинала иң яратҡан спорт төрҙәреспорта — футбол һәм баскетбол. Ике Олимпия уйыны үткән урын— 1896 һәм 2004 йылдарҙа. 2004 йылғы Йәйге Олимпия уйындарын үткәреү өсөн Афина олимпия комплексын яңыртып ҡорорға тура килә, хәҙер ул донъялағы иң матур к комплекстарҙың береһе тип иҫәпләнә. Уның стадионы-Грецияның иң ҙур стадионы, бында УЕФА-ның чемпиондар лигаһының ике финалы уҙғарыла—1994 һәм 2007йылдарҙа.
Илдең икенсе ҙур стадионы— Караискакис, ул Пирейҙа урынлашҡан. 1971 йылда ул УЕФА кубогы финалын ҡабул итә. Афинала өс баскетбол Евролигаһы матчы үтә: тәүгеһе- 1985 йылда;икенсеһе — 1993 йылда «Тыныслыҡ һәм Дуҫлыҡ» стадионында, уны SEF тип беләләр—был Европалағы иң ҙур һәм шәп ябык арена;өсөнсөһы— 2007 йылда ябыҡ Олимпия стадионында. Греция баш ҡалаһында бынан тыш башҡа бик күп спорт төрҙәре буйынса ярышатар үтә,мәҫәлән, еңел атлетика, волейбол, һыуҙағы поло һәм башҡа.
1972 йылдан алып Афинала йыл һайын Халыҡ-ара ңел атлетика «алтын статусына» эйә булған Афин классик марафоны үтә. 2011 йылдың ғинуарында Халыҡ -ара марафондар һәм йүгереүҙәр ассоциацияһы Греция мәҙәниәт һәм туризм министрлығы менән үҙенең штаб-квартираһын Грецияға күсереү туаһында килешеү төҙөнө.
Афинала өс престижлы мультиспорт клубы эшләй: Олимпиакос, Панатинаикос (футбол клубы) һәм АЕК. Был клубтарҙың футбол подразделениелары P.O.K. — грек. Podosfairikes Omades Kentrou ассоциацияһын булдыра. Был ассоциация 1972 йылда Греция футбол федерацияһы менән финанс мәсьәләһе буйынса бөхәс арҡаһында бергә килешеп ил чемпионатында ҡатнашмаҫҡа ҡарар ҡабул иткәндән һуң барлыҡҡа килә. Ул сезонда клубтар бер-береһе менән тик иптәштәрсә матчтарҙа ғына уйнай.
Баскетбол Грецияла 1968 йылдан АЕК клубына Куьок тотоусылар Кубогын биргәндән һуң ғына тарала башлай . Был уйын менән ҡыҙыҡһыныу 1987 йылдан, 2005йылдарҙан һуң Греция командаһының Европа чемпионатында еңеүенән һуң айырыуса көсәйә. «Панатинаикос» — Евролиганың биш тапҡыр чемпионы (1996, 2000, 2002, 2007, 2009), «Олимпиакос» —өс тапҡыр (1997, 2012, 2013). Греция баш ҡалаһының иң билдәле профессональ баскетбол командалары: «Олимпиакос», «Панатинаикос», АЕК, «Паниониос», «Панэллиниос», «Марусси».
# Афина
## Спорт
### Олимпия уйындары
#### Олимпиада 1896
1894 йылдың 23 июнендә Сорбоннала (Франция) Халыҡ-ара Олимпия комитетының тәүге конгрессы үтә.Уны барон Пьер де Кубертен йыя, уның уйынса тәүге яңыртылған Олимпия уйындары 1900 йылда Парижда Бөтә донъя күргәҙмәһе ваҡытында булырға тейеш була. Ләкин конгресҡа Боронғо Олимпия уйындары тураһында доклад уҡырға саырылған грек тәржемәсеһе һәм яҙыусыһы Димитриос Викелас Олимпиаданы Афинада үткәрергә тәҡдим итә. Был боронғо традициялар менән бәйләнеште тергеҙеү булыр ине. Конгрессбыл идеяны яҡлап сыға, Викеласты Халыҡ-ара Олимпия комитетының тәүге президенты итеп һайлап ҡуялар, сөнки устав буйынса был вазифаны тик Олимпиаданы ҡабул итеүсе илдең вәкиле генә биләй ала..
Ул саҡтағы Греция премьер-министры Харилаос Трикупис Кубертен идеяһына ҡырҡа ҡаршы сыға. Был ҙур сараны әҙерләү өсөн дәүләттең ул тиклем аҡсаһы юҡ тип иҫәпләй, ләкин Греция короле Георг I был идеяны хуплай һәм эре грек промышленниктарына һәм коммерсанттарына мөрәжәғәт итә. Трикупис отставкаға китә. Георгиос Аверофф Панатинаикосты—ярыштар уҙырға тейешле төп аренаны ремонтларға аҡса бирә , ә уйынды үткәреү һәм «Заппион» күргәҙмә залын төҙөү өсөн Евангелис Заппас.
# Афина
## Спорт
### Олимпия уйындары
#### Олимпиада 1906
1906 йылғы Өҫтәлмә олимпия уйындары Халыҡ-ара Олимпия комитеты тарафынан планлаштырыла. Пьер де Кубертен бөтә Олимпия уйындарын да Афинаа үткәрмәҫкә тәҡдим итә, Халыҡ-ара лимпия комитеты яңы график төҙөй. Уның буйынса рәсми Олимпия уйындары араһында өҫтәлмә Олимпия уйындары үткәреү ҡарала, Өҫтәлмә Олимпия уйындары булып һәр саҡ Афина ҡала.
1906 йылғы Өҫтәлмә Олимпиада 1900, 1904 йәки 1908 йылдарҙағы рәсми Олимпидаларға ҡарағанда уңышлыраҡ була, уны үткәреү ваҡыты бер айға һуҙылмай. Был Өҫтәлмә уйындар ваҡытында спортсмендар тәүге тапҡыр Халыҡ-ара Олимпия комитетында мотлаҡ теркәлергә тейеш була. Беренсе тапҡыр Олимпия уйындарын асыу айырым тантаналы сара итеп ойошторола, тәүге тапҡыр милли командалар стадион буйлап үҙ дәүләте флагтарын тотоп үтә —был традиция әле лә һаҡлана.
# Афина
## Спорт
### Олимпия уйындары
#### Олимпиада 2004
Афина менән Рим 2004 йылғы Олимпиада үткәреү өсөн көрәшкәндә, Афина 66 балл, Рим 44 йыя, Лозаннала Олимпия комитеты Афина еңеүен рәсми теркәп ҡуя. Олимпия уйындарына әҙерлек барышында башта МОК ҡайһы бер Олимпия майҙандарын ваҡытында өлгөртөрҙәрме тип хәүеф белдерә. 2000 йылда Ойоштороу комитеты Президенты итеп Яна Ангелопулос-Даскалаки тәғәйенләнә, шул ваҡыттан алып төҙөлөш эштәре бик йылдам бара.
Бик ауыр сығымдар булыуға ҡарамаҫтан (1,5 млрд АҠШ доллары), Афина бары бер нисә йыл эсендә хәҙерге замандағы иң алдынғы ҡалаларының береһенә әйләнә , бигерәк тә транспорт инфраструктураһы буйынса. Уйындарҙа 202 илдән 10 000 спортсмен ҡатнаша было продано более 3,5 миллионов билетов, был хәҙерге заман Олимпия уйындарында икенсе күрһәткес. Уның буйынса Афина тик Сиднейҙан ғына артта ҡала, унда 2000 йылғы Олимпия уйындарын 5 млн кеше ҡарай.
# Афина
## Ҡәрҙәш ҡалалар
* Ашхабад (ингл. Ashgabat), Төркмәнстан
* Вашингтон (ингл. Washington), АҠШ
* Лос-Анджелес (ингл. Los Angeles), Калифорния, АҠШ (10 февраль 1984)
* Чикаго (ингл. Chicago), Иллинойс, АҠШ (1997)
* Филадельфия (ингл. Philadelphia), Пенсильвания, АҠШ
* Бостон (ингл. Boston), Массачусетс, АҠШ
* Афины, Джорджия, АҠШ
* Монреаль (франц. Montréal, ингл. Montreal), Канада
* Лиссабон (порт. Lisboa), Португалия
* Генуя (итал. Genova), Италия
* Флоренция (итал. Firenze), Италия
* Сиракузы (итал. Siracusa), Италия (18 июль 2002)
* Мадрид (исп. Madrid), Испания (4 май 1971)
* Барселона (кат. Barcelona), Испания
* Стамбул (төр. İstanbul), Төркиә
* Кали (исп. Santiago de Cali), Колумбия
* Прага (чех Praha), Чехия
* Мәскәү, Рәсәй
* Домодедово, Рәсәй
* Пекин (ҡыт. 北京), Ҡытай (2005)
* Сиань (ҡыт. 西安), Ҡытай
* Сантьяго (исп. Santiago de Chile), Чили (21 октябрь 1969)
* Никосия (грек. Λευκωσία), Кипр (28 июнь 1988)
* Вифлеем (ғәр. بيت لحم), Фәләстин (13 май 1986)
* Рабат (ғәр. الرباط), Марокко (9 июль 1990)
* Куско (исп. Cusco), Перу (18 сентябрь 1991)
* Белград (сер. Београд), Сербия
* Ҡаһирә (ғәр. القاهرة), Мысыр
* Бейрут (ғәр. بيروت), Ливан
* Киев (укр. Київ), Украина
# Афина
## Ҡәрҙәш ҡалалар
### Партнёр ҡалалар
* Париж (франц. Paris), Франция (2000)
* Ереван (әрм. Երևան), Әрмәнстан
* Рим (итал. Roma), Италия
# Афина
## Демография
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауынан башлап Греция башҡалаһының халыҡ иҫәбе:
| Йыл | Муниципалитет, кеше | Метрополь зона, кеше |
| 1833 | 4000 | — |
| 1870 | 44 500 | — |
| 1896 | 123 000 | — |
| 1921 (халыҡ алмашыуына тиклем) | 473 000 | — |
| 1921 (халыҡ алмашыныуынан һуң) | 718 000 | — |
| 1971 | 867 023 | — |
| 1981 | 885 737 | — |
| 1991 | 772 072 | 3 444 358 |
| 2001 | 745 514 | 3 761 810 |
| 2011 | 655 780 | 3 737 550 |
# Афина
## Климат
Афина климаты — субтропик ярымсүллек климаты (Классификация климатов Кёппена: BSh). Ҡышын ҡырау төшөштөрә, ҡайһы ваҡыт ҡар яуа. Йәй бик ҡоро һәм эҫе. Айҙар буйы бер ниндәй яуым-төшөм булмаған саҡтар ҙа була. урта диңгеҙ тәьҫире арҡаһында көҙ бында оҙаҡ була, ә яҙ һуңыраҡ башлана.
Ҡала климаты :
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Абсолют максимум, °C | 22,1 | 22,0 | 28,0 | 30,4 | 35,6 | 39,6 | 42,0 | 41,9 | 37,6 | 33,8 | 27,0 | 22,5 | 42,0 |
| Уртаса максимум, °C | 13,5 | 13,7 | 16,0 | 19,7 | 24,6 | 29,5 | 32,6 | 32,6 | 28,5 | 23,5 | 18,3 | 14,7 | 22,3 |
| Уртаса температура, °C | 10,2 | 10,1 | 12,2 | 15,9 | 20,6 | 25,5 | 28,3 | 28,2 | 24,3 | 19,7 | 15,0 | 11,7 | 18,5 |
| Уртаса минимум, °C | 7,0 | 6,7 | 8,4 | 11,4 | 15,6 | 20,3 | 23,0 | 23,2 | 19,7 | 15,8 | 11,7 | 8,7 | 14,3 |
| Абсолют минимум, °C | −2,9 | −4,2 | −1,8 | 0,6 | 8,0 | 11,5 | 15,5 | 16,0 | 10,4 | 5,4 | 1,4 | −1,8 | −4,2 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 48 | 37 | 47 | 33 | 15 | 6 | 6 | 6 | 22 | 42 | 67 | 69 | 398 |
| Һыу температураһы, °C | 17 | 17 | 16 | 17 | 19 | 22 | 25 | 26 | 25 | 24 | 22 | 19 | 21 |
| Сығанаҡ: Туристический портал, «Погода и Климат» |||||||||||||| | 50085 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Афина | Афина |
# Фрейрина
Фрейрина (исп. Freirina) — Чилилағы ҡасаба. Шулай уҡ шул исемдәге коммунаның административ үҙәге. Ҡасаба менән коммуна Чаньяраль провинцияһына ҡарай. Ҡасаба халҡы — 3469 кеше (2002).
Коммунаның майҙаны — 3207 км². Халыҡ һаны — 5861 кеше (2006). Халыҡ тығыҙлығы — 1,64 кеше/км².
# Фрейрина
## Географик урыны
Ҡасаба, Уаско йылғаһының үҙәнендә урынлашҡан.
Коммуна сиктәштәре:
* төньяҡта — Уаско коммунаһы;
* көнсығышта — Валенар коммунаһы;
* көньяҡта — Ла-Игуэра коммунаһы.
* көнбайышта — Тымыҡ океан
# Фрейрина
## Күренекле (иҫтәлекле) урындар
* Санта-Роса-де-Лима сиркәүе
# Фрейрина
## Транспорт
### Автомобиль транспорты
Ҡасаба, Уаско — Валенар автомобиль юлында урынлашҡан. Автомобиль юлынан ҡалаға хәтлем ара:
* Копиапо — 132 км
* Валенар — 34 км
* Уаско — 17 км
# Фрейрина
## Демографик мәғлүмәттәр
Милли статистика институты, халыҡ иҫәбе алыу (INE-2002) мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны:
| Бөтә халыҡ | Бөтә халыҡ | Бөтә халыҡ | Бөтә халыҡ | Бөтә халыҡ | 5666 |
| шул иҫәптән: | Ҡала халҡы | 3469 | Ҡала халҡы өлөшө, % | 61,22 |
| | Ауыл халҡы | 2197 | Ауыл халҡы өлөшө, % | 38,78 |
| | Ир-егеттәр | 2800 | Ир-егеттәр өлөшө, % | 49,42 |
| | Ҡатын-ҡыҙҙар | 2866 | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө, % | 50,58 |
| Халыҡ тығыҙлығы, кеше/км² | Халыҡ тығыҙлығы, кеше/км² | Халыҡ тығыҙлығы, кеше/км² | Халыҡ тығыҙлығы, кеше/км² | Халыҡ тығыҙлығы, кеше/км² | 1,58 |
| Өлкә халҡына ҡарата, коммуна халыҡ өлөшө | Өлкә халҡына ҡарата, коммуна халыҡ өлөшө | Өлкә халҡына ҡарата, коммуна халыҡ өлөшө | Өлкә халҡына ҡарата, коммуна халыҡ өлөшө | Өлкә халҡына ҡарата, коммуна халыҡ өлөшө | 2,37 |
# Фрейрина
## Административ бүленеш
Коммуна 4 райондан тора:
| № | Район | Майҙаны км² | Халыҡ һаны (2002) | Ҡала халҡы | Ауыл халҡы | Халыҡ тығыҙлығы кеше/км² |
| 1 | Капоте | 337,5 | 13 | 0 | 13 | 0,038 |
| 2 | Фрейрина | 455 | 5221 | 3469 | 1752 | 11,47 |
| 3 | Кебрадита | 645 | 131 | 0 | 131 | 0,2 |
| 4 | Каррисалильо | 2140,2 | 301 | 0 | 301 | 0,14 |
# Фрейрина
## Иң ҙур торамалар (йәшәү пункттары)
| № | Торама | Категория | Халыҡ һаны (2002) | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Майҙаны км² |
| 1 | Фрейрина | ҡасаба | 3469 | 1641 | 1828 | 1,45 |
| 2 | Викунья-Маккенна | ауыл | 586 | 280 | 306 | |
| 3 | Майтенсильо | ауыл | 528 | 259 | 269 | | | 79494 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Фрейрина | Фрейрина |
# Алмере
Алмере (нидер. Almere) — Нидерландтың үҙәк өлөшөндә Флеволанд провинцияһында община һәм ҡала. Лелистад һәм Зеволде общиналары менән сиктәш. Алмере общинаһы Алмере Стад, Алмере Хавен, Алмере Бёйтен, Алмере Хаут, Алмере Порт (төҙөлә) һәм Алмере Пампус (проектлау стадияһында) райондарынан тора.
Алмере Нидерландта иң йәш ҡалаларҙың береһе. Уның беренсе йорто 1976 йылда төҙөлөп бөткән. Алмере 1984 йылда ғына айырым община була. Ул Флеволанд провинцияһында 183 270 ( 2008 йылдың 1 ғинуарына) халҡы менән иң ҙур община булып тора.
# Алмере
## Географияһы
Алмере Флеволанд провинцияһының көньяғында урынлашҡан. Ул провинцияла иң көнбайыш община. Алмере көнбайышта һәм төньяҡта Маркермер күле, төньяҡ-көнсығышта Лелистад общинаһы, көнсығышта Зеволде общинаһы менән, шулай уҡ көньяҡта Гоймер күле менән сиктәш. Алмере алты райондан тора, шуларҙың өсәүһе реконструкциялана.
| Район | Барлыҡҡа килеү йылы |
| Алмере Хавен | 1976 |
| Алмере Стад | 1980 |
| Алмере Бейтен | 1984 |
| Алмере Хаут | 1991 |
| Алмере Поорт | 2000 |
| Алмере Пампус | |
# Алмере
## Тарихы
XII—XX быуаттарҙа буласаҡ Алмере общинаһы биләмәһендә Төньяҡ диңгеҙҙең Зёйдерзее ҡултығының көньяҡ өлөшө ятҡан, ул 5000 км² Нидерланд биләмәһе эсенә инеп торған. Һуңынан был биләмәләрҙә - сөсө һыулы Эйсселмер күле булған. 1975 йылда «Зёйдерзее» проекты сиктәрендә бер өлөшө киптерелгән һәм буласаҡ Алмере общинаһының үҫеше башланған. Уның беренсе йорто 1976 йылда тамамланған 1984 йылда Алмере айырым община була. Общинаны бургомистр етәкләй.
Ҡала 1970 йылда проектлана, шуға күрә тәүге йорттар функционализм рухында һәм социаль айырманы бөтөрөүҙе иҫәпкә алып төҙөлгән. Ҡалала «Алмере Сити» (элекке «Омниворлд») футбол клубы бар.
# Алмере
## Административ-территориаль бүленеше
Община 6 районға бүленгән, дөйөм алғанда Алмерела 183 270 кеше йәшәй (2008 йылдың 1 ғинуарына).
# Алмере
## Урындағы үҙидара органдары
Алмере муниципаль берәмек булып тора. Ҡала үҙидараһының вәкәләтле органы булып муниципаль совет тора. Советтың 39 ағзаһы дүрт йылға бер һайлана. Һайлауҙарҙа бөтә өлкән халыҡ ҡатнаша ала (теләһә ҡайһы гражданлыҡ менән), тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн Алемерела 5 йыл йәшәү цензы ҡуйылған. Урындағы үҙидараның башҡарма органы булып башҡарма совет тора, ул бургомистр һәм Администраторҙар советы тарафынан ойошторола. Һуңғыһы муниципаль советҡа һайлауҙарҙа еңеү яулаған партиялар коалицияһы тарафынан формалаша. Алмереның Администраторҙар советында — 4 кеше.
# Алмере
## Транспорты
Алмере ҙур автотранспорт һәм тимер юл үҙәге. Ҡала аша A6 һәм A27 автострадалары үтә. 1987 йылда Алмере тимер юлдарҙың милли селтәренә тоташтырылған (nl:Nederlandse Spoorwegen), 1988 йылда тулыһынса Флеволейн тимер юл тармағын төҙөү тамамлаған (nl:Flevolijn), ул Лелистад һәм Алмерены Весп станцияһы (nl:Weesp Station) менән тоташтыра.
Алмере муниципалитетында — биш тимер юл станцияһы:
* Almere Muziekwijk (1987 йылда асылған)
* Алмере Сентрум (1987 йылда асылған)
* Almere Parkwijk (1996 йылда асылған)
* Алмере Бейтен (1987 йылда асылған)
* Almere Oostvaarders (2004 йылда асылды).
Алтынсы станция — Алмере Портты өс йылдан асыу планлаштырыла.
Бынан тыш, Алмеренан Хилверсюм, Зеволде, Хардервейк ҡалаларына, Амстердам аэропорты Схипхол һәм Амстердамдың Амстел тимер юлы станцияһына ҡала-ара автобус юлдары йөрөй.
# Алмере
## Транспорты
### Ҡала транспорты
Алмереның транспорт инфраструктураһы уның велосипедсылар (айырым велосипед юлдарын индереп), автомобиль йөрөтөүселәр һәм автобус (автобус хәрәкәте өсөн айырым һыҙыҡтар) пассажирҙары өсөн инфраструктураға бүленеүе менән иғтибарға лайыҡ.
10. Алмерела ҡала райондарын хеҙмәтләндереүсе 10 автобус линияһы бар:
* 1 Алмере Бёйтен Stripheldenbuurt - Almere Haven de Marken
* 2 CS Almere - Gooisekant
* 3 Almere de Vaart - Almere Haven Centrum
* 4 CS Almere - Almere Poort Columbuskwartier
* 5 Almere Oostvaarders - Almere Busstation 't Oor
* 6 CS Almere - Almere Parkwijk
* 7 Almere Noorderplassen - Almere Sallandsekant
* 8 CS Almere - Kemphaan
* 9 Алмере Бёйтен - Алмере de Vaart
* 10 Алмере Бёйтен- Алмере Стад Gooisekant
# Алмере
## Туғандаш ҡалалар
Алмере түбәндәге ҡалалар өсөн туғандаш:
* Ольборг, Дания
* Ческе-Будеёвице, Чехия
* Хаапсалу, Эстония
* Ҡалып:Флаг Ганы Кумаси, Гана
* Ланкастер, Бөйөк Британия
* Милтон-Кинс, Бөйөк Британия
* Рендсбург, Германия
* Векшё, Швеция
* Дмитров, Рәсәй
# Алмере
## Билдәле кешеләре
* Angerfist (Дэниел Мэсслинг; 1981 йылдың 20 июнендә тыуған) габбер- музыкант булараҡ билдәле
* Буве Петер (1957 йылда Ставерденда тыуған) — нидерланд футболсыһы һәм тренеры. 2007 йылдың 1 июленән Алмер ҡалаһынан «Омниворлд» клубының баш тренеры
* Мадуро Хедвигес (1985 йылда Алмерҙа тыуған) — профессиональ нидерланд футболсыһы, «Валенсия» һәм Нидерланд йыйылма командаһының ярым һаҡсыһы. | 145491 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Алмере | Алмере |
# Вильгельм Кинцль
Вильгельм Кинцль (нем. Wilhelm Kienzl; 17 ғинуар 1857(18570117), Вайценкирхен — 19 октябрь 1941, Вена) — Австрия композиторы, дирижёры һәм музыка белгесе.
В. Кинцль Австрияның көньяҡ-көнсығышында Муре йылғаһы буйында урынлашҡан Грац ҡалаһында тыуып үҫә, ошонда уҡ Иоганн Бува мәктәбендә фортепианола уйнау серҙәренә төшөнә башлай. Ләкин был музыка ҡоралында әллә ни ҙур уңыштарға өлгәшә алмағас, Игнац Уляның ҡала оркестры концертмейстеры Вильгельм Майер етәкселегендә скрипкала уйнарға өйрәнә башлай. Шулай уҡ ул ваҡытта башлыса Мюнхендә эшләгән Мортье-де-Фонтенан фортепиано дәрестәрен ала. Артабан Прага һәм Лейпциг консерваторияларында музыка буйынса белем алыуын дауам итә, Вена университетында музыка белгесе булараҡ диссертация яҡлай. Төрлө ваҡыттарҙа Эдвард Ганслик, Ференц Лист һәм Йозеф Крейчи уның уҡытыусылары була; Йозеф Крейчи ярҙамында Кинцль Вагнер музыкаһы менән яҡындан таныша: Крейчи уҡытыусыһын Байройтҡа «Нибелунгтар ҡулсалары» премьераһына үҙе менән алып бара. Ғөмүмән опера жанрын Вагнерса аңлау Кинцлдең ижадына бик ныҡ йоғонто яһай.
Кинцль, нигеҙҙә, операларға музыка яҙыусы композитор, уға «Евангелист» операһы иң ҙур билдәлелек килтерә лә инде (нем. Der Evangelimann; 1895). Уның башҡа опералары: «Urvasi» (1886), «der Narr Heilmar» (1892), «Дон Кихот» (1898), «Der Kuhreigen» (1911). Кинцль, Гуго Вольф менән бер рәттән, Шуберт заманынан алып йырҙар яҙыусы иң популяр композитор булараҡ та таныла. Улар араһында — «Малайҙың тылсымлы мөгөҙө» (мәҫәлән, «An Boten einen») йырҙар йыйынтығы. Кинцлдең бәләкәй вокал әҫәрҙәре араһында Автрияның тәүге гимны ла (1929 йылға тиклем) бар.
Кинцлдең музыка белгесе булараҡ хеҙмәттәренән Вагнерҙың биографияһы буйынса ғилми эше (1904), «Музыкаль декламация» китабы (нем. «Die musikalische Declamation») һәм бик күп мәҡәләләре айырым бер урын алып тора, .
# Вильгельм Кинцль
## Хәтер
* Кинцлдең фотоһүрәте Австрияның 2007 йылғы почта маркаһына төшөрөлгән.
* Венала композитор йәшәгән йорт стенаһына мемориаль таҡта ҡуйылған. | 158622 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Вильгельм_Кинцль | Вильгельм Кинцль |
# Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы
Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы (10 сентябрь 1948 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2015), журналист, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1978—1999 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, 1990—1995 йылдарҙа РСФСРҙың 12-се саҡырылыш (артабан Рәсәй Федерацияһының) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар һәм 1979 йылдан СССР Журналистар союздары ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984), Башҡорт АССР-ының (1989) һәм Рәсәй Федерацияһының (2005) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2006) һәм Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы (2000) лауреаты. Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2000).
# Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы
## Биографияһы
Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова (Иҙелбаева) 1948 йылдың 10 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Һарыш ауылында тыуған.
1966 йылда Раевка урта мәктәбен тамамлай, артабан Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Студент йылдарында уҡ балалар өсөн шиғырҙар ижад итә, «Миңә бары өс кенә» (1969) һәм «Зәңгәр тубым» (1971) тигән ике йыйынтығы донъя күрә. 1971—1973 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Шул йылдарҙа балалар өсөн тағы ла ике китап сығара. Г. Юнысова — ике тиҫтәнән артыҡ китап авторы, уның шиғырҙары бик күп телдәргә тәржемә ителгән.
Гөлфиә Юнысованың байтаҡ шиғырҙарына көйҙәр яҙылып, популяр йырҙар булып китте. Шағирә ижтимағи-сәйәси, ғаилә-тәрбиә хаҡында яҙған публицистик мәҡәләләре менән йыш ҡына радио-телевидение аша һәм гәзит-журнал биттәрендә сығыш яһай.
1978 йылдан 1999 йылға тиклем «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире булды.
1979—1990 йылдарҙа Өфө ҡалаһы депутаты, Рәсәй Юғары Советы депутаты һәм Юғары Советы Президиумы ағзаһы булды. 1999 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутат итеп һайланды.
Гөлфиә Юнысова — «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Миәкә районының М. Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты (2000).
2015 йылдың 2 декабрендә Гөлфиә Юнысоваға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» маҡтаулы исем бирелде.
# Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы
## Китаптары
* Миңә бары өс кенә: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1969. — 14 бит.
* Зәңгәр тубым: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1971. — 24 бит.
* Яҙ хаҡында әкиәт: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1973. — 24 бит.
* Тылсымлы бүләк: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1975. — 72 бит.
* Песня березки: Стихи. — М.: Малыш, 1979. (рус.)
* Колокольчик: Стихи. — Нукус, 1979.
* Дома улыбаются: Стихи. — М.: Детская литература, 1980. (рус.)
* Бәпембә: Шиғырҙар һәм әкиәт. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982.
* Һабантурғай йыры: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983.
* По солнечной радуге: Стихи. — М, 1984. (рус.)
* Праздник памяти: Стихи. — Уфа, Башкнигиздат, 1986. (рус.)
* Солнечный остров: Стихи. — Уфа, Китап, 1998. (рус.)
* С чего начинается дружба: Сказка. — Уфа: Полиграфкомбинат, 2005 (рус.)
* Һайланма өҫәрҙәр. Ике томда. — Өфө: Китап, 2011—2014.
* Аҡ ямғыр: шиғырҙар / Г. Юнысова; [мөх. Ф. Исхаҡова]. — Өфө: Китап, 1998. — 303 б.
* Балаларға йөҙ йыр: Йырҙар йыйынтығы / Г. А. Юнысова .— Өфө: Китап, 2003. — 160 б.
# Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы
## Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
* Башҡортостандың халыҡ шағиры (2015)
* «Почёт Билдәһе» ордены (1984)
* БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989)
* Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005)
* Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты
* Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия (2000) | 68815 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Юнысова_Гөлфиә_Аҙнағол_ҡыҙы | Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы |
# Ҡарағайлы (Төйәләҫ ҡушылдығы)
Ҡарағайлы — Рәсәйҙәге йылғаһы. Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы биләмәләрендә аға. Йылға Төйәләҫ йылғаһының уң яры тамағынан 27 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 28 км.
# Ҡарағайлы (Төйәләҫ ҡушылдығы)
## Этимологияһы
Силәбе өлкәһе географы һәм топонимисы Н. И. Шувалов Ҡарағайлы топонимын былай аңлата:
Н. И. Шувалов яҙыуынса: «Карагай, Карагайлы-Аят, Карагайка, Карагайский, Карагайское, Карагайская, Карагай-Илга, Карагай-Куль, Карагай-Таш, Карагай-Тау, Карагай-Тюбе, Карагайлы-Сухая, Карагайские горы, Карагайский рудник, Карагайская высота — более двадцати названий рек, озер, гор, высот, болот, пещер, урочищ в разных районах области, а по ним и селений.
Образованы тюркским словом карагай — «сосна», «сосновый бор», «сосняк» и словами, обозначающими географические объекты: река, озеро, гора. Слово карагай связано и с тотемическими представлениями древних башкир и утвердилось позднее как личное мужское имя и именования родоплеменных групп и их подразделений. Отдельные из них, возможно, отображены в топонимах.»..
# Ҡарағайлы (Төйәләҫ ҡушылдығы)
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Яйыҡ йылғаһы, Магнитогорск һыуһаҡлағысынан Ерекле һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ(һыу бассейнының Рәсәй өлөшө).
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәте буйынса:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000312112200002172
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112200217
- Бассейн коды — 12.01.00.003
- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 12
- ГӨ буйынса сығарылыш — 2 | 18859 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡарағайлы_(Төйәләҫ_ҡушылдығы) | Ҡарағайлы (Төйәләҫ ҡушылдығы) |
# Италия
башҡ. Италия республикаһы итал. Repubblica Italiana :
| Ҡалып:Италия байрағы Италия байрағы Италия гербы ||
| Гимн: Италия гимны ||
| Нигеҙ һалынған | 17 март 1861 |
| Рәсми телдәр | Итальян теле |
| Баш ҡала | Рим |
| Иң ҙур ҡалалары | Рим, Милан |
| Идара итеү формаһы | Республика |
| Президент Премьер-министр | Серджо Маттарелла Джузеппе Конте |
| Территория • Барыһы • % һыу. | 69 урын 301 230 км² 2,4 |
| Халыҡ • Барыһы (2007 ISTAT) • Тығыҙлыҡ | 22 урын 60 млн. 196 кеше/км² |
| ЭТП • Бөтәһе (2005) • Кеше башына | 9 урын 1 900 млр. $ 28 300 $ |
| Валюта | Евро |
| Интернет-домен | .it |
| Телефон коды | +39 |
| Сәғәт бүлкәте | UTC +1 |
Ита́лия (итал. Italia), рәсми исеме Ита́лия Республикаһы (итал. Repubblica Italiana) — Көньяҡ Европала урынлашҡан дәүләт.
Төньяҡ-көнбайышта Франция, төньяҡта Швейцария һәм Австрия , һәм төньяҡ-көнсығышта Словения менән сиктәш. Шулай уҡ эсендә Ватикан һәм Сан-Марино тигән анклав дәүләттәр урынлашҡан.
Италия Аппенин, Балкан ярымутрауҙарын, Сардиния һәм Сицилия утрауҙарын, Падан тигеҙлеге, Альп тауҙарының көньяҡ битләүҙәрен берләштерә.
# Италия
## Административ төзөлошө
Италияның баш ҡалаһы — Рим. Ил 20 өлкәгә бүленгән — Валле-д’Аоста, Ломбардия, Трентино-Альто Адидже, Фриули-Венеция Джулия, Пьемонт, Лигурия, Венето, Тоскана, Умбрия, Эмилия-Романья, Марке, Абруццо, Лацио, Молизе, Базиликата, Кампания, Калабрия, Апулья, Сардиния һәм Сицилия, (шуларның бишеһе — Сицилия, Сардиния, Трентино-Альто-Адидже, Валле-д’Аоста һәм Фриули-Венеция Джулия — айырым статусҡа эйә). Өлкәләр 110 административ-территориаль берәмек — провинцияға бүленә. Провинциялар коммуналарға бүленә, коммуналар иҫәбе 8101. Автономиялеы өлкәләрҙең үҙ парламенты — өлкә шуралары һәм хөкүмәттәре бар.
| Өлкә | Баш ҡала | Майҙан (км²) | Халыҡ һаны |
| Абруццо | Л’Акуила | &&&&&&&&&&010794.&&&&&010 794 | &&&&&&&&01324000.&&&&&01 324 000 |
| Апулия | Бари | &&&&&&&&&&019362.&&&&&019 362 | &&&&&&&&04076000.&&&&&04 076 000 |
| Базиликата | Потенца | &&&&&&&&&&&09992.&&&&&09992 | &&&&&&&&&0591000.&&&&&0591 000 |
| Валле-д’Аоста | Аоста | &&&&&&&&&&&03263.&&&&&03263 | &&&&&&&&&0126000.&&&&&0126 000 |
| Венето | Венеция | &&&&&&&&&&018391.&&&&&018 391 | &&&&&&&&04832000.&&&&&04 832 000 |
| Калабрия | Катандзаро | &&&&&&&&&&015080.&&&&&015 080 | &&&&&&&&02007000.&&&&&02 007 000 |
| Кампания | Неаполь | &&&&&&&&&&013595.&&&&&013 595 | &&&&&&&&05811000.&&&&&05 811 000 |
| Лацио | Рим | &&&&&&&&&&017207.&&&&&017 207 | &&&&&&&&05561000.&&&&&05 561 000 |
| Лигурия | Генуя | &&&&&&&&&&&05421.&&&&&05421 | &&&&&&&&01610000.&&&&&01 610 000 |
| Ломбардия | Милан | &&&&&&&&&&023861.&&&&&023 861 | &&&&&&&&09642000.&&&&&09 642 000 |
| Марке | Анкона | &&&&&&&&&&&09694.&&&&&09694 | &&&&&&&&01553000.&&&&&01 553 000 |
| Молизе | Кампобассо | &&&&&&&&&&&04438.&&&&&04438 | &&&&&&&&&0320000.&&&&&0320 000 |
| Пьемонт | Турин | &&&&&&&&&&025399.&&&&&025 399 | &&&&&&&&04401000.&&&&&04 401 000 |
| Сардиния | Кальяри | &&&&&&&&&&024090.&&&&&024 090 | &&&&&&&&01666000.&&&&&01 666 000 |
| Сицилия | Палермо | &&&&&&&&&&025708.&&&&&025 708 | &&&&&&&&05030000.&&&&&05 030 000 |
| Тоскана | Флоренция | &&&&&&&&&&022997.&&&&&022 997 | &&&&&&&&03677000.&&&&&03 677 000 |
| Трентино — Альто-Адидже | Тренто | &&&&&&&&&&013607.&&&&&013 607 | &&&&&&&&01007000.&&&&&01 007 000 |
| Умбрия | Перуджа | &&&&&&&&&&&08456.&&&&&08456 | &&&&&&&&&0884000.&&&&&0884 000 |
| Фриули-Венеция-Джулия | Триест | &&&&&&&&&&&07855.&&&&&07855 | &&&&&&&&01222000.&&&&&01 222 000 |
| Эмилия-Романья | Болонья | &&&&&&&&&&022124.&&&&&022 124 | &&&&&&&&04276000.&&&&&04 276 000 |
Италия — донъялағы иң боронғо дәүләттәрҙең береһе. Илдең бөтә территорияһын тауҙар биләй. Илдең төньяҡ өлөшөн бөтә Европала һәм Италиялағы иң ҙур тау системаһы − Альп тауҙары алып тора. Тау түбәләре бейеклеге уртаса 5 мең метр. Монблан тауы — 4807 м. Ил Европа — Азия сейсмик бүлкәтендә урынлашҡан, шуға күрә ер тетрәүҙәр һәм вулкан урғылыуҙар йыш була. Иң билдәле вулкан — Везувий. Сицилия утрауында Этна вулканы бар.
# Италия
## Географияһы
Италияла уйһыулыҡтар тар һыҙат булып яр буйлап урынлашҡан. Иң ҙур уйһыулыҡ По йылғаһы буйлап урынлашҡан Подан тигеҙлеге. Был тигеҙлектә емеш һәм виноград баҡсалары, шәкәр һәм иген культуралары үҫтерелә.
Италия файҙалы ҡаҙылмаларға ярлы. Илдә терегөмөш һәм көкөрт рудалары табыла, ҙур булмаған полиметалл рудалары ятҡылыҡтары бар. Илдә төҙөлөш материалдары мәрмәр, гранит, вулкан туфтары күпләп табыла.
# Италия
## Климаты
Илдең төньяҡтан бейек тауҙар ышыҡлап тороуы, йылы һәм туңмай торған диңгеҙҙең йоғонтоһо уның климатын билдәләй. Көньяҡҡа табаныраҡ климат йылыраҡ. Падан тигеҙлегендә уртаса йылы, йәйе эҫе, ҡышы һалҡын һәм томанлы. Илдә Урта диңгеҙ климаты өҫтөнлөк итә. Йәй оҙаҡҡа һуҙылған эҫе, ҡыш дымлы. Ғинуарҙың уртаса температураһы 0°С -тан юғары. Ҡышын ямғырҙар йыш яуа. Һирәк кенә ҡар яуа. Альп тауҙарында яуым-төшөм күп, 3000 миллиметрға етә. Яуым-төшөмдө дымлы көнбайыш елдәре алып килә. Тау түбәләре мәңгелек ҡар менән ҡапланған. Климат тау итәгенән тау түбәһенә тиклем уртаса йылынан һалҡынға тиклем үҙгәрә.
Иң оҙон һәм таулы йылға — По. Был таулы йылға бик күп миҡдарҙа ултырма тоҡом алып килә һәм Адриатик диңгеҙгә ҡойған урында дельта яһай. Тибр — Апенин ярымутрауындағы иң ҙур йылға. Илдең баш ҡалаһы Рим шунда урынлашҡан. Илдә боҙлоҡ барлыҡҡа килтергән ҙур күлдәр күп. Ул күл буйҙарында донъя әһәмиәтендәге курорттар урынлашҡан.
# Италия
## Халҡы
Төп халҡы — итальяндар, уларҙың теле роман төркөмөнә ҡарай. Халыҡ һаны буйынса Италия Европала Германиянан ғына ҡалыша. Ҡалалар күп булған төньяҡта һәм Неаполь тирәһендә халыҡ тығыҙ урынлашҡан. Тауҙарҙа халыҡ сағыштырмаса һирәк. Халыҡтың байтағы күрше Швейцария һәм Германияла йәшәй һәм эшләй.
# Италия
## Сәнәғәт
Илдә файҙалы ҡаҙылмалар күп булмағанлыҡтан, завод-фабрикалар ситтән килтерелгә сеймалды ҡулланалар. Илдә төрлө машиналар, автомобильдәр эшләп сығаралар. Автомобильдәр эшләү буйынса Италия донъяла алдынғы илдәр рәтендә. Нефтте химия тауарҙарына — пластмассаларға, лак, буяуҙарға, синтетик сүстәргә эшкәртеүсе заводтар күп. Бөтә нефть сит илдән, башлыса Көньяҡ-Көнбайыш Азиянан һәм Төньяҡ Африканан килтерелә.
# Италия
## Аул хужалығы
Эҫе йәй һәм йылы дымлы ҡыш төрлө ҡультуралар үҫтерергә уңайлы. Бөртөклө күльтуралар йылына ике уңыш бирә. Йәйҙең ҡоро булыуы күп урындарҙа һуғарыуҙы талап итә. Бойҙай — бөртөклө төп культура. Итальяндарҙың ғәҙәттәге ризығы бойҙай ононан яһалған макарон. Уның бер нисә төрө бар. Йәшелсә, дөгө културалары ҙур майҙанды алып тора. Илдә алма, груша, персик, әфлисун, һары сәй, инжир үҫтерелә. Сицилияла әфлисун, мандарин, лимон, виноград, зәйтүн емеше плантациялары бар. | 3635 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Италия | Италия |
# Сухо-Пусто-Каргалка
Сухо-Пусто-Каргалка — Рәсәй йылғаһы. Ырымбур өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға №711 Каргалка йылғаһының һул ярына тамағынан 52 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 13 км.
# Сухо-Пусто-Каргалка
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Яйыҡ йылғаһы бассейны (Рәсәй булеге) Һаҡмар йылғаһынан түбәнерәк, Илек йылғаһын керетмәй. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ(һыу бассейнының Рәсәй өлөшө).
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса:
* Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010001012112200007122
* Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112200712
* Бассейн коды — 12.01.00.010
* ГӨ буйынса һаны (номеры) — 12
* ГӨ буйынса сығарылыш — 2 | 24769 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Сухо-Пусто-Каргалка | Сухо-Пусто-Каргалка |
# Хайрюза (Камзас ҡушылдығы)
Хайрюза — Рәсәй йылғаһы. Кемерово өлкәһе, Хакас Республикаһы, Алтай Республикаһы биләмәләрендә аға. Йылға Камзас йылғаһының уң ярына тамағынан 3 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 10 км.
# Хайрюза (Камзас ҡушылдығы)
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Үрге Обь һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Томь йылғаһы, инештән Новокузнецк ҡалаһына тиклем, Кондома йылғаһын индермәйенсә,. Бәләкәй йылға бассейны — Томь, йылға бассейны — Обь (өҫкө өлөшө) Иртыш ҡушылғанға тиклем.
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса:
* Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 13010300212115200008242
* Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 115200824
* Бассейн коды — 13.01.03.002
* ГӨ буйынса һаны (номеры) — 15
* ГӨ буйынса сығарылыш — 2 | 18272 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Хайрюза_(Камзас_ҡушылдығы) | Хайрюза (Камзас ҡушылдығы) |
# Солтанбәк ауылы топонимдары
Солтанбәк(Асҡын районы) (рус. Султанбеково) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 459 кеше[1]. Почта индексы — 452895, ОКАТО коды — 80204843001.
# Солтанбәк ауылы топонимдары
## Географик урыны
* Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 55 км
* Яҡындағы тимер юл станцияһы Суртан күл (Щучье Озеро): 95 км
# Солтанбәк ауылы топонимдары
## Солтанбәк ауылы ер-һыу атамалары
Солтанбәк ауылына бәйле ер-һыу атамаларын яҙғанда БДУ-ның Нефтекама филиалынынң филология булегендә укып йөрөүсе Ғиндуллина Рәмзиә йыйған материалдар ҡулланылды.
* Еҫле шишмә
Сураш ауылына киткән юлда бер шишмә бар. Уны беҙ Еҫле шишмә тип йөрөтәбеҙ, сөнки йыраҡтан уҡ уның еҫе танауға килеп бәрелә. Шишмәнең тирә-яғындағы таштар, үләндәр ап-ак һәм бының сәбәбе- һыуҙың күкертле (сероводород) булыуы. Ҡыш көнө шишмә төбөндәге таштар ҡыҙыл, йәшел, зәнгәр, ҡара төҫтәргә инә. Һыуҙан боҙолған йомортҡа еҫе килә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уның һыуы бик күп ауырыуҙарға, айырыуса быуын һыҙлауға файҙалы. Ләкин уны сама-нан тыш ҡулланырға ярамай. Шишмә ҡыш көнө лә туңмай, сылтырап ағып ята. Күрше ауылдарҙан мәктәп балалары гел Еҫле шишмәгә походка килә. Ололар әйтеүенсә, элек шишмәнең икенсе «Изге шишмә» тигән атамаһы ла булған. Изге булыуын төрлө кешеләр төрлөсә аңлатата.Ә иң тарарлғанына бөтә кешелә ышана. Әгәр төнөн уның янынан сәғәт 12-ләр тирәһендә үҙең генә үтергә тура килһә, ап-аҡтан кейенгән аҡ һаҡаллы ҡарт әбей ат шул кешенең исемен әйтеп өндәшә лә яланға тиклем оҙата килә һәм күҙҙән юғала.
* Ҡортбаҡса
Элек шул ҡарағайлыҡта ҡорт ҡарағандар. Ул ҡолхоздыҡы булған. Умартасы булып Рәхбәр исемле бабай эшләгән. Ошонан Ҡортбаҡса исеме ҡалған.
* Миндийәр ҡашлығы
Әле беҙ был ҡашлыҡты Миндийәр тип атайбыҙ. Элек шул ҡашлыҡта Миндийәр исемле бабайҙың йорто булған, ул шунда көн иткән. Бабай үлгәс, уның ғайләһе ҡашлыҡтың итәгенә йорт һалған, яр урамы барлыҡҡа килгән. Ҡашлыҡҡа «Миндийәр ҡашлығы» исемен биргәндәр. Элгәре унда халыҡ һабантуй үткәрер булған.
Солтанбәк ауылында тыуып — үҫкән Флүзә Рәүеф ҡыҙы Әйүпова халыҡтан яҙып алған ер-һыу атамалары:
* Кәләсәй тауы
Көнсығышҡа табан туп-тура урман аша барһаң, Сарсҡа параллель ағып ятҡан Ҡариҙел йылғаһына сығып була. Уның ярында Һөйәнтүҙ ауылы урынлашҡан булған. Ауыл яндырылғас, был урынға урыҫтар килеп төпләнә. Андрей исемле кеше тәүгеләрҙән булып килеп ултырғас, ауылға Андреевка исемен бирәләр. Бында күпләп йылҡы үрсетәләр, сөнки көтөүлектәр өсөн яландар бик күп. Бер ваҡыт Сергей исемле кешенең аты юғала. Атын бик оҙаҡ ваҡыт эҙләй торғас, беҙҙең ауылға килеп сыға. Ҡараңғы төшөү сәбәпле ауыл ситендәге йортҡа ҡуна төшә. Йорт хужаһы уның ни эшләп был яҡҡа килеп сығыуын һораша. Урыҫ үҙенең ат эҙләп йөрөүен әйтә: « Весь лес околесил, а лошадь так и не нашёл». Хужа уның «околесил» тигән һүҙен ҡыҙыҡ итеп күрше-күләненә һөйләй. Шунан был тауҙы Кәләсәй тип атап йөрөтә башлайҙар. Кәләсәй тауы ҡуйы урмандарға бай. Унда йәшәгән йәнлектәр ҙә бик күп төрлө. Яҙ көнө урманда ҡар ирей башлағас, Кәләсәй тауын шаулатып, ҡар һыуы йырып ағып төшә. Ул шул тиклем көслө булып аға, үҙенең юлында үҫкән ағастарҙы төбө-тамыры менән йолҡоп ала. Һыуҙың аҡҡаны бик йыраҡтан гөжләп ишетелеп тора. Кәләсәй һыуы Сарс йылғаһына килеп ҡушыла. Уның һыуы болғансыҡ һәм бик һалҡын була. Кәләсәй һыуының аҡҡанын күрергә яр буйына халыҡ, бала-саға йыйыла. Был ваҡиға ауыл халҡы өсөн ҙур тамашаға әйләнә.
* Айһылыу тауы
Ҡашҡа ауылы менән Солтанбәк ауылы араһында ошондай тау бар. Элегерәк Солтанбәк ауылында Айһылыу исемле ҡыҙ йәшәгән, ти. Ауылдан йыраҡ түгел бер тау бар икән, ләкин исеме генә булмаған. Унда еләк-емеш ишелеп уңа икән. Был тирәлә яуыз хан йәшәгән. Кешеләргә һөжүм итеп, мал-тыуарҙарын талаған, һылыу йәш ҡыҙҙарҙы үҙенә урлап китер булған. Кешеләр был хандан нисек ҡотолорға белмәгән. Бер көн шулай Айһылыу еләк-емеш йыяйым тип, кәрзинен тотоп урманға киткән. Йырлай-йырлай ҡарағат, сейә, еләк йыйған. Айһылыу китеп бер аҙ ваҡыт уҙғас, теге яуыз хан үҙенең ярҙамсылары менән ҡыҙҙың өйөнә киткән. Хан Айһылыуға әллә ҡасан күҙ һалып йөрөй икән, ләкин ваҡытын ғына тура килтерә алмаған. Ҡыҙҙың атаһы менән әсәһе хандың килгәнен күреп, ишекте бикләп ҡуйған. Ләкин тегеләр ишекте емереп инеп, Айһылыуҙы таптыра башлаған. Ҡурҡҡан ата-әсә яңылыштан ҡыҙҙың ҡайҙа киткәнен әйтеп ташлаған. Ханға шул етә лә. Ул үҙенең кешеләре менән ҡыҙ артынан сапҡан. Айһылыу нимәлер һиҙенгәндәй артына боролоп ҡараған һәм туҙан туҙҙырып килгән кешеләрҙе күргән. Шунда уҡ эштең нимәлә икәнен аңлаған ул. Ҡулындағы кәрзине төшөп киткән, үҙе бер минутҡа тынып торған да, бар көсөнә йүгерә башлаған. Бик оҙаҡ йүгергән ҡыҙҙың хәле бөткән. Хан кешеләре кәрзинде күреп ҡалған һәм шул тирәнән ҡыҙҙы эҙләй башлаған. Ләкин тапмағандар һәм ары сапҡандар. Ҡыҙға ла тау буйлап йүгереүе ауыр булған, аяҡтары ҡанап бөткән. Бына тағы ул кешеләрҙең яҡынайып килеүен күргән. Алда асыҡлыҡ һәм унда ҡая урынлашҡан икән. Айһылыу шунда килеп сығып, оҙаҡ уйлап тормайынса ҡаянан һикергән. Был хәлде ишеткән ауыл халҡы, икенсе көндө ҡоралдар тотоп, ханға киткән, ти. Быны көтмәгән хан юғалып ҡалған һәм шунда уҡ бирелгән. Халыҡ уның ҡураһын емереп, малдарын кире алып, өйҙәренә таралышҡан. Ә ханды үлтергәндәр. Айһылыу хөрмәтенә ул еләк йыйған тауҙы «Айһылыу тауы», еләк-емештәре һибелгән ерҙе «Муйыллы ҡул», һикергән ҡаяны «Ыйыҡташ» тип атаған. Уны һәр ваҡыт йылы һүҙ менән иҫкә алғандар. Ә яуыз ханды иҫкә алыусы ла булмаған.
* Ҡаршытау
Ҡаршытау ауылды көслө дауылдарҙан, әсе елдәрҙән һаҡлап тора. Шулай уҡ тау ваҡытында ауыл халҡына килгән дошмандарҙан, яуыз баҫҡынсыларҙан ышыҡ булған. Ҡаршытау еләк-емешкә бик бай. Унда эре булып ер еләге өлгөрә. Ҡуйы япраҡтар араһында ҡайын еләге, бөрлөгән ҡыҙарып бешә. Ҡаршытауҙың түбәһендә зифа ҡайындар үҫә.
* Тыуғанай
Ошо тау артынан һәр ваҡыт яҡты булып ай сыҡҡанға уны «Тыуған ай» тип йөрөтә башлағандар. Тора-бара халыҡ телендә ул «Тыуғанай»ға әүерелгән. Был тауҙа ҡуйы наратлыҡ үҫә. Шуға ла тау йәйен дә, ҡышын да йәм-йәшел булып ултыра.
* Мүктау
Мүктау ауылдан ситтә урынлашҡан. Ул бик бейек һәм текә тау. Мүк тауында күпләп шыршы ағастары үҫә. Һирәк булһа ла япраҡлы ағастар ҙа бар. Мүк тауы көҙ көнө матур була. Тау матурлығы менән юлсыларҙы йыраҡтан уҡ әсир итеп тора. Тауҙа ҡалын ҡатлам булып йомшаҡ мүк үҫә. Уны кешеләр төҙөлөш өсөн күпләп ала. Бүтән ерҙә мүк улай күп үҫмәй.
* Мәликәташ
Элекке ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошо бик ауыр булған. Баҫыуҙағы эштәрҙе лә, йорт-ҡуралағыларын да улар башҡарған. Ошондай аяныслы яҙмыш Солтанбәккә килен булып төшкән Мәликәне лә урап уҙмаған. Ураҡ ваҡыты. Мәликә лә ауырлы булыуына ҡарамаҫтан эшкә сыға. Эштән ҡайтып килгәндә уның хәле ауырая. Мәликә Кәртип буйындағы ҙур таш өҫтөндә мең ғазаптар менән сабыйын донъяға килтерергә мәжбүр була. Ауыр эштән, аслыҡтан йонсоған ҡатын сабыйының йөҙөн дә күрә алмайынса шунда уҡ донъя ҡуя. Йәш кенә һылыу ҡатындың үлеме бөтә ауыл халҡын тетрәндерә. Ауыл халҡы йыйылып Мәликәне һуңғы юлға оҙата. Ошо 5 квадрат метр тәшкил иткән ташты был ваҡиғанан һуң «Мәликәташ» тип атап йөрөтә башлайҙар.
* Кәртип буйы
Беҙҙең ауыл халҡы элек-электән буш ятҡан ерҙәргә иген сәсер булған. Хатта урмандарҙы ҡырҡып, ағас төптәрен яндырып, үҙҙәренә баҫыу эшләгән. Был баҫыуға барыр өсөн ике тау араһындағы ҡулдар буйлап барырға кәрәк. Ошо ҡул башына, баҫыуға малдар бармаһын өсөн урындағы халыҡ кәртә тотҡан. Ләкин ауыл тәртибенә буйһонорға теләмәгәндәр ҙә табылған. Шулай бер кеше ауыл көтөүен баҫыуға индереү өсөн килеп кәртәне тибеп һындырып, ватып бөтөргән. Ошонан бирле был ҡулды «Кәртип буйы» тип йөрөтә башлағандар. «Кәртә типкән» тигән һүҙҙәрҙең беренсе өсәр хәрефтәрен алып, «Кәртип» тигән атама килеп сыҡҡан. Теге кешегә лә «Кәртә» тип ҡушамат таҡҡандар.
* Шәрәй ҡул
Солтанбәк ауылына төшә торған ҡул. Ололар һөйләүенсә, был ҡулға юлды Шәрәфетдин исемле бабай һалған. Бабай был ҡул буйлап бесәнлеккә барған. Әллә ҡайҙан кирегә йөрөгәнсе тип, башҡа кешеләр ҙә Шәрәфетдин бабай һалған юлдан йөрөй башлаған. Ҡул буйы шымарған, киңәйгән һәм оло юлға әйләнгән. «Шәрәфетдин ҡулы» тип йөрөтә торғас, ул ҡыҫҡарып «Шәрәй ҡул» тип атала башлаған. «Шәрәй ҡул» юлы күп боролмаларҙан уҙа. Ҡулдың ике яғында ла ҡуйы ағаслыҡ. Ҡыш көнө был ергә ҡар һалмай, шуның өсөн күрше ауылға турыға юл һалалар. | 173761 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Солтанбәк_ауылы_топонимдары | Солтанбәк ауылы топонимдары |
# Әйүпов Рәшит Хәмит улы
Әйүпов Рәшит Хәмит улы (1920 йыл) — 24 ноябрь 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, лейтенант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкы яугиры, огневой взвод командиры.
# Әйүпов Рәшит Хәмит улы
## Биографияһы
Рәшит Хәмит улы Әйүпов (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Хәлит улы) 1902 йылда Һамар өлкәһе Оло Глушица районы Таш-Күстән ауылында тыуған. 1928 йылда Һамар губернаһы Пугачев өйәҙе (хәҙер Оло Глушица һәм Чернигов райондары) башҡорттары ата-бабалары төйәгенә ҡайтып, Баймаҡ районында Үҙән ауылына нигеҙ һалалар. Ошо тулҡын менән Әйүповтар ғаиләһе Баймаҡ районында төпләнә. Рәшит Хәмит улы Байҡара руднигында эшләй башлай. Урта белемле. 1929 йылдан — ВЛКСМ ағзаһы. Хәрби хеҙмәткә 1940 йылда алына. Кесе лейтенанттар мәктәбен тамамлай. 1942 йылдың 13 сентябрендә лейтенант званиеһы бирелә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкында огневой взводы командиры булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың 24 ноябрендә яу яланында батырҙарса һәләк була.
# Әйүпов Рәшит Хәмит улы
## Хәтер
Әйүпов Рәшит Хәмит улының исеме Баймаҡ районының Хәтер китабына индерелгән. Яугир тураһында өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе тарих фәндәре кандидаты М. М. Маннапов тапҡан. | 176296 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Әйүпов_Рәшит_Хәмит_улы | Әйүпов Рәшит Хәмит улы |
# Мөхәммәт Али
Мөхәммәт Али (ингл. Muhammad Ali; тыумыштан Кассиус Марселлус Клей, ингл. Cassius Marcellus Clay; 17 ғинуар 1942 йыл — 3 июнь 2016 йыл) — Американың юғары ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаған профессиональ боксёры, донъялағы иң билдәле боксёрҙарҙың береһе.
1960 йылғы XVII Йәйге Олимпия уйындарында ярым уртаса ауырлыҡ категорияһы буйынса чемпион, юғары ауырлыҡ буйынса абсолют донъя чемпионы (1964—1966, 1974—1978). «Йыл боксёры» (алты тапҡыр — 1963, 1966, 1972, 1974, 1975, 1978) һәм The Ring журналы версияһы буйынса «Ун йыллыҡтың боксёры» (1960) исемен яулаған; Sports Illustrated (1974) журналы версияһы буйынса тарихта «Йыл спортсыһы» наградаһына лайыҡ булған икенсе боксёр, бер нисә спорт баҫмаһы версияһы буйынса «Быуат спортсыһы» тип танылған. Карьераһын тамамлағандан һуң Бокс даны залына (1987) һәм Халыҡ-ара боксёрлыҡ даны залына (1990) индерелгән. Сағыу оратор. «Рокки» фильмы серияларында Аполло Крид персонажының прототибы.
1964 йылдың 25 февралендәге Сонни Листон менән булған чемпион көрәшенән һуң «Ислам милләте» ойошмаһына инә һәм исемен тәүҙә Кассиус Икс итеп (ингл. X Cassius), һуңынан Мөхәммәт Али тип үҙгәртә, артабан шул исем аҫтында сығыш яһай. Карьераһы үрендә АҠШ армияһында хеҙмәт итеүҙән баш тарта, шунлыҡтан бөтә титулдарынан да мәхрүм ителә һәм ярыштарҙа ҡатнашыуҙан өс йылдан ашыуға ситләтелә. Спортҡа ҡайтыу менән шул ваҡыттағы иң яҡшы боксёрҙар менән көрәшеп, донъя чемпионы исемен үҙенә кире ҡайтара. Алиҙың Джо Фрейзер менән ҡапма-ҡаршы торошо спорт тарихында иң танылғандарҙың береһенә әйләнә. порт карьераһын тамамлағандан һуң хәйриә һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, ЮНИСЕФ-тың изге ихтыяр илсеһе (1998—2008).
# Мөхәммәт Али
## Биографияһы
Кесе Кассиус Марселлус Клей 1942 йылдың 17 ғинуарында Кентукки штатының Луисвилл ҡалаһында хужабикә Одесса Клей менән алтаҡта һәм плакаттар рәссамы Кассиус Клей ғаиләһендә тыуа. Ике йылдан ҡустыһы Рудольф донъяға килә, һуңыраҡ ул да исемен Рахман Али тип алмаштыра. Өлкән Кассиус Али үҙен АҠШ-тың Вәкилдәр палатаһында һәм Сенатта Кентукки штатынан вәкәләтлек иткән билдәле либераль сәйәсмән Генри Клей тоҡомонан тип һанай. Кассиус ғаиләһе ҡара тәнле урта синыф вәкиле була. Клейҙар, урта синыфҡа ингән аҡ тәнлеләр ғаиләләләренә ҡарағанда күпкә ярлыраҡ йәшәһәләр ҙә, мохтажлыҡ кисермәй. Өлкән Кассиус, профессиональ рәссам булырға тырышып, алтаҡталар төшөргән, ә ҡатыны һирәкләп аҡ тәнле етеш ғаиләләрҙең өйөндә ашарға әҙерләгән, өй йыйыштырған. Күпмелер ваҡыт үтеү менән улар, 4500 доллар аҡса туплап, төҙөк «ҡара» кварталда ҙур булмаған коттедж һатып алыуға өлгәшә. Бәләкәйҙән ғаиләләрен ҡарашҡан ҡара тәнле күп тиҫтерҙәренән айырмалы рәүештә, Кассиус бала сағында эшләмәгән. Тик ҡайһы саҡта ғына кеҫә аҡсаһын булдырыу маҡсатында Луисвилл университетында эшләп ала (парталар һәм синыф таҡталарын йыуа). Әсәһенең хәтирәләре буйынса, ял итеп йөрөгәндә үтеп барыусылар уға һүҙ ҡушып, улының сираттағы Джо Луис булыу мөмкинлеген билдәләгән.
1950-се йылдар башында Луисвиллда раса тигеҙһеҙлеге хөкөм һөрә, был 10 йәшлек Кассиустың шәхесе формалашыуға ныҡ йоғонто яһай. Ни өсөн ҡара тәнлеләрҙең йәмғиәттә икенсе сортлы кешеләр тип һаналғанын аңламауын һәм йоҡлар алдынан гел илауын хәтерләй ул һуңыраҡ. Бер эҫе көндә әсә нисек итеп улы менән туҡталышта автобус көтөп торғанын һәм яҡындағы кафеға улы өсөн бер стакан һыу һорап туҡылдатҡанын, әммә әсәнең үтенесен инҡар итеп, уның алдында ишектәрен ябып ҡуйғандарын хәтерләп һөйләй әсәһе малайға. Бәлки, уға атаһының ҡара тәнле үҫмер Эммет Тиллдең раса тигеҙһеҙлеге нигеҙендә шәфҡәтһеҙ рәүештә үлтерелеп, был үлтереүселәрҙең аҡланғаны тураһындағы хикәйәһе Кассиустың донъяға ҡарашы формалашыуында мөһим мәл булғандыр. Өлкән Кассиус «аҡ хөкөмдөң» нимә икәнен аңлатыу өсөн улдарына Эммет Тиллдең йолҡҡосланған тәненең фотоһүрәтен күрһәтә. Кассиустың әсәһе ирланд сығышлы олатаһы Эйб Грэйдиға тиклем үҙенең шәжәрәһен тикшергән. Тамырҙарында аҡ тәнлеләрҙең ҡаны ағыуы Одесса өсөн ғорурлыҡ булһа, улы өсөн күңелһеҙ хәл, сөнки ул ғүмере буйына АҠШ-тағы раса тигеҙһеҙлеген тәнҡитләй. Үҙенең сығыштарында ул, ирланд бабаһы ҡара тәнле ҡатын менән законлы никахҡа керһә лә, тамырҙарында аҡҡан аҡ ҡан — йәберләүсе һәм ҡол биләүселәрҙең ҡаны тип раҫлаған.
Клей бокс менән 12 йәштән, үҙе эшләп һатып алған chwinn Bicycle Company фирмаһының ҡыҙыл велосипедын урлатҡандан һуң, шөғөлләнә башлай. Һатып алғандың икенсе көнөнә Кассиус иптәше менән балаларҙы бушлай туңдырма менән һыйлаған йәрминкәгә бара. Ҡайтырға йыйынғанда велосипедының урланғанлығын белеп ҡала. Клейҙың кәйефе ныҡ ҡырыла, ошо мәлдә аҡ полицейский Джо Мартинды осрата һәм уға велосипед урлаған кешене ныҡ итеп туҡмаясағын әйтә. Быға Мартин, «кемделер туҡмарҙан алда, быға тәүҙә өйрәнергә кәрәк» тип яуаплай. Ул Кассиусты йәш боксёрҙарҙы өйрәткән спорт залына саҡыра, бындағыларҙың күбеһе «Алтын бирсәткә» һәүәҫкәр турнирында ҡатнашҡан була.
Клей спорт залына бармай, әммә ике аҙна үткәс, телевизорҙан Мартинды һәм уның боксёрҙарын «Буласаҡ чемпиондар» (ингл. Future Champions) тапшырыуында күреп ҡала. Унда, әгәр күнекмәләргә йөрөй башлаһа, иптәштәре телевизорҙан күрер, тигән фекер тыуа, һәм иртәгәһенә туғаны менән боксёрҙар залына килә. Баштан уҡ уның менән күнекмәләр үткәреү ауыр була, ул гел башҡа балаларға бәйләнә, бөтә залға үҙен иң яҡшы боксёр тип иғлан итә һәм донъя чемпионы булам ти. Шуның өсөн Мартинға уны залдан бер аҙға ҡыуып сығарырға тура килә. Тренерҙар, йәш боксёрҙы джеб алымдарын дөрөҫ үтәргә өйрәткән Фред Стоунерҙан башҡалары, Кассиуста айырым потенциал күрмәй.
Залға йөрөүенә алты аҙна үткәс, Кассиустың дебют һәүәҫкәр көрәше үтә. Клей өмөт иткәнсә, алышты телевидениеның «Буласаҡ чемпиондар» программаһы аша трансляциялайҙар. Уның ярышташы булып аҡ үҫмер Ронни О’Кифи була, ике боксёр ҙа 89 фунтҡа тиклем (40,389 кг) ауырлыҡ категорияһында сығыш яһай. Кассиус йәшерәк тә һәм уның тәжрибәһе лә әҙерәк була, шуға ҡарамаҫтан, судьялар ҡарары менән еңеүсе тип билдәләнә. Һөҙөмтәне иғлан иткәндән һуң ул камераға ҡарап, бөйөк боксёр буласаҡмын, тип ҡысҡыра. Ошо мәлдән алып ул көн һайын бокс техникаһы һәм сыҙамлылыҡ өҫтөндә эшләй башлай. Автобус менән йөрөү урынына мәктәпкә тиклем йүгереп барыуҙы хуп күрә. Эсмәй, тартмай, наркотиктар ҡулланмай, сәләмәт туҡланыу фанаты булып китә.
Артабанғы ике йыл дауамында Клей яҡынса өс аҙнаға бер тапҡыр көрәш үткәрә һәм еңеү артынан еңеү яулай. 1956 йылда карьераһында беренсе тапҡыр «Алтын бирсәткә» турнирын яулай. 1957 йылда табиптар уның йөрәгендә тауыш бар тигәс, күнекмәләрен дүрт айға туҡтатып торорға мәжбүр була (аҙаҡ йөрәгенең тулы тәртиптә икәнлеге асыҡлана). 15 йәшендә Клей Луисвиллдағы афроамерикандарҙың иң ҙур һаналған Үҙәк юғары мәктәбенә уҡырға инә. Кассиустың өлгәше шул тиклем насар була, ул хатта икенсе йылға ултырып ҡала, әммә мәктәп директоры Этвуд Уилсон ярҙамында уҡыу йортон тамамлай. Уилсонға Клейҙың ныҡышмалы күнегеүҙәре, маҡсатҡа ирешергә тырышыуы тәьҫир итә, ул перспективалы боксёрҙың уҡыу йортон тамамлап, мәктәпкә танылыу килтереүен теләй. Кассиус 1960 йылдың июнь айында уҡыу йортон уңышлы тамамлау тураһындағы диплом түгел, ә мәктәпкә йөрөүе тураһында белешмә генә алып сыға. Ул һәр ваҡыт ауыр уҡый, шуның өсөн эргәһендәге кешеләргә йыш ҡына уға ҡысҡырып уҡып бирергә тура килә. Мәктәпте тамамлауға Клей һәүәҫкәр рингтарҙа 8 тапҡыр ғына еңелеп 100-ҙән ашыу еңеү яулай. Иң ҙур уңыштары булып «Алтын бирсәткә» исемле ярыштарҙа һәм 1959, 1960 йылдарҙағы Атлетик һәүәҫкәр берләшмәнең ике турнирҙағы еңеүҙәре иҫәпләнә. Был ваҡытта Кассиус алыштарҙы ҡабатланмаҫ стилдә алып барыуҙы уйлап сығара башлай. Ул ярышташы алдында ҡулдарын аҫҡа төшөрөп, аяҡ осонда «бейей», оппонентын ҡоласлы һөжүмгә ҡоторта ла үҙе ышаныслы янтая. Уның был алымдары күп тренерҙарҙа һәм ветеран боксёрҙарҙа кире фекер тыуҙыра.
Кассиус мәктәпте тамамлау менән профессиональ боксёр булырға теләй, ләкин тренер уны көтөп торорға һәм 1960 йылғы Олимпия уйындарында ҡатнашырға күндерә. Атлетик һәүәҫкәр берләшмә ярыштарындағы еңеүҙәре арҡаһында Клей 1960 йылда Сан-Францисколағы Олимпия уйындарына һайлап алыу турнирына саҡырыла. Кассиус осоуҙан ҡурҡып яфалана, шунлыҡтан ярыштар үткәреү урынына тиклемге юл уның өсөн ысын һынауға әүерелә. Унда 18 йәшлек боксёр беренсе ауырлыҡ категорияһы буйынса ҡатнашыусыларҙың, бәлки, бөтә турнирҙарҙа ла, иң кесеһе була. Ярыш алдынан урындағы матбуғатта Клейҙың маҡтансыҡ ҡыланышы тураһында бер нисә болалы мәҡәлә яҙылып сыға, шул арҡала икенсе көрәш ваҡытында турнирҙа тамашасылар уға ризаһыҙлыҡ белдереп һыҙғыралар. Шуға ҡарамаҫтан, Кассиус АҠШ армияһы яғынан сығыш яһаған еңмеш Алан Хадсон менән финалда осрашыуҙан алда бөтә дәғүәселәрҙе ышаныслы еңә. Беренсе раундта Клей тәңгәл һөжүмде үткәреп ебәрә һәм рингтың түшәмәһенә йығыла, ләкин кире тороп алышты дауам итә ала. Тигеҙ булған икенсе һәм өсөнсө раундтан һуң Кассиус өсөнсө өс минут эсендә темпты шәбәйтә лә дошманының башына эләктергәндән һуң атакаға күсә, шунан һуң рефери алышты туҡтата. Ярыштар тамамланғас, самолёт билетын ташлай ҙа, судьяларҙың береһенән аҡса алып тороп, поезд менән Луисвиллға ҡайтып китә.
# Мөхәммәт Али
## Биографияһы
### Олимпия уйындары
Кассиусҡа Олимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн яңынан самолетҡа ултырып осор кәрәк була. Карапта йөҙөп барыу мөмкин булмауы асыҡланғас, ул тренерына Олимпия уйындарында ҡатнашыуҙан баш тартыуын әйтә. Әгәр осмаһа, карьераһының емерелеүе тураһында остазы Клейҙы ике сәғәт дауамында ышандыра. Һөҙөмтәлә, Кассиус осорға ризалаша, тик хәүефһеҙлек сараларын күрә — магазиндан парашют һатып ала һәм туранан-тура шуның менән оса. Римға килеп еткәс, олимпия ауылына урынлаша һәм спортсылары араһында иң мөһим кешегә әүерелә. Сит ил кешеләре менән таныша, бөтәһенә лә алтын миҙал яулаясағын һөйләй, бүтән олимпия уйынсылары менән значоктар алмаштырыша Әгәр олимпия ауылының мэрын һайларға тура килһә, мэр булып һис һүҙһеҙ Клей булыр ине, тип күптәре мәрәкәләйҙәр.
Ярыштар ваҡытында ла Кассиус яҡшы кәйефтә була, ул олимпия турниры буйынса беренсе дәғүәсе бельгиялы Ивон Беконы икенсе раундта техник нокаут менән еңел генә еңә. Финалдың сирек өлөшөндә Клей совет боксеры Геннадий Шатков менән осраша. Алыш Кассиус теләгәнсә үтә, һәм судьялар уны бер тауыштан еңеүсе тип таный. Ярым финал осоронда Клейға таныш оппоненты- австралиялы Тони Мэдиган ҡаршы тора. (Кассиус уны 1959 йылда еңә). Көсөргәнешле алыштан һуң Мэдиган үҙен еңеүсе тип һанай, ләкин судьялар еңеүҙе бер тауыштан Клейға бирәләр. Финалда уны Польшанан тәжрибәле боксер Збигнев Петшиковский көтә, ул Кассиустан туғыҙ йәшкә оло һәм 230 алышта һуғышҡан була. Петишовский уйынды тиҙерәк тамамлау маҡсатында көрәште агрессив алымда башлап ебәрә. Икенсе раундта Клей үҙенең ғәҙәти «еңел» алымынан баш тарта һәм полякка бер нисә тапҡыр көслө итеп һуға. Һуңғы раундта ла темпты кәметмәй, бер-бер артлы һөжүм итә, алыш аҙағында Збигнев канатҡа терәлеп тора һәм ваҡытынан алда еңелеүгә яҡын була, әммә бирешмәй финал гонгына тиклем аяғында баҫып тора ала. Судьяларҙың бер тауыштан ҡабул ителгән ҡарары буйынса Клей еңә, бер нисә минуттан уның муйынына алтын олимпия миҙалы тағалар.
АҠШ-ҡа осоп ҡайтыр алдынан ҡайҙа ғына бармаһын, Кассиус миҙал менән йөрөй, хатта йоҡлағанда ла уны сисмәй. Луисвиллдың мэры Брюс Хоблицелл һәм йөҙәрләгән фанаттар Клейҙы аэропортта ҡаршы алалар. Кассиус байрамса автоколоннала мәктәпкә тиклем бара, унда уны «Рәхим ит өйөңә, чемпион» тигән баннер менән тағы ла күберәк көйәрмәндәр көтөп тора. Мэр ҡала йәштәренә Клейҙы өлгө итеп күрһәтеп, телмәр тота. Өйгә ҡайтҡас атаһының күтәрмәләге баҫҡыстарҙы ҡыҙыл, аҡ, күк төҫтәргә — америка флагының төҫтәренә буяп ҡуйғанын күрә. Өлкән Кассиус «Хоҙай, Американы һаҡла» тип улын ҡосаҡлап ала. Клей ғорурлыҡ менән миҙалын тағып йөрөүҙе дауам итә, бер көндө ул Луисвиллдағы ресторанға инә — был йортта «төҫлө тәнлеләрҙе» хеҙмәтләндермәйҙәр. Ул менюны һорай, әммә уның үтенесен үтәмәйҙәр һәм сығып китеүен һорайҙар, быға яуап итеп Кассиус миҙалына төртөп күрһәтә, олимпия чемпионы икәнлеген әйтә, ләкин уны хеҙмәтләндереүҙән баш тарталар. Туғаны Рахман һөйләүе буйынса, Клейҙың шул тиклем кәйефе ҡырыла, ул Огайо йылғаһы аша һалынған күпергә барып миҙалын һыуға ташлай. 1996 йылғы Йәйге Олимпия уйындарында Халыҡ-ара олимпия комитетының президенты Хуан Антонио Самаранч АҠШ һәм Югославия йыйылма командаларының баскетбол матчы тәнәфескә туҡтаған арала яңынан бүләкләү процедураһын үткәреп, чемпионға юғалған миҙалының дубликатын тапшыра.
# Мөхәммәт Али
## Биографияһы
### Профессиональ карьераһы
Профессиональ карьераһының башында Кассиусҡа үҙенең менеджеры менән асыҡлыҡ индерергә кәрәк була. Ул тәүҙә үҙенең кумирҙары Шугар Рэй Угар Рэй Робинсон йәки Джо Луистың менеджер булыуын теләй, әммә улары баш тарта. Робинсонға бөтөнләй ҡыҙыҡ түгел, ә Луистың, тәбиғәте буйынса баҫалҡы һәм шым кешенең, Клей менән эшләгеһе килмәй. Һөҙөмтәлә, Кассиустың менеджерҙары булып 11 партнер була, һәр береһе 2800 доллар һала. Клей контракт төҙөгәндән һуң 10 000 доллар ала, менеджерҙар шулай уҡ спортсмендың осоп барыуҙары һәм күнекмәләре сығымын үҙҙәренең өҫтөнә ала.
Клейҙың профессиональ бокстағы дебюты 1960 йылдың 29 октябрь айында үтә, уның ярышташы Танни Хансекер була. Көрәш алдынан Клей уны «ялҡау» тип атай һәм уны «еңел генә һылаясаҡмын» тей. Был алышҡа Клей һәр иртә һайын ике миль югереп үтеп, ҡустыһы Рудольф менән күнекмәләр көрәше үткәреп әҙерләнә. Был уға ышаныслы еңеү яуларға ярҙам итә, әммә ул 6-раундлы алышты ваҡытынан алда тамамлай алмай. Танни алыштан һуң Клей донъя чемпионы буласаҡ, уның менән бергә рингҡа сығыу үҙе бер ҙур хөрмәт тип белдерә. Был көрәштән һуң Кассиус Арчи Мурҙың күнекмәләр лагеренды ҡатнаша. Данлыҡлы чемпион «Биҙрә ҡан» исеме аҫтында залда, аҡланда күнекмәләр үтә, ул аҡландағы һарыҡташтарҙың һәр береһенә үткән быуаттың бөйөк чемпиондарының: Джек Джонсондың, Джо Луистың, Рэй Робинсондың һәм башҡаларҙың исемдәре яҙылған була. Мур йәш боксер менән уртаҡ тел тапмай, ә Клей уның кәңәштәрен тыңламай һәм йыш ҡына уны, беренсе ауыр үлсәм буйынса ғәмәлдәге донъя чемпионын үҙе менән күнекмә көрәшенә сығыуын теләп бәйләнә. Һөҙөмтәлә Кассиус лагерь тамамланмаҫ элек кире Луисвиллға ҡайтып китә. Шул уҡ ваҡытта команда тәжрибәле тренер эҙләй һәм Анджело Дандины һайларға була. Ул үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ абруй ҡаҙанған һәм көрәш ваҡытында алған йәрәхәттәрҙе һәйбәт эшкәртә белеүе менән айырылған. Данди Клейҙың остазы булырға ризалыҡ белдергән, уның эш хаҡы аҙнаһына 125 доллар һәм шуға ҡушып төрлө бонустар тәшкил иткән. Яңы тренер менән күнекмәләр үтеү өсөн Клей Майамиға күсеп килә. Анджело Клей менән үҙен нисек тоторға бик яҡшы белә, уны хөрмәт итә һәм күҙәтеү яһарға маташмай, тик тейешле юлаҡҡа юнәлтә. Кассиустың ауыҙын йомдорорға ла маташмай, сөнки был тамашасыларҙы трибунаға йәлеп итеү өсөн шоуҙың бер өлөшө икәнлеген аңлай.
Клейҙың Майамиға килеүенә һигеҙ көн үткәс, Данди етәкселеге аҫтында беренсе көрәше үтә. Ул артыҡ билдәле булмаған боксер Герб Сиперҙы еңә, алыш дүртенсе раундта техник нокаут менән тамамлана. Артабанғы дәғүәсе Тони Эспертины еңгәндән һуң Кассиус Ингемар Юханссонды нокаутҡа ебәрергә йыйынғанын әйтә. Швед чемпионы был мәлдә Майамила була, унда уның Флойд Паттерсон менән көрәше булырға тейеш булған. Клейҙың менеджерҙары Юханссон менән күнекмә көрәше ойошторалар, был көрәштә Кассиус ғәмәлдәге донъя чемпионын күпкә уҙҙырып ебәрә. Ингемар 19 йәшлек американлыға эләктерә алмай, икенсе раундтан һуң швед судьяһы уйынды туҡтата. Икенсе көнөнә Клей үҙенең професииональ карьераһында дүртенсе дәғүәсене — Джимми Робинсонды — нокаутҡа ебәрә.
1959 йылда Чикагола Клей тәүге тапҡыр «Ислам милләте» лидеры Мөхәммәт Элайджаның сығышын тыңлай. Ә 1961 йылда Майамиға килгәс, Клей Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең илсеһе — Рахаман Абдул менән осраша. Бергә улар урындағы мәсеткә юлланалар. Был экскурсия йәш кешегә ныҡ йоғонто яһай. «Мин Майамилағы ошо мосолман ғибаҙәтханаһына инеп, үҙ тормошомда беренсе тапҡыр рухилыҡты һиҙҙем», — тип иҫкә ала ул. Клей «Мөхәммәт һөйләй» гәзитен даими уҡый, «Ислам милләте» ағзалары менән осраша һәм үҙенең рухи тормошо тураһында йышыраҡ уйлана башлай. 1961 йылдың аҙағында Рахаман Клей командаһында эшләй башлай, ә 1962 йылдың башынан Кассиус Детройтҡа, Мөхәммәт Элайджа һәм Малкольм Икс менән осрашырға бара. «Ислам милләте» лидерҙары Клейҙың рухи остаздарына әйләнәләр һәм уның тормошона ҙур йоғонто яһайҙар.
Кассиустың бишенсе ярышташы булып 22 нокаутҡа эйә булған Донни Флиман була, шул иҫәптә ул элекке абсолют донъя чемпионы Эззард Чарльзды ла нокаутҡа ебәргән булған. Көрәш барышында Флимандың ике күҙе аҫтындағы яралары (ҡырҡылған урыны) асылып китә, әммә рефери етенсе раунд туҡталышына тиклем уйынды дауам итергә рөхсәт итә. Һуңынан Клей тыуған Луисвиллына Ламар Кларк менән алышырға ҡайтып китә. Кассиус икенсе раундта еңәсәген алдан әйтә — шулай була ла — алышты Кларктың танауы һыныу сәбәпле туҡтаталар. Клейҙың сираттағы ярышташы оҙон буйлы гаваялы Дюк Сабедонг (буйы 2,01 м) була. Көрәш Лас-Вегаста үтә, Кассиус ун раунд дауамында яҡшы сығыш яһай, әммә оппонентын нокаутҡа ебәрә алмай, алышта тик мәрәйҙәр буйынса ғына өҫтөнлөккә сыға. Клей Луисвиллға ҡайта, унда 1961 йылдың 22 июлендә Алонсо Джонсонға ҡаршы 10-раундлы көрәш үткәрә. Уның ярышташы үҙен бик һаҡ тота һәм Кассиустан алыҫыраҡ булырға тырыша, шулай итеп уйын аҙағына тиклем ул бирешмәй үткәрә, алыш аҙағында судьялар Клейҙы еңеүсе тип иғлан итәләр. Сираттағы көрәш алдынан буталсыҡ килеп сыға, рингҡа сығыр саҡта уның командаһынан кемдер көрәш бирсәткәләрен алырға онота. Тиҙ арала таушалып бөткән иҫке бирсәткәләр табыла, һәм шулар менән Кассиус алтынсы раундта Алекс Митеффҡа нокаут яһай. Бер айҙан һуң Клей Вилли Бесманоффты, тағы бер билдәле ауыр үлсәмдәге боксерҙы нокаутҡа ебәрә.
1962 йылдың мартында Луисвиллдың Һайлау комиссияһы Клейға «1-A» (хеҙмәткә яраҡлы тип) статусын бирә. 1964 йылдың ғинуарында ул Листон менән көрәше алдынан медицина саҡырыу комиссияһына бара, билдәле, бөтә физик тестарҙы ла еңел үтә. Ләкин аҡыл һәләтен күрһәткән тестар уның өсөн ауыр һынауға әүерелә. Кассиус «Кеше иртәнге сәғәт 6-нан алып көндөҙгө 3-кә тиклем нисә сәғәт эшләй, әгәр төшкө ашына бер сәғәт китһә» тигән һорауға яуап бирә алмай. Уның IQ 78 тәшкил итә, был хеҙмәт үтеү өсөн минималь кимәлдән күпкә түбән була. 1964 йылдың мартында ул инде өс психиатр күҙәтеүе аҫтында тағы ла тестарҙы үтәй алмай һәм уға «1-Y» (хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ) статусы бирелә. «Мин әйттем бит, мин бөйөк, ә аҡыллы түгел»,- тип шаярта Али. Был ваҡиғаға ҡарата йәмәғәтселектең реакцияһы кире була, күп сәйәсмәндәр асыҡтан-асыҡ Мөхәммәттең яраҡһыҙлығына ышанмағандар, ә ҡайһы берәүҙәр уны юрамал ҡылана тип тә шикләнгәндәр. Тиҙҙән шау-шыу тыма, әммә ваҡытлы матбуғат оҙаҡ әле Алиның үҫешмәгән интеллекты темаһына ҡабартып яҙа.
1962 йылдың февраль менән июль айҙары араһында Клей биш еңеү яулай, бөтә һуғыштары ла алтынсы раундатан да һуңға ҡалмай нокаут менән тамамлана. Сентябрь айында ауыр үлсәм буйынса донъя чемпионы исеме өсөн Сонни Листон менән Флойд Паттерсондың араһындағы алышын ҡарарға бара. Паттерсон менән көрәшеү Кассиустың бала сағынан килгән хыялы була, әммә Листон оппонентын беренсе раундта уҡ нокаутҡа ебәрә. Уйын тамамланғандан һуң Сонни Клейҙы күреп ҡала һәм уға: «Һин икенсеһе, буш боғаҙ!» тип ҡысҡыра. Кассиустың сираттағы ярышташы Арчи Мур — уның элекке остазы була. Ваҡытлы матбуғат һәм белгестәр Мурҙың еңеүенә өмөт итмәйҙәр, үҙе лә алышҡа тик аҡса етмәгәнлектән генә риза булыуын иҡрар итә. Бокс кисәһенә билеттар насар һатылғанлыҡтан, уны өс аҙнаға күсерергә ҡарар итәләр. Кассиус дүртенсе раундта еңәсәген алдан әйтә һәм шулай килеп сыҡһын өсөн ныҡ тырыша. Мур бер нисә тапҡыр башына эләктергәндән һуң «дөрөҫ» раундта йығыла. «Клей Джо Луисты биш алыштың дүртенсеһендә үк еңер ине», — тип әйтә Арчи көрәштән һуң.
Клей сираттағы ярышташы Чарли Пауэллды еңел генә еңеп сыға, ул уға Луисвиллда өсөнсө раундта нокаут яһай. Әммә Нью-Йорктағы Даг Джонсҡа ҡаршы алыш Кассиус өсөн көтмәгәндә едти һынауға әүерелә. Тәүге тапҡыр «Мэдисон-сквер-гарден» тарихында тамашасылар алышҡа тиклем ике көн эсендә бөтә билеттарҙы һатып алып бөтәләр. Джонс бик яҡшы һуғыша, Клейҙың һөжүменән оҫта янтая, үҙе лә ҡаршы һөжүм итә. Тигеҙ алыш бөтә тәғәйенләнгән ун раунд буйына бара, судьяларҙың бер тауыштан ҡарары менән кисәне алып барыусы Клейҙы еңеүсе тип иғлан итә.
Һөҙөмтәләр иғлан ителгәндән һуң тамашасылар «Мутлыҡ, мутлыҡ» (ингл. Fix, fix!) тип өҙөп-өҙөп ҡысҡыра башлай. Матбуғат конференцияһында Клей үҙен супермен тип атамай, ә The Ring журналы 1963 йылда был көрәште йыл алышы тип таный. Нью-Йоркта Кассиус Дрю Бандини Браун менән таныша, ул артабан яҡын дуҫына әйләнә һәм Клейҙың карьераһы дауамында уның мөйөшөндә тора. Британия боксеры Генри Купер менән көрәше 55 000 кешене йыя, алыш «Уэмбли» стадионында уҙа. Дүртенсе раундта гонгҡа тиклем бер нисә секунд ҡалғас, Купер Клейҙы ауыр нокдаунға ебәрә. Тергеҙелеүгә күберәк ваҡыт алыр өсөн, Клейҙың секунданттары хәйләгә баралар — раундтар араһындағы тәнәфестә улар Клейҙың бирсәткәһен йырталар. Запаста бирсәткәләр булмау сәбәпле, бер секундант улар артынан сисенеү бүлмәһенә китә. Шулай итеп, Кассиус хәл йыйып алыуға артыҡ ваҡыт ала. Бишенсе раундта Куперҙың ныҡ ҡырҡылған урыны асылып китә, һәм рефери уйынды туҡтата. Алыш бөткәндән һуң Клейға Сонни Листондың менеджеры Джек Нилон инә һәм уға: "Мин, беҙ әҙер, тип әйтергә 3000 миль осоп килдем, "- тип әйтә
# Мөхәммәт Али
## Биографияһы
### Профессиональ карьераһы
#### Донъя чемпионы исеме өсөн һуғышы
Даг Джонс өҫтөнән булған ышанысһыҙ еңеүе, Генри Купер яғынан алынған нокдауны сәбәпле Клейҙың донъя чемпионы менән көрәшкә әҙер микәнлеге белгестәрҙе уйға һала, Листон командаһы үҙенең боксерының еңеүенә ныҡ ышана, улар Кассиустың сағыу шәхесен тулы зал йыйыу өсөн ҡулланырға теләйҙәр, улар алдында үҙҙәренең чемпионы Кассиусты нокаутҡа ебәрәсәк, тип уйлайҙар. Көрәш тураһында рәсми иғлан ителгәндең тәүге көндәренән алып Клей Сонниға психологик баҫым яһай башлай. Журналистар алған һәр интервьюһында ул Листонды түбәнһетергә маташа.
Үлсәнгән ваҡытта Клей үҙен тейешенсә тотмай, шуға уны штрафҡа юлыҡтыралар. Ул янауҙар, юрауҙар әйтеп ҡысҡырына, ә йөрәгенең тибеше ҡабалан була, медицина тикшереүе үткәргән врачтар Клейҙың ваҡытлыса аңының томаланыуын әйтәләр. Алыш башланғандан һуң Кассиус Листон тирәләй уратып йөрөй башлай, уның көслө һуғыуҙарынан ҡаса һәм үҙе контратакалай. Өсөнсө раундта һынылыш китә — Клей асыҡтан-асыҡ уйында чемпиондан арттырып ебәрә. Уның бер уңышлы комбинацияһынан һуң Листон тәнтерәкләй башлай, ул саҡ йығылмай ҡала. Тулыһынса отолған раундта Сонниның һул күҙе аҫтындағы ҡырҡылған урыны асыла, уң күҙе аҫтында шеш барлыҡҡа килә. Көтмәгәндә дүртенсе раунд барышында Клейҙың күреү һәләте менән проблемалар килеп сыға, күҙҙәрендә көслө ауыртыу кисерә башлай. Кассиус бөтөнләй тиерлек бер нәмә лә күрмәй, ул тренерынан бирсәткәләрен сисеүен һорай, Анджело Данди ауыр моментта һалҡын ҡанлылыҡ күрһәтә, сираттағы раундҡа Листондың атакаһынан һаҡланып, ринг буйлап хәрәкәт итергә тигән задание менән генә үҙенең көрәшсеһен сығара. Клейға чемпиондың ауыр һөжүмен уткәреп ебәрмәү мөмкинлеге була, ә бишенсе раундта күреү һәләте тергеҙелә. Кассиус яңынан рингта өҫтөнлөк ала, Сонниға күп тапҡыр тәңгәл эләктерә, һәм Листон алышты дауам итеүҙән баш тарта. 22 йәшендә Клей ауыр үлсәмдә донъя чемпионы исемен яулай.
# Мөхәммәт Али
## Биографияһы
### Профессиональ карьераһы
#### «Ислам милләте менән бәйләнеше»
Листон менән булған алыштан һуң Клей рәсми рәүештә үҙенең «Ислам милләтенә» инеүе тураһында иғлан итә. Бынан һуң барыһы ла уны Кассиус Икс тип атарға тейеш булалар (ойошма ағзалары үҙ фамилияһынан баш тарталар, сөнки уны аҡ тәнле ҡол биләүселәрҙән килгән тип һанайҙар). Малкольм Икс Кассиусты ҡара тәнле американлыларҙың иң данлыҡлы спортсыһы буласаҡ, тип хәбәр итә. Чикаголағы осрашыуҙа Мөхәммәт Элайджа, «Ислам милләте» менән профессиональ спортсыларҙың бәйләнешенә ҡарата каршылыҡлы хистәр кисерһә лә, йәш чемпионды ҡыуанып ҡаршы ала. Ойошмаға ингәндән һуң ике аҙна үткәс, Кассиус Икс яңы исем ала, Элайджа чемпионды ойошманың даими ағзалары өсөн һаҡланған тулы мосолман исеменә лайыҡ тип таба. Мөхәммәт Элайджа спортсыны ҡабул итә һәм уны Мөхәммәт Али тип атай.
Был яңылыҡҡа ҡарата йәмәғәтселектең реакцияһы күберәген кире була. Өлкән Кассиус, «Ислам мииләте» вәкилдәре улының башын бутай, һәм үҙенә ҡалһа үҙенең исемен ғорурлыҡ менән йөрөтәсәк, тип белдерә. Эд Лассман Бөтә донъя бокс берекмәһе президенты: «Клей бокс донъяһына зыян килтерҙ һәм йәштәргә насар өлгө күрһәтә»,- тип белдерә. Ул Алины титулынан мәхрүм итергә лә маташа, ләкин был нәтижә бирмәй, сөнки штаттарҙың бокс комиссиялары уның ҡарарын иғтибарһыҙ ҡалдыра. Мөхәммәт Нью-Йорктағы бокс кисәһенә килгәс, Гарри Марксон — «Мэдисон-сквер-гардендың» президенты — чемпиондың яңы исемен әйтергә баш тартып, репродукторҙан: «Залда донъя чемпионы Кассиус Клей ҡатнаша», — тип иғлан итә. Ҡара тәнле боксерҙар ҙа Алиның ҡарарына кире ҡарашта булалар. Джо Луис уны үҙенең көйәрмәндәрен ҡыйын хәлдә ҡалдырҙы тип һөйләй, ә Флойд Паттерсон чемпионды көрәшкә саҡырыуы тураһында ҡулхат яҙа. Паттерсон, Луис һымаҡ, «Ислам милләтен» Америкаға ҡаршы ойошма тип иҫәпләй. Али быларҙың бөтәһенә лә ғәҙәти манерала яуаплай, Луисты «маңҡа» тип атай, ә Паттерсонға: «Мин һинең менән 10 раунд алышам әле. Һин минең дин тураһында һөйләнең. Мин һинең менән уйнаясаҡмын. Аҙаҡ туҡмаясаҡмын», — тип әйтә.
1965 йылдың майында Сонни Листон менән үтәсәк икенсе көрәше алдынан Алиға һайлау ҡыйынлығы килеп баҫа. Малкольм Икстың Африка һәм Яҡын Көнсығыш илдәре буйлап сәйәхәт ҡылған ваҡытында уның аҡ тәнле кешеләргә ҡарата ҡарашы үҙгәрә, был Мөхәммәт Элайджа менән конфликттың көсәйеүенә сәбәп була. Һөҙөмтәлә Алиға ике остазының береһен һайларға тура килә. Ул Мөхәммәт Элайджаны һайлай, Листон менән алыштан һуң асыҡтан асыҡ уға булышлыҡ итә. Али менән Малкольмдың аралары Ганалағы аэропортта осрашҡанда өҙөлә. Малкольм яҡын дуҫын сәләмләй, әммә Али ҡулын бирмәй: «Һин хөрмәтле Мөхәммәт Элайджаны ташланың — был дөрөҫ түгел», — тип һалҡын яуаплай. Малкольм үлтерелгәндән һуң Али: «Ул минең дуҫым ине… „Ислам милләте“ ағзаһы булғанға тиклем», — тип белдерә.
Башта Листон менән Али араһындағы матч-реванш 1964 йылдың ноябрь айында «Бостон-гарденда» үтергә тейеш ине. Әммә алышҡа тиклем өс көн ҡалғас, Мөхәммәттең эсәк бүҫере көсәйеп китә, һәм уға операция яһарға мәжбүр булалар. Һуғышты 1965 йылдың 25 майына күсерәләр, ләкин был юлы Массачусеттың бокс комиссияһы килеп ҡыҫыла, ул алыш һөҙөмтәләренә енәйәтселәрҙең йоғонтоһо булыр тип рөхсәт бирмәй. Мэн штаты Льюистон ҡалаһының йәш мэры алышты үҙенең ҙур булмаған ҡалаһында үткәрергә тәҡдим итә.
Ҙур булмаған арена алыш кисәһендә тамашасылар менән шығырым тулы була, 4800 кешегә иҫәпләнгән залда 4200 кеше ҡатнаша. Букмекерҙар иҫәбе 5-кә 9 менән Листон файҙаһына була. Әммә уларҙың фаразлауҙарына ҡарамаҫтан, Али дәғүәсене уйын башынан һуң ике минут үткәнгә ҡарағанда ла кәмерәк нокаутҡа ебәрә. Аңғармаҫтан булған һөжүмдән Листон түшәмгә йығыла, ярһыуынан Мөхәммәт нейтраль мөйөшкә барып тормай, дошманына эйелеп: «Тор ҙа һуғыш, һин — әҙәм аҡтығы! Һине бит яман кеше тип иҫәпләйҙәр! Тик быға барыһы ла ышанмаясаҡ!» — тип ҡысҡыра.
Рефери — элекке донъя чемпионы Джерси Джо Уолкотт — Алины нейтраль мөйөшкә күсеп торорға мәжбүр итеп ҡарай, бының урынына чемпион ҡулдарын өҫкә күтәреп рингта бейей башлай. Аҙаҡ буталыш китә, Уолтер Мөхәммәттең ахырҙа мөйөшкә барып тороуына ирешә. Был тотонолған ваҡытҡа судья иҫәп асмай. Листон ҡыйынлыҡ менән аяғына баҫа, һәм алыш дауам итә, әммә «The Ring» журналы мөхәррире Нэт Флейшнер судьяны саҡырып, Листон рингтағы түшәмдә 17 секунд ятты, тип хәбәр итә. Уолкотт боксерҙарҙы мөйөштәргә урынлаштыра, һәм алыш рәсми рәүештә тамамлана.
Листон үҙен шул тиклем насар тоя, иҫенә килеү өсөн хатта еҫкәй торған тоҙ һорап ала. Сонниға булышлыҡ итеү өсөн уға сисенеү бүлмәһенә Флойд Паттерсон юнәлә, ул үҙе Листондан ике нокаут алған була. Был ваҡытта рингта Али интервью бирә, Листон юрамал йығылманы микән тип шикләнеүен белдерә. Ләкин видеоҡабатлауҙы ҡарағас, был яҡшы һуғыу булды тигән һығымтаға килә. Һуңыраҡ Сонни Алиның һуғып ебәреүенән шаҡ ҡатҡанын әйтә, әммә тормай, сөнки, әгәр ул торһа, Али уны үлтерер ине, тип уйлай. Титулын беренсе тапҡыр яҡлағандан һуң Мөхәммәт донъя боксы йондоҙо статусын ала, һәм уның едти ярышташтары булмай. Листон менән өсөнсө көрәшкә береһе лә риза булмай, ә беренсе сираттағы оппонентары — Кливленд Уильямс һәм Эдди Мачен, үҙҙәре үк Сонни тарафынан күптән түгел генә ҡыйратылған булалар. Алиның реаль ярышташтары булмағас, ул ял алып бөтә донъя туры буйлап сәйәхәт итә, Пуэрто-Рикоға, Швецияға, Лондонға һәм Белизға бара.
# Мөхәммәт Али
## Биографияһы
### Профессиональ карьераһы
#### Паттерсонға ҡаршы һуғышы
Али сәйәхәттән элекке донъя чемпионы Флойд Паттерсонды еңергә тигән маҡсат менән ҡайта. Бала саҡ кумиры Мөхәммәтте ваҡытлы матбуғатта йыш ҡына «Ислам милләте» менән бәйләнеше өсөн тәнҡитләй һәм ныҡышмалы рәүештә Клей тип атай. Али ла бурыслы булып ҡалмай, боксерҙарҙы көрәшкә әҙерләгән осорҙа Паттерсондың теңкәһенә тейә. Уға аҡ тәнлеләр араһында йәшәүе уңайлы тип ишара яһап, уның йәшәү рәүешен тәнҡитләй. Ауырлыҡты үлсәгән ваҡытта, Листон менән көрәш ваҡытындағы был процедураларға ҡарағанда ла, Мөхәммәт күпкә тынысыраҡ була. Алыш алдынан Паттерсонды күп танылған кешеләр хуплай, шул иҫәптә билдәле йырсы Фрэнк Синатра ла бар, иртәнсәк, алыш алдынан Флойд унда ҡунаҡ була. Кис Лас-Вегаста көслө ямғыр башлана, шул сәбәпле уйында тамашасылар һаны күп булмай (8000 кеше тирәһе). Рингҡа сығыр алдынан Али көрәшкә ҡарата пландары тураһында матбуғат менән уртаҡлаша, оппонентын тиҙ генә нокаутҡа ебәрмәйәҫен, тамашасылар күҙе алдында уны оҙаҡ «төшөрәсәген» әйтә. Беренсе раундта Али дәғүәсе тирәләй тәңгәл джебтар яһап әйләнә башлай, үҙе оппонентының киренке һөжүменән еңел генә янтая. Алдағы ун бер раундтарҙа ла Мөхәммәт Паттерсонға шул уҡ манерала бер ни эшләргә бирмәй, әммә үҙе лә хәл иткес итеп һөжүм итмәй, Һәм рефери һуғышты туҡтата. Алыш туҡтағандан һуң Паттерсонды оҙаҡ ҡына аңына килтерәләр, Али ярышташының шул тиклем күп һуғыуҙарға сыҙауына аптырағанын әйтә.
Али киләһе оппоненты аҡ тәнле канадалы Джордж Чувалоға ҡарата үҙенең ҡәҙимге телдән атакаһын башлай, уның менән алыш 1966 йылдың мартында үҙа. Мөхәмәт уны «һауыт-һаба йыуыусы» тип атай һәм алыш ябай ғына булыр инде, тип зарлана. Чувало үҙен ҡеүәтле көрәшсе тип һанай һәм чемпионды яҡын аранан һөжүм итәсәкмен, тип аҡлана. Ысын мәғәнәһендә Али бөтә көрәш дауамында өҫтөнлөк итә, ә ярышташы бик күп тәңгәл һуғыуҙарҙы үткәреп ебәрә, бары бер раундта ғына еңеп сыға ала. Алыш тамамланғас, Чувало Алины үҙе өсөн бик етеҙ тип әйтә. Шул уҡ йылдың май айында Кассиус Генри Куперға ҡаршы матч-реванш үткәреү өсөн Лондон ҡалаһына юллана. Куперҙың ҡырҡылған урыны асылып китеү сәбәпле алыш туҡтатылһа ла, был юлы Алиның еңеүенә шик ҡалмай. Көрәштән һуң Куперҙың промоутеры бындай ҡурҡыныс ҡырҡылыуҙы үҙ ғүмерендә күргәнем юҡ, тип әйтә. Үҙенең сираттағы көрәшен Али тағы Лондон ҡалаһында үткәрә, 6 авуста өс раундта Брайан Лондонды еңеп сығып, үҙ титулын яҡлай. Мөхәммәт Лондонды арҡандарға терәп ҡуйып, нәтижәле һуғыу юлдары менән тамамлап ҡуя. 1966 йылдың 10 сентябрендә Али титулының 6-сы тапҡыр яҡлауын үткәрә, алыш Германияла Франкфурт ҡалаһында уҙа, ярышташы булып урындағы чемпион Карл Милденбергер сығыш яһай. Мөхәммәт уны ун икенсе раундта техник нокаут менән еңә.
1966 йылдың август айында «Ислам милләте» яғынан адвокат яллана, ул Алиның хәрби хеҙмәттән азат ителеүе мәсьәләһе менән шөғөлләнергә тейеш була. Шундай шарты ла була: хатта армия Мөхәммәтте хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип тапһа ла, уны икенсе төрлө, мәҫәлән, ярҙамсы эштәрҙә ҡуллана алғандар — ә уны Али теләмәй. Саҡырылыу комиссияһына яҙған хатында ул дине тураһында һөйләп, һуғышта бер кем сифатында ла ҡатнаша алмаясағы тураһында яҙа. Әммә был мөрәжәғәте һөҙөмтә бирмәй, һәм саҡырыу комиссияһының ҡарары көсөндә ҡала. Һуғышҡа ҡаршы әйткән һүҙҙәре өсөн төрлө штаттарҙың спорт комиссиялары Али ҡатнашлығындағы көрәштәргә рөхсәт бирмәй. Шуға күрә уйындарын сит илдәрҙә үткәрергә мәжбүр була. 1966 йылда Мөхәммәт икешәр көрәш Канадала, Бөйөк Британияла һәм бер көрәшен ФРГ-ла үткәрә.
1966 йылдың 14 ноябрендә Али чемпион титулын етенсе тапҡыр яҡлап Кливленд Умльямс менән ҡаршы һуғыша. Уйын Техас штатының Хьюстон ҡалаһында, яңы төҙөлгән һәм донъяла беренсе күп маҡсатлы «Астродом» спорт ҡоролмаһында уҙа. Уҡ ваҡытта арена 46 000 тамашасыны һыйҙыра, ә килгән кешеләр һаны 40 000 ашыу була. Билдәле булыуынса, Уильямс үҙенең көслө һөжүмдәре менән танылған була, алыш үтеү мәленә ул 51 тапҡыр срогынан алда еңеү яулай. Көрәштә ҡатнашҡан Джо Луис Кливлендтың еңеүенә ныҡ ышана.
Беренсе раундта Али көрәштәше тирәләй джебтар яһап һәм уны аңларға тырышып әйләнә башлай, бөтә раунд буйына Уильямс бер тапҡыр ҙа чемпионға эләктерә алмай. Икенсе раунд башында Мөхәммәт ҡаршы һөжүм итеп уң яҡтан һуға, һәм дәғүәсе рингтың түшәменә йығыла, аҙаҡ тағы уға ике нокдаун эләгә, һәм алыш туҡталыуы тураһында гонг яңғырай. Уйын ҡағиҙәһенә ярашлы, раунд аҙағында нокдаунға эләккән боксер икенсе өс минутлыҡта көрәште дауам итә ала. Кливлендты күтәрәләр һәм ҡултыҡлап мөйөшкә алып барып ултырталар, һуңынан ул дүртенсе раундҡа сыға, әммә асыҡтан -асыҡ туҡмалыуға дусар була, һәм раунд уртаһында рефери алышты туҡтата. Алиның карьераһындағы был алышын ҡайһы бер белгестәр сифаты буйынса иң яҡшы көрәше тип иҫәпләйҙәр, сөнки ул бер хата ла яһамай
Үҙенең Зора Фолей менән булған киләһе алышын «Мэдисон-сквер-гарденда» үткәрә. Чемпион аыур дивизион элитаһына инмәгән Фолейҙы еңел генә еңә. Нью-Йоркта йәшәүселәрҙең күҙ алдында дәғүәсене етенсе раундта нокаутҡа ебәрә. Алиның был көрәше бокстан айырылыуы алдынан һуңғыһы була. Артабан рингҡа тик өс йылдан һуң ғына сыға
# Мөхәммәт Али
## Биографияһы
### Профессиональ карьераһы
#### Армия хеҙмәтен үтәүҙән баш тартыуы.
1967 йылдың апрель айында Али рәсми рәүештә хәрби хеҙмәтте үтеүҙән баш тарта. Бер сәғәт үтер үтмәҫтән Нью-Йорк штатының Спорт комиссияһы бокс лицензияһынан мәхрүм итә һәм уны донъя чемпионы тип таныуҙан баш тарта — быны улар ғәйепләүҙе рәсми белдергәнгә тиклем эшләйҙәр. Техас һәм Калифорния штаттары Нью-Йорк миҫалына эйәрә, һуңыраҡ уларға Бөтә донъя бокс берекмәһе лә ла ҡушыла. 1967 йылдың 19 июнендә Алиның эшен ҡарап суд үтә, яҡлаусы яҡтың Мөхәммәткә хәрби хеҙмәтте үтмәүҙең законлы нигеҙе юҡ, тип билдәләй юристар. «Ислам милләтенең» меңәрләгән ағзалары процесс барған урынға, Хьюстонға килеп ҙур демонстрация ойошторорға планлаштыра, әммә Али быны эшләмәҫкә һорап телмәр тота. 20 июлдә присяжныйҙар составы билдәләнә- унда 6 ҡатын-ҡыҙ һәм 6 ир кеше, бөтәһе лә аҡ тәнлеләр, туғыҙ сәғәт буйына эште судта ҡарағандан һуң фекер алышыуға сығып китәләр, 21 минут үтеү менән залға әйләнеп ҡайтып, ғәйепле тигән вердикт иғлан итәләр. Алиның командаһы апелляцияға бирә, уның буйынса суд Яңы Орлеанда үтә. Апелляция ҡабул ителмәй, Һәм Мөхәмәткә АҠШ-тың Юғары судында тыңлауҙарҙы дауам итергә генә ҡала.
Бокстан айырылып торған мәленә Али 3 миллиондан ашыу доллар аҡса эшләй. Аҡсаһының күп өлөшө ҙур булған әйләнә тирәһен аҫырауға китә. Яҡынса 100 000 долларын пенсия фондына һала, шулай уҡ, «Ислам милләте» кәңәше буйынса ваҡ мосолман ойошмаларына бирә. Һалыуҙарҙан килгән килем Алиға ярҙам итә, әммә тулыһынса сығымдарын ҡаплай алмай. 1969 йылда ул Бродвей Big Time White Buck.мюзиклында уйнай. Постановканы тиҙ генә ябыуҙарына ҡарамаҫтан, Али тәнҡитселәрҙең ыңғай баһаларын ала. Һуңыраҡ ул A/K/A Cassius Clay документаль фильмында төшә һәм 7000 доллар күләмендә гонорар ала. Шул уҡ йылда Али гамбургерҙарҙы рекламалау өсөн үҙенең исемен ҡулланыу хоҡуғын һатып, 900 000 доллар аҡса ала. Шулай уҡ 200 000 долларға «Бөйөк» (ингл. The Greatest) тигән исем аҫтындағы автобиографияһын һата. Иҫәбендә ныҡ ҙур сумма аҡса булһа ла, ул апелляцияның уңышлы булыуына ышанмай, бокстан китеүе тураһында әйтә башлай. Esquire журналына биргән интервьюһында ул карьераһын тамамлап, ғүмерен ярлыларға ярҙам итеүгә бағышлаясағын һөйләй.
Мәжбүри булған ял араһында Мөхәммәт оратор карьераһын уңышлы башлап ебәрә, илдең күп университеттары уны түләүле нигеҙҙә лекция уҡыуға саҡыра. Был сығыштарында Али үҙенең Вьетнамдағы һуғышҡа кире мөнәсәбәттә булыуына ҡарамаҫтан, йәштәрҙең кумиры булып ҡалыуына аптырай. Мөхәммәт колледждарҙа ярҙам таба, күп талиптар шулай уҡ һуғышҡа ҡаршы була, уны аяғүрә алҡышлайҙар. Был Алиға ныҡ тәҫьир итә, хатта илдең расаға бүленеүенә ныҡлы ышанһа ла, берәй заман был ижтимағи мәсьәләләр хәл ителер тип уйлай. 1967 йылда Али транспорт сараһын дөрөҫ түгел категориялы хоҡуғы менән йөрөткәне өсөн ун көн Флорида штатының төрмәһендә ултырып сыға.
1969 йылдың апрелендә АВС каналына биргән интервьюһында Али, әгәр уға яҡшы түләһәләр, рингҡа ҡыуанып сығырын әйтә. Мөхәмәт Элайджа Мөхәмәттең был һүҙҙәрен ишеткәс ярһый, «Ислам милләтенән» бер йылға айыра, һәм Али, Аллаға хеҙмәт итеүгә ҡарағанда, аҡ тәнлеләрҙең аҡсаһына күберәк мохтаж, тип белдерә. Мөхәммәт быны ауыр кисерә, әммә килеп сыҡҡан хәлде Аллаһ тарафынан ебәрелгән һынау тип ҡабул итә һәм үҙенең телмәрҙәрендә Элайджаны данлап һөйләүен дауам итә.
Алиның булмауы ваҡытында Бөтә донъя бокс кәңәшмәһе һәм Бөтә донъя бокс берекмәһе (WBA) яңы донъя чемпионын билдәләү буйынса процесс башлай. Филадельфиянан 1964 йылғы Олимпия чемпионы Джо Фрейзер донъя чемпионы булып иҫәпләнеп китә. Карьераһының башында ул бокстың күтәрелеп килгән йондоҙо булып һаналмай, шунлыҡтан ауыр дивизион үрҙәренә ҡыйынлыҡ менән юл яра. 1970 йылдың 16 февралендә берләшкән көрәштә Джимми Эллисты еңеп, абсолют донъя чемпионы була.
Шул уҡ ваҡытта Алиның әйләнә тирәһендәге кешеләр Мөхәмәткә уйынын үткәрергә урын табырға маташалар. Хатта спорт комиссиялары санкцияһы ҡағылмаған индеецтар резервацияһы ла күҙ уңында тотола. Ләкин был тырышыуҙар уңышҡа өлгәшмәй, сөнки АҠШ-тың аҫаба халҡы изге ерҙәренең аяуһыҙ спорт менән бысраныуын теләмәй. Шулай уҡ алыштарҙы үткәреү тураһында һөйләшеүҙәр Тихуана (Мексика) менән алып барыла, әммә АҠШ-тың хөкүмәте Алиға илде ҡалдырып китеүгә рөхсәт бирмәй.
# Мөхәммәт Али
## Биографияһы
### Профессиональ карьераһы
#### Боксҡа ҡайтыуы
1970 йылдың башында Атланта ҡалаһында. Алиның көрәшен үткәреү тураһында һөйләшеүҙәр башлана. Джорджия штатында спорт комиссияһы булмау сәбәпле, уйынды үткәреүгә ҡала хакимиәте рөхсәт итә. Сығышты Али Джо Фрейзерға ҡаршы булыр тип өмөт итә, әммә чемпион баш тарта, шул ваҡытта аҡ тәнле йәш боксер һайлана. Джорджияның губернаторы Лестер Мэддокс штатта алышты үткәреүгә риза булмай һәм Атланта халҡын уйындарҙы кире ҡағыу буйынса бойкот белдереүгә өндәй. Шуға ҡарамаҫтан, алыш кисәһендә аншлаг була, күпселек тамашасылар Алины хуплау өсөн килә. Ул беренсе раундта уҡ ышаныслы еңә һәм элеккегә ҡарағанда ла сағыштырмаса мыҡты кәүҙәле күренә. Әммә икенсе раундта кәүҙәһенә аныҡ һул хукты үткәреп ебәрә, һәм һуғыш бер тигеҙ төҫ ала. Өсөнсө раундта Куорриның күҙе тирәһендә ныҡ теленгән урыны асылып китә, шаһиттар раҫлауы буйынса яраһы урынында хатта һөйәге лә күренә. Джерриның протест белдереүенә ҡарамаҫтан, рефери уйынды туҡтата. Матбуғат конференцияһында Куорриға Али аңлы рәүештә йәрәхәт иттеме, тигән һорауға ул ярышташының ҡәғиҙә сиктәрендә эш итеүен, ә ҡырҡылған урыны үң ҡул менән тәңгәл һуғыуҙан асылғанын әйтә.
1971 йылдың 28 июнендә АҠШ-тың Юғары суды Алиның эше буйынса ыңғай ҡарар сығара. Алты судья Кентукки штатының Саҡырыу комиссияһы Мөхәммәттең дини ҡараштарын иҫәпкә алмай хата ебәргән, тигән һығымтаға килә. Шулай итеп, судьяларҙың бер тауыштан булған ҡарары менән Али аҡлана һәм бөтә хоҡуҡтары ла тергеҙелә, ул яңынан донъя буйлап сәйәхәт итә һәм планетаның теләһә ниндәй нөктәләрендә алыштарын үткәрә ала. Алиның яҡындары илдең төп бокс ареналарына ҡайтыуы буйынса эш башлай. Улар араһында беренсе булып легендар «Мэдисон-сквер-гарден» була, әммә бының өсөн Нью-Йорк штаты Атлетик комиссияһының лицензияһын тергеҙеү талап ителә. Ул ваҡытта комиссиялар тарафынан холоҡ төҙәтеү учреждениеларында ултырған боксерҙарға амнистия үткәрелә, бының менән Алиның яҡлаусылары ла файҙалана. Улар клиентының рөхсәт ҡағыҙын тергеҙеүгә ирешәләр, сөнки кире яуап уға ҡарата хоҡуҡтарын сикләү һымаҡ күренер ине.
Тиҙҙән Аргентина боксеры Оскар Бонавенаға ҡаршы көрәше ойошторола. Быға тиклем Бонавена ике тапҡыр Фрейзер менән осраша, һәм ике алыш та һуңғыһы өсөн уңышһыҙ тамамлана, беренсеһендә чемпион хатта нокдаунда була. Алыш кисәһендә «Мэдисон-сквер-гарден» залы шығырым тулы була. Тәүге туғыҙ раундта Али ҙур булмаған өҫтөнлөккә эйә була, әммә аргентиналы ныҡышмалы рәүештә алға бара. Туғыҙынсы раундта Мөхәмәт көрәште тамалау ниәтендә көслө һөжүм итә, сөнки бер көн алдан ул был раундта еңәсәген фаразлай. Бонавена һөхүмде уңышлы кире ҡаға һәм ныҡ арыған Алиның башына тәңгәл һуғып ебәрә. Артабан алыш тигеҙ бара, тик 15-се раундта Али аргентиналыны ауыр нокдаунға ебәрә. Бонавена күтәрелә ала, әммә ул тағы ике тапҡыр рингтың түшәмендә булып ала, шунан һуң рефери көрәште туҡтата.
# Мөхәммәт Али
## Биографияһы
### Профессиональ карьераһы
#### «Быуат һуғышы»
1970 йылдың 30 декабрендә Али менән Джо Фрейзер «Мэдисон-сквер-гарденда» уникаль көрәш үткәреү өсөн контракт төҙөйҙәр: тарихта тәүге тапҡыр еңелмәгән элекке чемпион һәм еңелмәгән ғәмәлдәге чемпион осрашасаҡ. Бөтә билеттар алдан һатылып бөтә, 35 ил алышты тура эфирҙа ҡараясаҡ. Был 1938 йылдан алып бокс донъяһында иң көтөп алынған ваҡиға була, ул саҡта рингта Джо Луис һәм Макс Шмелинг осрашҡандар ине. Күбеһе был алыш донъя спорты тарихына инәсәк тигән фекерҙә була. Мәлдең мөһимлеген тойоп, Мөхәмәт матбуғатта Фрейзерҙы нығыраҡ әрнетергә тырыша. Ул уны зәғиф, йә горилла, йә Том ағай тип атай. Аҡ тәнле адвокаттар Алины төрмәнән йолоп алып ҡалдылар, ә ул уны Том ағай тип атарға баҙнат итте тип яҙа Джо автобиографияһында. Фрейзерҙың ныҡ асыуы килә һәм ул нисек тә булһа Алинан үс алырға теләй. 1971 йылдың 8 мартында алыш кисәһендә залда бик күп арҙаҡлы шәхестәр ҡатнаша, ринг алдында Хью Хефнер, Барбара Стрейзанд, Билл Косби һәм башҡалар ултыра. Дастин Хоффман менән Дайана Россты пресс-зонанан ҡыуып сығаралар, сөнки улар унда булыу хоҡуғына эйә булмайҙар, Фрэнк Синатра йәшенеп, фотограф урынынан көрәште күҙәтә.
Алыштың башы тигеҙ көрәштә бара, Мөхәммәттең даими рәүештә кәүҙәһенә көслө һуғыуҙар эләктереп, Фрейзерҙы аралыҡта тота алмағанлығы күҙгә ташлана. Уйын уртаһында арҡанға арты менән тороп, Али һаҡлана башлай, бер ыңғайҙан Фрейзерҙың ҡолағына: «Һин белмәнеңме ней, мин Хоҙай икәнлекте?»- тип ҡысҡырырға өлгөрә. Мөхәммәт алтынсы раундта үҙенең еңеүен юрай, әммә Джо өҫтөн сыға. Ул Алины арҡандан ебәрмәй, башына, тәненә бер -бер артлы һуға. Алыш реферийы Артур Мерканте Алиның бер нисә раундта отолғанын иҫләй, һигеҙенсе раундта ул боксерға һуғышырға кәрәк тип күрһәтмәләр бирә. Туғыҙынсы раундта Али уңышлы комбинация үткәреп, инициативаны үҙ ҡулына ала, ләкин 11-се раундта ул еңелеүгә яҡын була, Фрейзер уны тағы арҡанға ҡыҫып тотоп, бер нисә аныҡ хук эләктерә, Али ринг аша артҡа сигенә. Джоны шаяртып, был раундта үҙенә нисек ҡыйын булғанын күрһәтмәҫкә тырыша. Көрәш аҙағында Мөхәмәт һуңғы көсөн йыйып алға бара, Фрейзер ошонан файҙаланып, көслө итеп уның башына һуға, Али рингтың түшәменә йығыла. Күптәргә Али тормаҫ кеүек тойола, һуғыу шул тиклем көслө һәм тәңгәл була, әммә Мөхәммәт бөтәһен дә аптыратып, шунда уҡ килеп тора һәм алышты аяғүрә баҫып тамамлай. Фрейзер судьяларҙың бер тауыштан ҡарары менән еңә һәм Алиға профессиональ карьераһында беренсе еңелеү килтерә. Икенсе көнө, матбуғат конференцияһында, Мөхәммәт үҙенең еңелеүендә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс нәмә юҡ, тип фәлсәфәүи билдәләп үтә.
1971 йылдың июнь айында Алиның командаһы «Лос-Анджелес Лейкерс» баскетбол командаһы ағзаһы Уилт Чемберленға ҡаршы күргәҙмә алышы ойошторорға маташа. Көрәш ҙур коммерция уңышы вәғәҙә итә, әммә ул үткәрелмәй ҡала. Мөхәммәт 1971 йылда тағы ла өс көрәштә, 1972 йылда алты көрәштә ҡатнаша, бөтәһендә лә еңеп сыға, ә алтыһында уйынды ваҡытынан алда тамамлай. 1972 йылдың 20 сентябрендә Али икенсе тапҡыр бала саҡ кумиры Флойд Паттерсон менән осраша. Алтынсы раундта Паттерсондың күҙе эргәһендәге ҡырҡылған урыны асылып китә, етенсе раундта күҙен бөтөнләй шеш ҡаплай, һәм Флойд көрәште дауам итеүҙән баш тарта. Был һуғышы Паттерсондың профессиональ карьераһында һуңғыһы була.
Ошо ваҡытта Джо Фрейзер олимпия чемпионы Джордж Форман менән ҡаршы һуғышта еңелеп, титулын юғалта, бынан һуң Алиға уның менән менән матч-реванш мөмкинлеге тыуа. 1973 йылдың 31 мартында Мөхәмәт Кен Нортон менән осраша, дәғүәсенең бер ҡасан да мөһим алыштары булмай, ә һуңғы көрәше өсөн барлығы 300 доллар ала. Быға ҡарамаҫтан Нортон Фрейзерҙың күнекмәләрҙәге партнеры була һәм Али менән булған көрәшкә ныҡ әҙерләнә. Икенсе раундта Кен тура һуғып, Мөхәммәттең яңағын һындыра. Алиның мөйөш докторы алышты туҡтатырға теләй, әммә боксер быны эшләүҙе тыя. Уйын 12 раунд буйы дауам итә, судьяларҙың айырым ҡарары менән Али еңелә. Боксерҙың яңағына операция яһаған табип Мөхәммәттең шундай йәрәхәт менән көрәште дауам итә алыуына аптырай. Алиның күп дошмандары матбуғатта Алиның карьераһы аҙағына етеп килә, инде юғары һөҙөмтәләр күрһәтеүгә һәләтле түгел тигән имеш-мимештәр тарата башлай. Шуға ҡарамаҫтан, Али алты ай буйы дауаланғандан һуң яңынан Нортон менән осраша. Бик ауыр булған 12-се раундта Мөхәммәт еңеү яулай. Нортон менән булған реванштан һуң «Мэдисон-сквер-гарденда» Фрейзер менән үтәсәк икенсе алышҡа ерлек әҙерләнә. Бынан алда Али Индонезияла ауыр үлсәмдәге голланд боксеры Руди Лабберс менән алыша. Һуғыш дауамында Мөхәмәт өҫтөнлөк итә һәм судьяларҙың бер тауыштан ҡарары менән еңеп сыға. Көрәш үткәреүҙән бер нисә ай элек Али матбуғатта Джоға ҡарата бәйләнеүҙәрен башлай. Фрейзер күнекмәләргә тупланырға һәм уның сығыштарына иғтибар итмәҫкә тырыша. Әммә АВС каналында интервью ваҡытында Фрейзерҙың сыҙамлығы етмәй, һәм ул Али менән тура эфирҙа эләгешеп китә. 1974 йылдың 28 ғинуарында алыш була торған көндә «Мэдисон-сквер-гарденда» аншлаг була, зал билдәле кешеләр менән шығырым тула, улар араһында кесе Джон Кеннеди, ғәмәлдәге донъя чемпионы Джордж Форман була. Тәүге уйындан айырмалы рәүештә, Али көрәште арҡандар эргәһендә түгел, ә ринг буйлап хәрәкәт итеүгә, күберәк джебтар яһауға туплай. Саҡ ҡына ҡурҡыныста ла Мөхәммәт дошманының ҡулдарын «бәйләй» һәм уға һуғырға мөмкинлек бирмәй. Икенсе раундтың аҙағында Али Фрейзерҙың башына теүәл уң хук эләктерә, ярышташының быуындары тотмай китә. Тәңгәл һуҡҡандан һуң Али һөжүмен көсәйтә, әммә рефери яңылышлыҡ ебәрә: раунд тамамланған икән тип, алышты туҡтата һәм Джоға тергеҙелеү өсөн, боксерҙарҙы мөйөштәргә ебәрә. Ләкин рерфериның хатаһы ла Джоға ярҙам итмәй, ул 12 раунд дауамында һис бер ни эшләй алмай, һәм судьялар бер тауыштан еңеүҙе Алиға бирәләр. Уйындан һуң Джо судья ҡарары менән килешмәй, был еңеүҙе унан урлап алдылар тип асыҡтан-асыҡ белдерә, һәм ярышташы алыш ваҡытында «бысраҡ» эш итте, тип аҡлана.
# Мөхәммәт Али
## Биографияһы
### Профессиональ карьераһы
#### «Джунглила гөрһөлдәү»
Фрейзер менән көрәшеп еңгәндән һуң Али тағы донъя чемпионы титулы өсөн һуғышырға әҙер була, ул титулды әле йәш боксер Джордж Форман биләй. Уйындың ойошторусыһы булып йәш промоутер Дон Кинг сығыш яһай, был алыш уның карьераһында беренсе була. Нәҡ Кинг алышты Заир диктаторы Моубуту менән һөйләшеп һәм бүләк фондына 12 миллион доллар бүлеүгә күндереп, Африкала үткәреүҙе тәҡдим итә (Һәр боксерға 5-әр миллион эләгә). Шулай уҡ Моубуту аҡсаһына инфраструктура төҙөлә, телевидение һәм радио аша трансляция яһау өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алына. Бөтә ваҡ-төйәктәр яйға һалынып бөткәс, тәүге тапҡыр бокс тарихында донъя чемпионы исеменә ауыр үлсәмдәге көрәш африка континентында уҙасағы асыҡлана.
Ауыр тропик климат булғанлыҡтан, боксерҙар Заирға алдан киләләр һәм 1974 йылдың йәйен шунда үткәрәләр. Форман Заирҙың баш ҡалаһы Киншаса ҡалаһының ҡунаҡханаһында күнемәләр үтеүҙе хуп күрә, ә Али ябай кешеләр менән аралашыуға өҫтөнлөк бирә, ул балалар менән бергә югерә, күп асыҡ күнекмәләр уҙғара. Уны һәр ваҡыт табыныусылар уратып ала, уларҙың ыңғай энергияһынан көс ала. Урындағы халыҡтың хуплауына ҡарамаҫтан, Алиның йәш чемпионды еңә аласағына күптәр ышанмай. Был мәлгә Формандың ваҡытынан алда тамамланған 37 ярышында бер еңелеү ҙә булмаған 40 еңеүе иҫәпләнә. Ул Алинан өҫтөн сыҡҡан боксерҙар Кен Нортонды һәм Джо Фрейзерҙы еңел генә нокаутҡа ебәрә. Джордж һәр ваҡытта нокаутҡа оҫта ебәреүсе һымаҡ таныла, ә букмерҙарҙың 1-гә 3 ҡуйылған аҡсалары уның файҙаһына була. Башта ярыш 25 сентябрҙа үтергә тейеш була, әммә Формандың күнекмәләр ваҡытындағы алған ҡырҡылыуҙары сәбәпле, алышты 30 сентябрға күсерергә тура килә.
Али көрәш алдының һуңғы көндәрендә Форманға ҡарата психологик тәҫьирен көсәйтеп ебәрә, уның шул ваҡытта әйтелгән; «Джордж Формандың шәүлә менән бокста көрәшкәнен, һәм шәүләнең уны еңгәнен күрҙем»,- тигән цитатаһы тарихҡа инә. Форман еңеп сығыуына ышанғалыҡтан, үҙен тыныс тота. Бер көн алдан ике боксер ҙа Мобуту ойошторған кисәгә баралар. Иртәгәһенә Али һәм яҡындары автобустарға ултырып 20 май исемендәге стадионға юлланалар, унда 60 000 кеше, күбеһе Алиның көйәрмәндәре, көтә. Бокс традицияһына ярашлы, Али дәғүәсе булараҡ рингҡа беренсе сыға. Али сисенеү булмәһенән, фанаттарҙан ҡурсалау өсөн тип Заир армияһы һалдаттарынан теҙелгән коридор буйлап үтә. Боксерҙарҙы ямғырҙан һаҡлау өсөн ринг өҫтөнән ваҡытлыса ҡыйыҡ эшләнә, сөнки синоптиктар күҙаллауы буйынса ямғыр булырға тейеш ине.
10 минуттан һуң Америка флагын тотоп чемпион күренә, уның менән Арчи Мур — данлыҡлы боксер сыға, быға тиклем үҙенең карьераһында Мөхәмәт уны нокаутҡа ебәргәйне. Рефери боксерҙарға көрәш ҡағиҙәләрен хәтерҙәренә төшөрөп торған арала, Али Форманға ҡарата психологик атакаһын башлай: «Һин минең турала сабый сағыңда ишеттең. Бәләкәй малай сағыңда мине күҙәттең. Хәҙер мине — уҡытыусыңды осраттың», — тип әйтә.
Ярайһы уҡ дымлылыҡ шарттарында һәм һауа температураһының юғары булыуы арҡаһында ике боксер ҙа беренсе раундта уҡ бирешә башлай. Форман Алиға хәрәкәт итергә мөмкинлек бирмәй, арҡандар эргәһендә ҡыуып етеп, уның кәүҙәһенә, башына көслө итеп эләктерә башлай. Мөхәмәт ярышташының уның ринг буйлап нисек күсеп йөрөрөн яҡшы һиҙгәнен аңлап ҡала. Шунлыҡтан икенсе раунд уртаһында ул һаҡланырға тырышып, арҡанға аҫылынып тора һәм беренсе мөмкинлектә үк һөжүм итергә маташа. Али Фрейзерға ҡаршы уның менән менән тәүге көрәшенә оҡшаған тактиканы һайлай, тик хәҙер ул бик яҡшы физик формала булыуы менән айырыла. Рефериға арҡандарҙы тарттырып ҡуйыу һәр ваҡытта ла килеп сыҡмай, сөнки боксерҙар унда бөтә ауылыҡтары менән аҫылынып тора. Был Мөхәмәткә өҫтөнлөк бирә, сөнки был һаҡланыу маневры өсөн күберәк өҫтәлмә буш урын тәьмин итә. Алыштың тәүге яртыһында ул бер нисә көслө һуғылыуға дусар була, был саҡ ярышты ослап ҡуймай, Алиның һүҙҙәре буйынса, был һуғылыуҙан һуң хатта күҙенә галлюцинациялар күренеп китә. Джордж шулай уҡ башҡа күп тапҡыр ҡеүәтле, ләкин ситтән йәки өҫтән-мөҫтән бәреүҙәр үткәрә торғас, тамам хәлдән тая. Бишенсе раундтан һуң Формандың мөйөшө алышты туҡтатыуҙы һәм рингтағы арҡанды тарттырыуҙы һорай. Әммә рефери үтенестәрен иғтибарһыҙ ҡалдыра. Был ваҡытҡа чемпион талсыҡҡан төҫ ала, Али уның ҡолағына: «Күрһәт үҙеңдең яҡшы һуғыуыңды», — тип ҡысҡырып өлгөрә. Етенсе раундта Али ярышта өҫтөнлөк ала башлай, күп тапҡыр тәңгәл джебтар менән һуға. Һигеҙенсе раундҡа Джордж һуңғы көсөн дә юғалта, ә Али раунд бөтөүгә сигнал алдынан уң-һул-уң комбинацияларын үткәрә, был йәш чемпионды тетрәндерә. Форман арҡанға терәлгән сағында, Мөхәммәт аныҡ һөжүм үткәрә һәм Форманды түшәмгә йыға. Джордж 9 иҫәбенә килеп тора, әммә рефери алышты туҡтатырға ҡарар итә. Бөтә стадион аяҡ үрә баҫа, «Али, үлтер уны!», — тигән өҙөк-өҙөк тауыштар ишетелә. Көрәштән һуң Мөхәммәт карьераһын тамамларға йыйынмауы тураһында иғлан итә, был алыштан һуң уға үҙенә үҙе биргән «Бөйөк» тигән ҡушамат тағыла. Формандың иһә әхлаҡи яҡтан рухы төшә, еңелеүенә төрлө сәбәптәр таба (йә арҡан бушаҡ, йә рефери тиҙ һанай, йә һыу ағыуланған).
Форман менән көрәштән һуң Али дандың иң юғары нөктәһендә була, фаворит булып һаналған чемпионды был алышта еңә. Мөхәмәт 5,5 миллион доллар ала, был Луис Джо, Рокки Марчиано һәм Демпси Джек үҙҙәренең карьераларында эшләп алған алған аҡсанан күпкә артығыраҡ. Һәм иң мөһиме, ул барыһына ла үҙен әле иртәрәк иҫәптән төшөрөп ҡалдырҙыуҙарын иҫбатлай. Форманды еңгәндән һуң бер нисә аҙна үткәс, АҠШ президенты Джеральд Форд Алины Аҡ йортҡа саҡыра. Күптән түгел генә быны күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын булыр ине, сөнки Мөхәммәт үҙенең һуғышҡа ҡаршы сығыштары менән хөкүмәт етәкселәренең йәберендә була. Фордҡа Али менән әңгәмә оҡшай, аҙаҡ ул уны принципиаль кеше тип атай. Спорт баҫмалары Мөхәмәтте һәр төрлө бүләкләй башлайҙар (The Ring журналы Алины йыл боксеры, Sports Illustrated — йыл спортсыһы тип атай).
1975 йылдың 25 февралендә Мөхәмәт Элайджа вафат була — Али өсөн был ауыр ҡайғыға әүерелә. Элайджа уның рухи атаһы була, һәм уның үлеменән һуң Мөхәмәт ныҡ төшөнкөлөккә бирелә. «Ислам милләте» башлығын юғалтҡас, төрлө фракцияларға тарҡала. Ҡайғыһына ҡарамаҫтан, Мөхәмәт Элайджаның һәр яҡлап килгән кеше түгеллеген аңлай, сөнки тормошоноң килешһеҙ яҡтары тураһында имеш-мимештәр йөрөй. Шунлыҡтан Али Элайджаның улы Уоллесҡа эйәрергә ҡарар итә, ул аҡ тәнлеләргә ҡарата сабыр ҡарашта булырға өндәй. Шуныһы ҡыҙыҡ, шундай уҡ фекерҙе Алиға үлере алдынан Малкольм Икс та һеңдерергә теләгәйне, әммә Али уны ҡабул итмәгәйне.
Донъя чемпионы титулын ҡайтарып алғас, Алиның спортта тағы бер маҡсаты ҡала — ул өсөнсө тапҡыр Фрейзер менән осрашырға теләй. Был алышҡа тиклем ул Чак Уэпнерҙы, Рон Лайлды һәм Джо Багнерҙы еңеп сыға. Был көрәштәрендә иртә нокауттарға ебәреү булмаһа ла, бөтәһендә лә ышаныслы еңеү яулай. Тик Уэпнер менән булған көрәш кенә ташлама булып иҫәпләнә, сөнки уйын барышында Мөхәммәт нокдаунға эләгә, әммә һуңғы раундта алышты ваҡытынан алда бөтөрөүгә ирешә. Залда ултырған йәш актёр Сильвестр Сталлонены был көрәш атаҡлы «Рокки» сценарийын яҙыуға рухландыра һәм уның йондоҙло карьераһына старт бирә. Был ярыштан һуң Али Тони Перестың судьялығы тураһында киҫкен фекер әйтә, уны «әшәке эт» тип атай. Рефери Мөхәмәтте судҡа бирә, әммә эше отола, аҙаҡ ике яҡ та килешәләр, ә Мөхәммәт Пересты хатта үбеп ала.
# Мөхәммәт Али
## Биографияһы
### Профессиональ карьераһы
#### «Манилалағы триллер»
Алиның Фрейзер менән өсөнсө алышын Филиппиндың баш ҡалаһы Манилала үткәреүгә ҡарар ителә. Ил президенты Фердинанд Маркос Заирҙан Мобуту кеүек үк бүләк фонды булдыра, ул 14 миллион доллар тәшкил итә, боксерҙар уны 9 миллион Алиға, 5 миллион Фрейзерға нисбәтендә бүлешәләр. Алыш үтеү мәленә Али ҡатыны Мелинда менән айырылышыу сигендә була. Президент Маркос менән осрашыуында Али үҙенең әхирәте Вероника Поршты ҡатыны итеп таныштыра. был әлбиттә киң мәғлүмәт сараларында фашлана. Алыштан аҙ ғына алда Али Фрейзер өҫтөнән мыҫҡыллауҙарын башлап ебәрә.Ул уны горилла тип атай, һәр ерҙә маймыл ҡурсағын алып йөрөп, уңайлы форсат табып, уны туҡмай, үҙе һөйләнеп: «Әйҙә, горилла, Манилала триллер ойошторабыҙ,»- тип кешеләрҙе көлдөрә. Бәлки, ошо ваҡиға ике бөйөк боксерҙар араһында һуңғы тамсы булалыр, сөнки был алыштан һуң Фрейзер бер ҡасан да Али менән бергә фотоға төшмәй һәм уның менән осрашмаҫҡа тырыша.
1975 йылдың 1 октябрендәге был алыш бокс тарихына «Манилалағы триллер» тип инеп ҡала. Көрәш алдынан рингҡа еңеүсегә тәғәйенләнгән президент Маркостың бүләген сығаралар, был алтын ҡоролошто Али, зал көлөүе аҫтында, үҙенең мөйөшөнә алып барып ҡуя. Ярыш ғәҙәттән тыш юғары һауа температураһы −30 градустан да ашыу эҫелә уҙа. Был бокс тарихында иң яҡшы көрәштәрҙән һанала, өҫтөнлөк теге йәки был көрәшсегә күсә. Али, бәлки, бик үк яҡшы формала булмағанлыҡтан, тиҙерәк нокаутҡа ебәреүгә ынтыла. Ике раунд дауамында Али өҫтөнлөк итә, әммә Фрейзер еңеүгә ынтылышын көсәйтеп, алыш барышын тигеҙләй. Алтынсы раундта Алиның башына көслө уң хук эләгә, әммә ул бирешмәй. Боксерҙар бер-береһенә һөжүм яһайҙар, һәм алыш асыҡтан-асыҡ «тураҡлау» һуғышына әйләнә. 14 раундта Фрейзерҙың тренеры уйынды туҡтата, шеш тулыһынса Фрейзерҙың һул күҙен ҡаплай, ә уң күҙе бөтөнләй тиерлек күрмәй. Рефери өс бармағын күрһәтә һәм һанауын һорай, Джо «бер» тип яуап бирә. Шул уҡ ваҡытта Али үҙенең мөйөшөндә: «Мин арыным, бирсәткәләрҙе сисегеҙ»,- тип үтенә. Мөйөш табибы версияһы буйынса чемпион 15-се раундты йырып сыға алмаҫ ине. Судья ярышты туҡтатмаһа, уйын кем файҙаһына тамамланыр ине, билдәһеҙ. Ошоноң менән бокс тарихындағы бөйөк алыш тамамлана, Али көрәштә еңеп, титулын һаҡлап ҡала. The Ring. журналы версияһы буйынса был ваҡиға «Йыл һуғышы» статусын ала.
Алыштан һуң ике боксер ҙа ныҡ ҡаҡшай. Фрейзерҙың күҙе ағып төшә, һәм уның ныҡ асыуы килә (ул алышты дауам итергә теләй), ә Алиның сисенеү бүлмәһендә ысын фажиғә килеп сыға. Уның бүлмәһен һаҡлап торған полиция хеҙмәткәре пистолеты менән уйнап, яңылыш башына атып ебәрә, инеп килгән Мөхәммәт шаҡ ҡата. Әле ул рингта булған хәлгә оҙаҡ ышанмай йөрөй, һуңынан инде шул ваҡытта еңел генә һәләк булыр инем тигән һығымтаға килә. Артабанғы интервьюларында ул Фрейзерҙы тарихта үҙенән ҡала икенсе бөйөк боксер тип атай.
1976 йылда Жан-Пьер Купманға ҡаршы көрәшеп, титулын уңышлы яҡлай.
# Мөхәммәт Али
## Биографияһы
### Профессиональ карьераһы
#### Джимми Янг менән һуғышы
1976 йылдың апрель айында Алиның Джимми Янги менән осрашыуы үтә. Али рингҡа күрәләтә ауырайған кәүҙә менән сыға, шуға ла ярышташынан яйыраҡ була. Йәшерәк тә һәм еңелерәк тә Янг аралыҡтан тороп сәпәй, шуға ла еңеүҙә өҫтөн сыға башлай. Ул мөмкинлек булһа сигенә һәм Алиның һуғыуҙарынан һаҡланып ҡалыу өсөн башын йыш түбән тота. Мөхәммәт эргәһенә ныҡ яҡын килеп терәлгән осраҡта, Янг арҡанға арты менән борола. Күптәр өсөн Янгтың көрәш алымы иҫ киткес яҡшы стратегия булып күренә, ул көрәштәшенең көслө яҡтарын нейтралләштерә һәм уға алыш барышын тик үҙенең шарттары буйынса алып барырға мәжбүр итә, был Алиның һөжүм итеүсе боксерҙар менән көрәшә алмағанлығын асып һала. Ҡалғандар өсөн Янг ҡурҡаҡ булып күренә, сөнки һәр тапҡыр, Мөхәммәт өҫтөнлөк итә башлаһа, ул уйынды туҡтатыуҙы һорай. Али ярышташына ҡаршы бер ни ҙә эшләй алмай, тик ун икенсе раунда Янгты ауыр нокдаунға ебәрә. Көрәш аҙағында еңеүҙе судьялар бер тауыштан Алиға, ә шул уҡ ваҡытта рәсми булмаған судьялар еңеүҙе Янгҡа бирәләр. Ҡарар бәхәсле була: көйәрмәндәр һәм журналистар фекере буйынса Янг яйыраҡ Мөхәммәт Алины уҙҙырып ебәрә һәм ул чемпион булырға тейеш ине. Лестер Бромберг (The Ring журналының элекке мөхәррире) был ҡарарҙы «пародия» тип атай. Көрәш телевидение аша трансляциялана һәм күп кенә тамашасылар ҙа был ҡарар менән килешмәй. Хатта Али үҙе лә, уның тренеры Анджело Данди ла карьерала иң насар алыш булды, тип әйтәләр. Күптәр уға бынан һуң отставкаға китергә кәңәш итәләр.
Сентябрь айында Алиның Кен Нортонға ҡаршы өсөнсө һуғышы үтә. Был уйын тәүге ике алыштың дауамы һымаҡ була, Нортон һуғыш башында яҡшы булһа, Али аҙағында хәлде тигеҙләй, һәм һуңғы раундта Мөхәмәт көслөрәк булып сыға. Киләһе уйында Али уругвай боксеры Альфредо Эвангелистаға ҡаршы сығыш яһай, профессиональ боксҡа ул барлығы 19 ай элек килгән була. Һуғыш 15 раунд буйы дауам итә һәм бик күңелһеҙ була, Мөхәммәт еңеп сыға, әммә журналистар бокс тарихында был алышты иң насар алыш тип иҫәпләйҙәр. Киләһе уйында 12 раундтан һуң инглиз нокаутсыһы Эрни Шейверстан өҫтөн була, әммә 14-се раундта инглиз чемпионы Алины шаҡ ҡатыра, һәм шаһиттарҙың күрһәтмәләре буйынса Мөхәммәт саҡ аяғында баҫып тора, шулай ҙа бирешмәй, 15-се раундта еңеп сыға. Был көрәшенән һуң Алиның табибы — Фредди Пачеко — әгәр ошондай алыш тағы ҡабатланһа, уның ҡарауҙағы кешеһе һаулығы өсөн ҙур зыян килтерәсәк тигән һығымтаға килә. Докторы шул тиклем көйһөҙләнә, карьераһын тамамлауға күндереү өсөн тренеры Анджело Дандиға, «Ислам милләте» башлығы Мөхәмәт Уоллесҡа үтенеп хаттар яҙа.
Али Леон Спинксҡа ҡаршы сығып көрәштәрен дауам итә. Тәүҙә ярыш исемлегендә ней бары 7 алыш булған йәш боксер менән Али көрәшеүҙән баш тарта, шулай ҙа ярыш үтә, сөнки Леон олимпия чемпионы була. 1978 йылдың 15 февралендә боксерҙар рингҡа сыға, Алиның үкенесенә ҡаршы, был алыш коммерция уңышы менән файҙаланмай, сөнки күбеһе Спинкс чемпионға едти көнәркәшлек булырға һәләтле түгел, тип һанай. Журналистар Алинан уның матч алдынан оппонентына ҡарата булған бәйләнеүҙәрен «һурып» алырға маташыуҙарына ул баш тарта һәм был был ахмаҡлыҡ булып күренер ине, тип әйтә.
Һуғыш алдынан Али бер нисә спарринг үткәрә, уның ҡарауы уйынға һүлпән әҙерләнә, сөнки үҙен абсолют фаворит тип иҫәпләй. Али көрәш ваҡытында үҙенең һыналған һаҡланыу һәм бер рәттән оппонентын арҡан эргәһендә хәленән тайҙырыу тактикаһын ҡуллана, әммә Спинкс арырға ла уйламай. Һуңғы раундҡа көрәш Спинкстың ҙур булмаған өҫтөнлөгө менән абсолют тигеҙ була. Өс судьяның икәүһе еңеүҙе уға бирәләр- был ысын мәғәнәһендә сенсация була. Матчтан һуңғы матбуғат конференцияһында Али тулыһынса еңелеүен таный, Спинкстан айырмалы рәүештә үҙенең яҡшы булмаған алышын билдәләп үтә. Теүәл ярты йылдан һуң Али яңынан Спинкс менән осраша. Көрәш «Нью-Орлеанс Супердоумда» 65 000 тамашасы ҡатнашлығында уҙа, Мөхәммәт йәш боксерға һабаҡ бирергә йыйына. Бишенсе раундта Али бер нисә теүәл һуғыуҙар үткәрә, һәм Леон асыҡтан -асыҡ мөйөшкә ҡарап, кәңәш һорай. Һуғыш 15 раунд буйы дауам итә, Мөхәммәтте судьяларҙың бер тауышынан еңеүсе тип иғлан иткәндәренән һуң береһе лә ғәжәпләнмәй, ул Джо Луистың рекордын ҡабатлап, өсөнсө тапҡыр донъя чемпионы титулын яулай. Бер йыл үткәс, Али үҙенең карьераһында Леондан еңелеүен иң үкенеслеһе тип әйтә.
# Мөхәммәт Али
## Биографияһы
### Профессиональ карьераһы
#### Карьераһының тамамланыуы
Ике йыл дауамында Али рингҡа сыҡмай, карьераһы барышында ул 50 миллион доллар самаһы аҡса эшләй, әммә бәләкәй генә өлөшөн бизнесҡа һала, ҡалғаны үҙен уратып алған яҡындарына китә. 1980 йылда Али аҡсаға мохтажлыҡ тоя, был яңынан көрәш үткәреүгә сәбәп була. Был мәлгә Мөхәмәттең рингка сығыу теләге булмай, уны ғәмәлдәге донъя чемпионы Ларри Холм менән осраштыралар. Боксерҙар бер-береһе менән яҡшы таныш булалар, сөнки Холм Алиның күнекмәләрҙәге спарринг-партнеры була. Алыш 1980 йылдың 2 октябрендә уҙа, был мәлгә Алиға 38 йәш була, кәүҙәһе ауыр, һәм ҡарамаҡҡа ла ул яй күренә. Чемпион Алины хөрмәт итә, ветеранға зыян итергә теләмәй, әммә көрәш барышында ул уға күп тапҡыр имгәнеүҙәр килтерә. Күптәр Холмстың Алины ныҡ йәрәхәтләүҙән ҡурҡып. уны нокаутҡа ебәрергә ынтылмай, тип иҫәпләй. Унынсы раундта Анджело Данди Мөхәмәтте рингҡа сығармай: «Мин баш секундант! Алышты туҡтатыуҙы талап итәм!», -тип ҡысҡыра. Был Мөхәмәттең алышта ваҡытынан элек еңелгән көрәше була. Камера залдағы күп илаусы ултырыусыларҙы эләктереп ала.
Һуңғы һуғышы өсөн Али 8 миллион доллар тирәһе аҡса ала, һәм уның финанс хәле күпкә яҡшыра. Был юлы ул аҡса менән уйлап эш итә, уны бизнесҡа һәм күсемһеҙ милеккә һала. Әммә, матди яҡтан уңыштар булыуға ҡарамаҫтан, яңынан рингҡа сығырға ҡарар итә һәм уның менән иң алдынғы боксерҙарҙың һуғышырға теләмәүен күреп ғәжәпләнә, шулай уҡ штаттың атлетик комиссиялары ла һаулығы арҡаһында уға лицензия бирергә йыйынмай. Бөтә был ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, Али Канаданың ҙур ауырлыҡтағы боксеры Тревор Бербик менән көрәш өсөн рөхсәт алыуға ирешә. Был юлы Мөхәмәт Холмс менән көрәшендәгегә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ күренә, хатта бишенсе раундта өҫтөнлөк итә. Шуға ҡарамаҫтан, Али унынсы раундта судьяларҙың бер тауыштан ҡарары менән был ярышта еңелә. Был алыштан һуң ул карьераһының тамамланыуы тураһында иғлан итә һәм профессиональ рингҡа бер ҡасан да сыҡмай.
# Мөхәммәт Али
## Биографияһы
### Паркинсон ауырыуы
1984 йылдың сентябрь айында Али ишетеү, телмәр һәләттәренең насарайыуы, һәм орагнизмының мотор функциялары боҙолоуы сәбәпле Нью-Йорктың пресвитериан дауаханаһына урынлаштырыла. Анализдар һәм тестарҙан һуң табиптар уны Паркинсон ауырыуы менән яфалана тигән һығымтаға киләләр. Был юнәлмәй торған ауырыу булғанлыҡтан, бөтә дауалау ысулдары еңеллек килтереү өсөн генә юнәлтелә. Алиға хәрәкәт етешһеҙлектәрен бөтөрөү өсөн препарат (леводоп) тәғәйенләнә
Алиның дауаханаға эләгеүе, шулай уҡ бер нисә боксерҙың рингта үлеүе киң ижтимағи резонанс тыуҙыра. Абруйлы медицина журналдары Journal of the American Medical Association (JAMA) һәм The Lancet профессиональ бокс карьераһының организм өсөн зыяны тураһында мәҡәләләр баҫтырып сығара. JAMA баҫмаһында 38 боксерҙың һаулығы торошоноң тикшереү һөҙөмтәләре нәшер ителә, яртыһынан күбеһендә төрлө төрҙәге мейе йәрәхәттәре булыуы асыҡлана. Был тикшеренеүҙәр нигеҙендә АҠШ-та профессиональ боксты тыйыу буйынса кампаниялар башлана. Али үҙенең юнәлмәй торған ауырыуын белгәндән һуң да, был тыйыуҙарға ҡаршы сыға, бокс — афроамерикандарҙың тормошта уңышҡа өлгәшеү өсөн төп мөмкинселеге тип аңлата.
Али Паркинсон ауырыуы симптомдары менән яфаланһа ла, уның аҡылы аныҡ ҡала, һәм ул үҙен ислам диненә хеҙмәт итеүгә бағышлауға ҡарар итә. Мөхәмәт кешеләргә ярҙам итә башлай, ул 100 000 доллар иғәнә эшләй. Карьераһының тамамланыуына арналған тантанала Алиға иҫтәлекле гәүһәр йөҙөк тапшыралар, ул уны шул уҡ кистә ғәрип ҡыҙға бүләк итә. Мөхәмәт үҙенең танылғанлығын мохтажлыҡта йәшәүселәргә ярҙам итеү өсөн ҡуллана, һәм етеш йәшәгән кешеләрҙе үҙенең миҫалына эйәрергә һорай, һәм уны күбеһе тыңлай. Шулай уҡ Али Ливан һәм Ираҡтағы ислам экстремистары менән һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша.
Физик хәленең насарайыуы, шулай уҡ яңы барлыҡҡа килгән «спорт тәреһе» Майкл Джордандың килеп сығыуы Алиға иғәнә йыйыуға ҡамасаулай. Шунлыҡтан ул күп ваҡытын ҡатыны Лонни менән Мичигандағы фермаһында үткәрә. Карьераһын тамамланғандан һуң нәҡ Лонни бөтә финанс эштәрен алып барыуҙы үҙ өҫтөнә ала. Ул Алины шикле килешеүҙәрҙән йолоп алып ҡала һәм иренең исеме аҫтында аҡса эшләргә теләгән тирә юнендәге кешеләр менән араларҙы өҙә. Лонни эшсән идара итеү буйынса магистр була, шулай уҡ бизнесты алып барыу буйынса тәжрибәһе ҙур булғас, иренең 3,5 миллион долларға баһаланған мөлкәте менән уңышлы эш итә.
1994 йылда Джордж Форман донъя чемпионы титулын кире ҡайтарып, тарихҡа иң ҡарт чемпион булараҡ инеп китә. Үҙенең интервьюһында Али: « Был минең яраға тоҙ һалды, минең дә боксҡа ҡайтҡы килде. Ләкин таң атты — миңә югереп алырға ваҡыт етте. Кире түшәккә яттым да, үҙемә үҙем „Ярай, барыбер мин иң бөйөгө“ тип әйттем»,- тип һөйләй. 1996 йылда Али Атлантала олимпия утын тоҡандырыу хөрмәтенә лайыҡ була. Ойоштороусылар ҙур борсолоу кисерә, сөнки шул ваҡытҡа инде Али ҡыйынлыҡ менән һөйләшә. Әммә Али үҙенә тапшырылған ролде ышаныслы үтәй: 80 000 кешенең күҙе алдында ул олимпия утын тоҡандыра. Олимпия урындары барышында Али күп ярыштарҙа була, олимпия ауылына барып, күп спортсылар менән аралаша. Олимпиада уның тормошоноң әүҙемләшеп китеүенә ыңғай йоғонто яһай, хәйриә фондына күп аҡсалар килә, табыныусылары почта йәшниген хаттар менән тултыра. Ул һәр хатты уҡып ишеттереүҙәрен талап итә һәм аҙнаһына 2000 -гә яҡын автограф ҡуя. Лонни бындай ҙур көсөргәнеш иренең һаулығына зыян итер, тип борсола һәм уның өсөн көндәлек теҙмә төҙөй. Ваҡытының яртыһынан күп өлөшөн Али үҙенең компанияларына һәм хәйриә фондына булышлыҡ итеүгә, ә икенсе яртыһын — төрлө компаниялар (Adidas, Gillette, IBM һ.б.) менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн тотона (үҙҙәренең әйберҙәрен рекламалау өсөн Алиның исемен ҡулланы хоҡуғы өсөн түләйҙәр)
Али күп сәйәхәт итә, 1998 йылда ЮНИСЕФ-тың изге ихтыяр илсеһе була, Африка һәм Азия илдәре буйлап йөрөй. 2002 йылда Афғанстандағы ҡыҙҙар өсөн мәктәптә булып китә, был илдә талибан ҡанундарына ярашлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың уҡыуға хоҡуғы булмай. Шулай уҡ Али 2003 йылда АҠШ ғәскәрҙәренең Ираҡҡа баҫып инеүе буйынса тәнҡитләп сығыш яһай.
2011 йылдың 15 ноябрендә Али үҙ карьераһы барышындағы төп оппоненты — Джо Фрейзерҙы ерләшеүгә бара
# Мөхәммәт Али
## Биографияһы
### Үлеме
2016-сы йылдың 2 июнендә Мөхәммәт хәле насарайыу сәбәпле Скоттсдейл (АҠШ, Аризона штаты) дауаханыһына эләгә. 2016-сы йылдың 3 июнендә 75-се йәшендә фават була. Үлеме «асыҡланмаған тәбиғи сәбәптәр арҡаһындағы» "септик шоктан” тип билдәләнә. Ерләү 2016-сы йылдың 10 һәм 11 июнендә тыуған ҡалаһы Луисвиллда (АҠШ, Кентукки штаты) үтә. Ҡала башлығы бөйөк боксерҙың үлеме менән бәйле бөтә флагтарҙы төшөрөргә бойороҡ бирә.
Ғаилә вәкиле хәбәр итеүенсә, Али үҙенең ерләүҙәрен үткәреү буйынса план төҙөгән. Ике көнлөк ерләү тантанаһын үткәреү буйынса KFC Yum аренаһы — 1981 йылда Луисвиллда Алиның һуңғы алыш үткән урын һайланған. Тәүҙә хушлашыу тантанаһы ислам дине йолалары буйынса үтә. Ерләү процессияһы Алиның тормошонда мөһим роль уйнаған Луисвилл ҡалаһы аша — бала сағы үткән йорттан алып уға арналған музейға тиклем үтеү менән тамамлана.
# Мөхәммәт Али
## Шәхси тормошо
Али дүрт мәртәбә өйләнә, уның ике улы һәм ете ҡыҙы бар. Беренсе ҡатыны Сонджи Рой официант була (ингл. Roi Sonji), осрашыуҙан һуң бер ай үткәс парҙар өйләнешә. «Ислам милләтенең» остаздары уның мосолман булмаған ҡатын менән никахҡа инеүенә борсолалар һәм, ахыр сиктә, динен йәки ҡатынын һайларға ҡушалар. 1965 йылдың 23 июнендә парҙар айырылышыуға ғариза бирә. Суд барышындағы сығышында Али ҡатынының мосолман ҡанундарына буйһонорға теләмәүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Сонни Листон менән осрашыу алдынан булған матбуғат конференцияһына ҡатынының шаран-яра кейенеп килеүенә зарлана. Суд эше 1966 йылдың ғинуарына, рәсми рәүештә парҙар айырылышҡанға тиклем дауам итә
1967 йылдың 17 авгусында Али Белинда Бойдҡа өйләнә, ул туйҙан һуң ислам динен ҡабул итеп, исемен Халила Алиға үҙгәртә. Парҙарҙың дүрт балаһы бар: ҡыҙҙары Мариюм (1968), игеҙәктәр Рәшиҙә менән Джамила (1970) һәм улы кесе Мөхәммәт Али (1972). 1970 йылдар уртаһында парҙар араһында мөнәсәбәттәр боҙола башлай, быға Мөхәмәттең бик күп табыныусы ҡатын-ҡыҙҙары сәбәп була. Уларҙың береһе Вероника Порш (ингл. Veronica Porsche) — фотомодель, ул Алиның Джордж Форманға ҡаршы көрәшендәге плакаттарҙа төшә. Мөхәмәттең көрәшкә әҙерләнгән сағында ул да Заирҙа була. Ҡатыны ла был лагерҙа булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың романы башлана.1977 йылдың йәйендә Халила һәм Али айырылышалар, аҙаҡ ул Вероника Поршҡа өйләнә. Күп тә үтмәй уларҙың ҡыҙҙары Хана (1976) һәм Ләйлә (1977) тыуа, киләсәктә Ләйлә бокс буйынса абсолют донъя чемпионы була, 1986 йылда Вероника менән Али айырылышалар.
1986 йылдың 19 ноябрендә Али Иоланта «Лонни» Уильямсҡа өйләнә, уның менән ул Луисвиллда йәш саҡта таныш була. Парҙар биш йәшлек Асаад Әмин (1981)тигән малайҙы уллыҡҡа ала. Асаад та үҙенең ғүмерен спорт менән бәйләргә ҡарар итә, ул бейсболсы була һәм 2009 йылда «Лос-Анджелес Энджелс» командаһына алына. Бынан башҡа Алиның никахтан тыш ике ҡыҙы бар: Мия(1972) һәм Калия (1974).
# Мөхәммәт Али
## Уйындарҙы алып барыу тактикаһы һәм стиле
Әгәр бокс алышы буйынса ҡанундар төҙөргә кәрәк булһа, Али уларҙың һәр барыһын тиерлек боҙор ине. Ул ринг буйлап аяҡ осонда ғына хәрәкәт итеп, дошманының һуғыуҙарынан янтайып, бейегән һымаҡ йөрөй, шулай итеп үҙенең көрәш стилен булдыра. Ғәҙәти булмаған алымын Мөхәммәт һөжүм ваҡытында ла күрһәтә, дошманын аралыҡта тоторға тырышып, дәғүәсегә көтөлмәгән яҡтан һуға. Бында уның ҡулланылған джебтары (ҡапыл һуғып ебәреүе) ла ярҙам итә, уның антропометрик мөмкинлектәре лә уның файҙаһына була, уның буйы191 см. Мөхәммәт һөжүм ваҡытында кәүҙәгә ҡарағанда башҡа һуғыуҙы өҫтөн күрә
Али карьераһының иң юғары нөктәһендә юғары тиҙлеккә эйә була, был күрһәткес буйынса күп оппоненттарын уҙып китә. Ринг буйынса хәрәкәте һәм һуғыуҙары шул тиклем тиҙ була, уны ярымурта ауырлыҡтағы тиҙлектең ауыр атлеты тип атайҙар. Мөхәммәт тиҙлектәге өҫтөнлөктө һаҡланыуҙа файҙалана, алыш ваҡытында үҙенең рефлексына — нимә отошло, нимә хәүефле — таянып эш итә. Күп белгестәр Алиның үҙ көсөнә ныҡ ышанған һаҡланыуын тәнҡитләй. Ул бер ҡасан да тиерлек һаҡланмай, бынан оппоненттары йыш файҙалана. Уңышһыҙ һаҡланыуға сағыу миҫал булып Алиның Джо Фрейзерға ҡаршы беренсе сығышы иҫәпләнә, был уйында чемпион судьяларҙың бер тауыштан ҡарары менән еңелә.
Еңел булып күренгән хәрәкәтенә ҡарамаҫтан Али нокаутҡа оҫта ебәреүгә эйә була: карьераһында 37 алышын ваҡытынан алда тамамлай, шуларҙың эсенән 12 -һе тик нокауттарҙан тора, ә 25 алышы судья тарафынан туҡтатылған техник нокаут- алыш була. Ныҡ яңаҡлы булыуы ла уның яҡшы сифаты тип атарға була. Карьераһы барышында ул күп һуғыуҙарҙы үткәрә, ләкин һәр ваҡыт аяғында баҫып тороп ҡала. Кен Нортонға ҡаршы алышында ул һынған яңаҡ менән көрәшен дауам итә. Ә Сонни Бэнксҡа, Генри Куперға һәм Чак Уэпнерға ҡаршы көрәштәрҙә нокдаунға китеүенә ҡарамаҫтан, алыштарҙа еңеп сыға.
Али оппонентына ҡарата психологик йоғонто яһай белә. Ул дошманына ҡарата шиғырҙар яҙып һәм еңерен алдан әйтеп, һөжүмде матбуғатта башлай. . Ул йыш ҡына үҙенең буласаҡ ярышташын сығарынан сығара алыуға ирешә, мәҫәлән, Джо Фрейзер Алиның Паркинсон ауырыуы асыҡланғас та уны ғәфү итмәй. Фрейзерҙың үлеменә тиклем бер нисә йыл ҡалғас ҡына боксерҙар яраша, әммә Джо үҙенең интервьюларында һаман да Алиның ғәфү үтенеүен көтәм, тип мәрәкәләп һөйләй.
# Мөхәммәт Али
## Мираҫы
Луисвиллда 1978 йылда боксер хөрмәтенә аталған Мөхәмәт Али бульвары бар. Тәүге айҙарҙа Али исеме менән аталған байтаҡ юл билдәләрен урлайҙар. Шулай уҡ Луисвиллдағы Үҙәк мәктәпте Али исеме менән атау планлаштырыла, әммә был килеп сыҡмай. Ассошиэйтед пресс (1993) агентлығы тикшеренеүҙәренә ярашлы, Америка спортсылары араһында иң билдәле булараҡ Мөхәмәт Али Бейб Рут менән беренсе юлды бүлеше. АҠШ-тың 12 йәштән алып яҡынса 97 % һорау алынған гражданы Алины белә. 2008 йылда уның исеме Майкл Джордан ҡыҫырыҡлап сығарғандан һуң өсөнсө урында була.
# Мөхәммәт Али
## Мираҫы
### «Мөхәмәт Али үҙәге»
2005 йылдың 19 ноябрендә Али менән Иолантаның өйләнешеүенең 19 йыллығына ҡарата Луисвиллда «Мөхәммәт Али үҙәге» асыла. Ҡоролма Алиның тормошона арналған музей менән бергә мәҙәни-ара үҙәк булып тора. Бынан тыш бында «донъя эштәре, социаль яуаплылыҡ һәм әхлаҡи үҫеш» менән бәйле күргәҙмәләр үтеп тора. Алты ҡатлы бина 8988 м² майҙанды биләй. Төҙөлөшкә киткән сығымдар 80 миллион доллар тәшкил итә.
# Мөхәммәт Али
## Мираҫы
### Мәҙәниәттә иҫкә алыныуы.
Донъя чемпионы һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ Али күп һанлы баҫмалар, китап, фильмдар һәм башҡа материалдарҙың предметы була. 1963 йылда Али «Бөйөк» исеме аҫтында альбом сығара. Мөхәммәт Sports Illustrated спорт баҫмаһының тышында 37 тапҡыр сыға, был журнал тарихында Майкл Джордандан ҡала икенсе һөҙөмтә. 1975 йылда Алиның Ричард Дарем тарафынан яҙылған «Бөйөк. Минең тарих» тигән автобиографияһы донъя күрә. 1977 йылда был китап буйынса фильм төшөрөлә, унда Али үҙе булып уйнай. 1996 йылда Алиның Джордж Форман менән алышына арналған «Беҙ королдәр булған саҡта» тигән документаль фильм төшөрөлө. Был фильм «Иң яҡшы тулы метражлы документаль фильм» номинацияһында «Оскар» премияһына лайыҡ була. 2001 йылда прокатҡа «Али» тигән нәфис фильм сыға, Мөхәмәтте Уилл Смит уйнай һәм иң яҡшы ир-ат роле өсөн «Оскарға» тәҡдим ителә. Күңел асыу индустрияһына индергән өлөшө өсөн Али Голливудтың «Дан аллеяһы» йондоҙона лайыҡ була. Мөхәмәт Алиның йондоҙо берәү генә, ул тротуарға түгел, ә «Долби» театр стенаһына беркетелгән. Быны Али үҙе һораған, сөнки ул юлаусыларҙың ислам пәйғәмбәрен тапап үтеүен теләмәгән
# Мөхәммәт Али
## Мираҫы
### Наградалары
* Эллис утрауҙары Почетлы миҙалы
* Президент гражданлыҡ миҙалы АҠШ-президенты Билл Клинтон тапшыра
* Президенттың Азатлыҡ миҙалы (2005). АҠШ президенты Джордж Буш кесе- тапшыра
* Отто Ган исемендәге тыныслыҡ миҙалы (2005)
* Филадельфияның Азатлыҡ миҙалы (2012)
* Аmnesty international ойошмалары наградаһы
* «Быуат кентуккисыһы».
* «Быуат луисвиллсыһы».
# Мөхәммәт Али
## Мираҫы
### Наградалары
#### Спорт
* The Ring журналы версияһы буйынса «Йыл боксеры» (1963, 1966, 1972, 1974, 1975, 1978).
* Ring The журналы версияһы буйынса «Унйыллыҡтың боксеры» (1960)
* The Ring журналы версияһы буйынса «Йыл алышы»: Джонс Дагҡа (1963), Сонни Листонға (1964), Джо Фрейзерға (1971), Джордж Форманға (1974), Джо Фрейзерға ҡаршы (1975).
* Sports Illustrated журналы версияһы буйынса «Йыл спортсыһы»(1974).
* Бокс даны залына һайлана (1987).
* Бокс данының Халыҡ — ара залына индерелә (1990).
* ESPN (1997) каналынан Артур Эш исемендәге бүләк
* The Ring (1998) журналы версияһы буйынса тарихтағы бөйөк ауыр атлет
* Ассошиэйтед пресс версияһы буйынса XX быуаттың бөйөк ауыр атлеты
* «Бөтә ваҡыттарҙың һәм халыҡтарҙың бөйөк боксерҙары» версияһы буйынса рейтингта 3-сө урын
* GQ журналы версияһы буйынса «Быуат атлеты»
* Sports Illustrated журналы версияһы буйынса «XX быуат спортсыһы»
* Би-би-си версияһы буйынса «Быуат шәхесе»
# Мөхәммәт Али
## Көрәш һөҙөмтәләре
Бокс :
56 еңеү (37 нокаут), 5 еңелеү :
| Результат | Дата | Оппонент | урыны | Титул | Раундтар | Һөҙөмтә |
| 56—5 | 11 декабрь 1981 | Verleihung der Otto-Hahn-Friedensmedaille (билдәһеҙ). Германское общество Объединённых Наций. Дата обращения: 27 август 2017. 2018 йыл 9 май архивланған. Тревор Бербик | Королева Елизавета исемендәге спорт үҙәге, Нассау | 10 | UD |
| 56—4 | 2 октябрь 1980 | Ларри Холмс | The man:Humanitarian (ингл.). Muhammad Ali Enterprises. Дата обращения: 21 ғинуар 2013. Архивировано 29 ғинуар 2013 года. «Сизарс-Палас», Лас-Вегас, Невада | WBC | 15 | RTD10 |
| Спинксҡа ҡаршы көрәшенән һуң Али карьераһының тамамланыуы тураһында иғлан итә, әммә ике йылдан һуң рингҡа әйләнеп ҡайта[./Мөхәммәт_Али#cite_note-Rummel—2005——93-1 [1]]. |||||||
| 56—3 | 15 сентябрь 1978 | Жан-Пьер Купман Леон Спинкс (2) | Past winners of the Ring’s year-end AWARDS (ингл.). The Ring (24 февраль 2012). Дата обращения: 21 ғинуар 2013. Архивировано 29 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 7 март архивланған. «Супердоум», Новый Орлеан, Луизиана | WBA World | 15 | UD15 |
| 55—3 | 15 февраль 1978 | Muhammad Ali (ингл.). BoxRec. Дата обращения: 21 ғинуар 2013. Архивировано 29 ғинуар 2013 года. Леон Спинкс | Отель «Хилтон», Лас-Вегас, Невада | WBC, WBA World | 15 | SD |
| 55—2 | 29 сентябрь 1977 | Эрни Шейверс | «Мэдисон-сквер-гарден», Нью-Йорк, Нью-Йорк | WBC, WBA World | 15 | UD15 |
| 54—2 | 16 май 1977 | Альфредо Эвангелиста | «Кэпитол-үҙәк», Ландовер, Мэриленд | WBC, WBA World | 15 | UD |
| 53—2 | 28 сентябрь 1976 | Кен Нортон (3) | Muhammad Ali (1997) (ингл.). ESPN. Дата обращения: 21 ғинуар 2013. Архивировано 29 ғинуар 2013 года. Стадион «Янки», Нью-Йорк, Нью-Йорк | WBC, WBA World | 15 | UD |
| 52—2 | 24 май 1976 | Ричард ДаннРичард Данн | «Олимпияхалле», Мюнхен | WBC, WBA World | 15 | ТКО5 |
| 51—2 | 30 апрель 1976 | Джимми Янг | «Кэпитол-үҙәк», Ландовер, Мэриленд | WBC, WBA World | 15 | UD |
| 50—2 | 20 февраль 1976 | Жан-Пьер Купман | «Роберто Клементе Колизеум», Хато-Рэй | WBC, WBA World | 15 | КО5 |
| 49—2 | 1 октябрь 1975 | Muhammad Ali (ингл.). BoxRec. — Статистика поединков. Дата обращения: 31 ғинуар 2013. Архивировано 2 февраль 2013 года. 2013 йыл 30 октябрь архивланған. Джо Фрейзер (3) | «Аранета Колизеум», Кесон-Сити | WBC, WBA World | 15 | RTD14 |
| 48—2 | 30 июнь 1975 | Ҡалып:Флаг Багам Джо Багнер | Мердека, Куала-Лумпур | WBC, WBA World | 15 | UD |
| 47—2 | 16 май 1975 | Рон Лайл | «Конвенш-үҙәк», Лас-Вегас, Невада | WBC, WBA World | 15 | ТКО11 |
| 46—2 | 24 март 1975 | Чак Уэпнер | «Ричфилд Колизеум», Ричфилд, Огайо | WBC, WBA World | 15 | ТКО15 |
| 45—2 | 30 октябрь 1974 | Джордж Форман | 20 май исемендәге спорт майҙансығы, Киншаса, Конго | WBC, WBA World | 15 | КО8 |
| 44—2 | 28 ғинуар 1974 | Джо Фрейзер (2) | «Мэдисон-сквер-гарден», Нью-Йорк, Нью-Йорк | NABF | 12 | UD |
| 43—2 | 20 октябрь 1973 | Руди Любберс | Альфредо Эвангелиста «Бунг Карно Стадиум», Джакарта | 12 | UD |
| 42—2 | 10 сентябрь 1973 | Джордж Чувало Кен Нортон (2) | «Форум», Инглвуд, Калифорния | NABF | 12 | SD |
| 41—2 | 31 март 1973 | Кен Нортон | «Спортс-арена», Сан-Диего, Калифорния | NABF | 12 | SD |
| 41—1 | 14 февраль 1973 | Джо Багнер | «Конвеншн-үҙәк», Лас-Вегас, Невада | 12 | UD |
| 40—1 | 21 ноябрь 1972 | Боб Фостер | «Сахара Тахо Хотел», Стейтлайн, Невада | NABF | 12 | КО8 |
| 39—1 | 20 сентябрь 1972 | Жан-Пьер Купман Флойд Паттерсон (2) | Ҡалып:Флаг Пуэрто-Рико (1952—1995) «Мэдисон-сквер-гарден», Нью-Йорк, Нью-Йорк | NABF | 15 | ТКО7 |
| 38—1 | 19 июль 1972 | Элвин Льюис | «Кроук Парк», Дублин | 12 | ТКО11 |
| 37—1 | 27 июнь 1972 | Джерри КуорриДжерри Куорри (2) | «Конвеншн-центр», Лас-Вегас, Невада | NABF | 12 | ТКО7 |
| 36—1 | 1 май 1972 | Джордж Чувало (2) | «Пасифик Колизиум», Ванкувер | NABF | 12 | UD |
| 35—1 | 1 апрель 1972 | Мак Фостер | Ҡалып:Флаг Японии (1870-1999) «Ниппон Будокан», Токио | 15 | UD |
| 34—1 | 26 декабрь 1971 | Джерри Куорри Юрген Блин | «Халленстадион», Цюрих | 12 | KO7 |
| 33—1 | 17 ноябрь 1971 | Бастер Матиз | «Астродом», Хьюстон, Техас | NABF | 12 | UD |
| 32—1 | 26 июль 1971 | Даг Джонс Джимми Эллис | «Астродом», Хьюстон, Техас | NABF | 12 | ТКО12 |
| 31—1 | 8 март 1971 | Джо Фрейзер | «Мэдисон-сквер-гарден», Нью-Йорк, Нью-Йорк | WBC, WBA World | 15 | UD |
| 31—0 | 7 декабрь 1970 | Оскар БонавенаОскар Бонавена | «Мэдисон-сквер-гарден», Нью-Йорк, Нью-Йорк | NABF | 15 | ТКО15 |
| 30—0 | 26 октябрь 1970 | Джерри Куорри | «Сити Аудиториум», Атланта, Джорджия | 15 | ТКО3 |
| АҠШ армияһында хеҙмәт итеүҙән баш тартҡас, Али бөтә титулдарынан мәхрүм ителә һәм өс йылға алыштарҙа ҡатнашыуҙан ситләтелә[/Мөхәмәт_Али#cite_note-Edmonds—2006——81-1 [1]]. |||||||
| 29—0 | 22 март 1967 | Зора ФоллиЗора Фолли | «Мэдисон-сквер-гарден», Нью-Йорк, Нью-Йорк | WBA World | 15 | КО7 |
| 28—0 | 6 февраль 1967 | Эрни Террелл | «Астродом», Хьюстон, Техас | WBA World | 15 | UD |
| 27—0 | 14 ноябрь 1966 | Кливленд УильямсКливленд Уильямс | «Астродом», Хьюстон, Техас | Абсолют | 15 | ТКО3 |
| 26—0 | 10 сентябрь 1966 | Карл МилденбергерКарл Милденбергер | «Валдштадион», Франкфурт | Абсолют | 15 | ТКО12 |
| 25—0 | 6 август 1966 | Брайан ЛондонБрайан Лондон | «Эрл-Корт-арена», Лондон | Абсолют | 15 | КО3 |
| 24—0 | 21 май 1966 | Генри Купер (2) | «Стадион ФК Арсенал», Лондон | Абсолют | 15 | ТКО6 |
| 23—0 | 29 март 1966 | Джордж Чувало | «Мэйпл Лиф-гарденс», Торонто, Онтарио | Абсолют | 15 | UD |
| 22—0 | 22 ноябрь 1965 | Флойд Паттерсон | «Конвеншн-үҙәк», Лас-Вегас, Невада | Абсолют | 15 | ТКО12 |
| 21—0 | 25 май 1965 | Сонни Листон (2) | «Сент-Доминикс-холл», Льюистон, Мэн | Абсолют | 15 | КО1 |
| 20—0 | 25 февраль 1964 | Сонни Листон | «Конвеншн-холл», Майами-Бич, Флорида | Абсолют | 15 | RTD6 |
| 19—0 | 18 июнь 1963 | Генри Купер | «Уэмбли», Лондон | 10 | ТКО5 |
| 18—0 | 13 март 1963 | Даг ДжонсДаг Джонс | «Мэдисон-сквер-гарден», Нью-Йорк, Нью-Йорк | 10 | UD |
| 17—0 | 24 ғинуар 1963 | Чарли Пауэлл | «Сивик-арена», Питтсбург, Пенсильвания | 10 | КО3 |
| 16—0 | 15 ноябрь 1962 | Вилли Бесманофф Арчи Мур | «Спортс-арена», Лос-Анджелес, Калифорния | 12 | ТКО4 |
| 15—0 | 20 июль 1962 | Алехандро Лаворанти | «Спортс-арена», Лос-Анджелес, Калифорния | 10 | КО5 |
| 14—0 | 19 май 1962 | Билли Даньелз | «Сент-Николас-арена», Нью-Йорк, Нью-Йорк | 10 | ТКО7 |
| 13—0 | 23 апрель 1962 | Джордж Логан | «Спортс-арена», Лос-Анджелес, Калифорния | 10 | ТКО4 |
| 12—0 | 28 март 1962 | Дон Уорнер | «Конвеншн-холл», Майами-Бич, Флорида | 10 | ТКО4 |
| 11—0 | 10 февраль 1962 | Сонни Бэнкс | «Мэдисон-сквер-гарден», Нью-Йорк, Нью-Йорк | 10 | ТКО4 |
| 10—0 | 29 ноябрь 1961 | Джимми Робинсон Вилли Бесманофф | «Фридом-холл Стейт Фэйрграунд», Луисвилл, Кентукки | 10 | ТКО7 |
| 9—0 | 7 октябрь 1961 | Алекс Митефф | ↑ Record #36972485, Record #256577938 // VIAF (билдәһеҙ) —: OCLC, 2003. ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118501976 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016. ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011. ↑ http://espn.go.com/espn/photos/gallery/_/id/9429041/image/5/cassius-clay-zoom-vintage-bodies 1 2 3 http://www.nbcnews.com/news/sports/muhammad-ali-greatest-all-time-dead-74-n584776 ↑ Muhammad Ali // SNAC (ингл.) — 2010. 1 2 Muhammad Ali // Internet Broadway Database (ингл.) — 2000. ↑ Cassius Clay // Internet Broadway Database (ингл.) — 2000. ↑ http://www.usatoday.com/story/sports/2016/06/04/muhammad-ali-dies-obituary/85357592/ ↑ Find a Grave (ингл.) — 1996. ↑ https://www.theguardian.com/sport/2016/jun/04/muhammad-ali-parkinsons-greatest-battle ↑ Muhammad Ali (ингл.) — 2000. ↑ BoxRec (ингл.) — 2000. ↑ http://www.ringtv.com/476547-ali-retroactively-named-fighter-year-1966/ 2017 йыл 10 ғинуар архивланған. ↑ Hubbard, Alan. Boxing: Why Muhammad Ali really is the Greatest of all (ингл.). The Independent (15 ғинуар 2012). Дата обращения: 24 ғинуар 2013. Архивировано 29 ғинуар 2013 года. ↑ Edmonds, 2006, pp. 13—14, 16 ↑ Muhammad Ali (ингл.). BoxRec. — Статистика поединков. Дата обращения: 31 ғинуар 2013. Архивировано 2 февраль 2013 года. 2013 йыл 30 октябрь архивланған. ↑ Rummel, 2005, p. 93 «Фридом-холл Стейт Фэйрграунд», Луисвилл, Кентукки | 10 | ТКО6 |
| 8—0 | 22 июль 1961 | Edmonds, Anthony O. Muhammad Ali: a biography. — Greenwood: Greenwood biographies, 2006. — 125 p. — ISBN 0-313-33092-1. Алонзо Джонсон | Rummel, Jack. Muhammad Ali: Heavyweight Champion. — Philadelphia: Chelsea House Publishers, 2005. — 133 p. — ISBN 0-7910-8156-7. «Фридом-холл Стейт Фэйрграунд», Луисвилл, Кентукки | 10 | UD |
| 7—0 | 26 июнь 1961 | The Official Muhammad Ali Website (билдәһеҙ). — Официальный сайт. Дата обращения: 23 июнь 2013. Архивировано 24 июнь 2013 года. Дюк Сейбдонг | Muhammad Ali (билдәһеҙ). — Послужной список на сайте BoxRec. Дата обращения: 23 июнь 2013. Архивировано 24 июнь 2013 года. 2013 йыл 30 октябрь архивланған. «Конвеншн-центр», Лас-Вегас, Невада | 10 | UD |
| 6—0 | 19 апрель 1961 | Ҡалып:Succession box one to three Алдан килеүсе: Эрни Террелл WBA: Бокс буйынса ауыр үлсәмдәге донъя чемпиондары исемлеге 6 февраль 1967 — 9 май 1967 Титулынан мәхрүм ителә Һуңынан килеүсе: Джимми Эллис Ҡалып:Succession box two to two Алдан килеүсе: Леон Спинкс WBA: Бокс буйынса ауыр үлсәмдәге донъя чемпиондары исемлеге 15 сентябрь 1978 — 6 сентябрь 1979 Титулын ҡотҡарҙы Һуңынан килеүсе: Джон Тейт Ламар Кларк | «Фридом-холл Стейт Фэйрграунд», Луисвилл, Кентукки | 10 | КО2 |
| 5—0 | 21 февраль 1961 | Донни Флеман | «Аудиториум», Майами-Бич, Флорида | 8 | ТКО7 |
| 4—0 | 7 февраль 1961 | Джимми РобинсонДжимми Робинсон | «Конвеншн-холл», Майами-Бич, Флорида | 8 | KO1 |
| 3—0 | 17 ғинуар 1961 | Тони Эсперти | «Конвеншн-холл», Майами-Бич, Флорида | 8 | TKO3 |
| 2—0 | 27 декабрь 1960 | Херб СилерХерб Силер | «Аудиториум», Майами-Бич, Флорида | 8 | TKO4 |
| 1—0 | 29 октябрь 1960 | Танни ХансейкерТанни Хансейкер | «Фридом-холл Стейт Фэйрграунд», Луисвилл, Кентукки | 6 | UD | | 130526 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Мөхәммәт_Али | Мөхәммәт Али |
# Ѓ (кирил хәрефе)
Ѓ, ѓ (ѓе) ― македон әҙәби теленең алтынсы хәрефе, бер фонеманың аллофондары булып һаналған [ɟ~ʥ] тигән өндәрҙе билдәләй ала. Әйтелеше бер-береһенә тап килмәгәнгә ҡарамаҫтан, серб телендәге Ђ хәрефен транслитерациялау өсөн дә йыш ҡулланыла, мәҫ. шәхси исемдәрҙә: сер. Милован Ђилас – макед. Милован Ѓилас.
Башҡа бер нисә хәреф менән бер рәттән, АСНОМ-дың Тел комиссияһы ултырышында, тауыш биреү һөҙөмтәһендә (тауыштарҙың 9-ы риза, 2-һе ҡаршы) 1944 йылдың аҡъюлай (декабрҙең) дүртенсе көнө македон әлифбаһына индерелде; Ђ хәрефен туранан-тура серб алфавитынан алыу хупланманы – бының сәйәси сәбәптәре лә булды, әйтелештәге айырма ла иҫәпкә алынды. Ѓ хәрефе Г хәрефенә барып тоташа, уныһы юнан (боронғо грек) Гама (Γ γ) хәрефенән сығарылған, ә юнан телендәге хәреф Финикия яҙыуындағы „гимель“ хәрефенән алынған. Ѓ хәрефе, этимологик күҙлектән йомшаҡ Д өнөн билдәләгәнлектән, Г хәрефенән һуң түгел, ә Д хәрефенән һуң килә – йәғни әлифбала серб телендәге Ђ хәрефе менән береш урын тота.
Был хәреф билдәләгән фонема тарихи йомшаҡ Д өнөн билдәләгән өсөн, ҡәрҙәш болгар һәм урыҫ телдәрендә тап ошо йомшаҡ Д-ға тап килергә мөмкин: (макед. ѓавол – болг. дявол, рус. дьявол, макед. ѓакон – болг. дякон, рус. дьякон), айырым осраҡтарҙа болгар телендә шул йомшаҡлыҡ юғалыуы ла бар (макед. паѓање – болг. падане, рус. падение).
Йомшаҡ „г“ өнө ҡары славян *dj өн ҡушылмаһына тап килгән осраҡта, сиркәү славян, һуңынан болгар һәм урыҫ телдәрендәге жд өн ҡушылмаһына тап килә ала: (макед. меѓу – болг. һәм рус. между, макед. раѓање – болг. раждане, рус. рождение). | 197340 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ѓ_(кирил_хәрефе) | Ѓ (кирил хәрефе) |
# Алфёрова Ксения Александровна
Алфёрова Ксения Александровна (24 май 1974 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, телевидение тапшырыуҙарын алып барыусы.
# Алфёрова Ксения Александровна
## Биографияһы
Ксения Александровна Алфёрова 1974 йылдың 24 майында Болгарияның баш ҡалаһы Софияла тыуа. Ул актриса Ирина Алферова һәм болгар дипломаты Бойко Гюровтарҙың ҡыҙы. Артабан Александр Абдулов, Ирина Алфёроваға өйләнгәс, Ксенияны үҙ ҡыҙы итеп рәсми рәүештә яҙҙыра.
К. А. Алфёрова 1992 йылда Мәскәү дәүләт юридик академияһына уҡырға инә. Һуңыраҡ МХАТ-тың мәктәп-студияһын (Евгений Каменькович курсын) тамамлай. Кинокартинала төшөүҙең беренсе тәжрибәһен «Женщина в белом» фильмында төшкән саҡта ала.
2000 йылдан алып 2001 йыл буйынса РТР-ҙың «ТВ Бинго-шоу» программаһынВладимир Маркин менән бергә алып бара, ә 2014 йылдың 26 декабренән алып 2017 йылдың 1 сентябренә тиклем «Беренсе каналда (Первый канал)» «Көт мине (Жди меня)» тапшырыуҙарын алып бара (был урында Мапия Шукшинаны алмаштыра).
2001 йылдан алып кино менән шөғөлләнә. Америка режиссеры Джон Дейлиҙың «Санкт-Петербург-Канны экспресс» фильмында төп ролде инглиз телендә уйнап башҡара.
2008—2009 йылдарҙа «Беренсе каналда (Первый канал)» «Боҙлоҡ осоро-2 (Ледниковый период-2)» проектында (фигурист Повилас Ванагас менән парҙа) һәм «Боҙлоҡ осоро-3 (Ледниковый период-3» (фигурист Петр Чернышев менән парҙа) проектында ҡатнаша. 2015 йыл «Россия» телеканалының «Йондоҙҙар менән бейеү (Танцы со звездами)» проектында (бейеүсе Тагинцев Денис менән парлап) бейеүҙә ҡатнаша.
Ире Егор Бероев менән бергә үҫеш үҙенсәлектәре айырмалы булған «Я есть» хәйриә фондын нигеҙләй. Был фонд үҙенсәлектәре айырмалы кешеләргә ҡарата йәмғиәт мөнәсәбәттәрен үҙгәртеү менән шөғөлләнә.
# Алфёрова Ксения Александровна
## Ғаиләһе
* Ире — актёр Бероев Егор Вадимович (1977 йылдың 9 октябрендә тыуған).
** ҡыҙы — Евдокия Егоровна Бероева (2003 йылдың 4 апрелендә тыуған). | 159707 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Алфёрова_Ксения_Александровна | Алфёрова Ксения Александровна |
# Аносов Дмитрий Викторович
Аносов Дмитрий Викторович (30 ноябрь 1936 йыл, Мәскәү — 5 август 2014 йыл, шунда уҡ) — СССР һәм Рәсәй математигы, академик, динамик системалар һәм дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы, дифференциаль геометрия һәм топология буйынса белгес. Физика-математика фәндәре докторы (1966) СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1990, математика бүлеге), Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1992), М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының атҡаҙанған профессоры.
Динамик системалар теорияһының ҡайһы бер төшөнсәләре Аносов исемен йөрөтә, мәҫәлән, «Аносов системаһы», «Аносов диффеоморфизмдары».
# Аносов Дмитрий Викторович
## Биографияһы
Химия өлкәһе ғилми хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Виктор Яковлевич Аносов (1891, Һарытау — 1972, Мәскәү), физик-химик анализ өлкәһендә белгес, Пермь университетының аналитик һәм техник химия кафедраһы мөдире, А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университеты|А. И. Герцен исемендәге Ленинград педагогия институты профессоры, Мәскәүҙә Н. С. Курнаков исемендәге Дөйөм һәм органик булмаған химия институтында ғилми хеҙмәткәр. Әсәһе — Нина Константиновна Воскресенская, шулай уҡ Һарытауҙа тыуған.
1953 йылда МДУ-ның механика-математика факультетына уҡырға инә, 1958 йылда уны тамамлай. Икенсе курста уҡығанда, Л. С. Понтрягиндың дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы буйынса фәнни семинарына йөрөй башлай һәм бер аҙҙан уның уҡыусыһына әүерелә (икенсе ғилми етәксеһе — Е. Ф. Мищенко). Беренсе курс эше неон лампалы релаксацион тирбәлеүҙәр генераторы эшен математик тасуирлауға арнала.
1958 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының В. А. Стеклов исемендәге математика институты аспирантураһына уҡырға инә, уны 1961 йылда уңышлы тамамлай (етәксеһе — Л. С. Понтрягин). 1961 йылда «Осреднение в системах обыкновенных дифференциальных уравнений с „быстроколеблющимися“ решениями» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1965 йылда «Геодезические потоки на замкнутых римановых многообразиях отрицательной кривизны» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1988 йылда, Л. С. Понтрягин вафат булғандан һуң, ул В. А. Стеклов исемендәге математика институтында ойошторған дифференциаль тигеҙләмәләр буйынса семинарҙың етәксеһе булып китә (башта Р. В. Гамкрелидзе һәм һуңыраҡ — А. А. Болибрух һәм Ю. С. Ильяшенко менән берлектә).
В. А. Стеклов исемендәге математика институтының ябай дифференциаль тигеҙләмәләр бүлеге һәм М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетында динамик системалар теорияһы кафедраһы мөдире (2000—2014). Төп хеҙмәттәре динамик системалар теорияһы, дифференциаль тигеҙләмәләр, дифференциаль геометрия һәм топология буйынса.
Д. В. Аносов 2014 йылдың 5 авгусында вафат була. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнгән.
2017 йылда Д. В. Аносовтың бер төркөм уҡыусылары һәм коллегалары «Systems of Modern Dynamical Theory: Dmitry to A Anosov Victorovich Tribute» (by edited Anatole Katok, Yakov Pesin, Rodriguez Hertz Federico. Providence: American Society Mathematical, 2017. — 323 pp.) коллектив йыйынтығын нәшер итә.
# Аносов Дмитрий Викторович
## Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Мәскәү математик йәмғиәте премияһы (1965), СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1976), Рәсәй Фәндәр академияһының А. М. Ляпунов премияһы (2001), Александр фон Гумбольдт премияһы лауреаты.
# Аносов Дмитрий Викторович
## Ғаиләһе
Ҡатыны — Лидия Ивановна (МДУ-ның механика-математика факультетын тамамлаусы). Ҡыҙы — Ольга Дмитриевна Аносова (МДУ-ның механика-математика факультетын тамамлаусы, физика-математика фәндәре кандидаты). | 180465 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Аносов_Дмитрий_Викторович | Аносов Дмитрий Викторович |
# Сярно-То-Се
Сярно-То-Сё — Рәсәй йылғаһы. Ненец АО биләмәләрендә аға. Йылға Хайпудырская мороно ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 16 км.
# Сярно-То-Се
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Двина-Печора һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Баренц диңгеҙее бассейны йылғалары Печора йылғаһы бассейнының көнсығышынан Бол. Ою йылғаһы бассейнынң көнсығыш сигенә тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Печора һәм Обь йылғалары араһындағы, Баренц диңгеҙеенә ҡойоусы, йылғалар бассейны.
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса:
* Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 03060000112103000086504
* Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 103008650
* Бассейн коды — 03.06.00.001
* ГӨ буйынса һаны (номеры) — 03
* ГӨ буйынса сығарылыш — 0 | 22852 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Сярно-То-Се | Сярно-То-Се |
# Кемиярви
Кемиярви (фин.Kemijärvi, төньяҡ саам.Giemajávri) — Финляндияның төньяғындағы ҡала. Лаппи провинцияһының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Кемиярви күле яры буйында урынлашҡан. Ҡала халҡы 7989 кеше тәшкил итә, ә майҙаны 3930,91 км², шуларҙың 425,94 км² эске һыуҙар тәшкил итә
Кемиярви муниципаль берәмегенең үҙәк өлөшөндә яҡынса 5700 кеше йәшәй, шул иҫәптән ҡалала 4700 самаһы, 1000 тирәһе Каллаанваара-Исокюля районында йәшәй.
Кемиярви — Финляндияның иң төньяҡ ҡалаһы. Төньяҡта Пелкосенниемьи муниципалитеты менән, көнсығышта Салла, көньяҡта Посио, ә көнбайышта Рованиеми менән сиктәш.
# Кемиярви
## Тарихы
Кемиярвиға беренсе күсеп ултырыусы Паавали Оллинпойка Халонен булған, ул Кемиярвиға Нисканкюляның Утаярви урынынан яҡынса 1580 йылда күсеп килә. Ҡатыны Анна Лауринтютяр Халонен тип аталған, ә балалары Пааво, Лекка һәм Олли Халонен. Паавали Халонен ғаиләһе менән күсеп ултырған урын хәҙер Халосенранта (Халонена яры) исеме аҫтында билдәле. Кусеп ултырыусылар араһында шул ваҡытта ағалы-ҡустылы Пекка һәм Матти Кярплялар була, уларҙың нәҫеле Оулуйоки йылғаһы яры буйындағы Мухос еренән килә. 1631 йылдағы йорт кенәгәһе буйынса Кемиярвила 13 йорт иҫәпләнгән. Уларҙың дүрт йортонда даими йәшәлгән: Халонен Пааво, Пекка һәм Матти Кярпля һәм Хейкки Хякиялар. Кемиярви биләмәһендәге Амманваара — боронғо саамдарҙың ҡорбан килтереү урыны булған. Беренсе күскенселәр килеп ултырыуға саамдар хәҙерге Кемиярви биләмәһендә йәшәгәндәр.
Кемиярвиның халҡы һаны ауыл общинаһын һәм Кемиярви ҡасабаһын берләштереүҙән алда 16 000 ашыу кеше тәшкил иткән.
2008 йылдың яҙында Кемиярвиның целлюлоза заводын ябыу йәмәғәтселектең киң иғтибарын йәлеп итә. Дәүләт шул ваҡытта төбәктә сәнәғәт эшмәкәрлеген дауам итеү өсөн ҙур финанс ярҙамы күрһәтә. Arktos Group компанияһы целлюлоза заводының цехтарында йәбештерелгән ағас брустарын етештереүҙе яйға һалырға маташа. Әммә был тырышлыҡ уңышһыҙлыҡ менән тамамлана, һәм 2012 йылдың башында предприятие финанс һауыҡтырыу процедураһы эләгә.
Keitele Group компанияһы 2015 йылда элекке целлюлоза заводы урынында үҙенең заводын асыуҙы планлаштыра. Компания целлюлоза-ҡағыҙ заводының етештереү цехтарын инде һатып алған.
# Кемиярви
## Демографик үҫеше
Иҡтисади структуралағы үҙгәрештәр менән бәйле Кемиярви ҡалаһының халҡы кәмей. Хәҙерге ваҡытта ҡалала 8000-гә яҡын кеше йәшәй. Түбәндәге таблицала ҡаланың демографик үҫеше күрһәтелгән. Кемиярви ҡалаһында (рәсми булмаған мәғлүмәт буйынса) бер нисә йөҙ кешенең даими йәшәү урыны башҡа урын иҫәпләнә, әммә үҙенең тормошоноң күп өлөшөн «икенсе торлаҡта» ҡала биләмәһендә үткәрә. Ҡуртым йорттарға эйә булған Кемиярви муниципаль компанияһы бер нисә йыл рәттән граждандарға «икенсе торлаҡ» итеп фатирҙар һата. Бынан тыш, ҡалала буш торған күп ҡатлы ҡуртым йорттар һүтелә.
2012 йылдың ғинуарындағы мәғлүмәттәр буйынса, общинаның халҡы 8277 кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 2,28 кеше/км². Рәсми телдәр — фин, 99,0% халыҡ өсөн туған тел. 15 йәшкә тиклемге кешеләр өлөшө 10,2 %; 65 өлкән йәштәге кешеләр өлөшө 30,8 % тәшкил итә.
Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе (Сығанаҡ:) :
| 1970 | 1975 | 1980 | 1985 | 1990 | 1992 | 1994 | 1996 | 1998 | 2000 | 2002 | 2004 | 2006 | 2008 | 2010 | 2011 | 2012 |
| 7429 | 12759 | 12621 | 12762 | 12331 | 12103 | 11987 | 11628 | 11036 | 10484 | 9936 | 9529 | 9065 | 8658 | 8484 | 8393 | 8277 |
# Кемиярви
## Ҡала райондары һәм тораҡ пункттары
Геодезик хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса Кемиярви ҡалаһының райондары булып (биләмәнең ер кадастры номеры 0 һаны менән башлана) түбәндәге 8 район тора:
* Каллаанваара
* Үҙәк
* Пеулионваара
* Пюхятунтури
* Сиповаара
* Суому
* Сяркикангас
* Тохмо
Ер кадастрында теркәлгән Кемиярвиның 16 тораҡ пункттары булып (биләмә номеры 4 һаны менән башлана), түбәндәгеләр тора:
| Алакюля Халосенранта Исокюля Яварус Йоутсиярви Юуярви Кемихаара Костамо | Куусиваара Левяранта Луусуа Палоперя Пюхятунтури Ряйсяля Тохмо Юликюля |
Ер кадастрында теркәлмәгән тораҡ пункттары йәки территориялары 14:
| Хююпио Кетола Куусиранта Лехтола Ойнас Патоваара Перяваара | Руопса Соппела Тапионниеми Тонкопуро Улкуниеми Варрио Вуостимо |
Кемиярви ҡалаһының сайтында тораҡ пункттарҙың урынлашыуы менән картаһы бар, әммә уларҙың атамаһы юғарыла әйтеп киткәндәр менән һәр саҡ тап килмәй. Шулай уҡ Кемиярвиның статистик территориаль бүленешендә үрҙә телгә алынған ауылдар барыһы ла иҫәпкә алынмай
# Кемиярви
## Дини берләшмәләр
Кемиярвила инжил-лютеран общинаһы эшләй. Инжил-лютеран сиркәүенең тергеҙелеүе өсөн хәрәкәтте төбәктә лестадианлыҡ һәм шулай уҡ инжил юлынан барыусылар башҡара, уларҙың урындағы бүлексәһе бар. Башҡа конфессия вәкилдәре Кемиярвиның иллелек общинаһынан, шулай уҡ адвентистарҙың фин Сиркәүе составына ингән адвентистар ойошмаһынан тора. Бынан тыш Кемиярвила Йәһәвә шаһиттары общинаһы эшләй.
# Кемиярви
## Кемиярвиның веб-камералары
* Ҡала үҙәгендә Вапауденкат урамында вэб-камералар
* Ут күктәре майҙанында вэб-камера 2015 йыл 18 февраль архивланған.
# Кемиярви
## Иҫтәлекле урындары
Община урынлашҡан Көнсығыш Лапландия үҙенең саңғы курорттары: Суому, Луосто һәм башҡалар менән билдәле. 2011 йылдың ҡышында Рәсәйҙән саңғысы туристарҙы ташыу буйынса Мәскәү-Кемиярви чартер поезы эшләй башланы.
Ҡала янында урынлашҡан матур Кемиярви күле — йәйге ял итеү урыны, урман массивтары һәм ҡалҡыулыҡтар менән уратып алынған. Балыҡ ресурстары бағыр, алабуға, суртан һәм һыла балығы популяцияһынан ғибәрәт.
# Кемиярви
## Туғандаш ҡалалар
* Вардё, Норвегия
* Вадсё, Норвегия
* Кандалакша, Рәсәй
* Собецу, Япония
# Кемиярви
## Төбәктә спорт йәмғиәте
* KeKi, хоккей
* Kemijärven Kaiku ry, йөҙөү мәктәбе, йөҙөү спорты
# Кемиярви
## Төбәктең башҡа йәмғиәттәре
* Төньяҡ-көнсығыш Лаплпндияның һәүәҫкәр эт аҫраусылыҡ клубы һәм башҡа эт аҫраусылыҡ клубтары (TOKO, Agility, Palveluskoiratoiminta, Vesipelastus, Koiranäyttely Metsästyskokeet)
* Маннергейм исемендәге балаларҙы яҡлау союзы. Кемиярви берекмәһе.
# Кемиярви
## Транспорт коммуникациялары
* 5 E 63 5 Автомобиль (Хейнола-Куопио-Куусамо-Кемиярви-Соданкюля)
* 82 Автомобиль 82 (Рованиеми-Кемиярви-Салла)
* 944 Автомобиль 944 (Кемиярви-Рануа)
* 945 Автомобиль 945 (Кемиярви-Перя-Посио)
* Күрше тораҡ пункттарға автобус бәйләнеше
* Рованиеми менән тимер юл бәйләнеше
# Кемиярви
## Галереяһы
* Кемиярви сиркәүе
* Суому тауынан күренеш
* Кемиярвила целлюлоза-ҡағыҙ комбинаты, төп инеү урыны
* Суому саңғы курорты
* Кемиярви ҡалаһы үҙәге
* Куусиваар тимер юл станцияһы | 146012 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Кемиярви | Кемиярви |
# Вологда
Вологда (рус. Вологда) — Рәсәй Федерацияһындағы ҡала, Вологда өлкәһенең үҙәге. Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы.
# Вологда
## Географияһы
Вологда йылғаһы ярында урынлашҡан.
# Вологда
## Мәғариф
* Вологда дәүләт университеты
* Вологда дәүләт һөтсөлөк хужалығы академияһы
# Вологда
## Климаты
Ҡала климаты :
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Абсолют максимум, °C | 5,3 | 5,6 | 16,4 | 26,8 | 30,6 | 33,1 | 34,5 | 36,4 | 28,8 | 22,8 | 10,7 | 8,5 | 36,4 |
| Уртаса максимум, °C | −7,2 | −6 | 0,5 | 9,0 | 16,9 | 20,9 | 23,4 | 20,3 | 14,0 | 6,7 | −1,4 | −5,4 | 7,6 |
| Уртаса температура, °C | −10,8 | −10 | −4 | 3,5 | 10,6 | 15,1 | 17,5 | 14,7 | 9,3 | 3,4 | −3,9 | −8,4 | 3,1 |
| Уртаса минимум, °C | −14,5 | −13,9 | −8,2 | −1 | 4,8 | 9,5 | 12,0 | 9,8 | 5,5 | 0,6 | −6,5 | −11,7 | −1,1 |
| Абсолют минимум, °C | −47,1 | −43,2 | −34,6 | −25,6 | −9,1 | −3,1 | 1,2 | −1,4 | −8,6 | −20 | −34,1 | −45,2 | −47,1 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 35 | 28 | 26 | 31 | 41 | 67 | 74 | 76 | 57 | 50 | 42 | 38 | 565 |
| Сығанаҡ: Погода и климат ||||||||||||||
# Вологда
## Транспорты
Вологда — илдең эре транспорт-логистик үҙәге. | 127899 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Вологда | Вологда |
# Будённый Семён Михайлович
Будённый Семён Михайлович (25 апрель 1883 йыл — 26 октябрь 1973 йыл) — СССР-ҙың хәрби етәксеһе, тәүге Советтар Союзы Маршалдарының береһе, өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Георгий тәреһенең тулы кавалеры. Граждандар һуғышы йылдарында РККА-ның Беренсе атлы армияһы командующийы, ҡыҙыл кавалерияһын ойоштороусыларының береһе. Беренсе атлы армия яугирҙары «буденовсылар» йыйылма атама аҫтында билдәле.
# Будённый Семён Михайлович
## Йәш сағы
Семён Михайлович Будённый 1883 йылдың 25 апрелендә Дон ғәскәре өлкәһе, Сальск округы, Козюрин утарында (хәҙер Ростов өлкәһенең Мартын районы) ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уның ата-әсәһе Михаил Иванович һәм Меланья Никитична Буденныйҙар ситтән, Үҙәк Рәсәйҙән, килеүселәр булған.рус|. 1919 йылдан РКП(б)/ВКП(б)/КПСС-тың ағзаһы.
# Будённый Семён Михайлович
## Хәрби хеҙмәте
### Император армияһында хеҙмәт итеү
1903 йылда армияға саҡырыла. Алыҫ көнсығышта Приморье драгун полкында хеҙмәт итә, срогы тулғандан һуң шунда уҡ тороп ҡала. 26-сы Дон казак полкы составында 1904—1905 йылдарҙа рус-япон һуғышында ҡатнаша.
1907 йылда полктың иң яҡшы һыбайлыһы булараҡ Петербургка, Офицер кавалерия мәктәбенә, кесе чиндар өсөн һыбайлылар курстарына ебәрелә, курстарҙы 1908 йылда тамамлай. 1914 йылға тиклем Приморье драгун полкында хеҙмәт итә. Беренсе донъя һуғышында Кавказ кавалерия дивизияһының 18-се драгун Северск полкы унтер-офицеры званиеһында Германия, Австрия һәм Кавказ фронттарында ҡатнаша. Батырлыҡтары өсөн «тулы Георгий таҫмаһы» — дүрт дәрәжә Георгий тәреләре һәм дүрт дәрәжә Георгий миҙалдары менән наградлана. Беренсе һалдат 4-се дәрәжә Георгий тәреһенә унтер-офицер Будённый 1914 йылдың 8 ноябрендә немец ылауын һәм пленныйҙарҙы алғаны өсөн лайыҡ була.
Дивизия Кавказ фронтына күсерелгәндән һуң Ворошилов вахмистр Хестановҡа ҡул күтәргәне өсөн (быға тиклем вахмистр Буденныйҙы мыҫҡыл итә һәм уның битенә һуға) дивизия буйынса фарманға ярашлы үҙенең беренсе 4-се дәрәжә Георгий тәреһенән мәхрүм ителә. 3-сө дәрәжә тәрене 1916 йылдың ғинуарында Менделидж янындағы һөжүмдәрҙә ҡатнашҡаны өсөн, шул уҡ 1916 йылдың мартында 2 дәрәжә тәреһенә лайыҡ була. 1916 йылдың июль айында 1-се дәрәжә Георгий тәреһен дүрт иптәше менән дошман тылынан 7 төрөк һалдатын алып килгәне өсөн ала.
1917 йылдың йәйендә Кавказ кавалерия дивизияһы менән Минск ҡалаһына килә, бында уны полк комитеты рәйесе һәм дивизия комитетының рәйесе урынбаҫары итеп һайлайҙар. 1917 йылдың авгусында М. В. Фрунзе менән бергә Оршала Корнилов ғәскәрҙәренең эшелондарын ҡоралһыҙландырыу менән етәкселек итә. Октябрь революцияһынан һуң Донға, Платов станицаһына, Сальск округ Советы башҡарма комитетының ағзаһы итеп һайлана һәм округ ер бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә.
# Будённый Семён Михайлович
## Хәрби хеҙмәте
### Граждандар һуғышы
1918 йылдың февралендә Буденный Дондағы аҡ гвардиясыларға ҡаршы революцион атлы отряд ойоштора, Б. М. Думенко командованиеһы аҫтындағы отряд 1-се кавалерия крәҫтиән социалистик полкы сафтарына инә, Буденный полк командирының урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Һуңынан полк бригадаға әүерелдерелә, артабан — кавалерия дивизияһына, дивизия 1918—1919 йылдың башында Царицыно тирәһендә бик уңышлы һуғыша.
1919 йылдың икенсе яртыһында Ҡыҙыл армияһында тәүге эре кавалерия берләшмәһе — Атлы корпус ойошторола. 1919 йылдың август башында генерал П. Н. Врангелдең Кавказ армияһына ҡаршы Дондағы ныҡышмалы алыштарҙа ҡатнаша, корпус Царицынға, артабан Воронежға тиклем барып етә һәм 1919 йылда Воронеж-Касторное операцияһында 8-се армияның дивизиялары менән бергә Мамонтов һәм Шкуро казак корпустарын тар-мар итә. Корпус өлөштәре Воронеж ҡалаһын яулай, Мәскәү йүнәлешендә Ҡыҙыл армияһы ғәскәрҙәре позицияларындағы 100 километрлыҡ өҙөлгән урынды ямай. Буденныйҙың Атлы корпусының еңеүҙәре Воронеж һәм Касторное тирәһендә Дондағы дошманды ҡыйратыуҙы тиҙләттеләр.
Буденный командованиеһы аҫтындағы ғәскәрҙәр (О. И. Городовиковтың 14-се кавалерия дивизияһы) Миронов Ф. К. етәкләгән Дон корпусын ҡоралһыҙландырыуҙа ҡатнаша. Һуңынан Миронов Ф. К. 2-се Атлы армияһының командующийы була.
1919 йылдың 19 ноябрендә Көньяҡ фронты командованиеһы Республика Реввоенсоветы ҡарарына ярашлы Атлы корпусты Беренсе Атлы корпус итеп исемен үҙгәртеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Армияның командующийы итеп Буденный тәғәйенләнә. Ул 1923 йылдың октябрь айына тиклем етәкселек иткән Беренсе Атлы армия Граждандар һуғышының бер нисә эре операцияларында Төньяҡ Таврияла һәм Ҡырымда Деникин һәм Врангель ғәскәрҙәрен тар-мар итеү буйынса мөһим роль уйнаны. Буденный етәкселегендә Беренсе Атлы армия аҡтарҙан ике мәртәбә Дондағы ҡапма-ҡаршы атлы алыштарҙа бик ауыр еңелеүгә дусар булды: 1920 йылдың 6 (19) ғинуарында Ростов тирәһендә генерал Топорковтан һәм 10 көндән генерал Павловтың атлы ғәскәренән Маныч йылғаһындағы алыштарҙа 1920 йылдың 16 (29) ғинуары — 20 ғинуарында (2 февраль), был алыштарҙа Будённый 3 мең ҡылыс юғалта һәм үҙенең бөтә булған артиллерияһын ташлап китергә мәжбүр була. Совет-поляк һуғышында Пилсудский армияһы менән алыштарҙа шулай уҡ еңелә, әммә уға шул уҡ ваҡытта һиҙелерлек юғалтыуҙар ҙа килтерә (Киев операцияһы (1920)).
# Будённый Семён Михайлович
## Хәрби хеҙмәте
### Һуғыштар араһы
1921—23 йылдарҙа Будённый — Революцион хәрби совет (РВС) ағзаһы, ә һуңынан — Төньяҡ-Кавказ хәрби округы командующийы урынбаҫары. Советтар Союзындағы аттар заводтарын ойоштороу һәм етәкселек итеү буйынса ҙур эштәр башҡара, күп йыллыҡ эштәр һөҙөмтәһендә аттарҙың яңы тоҡомдары барлыҡҡа килә — буденный һәм терский. 1923 йылда Будённый Чечен автономия өлкәһенә Бохара әмире башлығын кейеп, яуырыны аша ҡыҙыл таҫма тағып, рус Мартанға килә һәм ВЦИК декретына ярашлы Чечняны автономия өлкәһе тип иғлан итә.
1923 йылда Будённый кавалерия буйынса Ҡыҙыл Армияһының баш командующийы ярҙамсыһы һәм СССР-ҙың РВС-ы ағзаһы итеп тәғәйенләнә. 1924 — 1937 йылдарҙа ул РККА кавалерияһы инспекторы. 1928 йылдың 1 июленән ул «Йылҡысылыҡ һәм йылҡыларҙы заводтарҙа үрсетеү» журналын ойоштороусыларының береһе һәм редакторы. 1930 йылда Успенскийҙа Тәжрибәле атлы заводы базаһында Мәскәү йылҡысылыҡ һәм йылҡыларҙы заводтарҙа үрсетеү зоотехник институтын ойоштороуҙа кураторлыҡ итә. 1932 йылда М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияны тамамлай. Дошманға ҡаршы яңы заманса көрәш ысулдарын үҙләштереү сиктәрендә 1931 йылда самолеттан парашют менән үҙенең беренсе һикереүен башҡара.
1935 йылдың 22 сентябрендә яңы персональ званиелар индерелә. Шул уҡ йылдың ноябрендә ЦИК һәм Совнарком биш иң күренекле совет полководецтарына яңы хәрби званиеһы бирә — Советтар Союзы Маршалы. Уларҙың араһында Буденный ҙа була. ВКП (б) Үҙәк комитетының февраль-март (1937) пленумында Н. И. Бухарин һәм А. И. Рыков тураһында бәхәстәрҙә уларҙы партиянан сығарыу, хөкөмгә һәм атыуға тарттырыу яҡлы була. 1937 йылдың май айында М. Н. Тухачевскийҙы һәм Я. Э. Рудзутакты партиянан сығарыу буйынса һораулама үткәргәндә: «Һис шикһеҙ, ЗА. Был кәбәхәттәрҙе язалар кәрәк», тип яҙа. СССР-ҙың Юғары судының Махсус суд присутствиеһы составына инә. 1937 йылдың 11 июнендә «хәрби-фашист заговоры» исеме аҫтында билдәле эш ҡарала (М. Н.Тухачевский һ.б. эше) һәм хәрби начальниктар атыуға хөкөм ителә.
1937 йылдан 1939 йылға тиклем Будённый Мәскәү хәрби округы ғәскәрҙәре менән етәкселек итә, 1939 йылдан — СССР-ҙың НКО-һы Баш хәрби советы ағзаһы, нарком урынбаҫары, 1940 йылдың авгусынан — СССР оборона наркомының беренсе урынбаҫары. Будённый маневрлы һуғышта кавалерияның мөһим ролен билдәләй, шул уҡ ваҡытта армияның техник яҡтан йыһазландырылыу яҡлы була, атлы механизациялланған формированиеларҙы ойоштороуҙа булышлыҡ итә. Һуғыштан алдағы йылдарҙа кавалерия һуғыш яланында танк һәм моторлаштырылған берләшмәләргә етди ҡаршылыҡ күрһәтә алмаясаҡ тигән фекерҙәр өҫтөнлөклө була. Һөҙөмтәлә 1938 йылға ҡарата СССР-ҙа быға тиклем булған 32 кавалерия дивизияһынан һәм 13 корпустар идаралыҡтарынан һуғыш башланыу мәленә 13 кавалерия дивизияһы һәм 4 корпус ҡалған була. Ҡайһы бер тарихсылар фекеренсә, һуғыш тәжрибәһе кавалерияны кәметеү менән ашыҡҡанлыҡты күрһәтә.
# Будённый Семён Михайлович
## Хәрби хеҙмәте
### Бөйөк Ватан һуғышы
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Юғары башкомандование Ставкаһы составына ингән, Мәскәүҙең оборонаһында ҡатнашҡан, Ставканың армиялар резервы ғәскәрҙәре төркөмө менән (1941 йылдың июне) етәкселек иткән, һуңынан — Көньяҡ-Көнбайыш йүнәлешендәге ғәскәрҙәр главкомы (1941 йылдың июль — августы), Резерв фронты командующийы (1941 йылдың сентябрь — октябре), Төньяҡ-Кавказ йүнәлешендәге ғәскәрҙәр главкомы (1942 йылдың апрель-майы), Төньяҡ-Кавказ фронты командующийы (1942 йылдың май-августы).
Будённыйҙың тәҡдиме буйынса совет командованиеһы 1941 йылдың йәйендә яңы кавалерия дивизиялары ойошторола башлай, йылдың аҙағында өҫтәмә рәүештә 80-дән артыҡ еңел типтағы кавалерия дивизиялары туплана (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, был Г. Жуков башланғысы менән эшләнә). 1941 йылдың июль — сентябрь айҙарында Будённый УССР территорияһына немец баҫыусыларының юлында торған Көньяҡ-Көнбайыш йүнәлешендәге (Көньяҡ-Көнбайыш һәм Көньяҡ фронттар) ғәскәрҙәрҙең баш командующийы була.
Август айында маршал Буденный бойороғо буйынса Запорожьела НКВД-ның 157 полкы саперҙары ДнепроГЭСты шартлаталар. Ҡапыл ауҙарылған тулҡын ағымында немец һалдаттары ла, Ҡыҙыл Армияһы һалдаттары ла һәләк була. Ғәскәрҙәрҙән һәм ҡасҡынсыларҙан башҡа, уйһыу ерҙәрҙә һәм яр буйы зонаһында бик күп унда эшләгән кешеләр, урындағы халыҡ, мал һәләк була. Ҙур тиҙлек менән Днепр буйындағы туғайҙарҙы һыу тулҡыны баҫа. Бер сәғәт эсендә Запорожьеның аҫҡы өлөшө сәнәғәт ҡоралмалары запастары менән бергә тулыһынса ағып китә. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, совет ғәскәрҙәре һәм халыҡ араһындағы юғалтыуҙар һаны ныҡ арттырылған. Сентябрҙә Будённый Ставкаға ҡамау хәүефенән ғәскәрҙәрҙе ситкә алып китеү тәҡдиме менән телеграмма ебәрә, шул уҡ ваҡытта фронттың командующийы М. П. Кирпонос Ставкаға ғәскәрҙәрҙе ситләштереү ниәте юҡлығы тураһында хәбәр итә. Һөҙөмтәлә Буденныйҙы Сталин Көньяҡ-Көнбайыш йүнәлеше баш командующийы вазифаһынан бушата, уның урынына С. К. Тимошенко ҡуйыла.
Артабан — Резерв фронты командующийы (сентябрь-октябрь 1941 йыл), главком Төньяҡ-Кавказ йүнәлеше главкомы (апрель — май 1942 йыл), Төньяҡ-Кавказ фронты командующийы (май — август, 1942 йыл). 1943 йылдың ғинуарынан — Ҡыҙыл армия кавалерияһы командующийы, ә 1947—1953 йылдарҙа бер үк ваҡытта СССР-ҙың йылҡысылыҡ буйынса ауыл хужалығы министры урынбаҫары. 1943 йылда Буденныйҙың башланғысы буйынса Мәскәү йылҡысылыҡ зоотехник институты тергеҙелә.
# Будённый Семён Михайлович
## Хәрби хеҙмәте
### Һуғыштан һуңғы эшмәкәрлеге
1953 йылдың майынан 1954 йылдың сентябренә тиклем — кавалерия инспекторы, 1954 йылдан — СССР-ҙың оборона министры ҡарамағында, ДОСААФ үҙәк комитеты президиумы ағзаһы, уның наградной комиссияһы рәйесе. Совет — монгол дуҫлығы йәмғиәте рәйесе була. 1958 йылдың 1 февралендәге СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы, 1963 йылдың 24 апрелендәге, 1968 йылдың 22 февралендәге Указдарына ярашлы Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
1939—1952 йылдарҙа КПСС-тың Үҙәк комитеты ағзаһы (1934—39 йылдарҙа һәм 1952—1973 йылдарҙа — кандидат). ВЦИК-тың һәм ЦИК СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы. 1—8-се саҡырылыштары СССР-ҙың Юғары Советы депутаты, 1938 йылдан СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ағзаһы.
1973 йылдың 26 октябрендә Семен Михайлович Буденный 91 йәшендә Мәскәүҙә башына ҡан һауыуҙан вафат була. 30 октябрҙә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Кремль диуарында ерләнә. Ҡәберендә һәйкәл ҡуйылған. Буденныйҙың ҡатыны Мария Васильевна 2006 йылда 90 йәшендә вафат була, ул иренән 33 йәшкә кесе була. Новодевичье зыяратында ерләнгән.
# Будённый Семён Михайлович
## Замандаштар фекере
Константин Симоновтың Көньяҡ-Көнбайыш йүнәлеше штабының элекке начальнигы, генерал-полковник А. П. Покровский менән һөйләшеүенән
Будённый — бик үҙенсәлекле кеше. Тыумыштан талантлы, халыҡсан аҡыллы, айыҡ фекерле кеше. Уның тиҙ арала хәлгә төшөнә торған һәләте булды. Ул үҙе
мәсьәләнең сиселешен тәҡдим итмәй ине, үҙе бындай тәҡдим яһар өсөн хәл-торошто ла белмәй ине, әммә уға һөйләп биргән саҡта, мәсьәләнең сиселешен тәҡдим иткәндә, теге йәки был ғәмәлдәр программаһын, ул, беренсенән, хәлдең айышына бик тиҙ төшөнә һәм, икенсенән, ҡағиҙә булараҡ, иң рациональ сиселештәрҙе тотоп ала ине. Һәм быны ул кәрәк хәтле тәүәккәллек менән эшләне.
Атап әйткәндә...уға Киев операцияһындағы хәлдәр торошо тураһында хәбәр иткәс һәм ул уға төшөнгәс, әһәмиәтен билдәләгәс, уға Ставка алдында Киев тоғынан сигенеү тураһында тәҡдимде штаб еткергәндән һуң, ул шундуҡ тәҡдимде ҡабул итә һәм кәрәкле телеграмманы Сталинға яҙа. Был аҙымдың һөҙөмтәләре уның өсөн хәүефле һәм ҡаты булыуына ҡарамаҫтан ул быны ҙур ҡыйыулыҡ менән эшләне.
Шулай килеп сыҡты ла! Нәҡ ошо телеграммаһы өсөн ул Көньяҡ-Көнбайыш йүнәлеше командующийынан бушатылды һәм уның урынына Тимошенко тәғәйенләнде.
# Будённый Семён Михайлович
## Ғаиләһе
С. М. Буденный өс тапҡыр өйләнгән була. Беренсе ҡатыны — Надежда Ивановна, казактар ғаиләһенән, 1903 йылда никахлашалар. Граждандар һуғышы ваҡытында Буденный менән бергә хеҙмәт итә, 1925 йылда осраҡлы рәүештә пистолеттан үҙен үҙе атып үлтерә. Икенсе ҡатыны — Ольга Стефановна Михайлова, опера йырсыһы, 1937 йылда, шпионажда ғәйепләнеп, ҡулға алына. 1956 йылда, Буденныйҙың булышлығы арҡаһында, һөргөндән ҡайтарыла. Буденный уны Мәскәүгә алып ҡайта һәм аҫрауға ала. Өсөнсө ҡатыны — икенсе ҡатынының ике туған һеңлеһе. Уларҙың 3 балаһы була: Сергей (1938), Нина (1939), Михаил (1944).
# Будённый Семён Михайлович
## Буденный образы нәфис әҙәбиәттә
* Толстой А. Н. Хождение по мукам (трилогия). 3-сө китап: Хмурое утро
* Бабель И. Э. Конармия (хикәйәләр йыйынтығы)
* Листовский А. П. Конармия (роман)
* Бондарь А. В. Чёрные мстители
* Бляхин П. А. Красные дьяволята (повесть)
* Пантелеев Л. Пакет
* Шолохов М. А. Тихий Дон (роман)
* Яҙыусы Р. Б. Гуль уны «Красные маршалы: Ворошилов, Буденный, Блюхер, Котовский» (Берлин: Парабола, 1933.) китабында һүрәтләй.
* Петров Д. М. (Бирюк). Юг в огне: Роман. (М: Военное издательство, 1988.)
# Будённый Семён Михайлович
## Буденный — кинола
* Константин Давидовский («Красные дьяволята (фильм)», 1923)
* Семён Будённый («Пакет», 1934)
* Василий Бауков («Детство маршала», 1938)
* Александр Хвыля (Первая конная (фильм, 1941), Оборона Царицына (фильм), 1942, Клятва (фильм, 1946), 1946)
* Лев Свердлин (Олеко Дундич, 1958, Неуловимые мстители (фильм), 1966)
* Станислав Франио (Бесстрашный атаман, 1973 — Будённыйҙың бала сағы тураһында)
* Петр Тимофеев ([[Хождение по мукам (телесериал), 1977)
* Леонид Бакштаев (Маршал революции, 1978)
* Вадим Спиридонов (Первая конная (фильм, 1984), 1984; Оглашению не подлежит (фильм), 1987)
* Пётр Глебов ([[Битва за Москву (фильм), 1985)
* Алексей Булдаков (Утомлённые солнцем 2: Предстояние, 2010)
* Александр Самойлов (Тухачевский. Заговор маршала, 2010)
* Виктор Смирнов (Сын отца народов, 2013)
* Сергей Валиев (Жуков (телесериал), 2011) — титрҙарҙа күрһәтелмәгән
* Александр Суворов (Страна Советов. Забытые вожди, 2016)
# Будённый Семён Михайлович
## Наградалары
### Рәсәй империяһы наградалары
* 1-се дәрәжә Георгий тәреһе (март 1916)
* 2-се дәрәжә Георгий тәреһе (февраль 1916)
* 3-сө дәрәжә Георгий тәреһе (ғинуар 1916)
* Ике 4-се дәрәжә Георгий тәреһе (1914), (1915)
* 1-се дәрәжә Георгий миҙалы
* 2-се дәрәжә Георгий миҙалы
* 3-сө дәрәжә Георгий миҙалы
* 4-се дәрәжә Георгий миҙалы
# Будённый Семён Михайлович
## Наградалары
### СССР-ҙың наградалары
* Советтар Союзы Геройының "Алтын Йондоҙ" миҙалы 10827-се һанлы, 01.02.1958
* Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройының "Алтын Йондоҙ" миҙалы 45-се һанлы, 24.04.1963
* Өс тапҡыр Советтар Союзы Геройының "Алтын Йондоҙ" миҙалы 4-се һанлы, 22.02.1968
* Һигеҙ Ленин ордены:
** 23.02.1935 й. 881-се һанлы
** 17.11.1939 й. 2376-се һанлы (Беренсе Атлы корпусының 20-йыллығына)
** 24.04.1943 й. 13136-се һанлы
** 21.02.1945 й. 24441-се һанлы
** 24.04.1958 й. 257292-се һанлы
** 01.02.1963 й. 348750-се һанлы
** 22.02.1968 й. 371649-се һанлы
** 24.04.1973 й.
* Алты Ҡыҙыл Байраҡ ордены (34-се һанлы, 29.03.1919, 390/2-се һанлы, 13.03.1923, 100/3-сө һанлы, 22.02.1930, 42/4-се һанлы, 8.01.1941, 2/5-се һанлы, 3.11.1944, 299579-се һанлы, 24.06.1948)
* 1-се дәрәжә Суворов ордены (123-сө һанлы, 22.02.1944)
* Әзербайджан ССР-ҙың Ҡыҙыл Байраҡ ордены (29.11.1929)
* Үзбәк ССР-ның Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (19.01.1930)
* Почётлы революцион ҡоралы]] (ике төрө):
** Ҡыҙыл Байраҡ орденлы ҡылыс (ҡорал)
** Ҡыҙыл Байраҡ орденлы пистолет
* Алтын ялатылған СССР Дәүләт гербы менән Почетлы ҡорал
* «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн (Хәрби батырлығы өсөн) юбилей миҙалы. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыллығы айҡанлы»
* «Мәскәү оборонаһы өсөн» миҙал
* «Кавказ оборонаһы өсөн» миҙал
* «Одесса оборонаһы өсөн» миҙал
* «Севастополь оборонаһы өсөн» миҙал
* 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
* 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының 20 йыллығына» юбилей миҙалы
* «Мәскәүҙең 800-йыллыҡ иҫтәлегенә» миҙалы
* «Ленинградтың 250-йыллыҡ иҫтәлегенә» миҙалы
* «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының XX йыллығына» юбилей миҙалы
* «Совет Армияһына һәм Флотына 30 йыл» миҙалы
* СССР-ҙың Ҡораллы Көстәренә 40 йыл» миҙалы
* СССР-ҙың Ҡораллы Көстәренә 50 йыл» миҙалы
# Будённый Семён Михайлович
## Наградалары
### Сит ил дәүләттәре наградалары
* Ике Сухэ-Батор ордены (МХР)
* Ҡыҙыл Байрағы ордены (Монголия)|Ҡыҙыл Байрағы ордены (МХР, 1936)
* «Монгол Халыҡ Революцияһына 50 йыл» миҙалы(МХР, 1970)
* «Монгол Халыҡ Армияһына 50 йыл» миҙалы (МХР, 1970)
* «Дуҫлыҡ» миҙалы (МХР, 1967)
# Будённый Семён Михайлович
## Иҫтәлеген мәңгеләштереү
* Будённый С. М. — Дондағы Ростов, Волгоград, Серпухов Ҡалаларының почетлы гражданы.
* Ставрополь крайында Буденновск ҡалаһы (в 1799—1921 йылдарҙа Святой Крест, 1921—1935 һәм 1957—1973 йылдарҙа Прикумск).
* 1919—1958 йылдарҙа Бирюч ҡалаһы Будённый исемен йөрөткән.
* Ростов өлкәһендә Буденновская станица
* Пенза өлкәһендә Буденновка ауылы
* Хакассияла Буденовка ауылы.
* Кинешма ҡалаһында Будённый ҡасабаһы.
* Донецк, Старый Оскол ҡалаларында район.
Урамдар — Серпухов, Сальск, Серафимович, Липецк, Краснодар, Тверь, Тула, Элиста, Брест, Луганск, Красноград, Архангельск, Белгород, Дзержинск, Глазов, Екатеринбург, Симферополь, Волгоград, Аҡтүбә, Минск, Витебск, Гродно, Гомель, Бишкек, Тетиев, Тамбов, Одинцово, Алматы.
Урамдар Башҡортостанда — Бүздәк ауылы, Чесноковка (Өфө районы), Архангел (Архангел районы), Благовещен ҡалаһы, Воскресенск (Мәләүез районы), Мәләүез ҡалаһы, Түбәнге Троицк ауылы (Туймазы районы), Тавтиман ҡасабаһы, Көҙәй ауылы (тыҡрыҡ һәм урам), Урман ауылы, Оло Теләк ауылы (Иглин районы).
Проспекттар — Мәскәү, Санкт-Петербург, Будённовск, Тольятти (бульвар), Новочеркасск, Дондағы Ростов , Ростов өлкәһенең Пролетарск ҡалаһы (Будённый тыҡрығы), Аксай.
* Санкт-Петербургта Советтар Союзы Маршалы С. М. Буденный исемендәге элемтә хәрби академияһы, Тихорецк проспект, 3 йорт.
* «Будённый исемендәге йылҡысылыҡ заводы» ҡасабаһы (Сальск районы, Ростов өлкәһе).
* Будённый аты — башта армия өсөн һыбайлы-егеүле аттар тоҡомо, һуңынан — спорт өсөн.
* Воронежда Буденный исемендәге ҡасаба.
* Будённый зыяраты Воронежда.
* Тамбовта С. М. Будённый исемендәге ипподром.
Һәйкәлдәр:
* Донецк ҡалаһындағы Буденный майҙанында.
* Кремль диуары янындағы ҡәберендә.
* Дондағы Ростов ҡалыһында юронза бюст.
* Будённовскиҙа ҡала вокзалы фасадында, Белгород өлкәһенең Великомихайловка ауылында бюстар
Музейҙар:
* С. М. Будённыйҙың дача-музейы;
* С. М. Будённыйҙың йорт-музейы. | 127409 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Будённый_Семён_Михайлович | Будённый Семён Михайлович |
# Шәмсетдинова Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы
Шәмсетдинова Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы (1 июль 1955 йыл ) — композитор. 1982 йылдан СССР Композиторҙар союзы, 2002 йылдан АҠШ-тың Вашингтон штаты Композиторҙар союзы ағзаһы. Философия фәндәре кандидаты (2001). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).
# Шәмсетдинова Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы
## Биографияһы
Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы Шәмсетдинова 1955 йылдың 1 июлендә Башҡорт АССР-ы Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылында тыуған.
Ҡазан консерваторияһында юғары һөнәри белем алып, ижади эшкә керешә. Күп кенә симфонияларында ул татар халҡының тарихына, ҡатлаулы һәм фажиғале яҙмышына мөрәжәғәт итә («Ҡыйссаи Сөйөмбикә», «Мәһди йәки изге Болғар дастаны», «Мәхәббәтнамә», «Болғар-шәрке», «Ибне Фаҙлан», «Сыңғыҙхан», «Дәрүиш»).
Мәсғүҙә Шәмсетдинова фән һәм фәлсәфә мәсьәләләре, халыҡ ижады менән тәрәндән ҡыҙыҡһынып, Санкт-Петербургта фәлсәфә фәндәре буйынса кандидатлыҡ десертацияһы яҡлай.
2002 йылда ул ғаиләһе менән АҠШ-ҡа күсеп китә, хәҙер ҙә ул АҠШ-тың Сиэтл ҡалаһында йәшәй. | 6636 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Шәмсетдинова_Мәсғүҙә_Ислам_ҡыҙы | Шәмсетдинова Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы |
# Гальскийҙарҙың усадьбаһы
Гальскийҙарҙың усадьбаһы — дворяндар усадьбаһы, xix быуат башында төҙөлгән, Череповец Вологда өлкәһенең Череповец ҡалаһында урынлашҡан. Провинция классицизмы стилендә төҙөлгән. Федераль әһәмиәттәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы. Шулай уҡ усадьбанан, йәғни төп йорттан тыш, бында идарасы йорто, ялсы кешеләр өсөн ике йорт, ат һәм ҡолондар һарайҙары, ҡамыт-дуға оҫтаханаһы, ике ҡатлы, фигуралы бағаналарға күтәртеп эшләнгән, галереялы амбар һаҡланған. 2009 йылда тергеҙелгән.
# Гальскийҙарҙың усадьбаһы
## Тарих
Гальскийҙар усадьбаһы — асыҡ күк-зәңгәр төҫтә, ул Шексна йылғаһының уң ярында торған бейек йорт, ул урындағы ландшафтҡа бик ныҡ ярашып тора һәм теплоходта йөҙгән туристарҙың иғтибарын үҙенә ныҡ йәлеп итеп тора.
1814 йылда «Пустошью Горка» тип аталған урында, китаптар күрһәтеүенсә, йорт төҙөргә булалар. Һуңыраҡ был урында хужа булып Череповец дворяндары Кудрявыйҙар тора, һәм улар ҙур усадьбаны төҙөй башлай. 1848 йылда Гальскийҙар усадьбаның хужаһы була. Xvii быуаттан уҡ был ике ғаилә Новгород губернаһы дворяндары араһында киң билдәле булған. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр раҫлауынса, улар билдәл еурыҫ фамилияларын йөрөткән Верещагин, Толстой, Тургеневтар менән туған булып сыға.
Гальскийҙар фамилияһы менән усадьбаның сәскә атҡан мәле бәйле. Уларҙың усадьбаһы күпләп һоло һәм арыш һата ашырыу, һөт малдарын күп тота. Бында сыр ҡайнатыу һәм май бешеү заводтары була, улар етештергән продукция Санкт-Петербургҡа ебәрелеп торған. Шулай уҡ бында Левицкий системаһы буйынса умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр, тоҡомло тауыҡтар тоталар.
Гальскийҙарҙың тарихы xvi быуат аҙағында башлана, улар Новгород дворян нәҫеленә ҡарай. Архивтарҙың раҫлауынса, был ырыуҙан хәрби һәм дәүләт хеҙмәте вәкилдәре сыҡҡан. Байтаҡтары, быуаттар буйынан ашыу, 1786—1909 йылдарҙа, өйәҙ дворяндары башлығы итеп һайланған.
Совет власы усадьбаны милли мөлкәткә ала. 1922 йылда бина ГУБОНО ҡарамағына тапшырыла. Бында ауыл хужалығы техникумы урынлаша, ә һуңғараҡ ятаҡ итеп йыһазландырыла. 1931 йылда Воронинский һөт хужалығы техникумына тапшырыла, һуңынан бина менән"Комсомолец" совхозы етәкселек итә. 1952 йылда төп йортта капиталь ремонт үткәреләр, ремонт бинаның архитектур йөҙөнә зыян килтерә. 1960 йылда Гальскийҙар усадьбаһының төп йорто республика әһәмиәтендәге һаҡлау статусы ала, әммә реставрация эштәре оҙаҡ ваҡыттар буйына үткәрелмәй тора. Усадьба музей сифатында бик насар хәлдә барып эләгә, сөнки ул быға тиклем 19 ғаиләнең йәшәр урыны булып торған була, артабан был ғаиләләр усадьба йортонан күсерелә. Бында 1989 йылда тарихи-этнографик музей асыла, 1992 йылда реставрация башлана.
# Гальскийҙарҙың усадьбаһы
## Хәҙерге торошо
2009 йылда реставрация эштәре тамамлана һәм усадьбаның барлыҡ матурлығы музейға килеүселәр алдына баҫа. Музей тарихи-мәҙәни мираҫ федераль әһәмиәткә эйә. Бында алпауыт йорто һаҡлап ҡалынған, шулай уҡ көнкүреш һәм хужалыҡ ҡаралтылары ла һаҡланған. Музейҙа интерактив экскурсиялар үткәреү, һүрәттәр буйынса дәрес үткәреү, балсыҡтан әүәләп халыҡ ҡурсаҡтары эшләү дәрестәре алып барыла. Балалар һәм өлкәндәр өсөн ат спорт сецияһы эшләй. Заявкалар буйынса театрлаштырылған туй, юбилейҙар, балаларҙың ҡышҡы байрамдары, шиғри һәм музыкаль кисәләр уҙғарыла.
Әлеге ваҡытта бинала 37 бүлмә бар. Йорт интерьерын усадьба хужалары һәм уларҙың туғандарының 94 фотоһүрәттәре биҙәй.
# Гальскийҙарҙың усадьбаһы
## Иҫкәрмә
* ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
* ↑ Мария Нащокина. Усадьба Гальских. Достоверность и подлинность. (билдәһеҙ) Дата обращения: 7 ноябрь 2020.
* ↑ Усадьба Гальских (билдәһеҙ). Дата обращения: 7 ноябрь 2020. 2020 йыл 13 ноябрь архивланған.
# Гальскийҙарҙың усадьбаһы
## Документ
Приказ от 30.05.2016 г. № 145-О г. Вологда. "ОБ УТВЕРЖДЕНИИ ОХРАННОГО ОБЯЗАТЕЛЬСТВА ОБЪЕКТА КУЛЬТУРНОГО НАСЛЕДИЯ ФЕДЕРАЛЬНОГО ЗНАЧЕНИЯ «УСАДЬБА ГАЛЬСКИХ (УСАДЕБНЫЙ ДОМ СОВХОЗА „КОМСОМОЛЕЦ“), XIX В.» (неопр.). | 166687 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Гальскийҙарҙың_усадьбаһы | Гальскийҙарҙың усадьбаһы |
# Ҡара ҡарға
?Ҡара ҡарға :
Фәнни классификация :
| Батшалыҡ: | Хайуандар |
| Тип: | Хордалылар |
| Класс: | Ҡоштар |
| Отряд: | Турғай һымаҡтар |
| Ғаилә: | Ҡоҙғондар |
| Ырыу: | Ҡоҙғон |
| Төр: | Ҡара ҡарға |
Латинса исеме :
Corvus frugilegus Linnaeus, 1758 :
Ареал :
| Викитөрҙәр систематикаһы | Викиһаҡлағыста рәсемдәр | ITIS 179738 NCBI 75140 |
Ҡара ҡарға
# Ҡара ҡарға
## Ҡылыҡһырлама
Ала ҡарғалай. Ғәҙәттә күмәкләшеп йәшәйҙәр. Дөйөм төҫө күкһел ҡара. Оло ҡоштоң суҡышы тирәһе яланғас, бысраҡ аҡ төҫтә. Суҡышы йыуан һәм ҙур. Ала ҡарғанан бөтә кәүҙәһенең ҡара төҫтә булыуы менән айырыла.Ҡарлыҡҡан тауышлы: «ҡрра — ҡрра»
# Ҡара ҡарға
## Тереклек итеүе
Һирәк ағаслы урман, ҡәлә һәм ауыл эргәһендәге ағаслыҡтарҙа йәшәйҙәр. Ояһы ағас баштарында була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә, яҙғыһын яңы шытып сыҡҡан иген һәм йәшелсәләрҙе йолҡоп, бер аҙ зыян килтерә.
# Ҡара ҡарға
## Туҡланыуы һәм үрсеүе
Төрлә бөжәктәр, сиңерткә,ямғыр селәүсене, үлән үҫентеләре менән туҡлана. Бик киң таралған ҡош. Ояһын ваҡ сыбыҡсаларҙан үреп яһай. Көрән таплы йәшкелт зәңгәр 5-6 йомортҡаһы була. | 14709 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡара_ҡарға | Ҡара ҡарға |
# Одесса университетының зоология музейы
Одесса университетының зоология музейы, ЗМОУ (укр. Зоологічний музей Одеського університету) — Илья Мечников исемендәге Одесса университетының белем биреү һәм ғилми-мәғариф үҙәге, университеетта эшләп килгән зоология музейы
# Одесса университетының зоология музейы
## Музей тураһында
Музейҙың тулы исеме — Илья Мечников исемендәге Одесса милли университетының Зоология музейы (ЗМОУ, Зоологический музей Одесского национального университета имени Ильи Мечникова). Ғилми баҫмаларҙа Акронимус музейы тип телгә алына. Ҡыҫҡа исеме: ЗМОУ (кирилицала) һәм ZMOU (латиницала).
Одесса университетының зоология музейы Украинаның һәм дөйөм алғанда Украина университеттары музейҙары залдарының майҙаны буйынса иң ҙуры булып тора. Бинаның дөйөм майҙаны 1000 квадрат метрҙан ашыу. (Мәҫәлән, Киев университетының зоология музейының майҙаны ни бары - 300 квадрат метр.)
Штатта 7 хеҙмәткәр эшләй. Музей директоры булып Гидробиология һәм дөйөм экология кафедраһы мөдире биология фәнәре докторы Владимир Лобков эшләй.
Музейҙың адресы: Шампанский тыҡрығы 2, Одесса, 65058, Украина.
# Одесса университетының зоология музейы
## Музей эшмәкәрлеге
Музей эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: Белем таратыу эшмәкәрлеге (музейға килеүселәр менән эшләү); Белем биреү эшмәкәрлеге (студенттар менән шөғөлләнеү);Фәнни эшмәкәрлек (фауна һәм фән тарихын тикшереү); Тыуған яҡты өйрәнеү эше (музей эргәһендә Александр Браунерҙың исемендәге фонд эшләп килә); Нәшриәт эшмәкәрлеге (университет һәм башҡа баҫмаларҙы ғилми хеҙмәттәр даими рәүештә баҫылып тора).
# Одесса университетының зоология музейы
## Ғилми үҙәк
Музейҙа һәр ике йыл һайын музей хеҙмәткәрҙәре көсө менән Причерноморье фаунаһы һәм тематикаһына арналған (хайуандар, һунар, миграция, ҡаҙылма байлыҡтар) Александр Браунерҙың биографияһын өйрәнеүгә арналған «Браункер уҡыуҙары» үткәрә.
2017 йылдың көҙөндә "Зоологик коллекциялар, иҫәпкә алыу һәм образдарҙы идентификациялау" темаһына арналған Териологик мәктәп-семинарҙы уҙғарыу үҙәгенең береһе булды. | 169191 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Одесса_университетының_зоология_музейы | Одесса университетының зоология музейы |
# Хәлифә
Хәлифә — (ғәр. خليفة — Хәлифә) Пәйғәмбәрҙең эшен дауам иттереүсе, вариҫы) — Ислам дине киң таралған илдәрҙә дәүләт башлығы титулы, идара итеүсе, хөкөмдәр, хаким. Мосолмандар мөхитендә иң ҙур дәрәжә.
# Хәлифә
## Тарихынан
Төрлө заманда төшөнсәгә төрлө мәғәнә һалынған. Мөхәммәт Пәйғәмбәр (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) вариҫтарынан Әбү Бәкер, Ғүмәр ибн әл-Хәттаб, Усман ибн Әффан һәм Али ибн Әбү Талиб хәҙрәттәре беренсе хәлифәләр булалар. Улар сәйәси власты ла ҡулдарында тоталар. Фикһ тап ана шундай власты алға һөрә һәм идеаллаштыра.
# Хәлифә
## Ҡөрьәндә
Исламдың Изге китабы Ҡөрьән Кәримдә Аллаһы тәғәлә кеше ер йөҙөндә хәлифә (йәғни, Уның вәкиле итеп яралтылған зат тип әйтелә.
* Һәм бына Раббың фәрештәләргә: «Мин Ер йөҙөндә Үҙемдең урынбаҫарымды булдырасаҡмын»,— тине. Улар: «Һин әллә унда боҙоҡлоҡ ҡылыусыны һәм ҡан түгеүсене булдырмаҡсы булаһыңмы? Ә беҙ Һине маҡтайбыҙ, Һине изге тибеҙ»,— тинеләр. Ул: «Ысынлап та, Мин һеҙ белмәгән нәмәләрҙе беләм!» — тине.
* Әл-Бәҡара 2:33
# Хәлифә
## Дәүләт башлығы
Хәлифәлеккә идара итеүсе мәғәнәһендә был термин Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) вафатынан һуң ҡулланыла башлай. Ғәрәп дәүләтенең беренсе хәлифәһе — Әбү Бәкер хәҙрәттәре.
Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) вафатынан һуң хәлифә һайлау зарурлығы тыуа. Ансарҙар башта икенсе кешене һайлаған булалар, әммә йыйылышҡа Үмәр ибн әл-Хаттаб, Әбү Үбәйдә һәм Әбү Бәкер килгәс, һуңғыһын хәлиф итеп һайлайҙар.
Өсөнсө хәлифә Усман ибн Әффанды үлтерәләр, һәм дүртенсе хаҡиҡи хәлифә итеп хәҙрәте Алиҙы һайлайҙар. Әммә Сүриә әмире Мүәвиә үҙен хәлифә тип иғлан итә һәм арала һуғыш башлана. Хәҙрәте Али власть өсөн көрәшмәҫкә була һәм өсөнсө яҡ хөкөмөнә тапшыра. Һөҙөмтәлә яҡтар килешеүгә килмәй һәм шул ваҡыттан «хәлифә» төшөнсәһе үҙгәреүгә дусар була.
Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) Мәҙинәлә 632 йылда вафат була һәм Мәҙинәлә ерләнә. Уның янында тоғро сәхәбәләре, хаҡ (хаҡиҡи) хәлифәләр Әбү Бәкер әс-Ситдиҡ һәм Ғүмәр ибн әл-Хәттаб ерләнгән.
# Хәлифә
## Хәлифәлектәр
Тарихтағы хәлифәлектәр исламға нигеҙләнгән сәйәсәт алып барған, улар күп милләтле трансмилли империяларҙа үҫешкән. урта быуат осоронда өс төп хәлифәлек бер-береһен алмаштыра: Хаҡ хәлифәт (632—661), Өмәүиҙәр хәлифәлеге (661—750), Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге (750—1258). Дүртенсе оло хәлифәтлек — Ғосман империяһы 1517 йылда хәлиф хакимиәтен иғлан итә. Ислам тарихы буйынса бер нисә мосолман дәүләте, мәмлүктәр солтанлығы (Ҡаһирә) һәм Әйүбиҙәр үҙҙәрен хәлифәлек тип атаған.
Беренсе хәлифәлек, Хаҡ хәлифәт (Рәшидиә), Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең 632 йылда вафатынан һуң барлыҡҡа килә. Рәшидиәнең дүрт хәлифе шура, йәмәғәт консультациялары юлы менән һайлап алына. Шиғыйҙар дүртенсе хәлифәне — хәҙрәте Алиҙы ғына Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙән һуң беренсе хаҡ хәлифә тип һанай. Али Беренсе Фетнә ваҡытында (656—661) йылдарҙа хакимлыҡ итә, Али тарафдарҙары һәм унан алдағы үлтерелгән хәлифә хәҙрәте Усман яҡлылар араһындағы, шулай уҡ Мысырҙа баш күтәреүселәр менән граждандар һуғышы һөҙөмтәһендә Мүәвиә Iосоронда, 661 йылда, Өмәүиҙәр хәлифәлеге төҙөлә.
Икенсе хәлифәлек — Өмәүиҙәр хәлифәлегенә Үмәйә ибн Абдушәмстән киткән Мәккә нәҫелдәре идара итә. Өмәүи хәлифәт Хаҡ хәлифәттең ғазауаттар сәйәсәте дауам итә, уның тарафынан Төньяҡ Африка, Пиреней ярымутрауының Әл-Әндәлүс (Әндәлүсия) өлөшө, Урта Азия, Синд, Тәбәристан менән Журжан яулап алына.Хәлифәлек христиандарҙы үҙ территорияһында ҡыҫырыҡламай, сөнки был ерҙәрҙә, бигерәк тә Сүриә биләмәләрендә күп булған . Хәлифәттең яулап алынған барлыҡ ерҙәренә дәүләт хужа булып тора. Ер биләүселәрҙән дәүләт ер һалымы (ғөшөр һәм хараж) йыя. Быны хәлифә Ғүмәр Ғәбд әл-Ғәзиз 718—719 йылдарҙа туҡтата. Әммә унан һуңғы вариҫтары законды яңынан тергеҙә һәм болғаныштар сығыуға сәбәп була. 746—750 йылдарҙа ғәббәсиҙәр инҡилаб яһай, һөҙөмтәлә хакимлыҡ Ғәббәсиҙәргә күсә.
Өсөнсө хәлифәлек — Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенә, ғәббәсиҙәр идара итә, улар Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡарт олатаһы Хашимдан Ғәббәс тигән ағаһы аша киткән киткән нәҫел. Хәлифә әл-Мансур 762 йылда Бағдад ҡалаһын икенсе баш ҡала итеп нигеҙләгән, ул иң ҙур фәнни, сәнғәти һәм мәҙәни үҙәк булып китә — был осор исламдың алтын быуаты булараҡ билдәле. 10-сы быуатта ғәббәсиҙәр дәүләтенә төрлө илдәрҙән баҫым көсәйә. 1258 йылда Монгол империяһы Бағдадты тар-мар итә, ғәббәсиҙәр хәлифәлеге баш һала. 1261 йылда мәмлүктәр Мысырҙа хәлифәлекте тергеҙә. Сәйәси власы булмауға ҡарамаҫтан, ғәббәсиҙәр династияһы дини мәсьәләләр буйынса йоғонто яһарға тырыша һәм 1517 йылда Мысырҙа мәмлүктәрҙе ғосманлылар яулап алғанға тиклем власҡа дәғүә итеү дауам итә.
Дүртенсе төп хәлифәлек, Ғосман хәлифәлеге, 1517 йылда Мысырҙа мәмлүктәрҙе яулап алғандан һуң барлыҡҡа килә. Был еңеү османлыларға изге ҡалалар Мәккә һәм Мәҙинәне контролдә тоторға мөмкинлек бирә. Ғосмандар яйлап мосолман дөньяһы лидерҙары һәм вәкилдәре булараҡ ҡарала башлай.
1916 йылда Яҡын Көнсығышта Ғәрәп инҡилабы хәл торошон Антанта файҙаһына үҙгәртә. Беренсе донъя һуғышында еңелгәндән һуң Константинополь оккупациялана һәм Ғосман империяһы бүлгеләнә.Уның бүлгеләнгән территорияһы Антанта державаларына беркетелә.
1923 йылдың 29 октябрендә Төркиә Республикаһы иғлан ителә , һәм Төркиәнең Бөйөк Милли Мәжлесе 1924 йылдың 3 мартында хәлифәлекте ғәмәлдән сығара
# Хәлифә
## Хәҙерге хәлифәләр
Хәҙерге заманда хәлифәлек институтын тергеҙеүҙе байтаҡ мосолман хәрәкәттәре һәм ойошмалары яҡлап сыға.
* Был титулға һуңғы Осман хәлифәһе Баязит Осман тоҡомо дәғүә итә ала. Мәккә һәм Хижаз хәлифәһе вариҫы — Иордания короле Абдалла II ибн Хөсәйен.
* Сокото солтаны Әмирул Мөьминин Солтан Мөхммәт — Сокото хәлифәләре тоҡомо Саад Абубакар IV
* Ирактағы граждандар һуғышы мәлендә хәлифәт иғлан ителгәйне. Уны күпселек ғөләмәләр таныманы. Хәлифе Әбү Бәкер әл-Бағдади — ИГИЛ башлығы яҡынса 2017 йылдың июлендә үлтерелгән .
* Әхмәҙиҙәрҙең «Хәлифәт-үл-Мәсих» хәрәкәтен башлаған Мирза Ғүләм Әхмәттең вариҫы бар. Хәҙерге, 5-се хәлифә — Мирза Мәсрур Әхмәт.
# Хәлифә
## Шулай уҡ ҡара
* Ислам
* Ансарҙар | 8638 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Хәлифә | Хәлифә |
# Зинченко Александр Владимирович
Ҡалып:Футбольная карьера
Зинченко Александр Владимирович (укр. Олександр Володимирович Зінченко; 23 декабрь 1996 йыл) — спортсы, Украина футболсыһы, «Манчестер Сити» клубы һәм Украина йыйылма командаһының ярымһаҡсыһы, ҡуртым хоҡуғында Голландияның «ПСВ» клубы өсөн сығыш яһай. Украина йыйылма командаһы тарихындағы голдың иң йәш авторы.
# Зинченко Александр Владимирович
## Биографияһы
Александр Владимирович Зинченко 1996 йылдың 15 декабрендә Житомир өлкәһенең ҙур булмаған Радомышль ҡалаһында тыуа. Атаһы Владимир Зинченко, элекке футболсы, улының беренсе уҡытыусыһы була. 2004 йылдың 1 сентябрендә һигеҙ йәшендә Александр балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбена алына һәм Радомышль ДЮСШ-һының «Карпатия» командаһы өсөн сығыш яһай башлай, унда һөжүм итеү буйынса матур һәм һөҙөмтәле уйыны менән айрылып тора.
2004 йылдан 2008 йылға тиклем «ДЮСШ-Карпатия» командаһында өлкә ярыштарында — алыштырғыһыҙ еңеүсе, Бөтөн Украина ярыштарында призер була.
Зинченконың беренсе тренеры — Сергей Владимирович Борецкий (һуңынан Радомышла районының футбол федерацияһы башлығы). Ул уға Донецк «Шахтера» уйнау өсөн фарм-клубта ҡарау ойоштора.
# Зинченко Александр Владимирович
## Биографияһы
### Клуб карьераһы
Тиҙҙән 16 йәшлек Александр «Шахтер» составына инә һәм 19 йәшкә тиклемгеләр командаһының капитаны була. Шулай уҡ 17 йәшкәсә Украина йыйылма командаһында саҡырылып, унда 7 матчта уйнай һәм 1 гол индерә. 2014 йылда уйынсы менән Ҡаҙандың "Рубин"ы ҡыҙыҡһына башлай, әммә уның агенттары менән һөйләшеп килешә алмай. Шул йылда Зинченко һәүәҫкәрҙәрҙең "Митино футбол лигаһы"нда уйнап, формаһын юғалтмай. 2015 йылдың 12 февралендә менән «Өфө» менән контракт төҙөй. Премьер-лигала дебюты 2015 йылдың 20 мартында үтә. Унда «Өфө» уступило «Краснодар»ға 0:2 иҫәбе менән еңелә, Александр тәнәфестән һуң алмашҡа сыға һәм 45 минут уйнай. 2015 йылдың 25 июлдә Рәсәй чемпионатының икенсе турында «Ростов» (1:2) клубына ҡаршы уйнағанда беренсе голын индерә.
2015 йыл башында Зинченкоға Рәсәй чемпионатында легионер булып иҫәпләнмәҫ өсөн Рәсәй гражданлығы алырға тәҡдим итәләр. Ләкин ул һуңғараҡ Украина гражданлығына өҫтөнлөк биреп, РФ гражданлығынан баш тарта.
Көйәрмәндәр араһында үткәрелгән һорау алып буйынса июлдә "Өфө"нөң иң яҡшы футболсыһы тип таныла (1021 тауыш, 49,4 %).
2016 йылдың 4 июлендә «Манчестер Сити» клубы менән 5 йыллыҡ контрактҡа ҡул ҡуя. Уйынсы менән баш тренер Хосеп Гвардиола шәхсән үҙе ҡыҙыҡһыныу белдерә. Уйынсы ПСВ-ға 2016/17 миҙгел һуңына тиклем ҡуртымға бирелә. Голландия командаһы өсөн үҙенең беренсе матчын Александр 8-се турҙа, 55-се минутта алмашҡа сығып үткәрә
# Зинченко Александр Владимирович
## Биографияһы
### Йыйылма командалағы карьераһы
2015 йылдың 10 октябренндә Зинченко Украина йыйылма командаһына Евро-2016 квалификация раундының йомғаҡлау уйынында Испания йыйылма командаһына ҡаршы уйнау өсөн саҡыртып алына. Ул 88-се минутта алмашҡа сыға һәм Украина йыйылма командаһының иң йәш дебютанттары исемлегенең өсөнсө урынын биләй.
2016 йылдың майында Украина йыйылма командаһының баш тренеры Михаил Фоменко Александрҙы Европа чемпионаты 2016-ның финал өлөшөнә бирелгән заявкаға индерә. Украина һәм Румыния йыйылма командаларының 2016 йылдың 29 майындағы иптәштәрсә матчында, 19 йәшлек хавбек икенсе таймда алмашҡа сыға һәм өсөнсө минутында уҡ гол индерә. Был гол Александрға Андрей Шевченконың рекордын уҙып, Украина йыйылма командаһы тарихында иң йәш гол авторы булырға ярҙам итә.
# Зинченко Александр Владимирович
## Биографияһы
### Йыйылма командалағы карьераһы
#### Зинченконың Украина йыйылма командаһы өсөн индергән голдары
| № | Дата | Урын | Дәғүәсе | Гол | Иҫәп | Ярыш |
| 1 | 29 Май 2016 | Стадио Олимпико, Турин, Италия | Румыния | 2-1 | 4-3 | Иптәштәрсә матч |
# Зинченко Александр Владимирович
## Сығыштар статистикаһы
### Клуб өсөн
1 декабря 2016 года. торошло
| Сығыш | Сығыш | Сығыш | Чемпионат | Чемпионат | Кубки | Кубки | Еврокубки | Еврокубки | Прочие | Прочие | Итого | Итого |
| Клуб | Лига | Миҙгел | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдр | Уйындар | Голдар | Игры | Голы | Уйындар | Голдар |
| Өфө | РФПЛ | 2014/15 | 7 | 0 | 0 | 0 | — | — | — | — | ? | ? |
| Өфө | РФПЛ | 2015/16 | 24 | 2 | 2 | 0 | — | — | — | — | ? | ? |
| Өфө | Итого | Итого | 31 | 2 | 2 | 0 | — | — | — | — | ? | ? |
| Манчестер Сити | Премьер-лига | 2016/17 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 3 | 0 | ? | ? |
| Манчестер Сити | Итого | Итого | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 3 | 0 | ? | ? |
| → ПСВ | Эредивизи | 2016/17 | 6 | 0 | 3 | 0 | 2 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? |
| → ПСВ | Итого | Итого | 6 | 0 | 3 | 0 | 2 | 0 | 0 | 0 | ? | ? |
| Барлығы | Барлығы | Барлығы | 37 | 2 | 6 | 0 | 2 | 0 | 3 | 0 | ? | ? |
# Зинченко Александр Владимирович
## Сығыштар статистикаһы
### Йыйылма команда өсөн
16 ноября 2016 торошло
Украина :
| Год | Игры | Голы |
| 2015 | 1 | 0 |
| 2016 | 10 | 1 |
| Всего | 11 | 1 | | 113084 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Зинченко_Александр_Владимирович | Зинченко Александр Владимирович |
# Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы
Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы (21 февраль 1948 йыл) — яҙыусы. 1991 йылдан — СССР һәм Рәсәй Әҙәбиәт фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры. 1993 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
# Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы
## Биографияһы
Марс Әһлиулла улы Әхмәтшин 1948 йылдың 21 февралендә Башҡорт АССР‑ының Миәкә районы Сафар ауылында тыуған.
Армияла хеҙмәт итеп, старшина дәрәжәһендә тыуған ауылына ҡайта.
1976 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
1970 йылдан алып «Башҡортостан пионеры» гәзитендә бүлек мөдире, яуаплы секретарь булып эшләй.
1980 йылдан башлап — «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары.
1986 йылдан — БАССР‑ҙың телевидение һәм радио тапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында баш мөхәррир.
1991 йылдан — Халыҡ-ара Әҙәбиәт фонды ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы Әҙәбиәт фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры.
Әҫәрҙәрендә этнопедагогика һәм төрлө быуын кешеләренең үҙ‑ара мөнәсәбәте проблемалары ҙур урын тота. Балалар өсөн яҙылған «Беҙ осрашырбыҙ, Ринго!» (1990), йәштәр тормошона арналған «Юлыма сыҡ, Гөлсирә!» (1993), «Янғын» (1999) повестар һәм хикәйәләр йыйынтыҡтарында хәҙерге заман проблемалары яҡтыртыла. Мәскәүҙә урыҫ телендә «Падение» тигән китабы сыға.,
# Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы
## Ижады
Әҙәби ижады ХХ быуаттың 90-сы йылдарында башлана. Ошо йылдарҙа ул балалар һәм үҫмерҙәр өсөн мауыҡтырғыс, үҙенсәлекле хикәйәләр яҙа, сабыйҙар өсөн әкиәттәр ижад итә. Уның әҫәрҙәре балалар күңелендә изгелек, намыҫлылыҡ, эскерһеҙлек, фиҙаҡәрлек тойғоларын үҫтереү теләге менән һуғарылған.
Ижадында төрлө быуын кешеләренең үҙ-ара мөнәсәбәте ҙур урын биләй. Өлкәндәр өсөн повестарҙа һәм хикәйәләрҙә мөһим әхлаҡи-этик проблемаларҙы күтәрә, сәләмәт әхлаҡ тормош, быуаттар төпкөлөнән килгән рухи ҡиммәттәр ҡарашынан бөгөнгө күренештәрен дөрөҫ һүрәтләй. Әҫәрҙәрҙә шулай уҡ хәҙерге йәштәр проблемаларын күрһәтә, йәштәрҙе борсоған темалар хаҡында уйлана.
# Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы
## Ижады
### Китаптары
* Дүртенсе өҫтәл: повестар, хикәйәләр, парсалар. Өфө, 2008
* Атайҙар менән бер сафта. Өфө, 2010
* Падение: повести, рассказы, новеллы, сказки. М., 2005. (рус.)
# Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы
## Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
* Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997)
* Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008) | 160719 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Әхмәтшин_Марс_Әһлиулла_улы | Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы |
# Мелетка
Мелетка — Рәсәйҙәге йылға. Киров өлкәһе, Удмурт Республикаһы, Марий-Эл Республикаһы, Татарстан Республикаһы биләмәләрендә аға. Йылға Вятка йылғаһының һул ярына тамағынан 169 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 39 км.
# Мелетка
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Вятка йылғаһы Аркуль ҡала тибындағы ҡасабанан Вятские Поляны ҡалаһына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Вятка, йылға бассейны — Кама.
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса:
* Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010300512111100040074
* Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111104007
* Бассейн коды — 10.01.03.005
* ГӨ буйынса томы — 11
* ГӨ буйынса сығарылыш — 1 | 51655 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Мелетка | Мелетка |
# Башҡортостандың географик үҙәге
Башҡортостандың географик үҙәге — республиканың бөтә сиктәренән тигеҙ алыҫлыҡта урынлашкан нөктә, республиканың уратаһы. Был урын Ағиҙел һәм Еҙем йылғалары араһында Ғафури районы Ерек ауылынан көнсығыштараҡ, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондары сигенән йыраҡ түгел, Өфөнән тураға 67,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Был нөктәне Башҡорт дәүләт университетының физик география һәм геология кафедраһы география фәндәре докторы, профессор Әүфәр Гәрәев һәм кафедра ассистенты Азамат Ниғмәтуллин 2002 йылда иҫәпләп сығаралар.
Был урында 2009 йылдың 4 июлендә, шәжәрә байрамы үткәргәндә ауыл халҡы иҫтәлекле стела ҡуйҙы. Стеланан йыраҡ түгел мәжүсилек заманынан ҡалған табыныу урыны «Йәй ташы» ята. | 6515 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Башҡортостандың_географик_үҙәге | Башҡортостандың географик үҙәге |
# Урҙаҙы
Урҙаҙы (Урҙалы) (рус. Урдаза) — Рәсәй йылғаһы. Силәбе өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә аға. Йылға Бирся йылғаһының һул ярына тамағынан 22 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 15 км.
# Урҙаҙы
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Яйыҡ йылғаһы, инешенән Верхнеурал һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ (һыу бассейнының Рәсәй өлөшө).
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса:
* Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000112112200001399
* Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112200139
* Бассейн коды — 12.01.00.001
* ГӨ буйынса һаны (номеры) — 12
* ГӨ буйынса сығарылыш — 2 | 18987 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Урҙаҙы | Урҙаҙы |
# Алабуға Ҡамауы (1708)
Алабуға Ҡамауы — Күсем Түләкәйев етәкселегендәге башҡорт ихтилалсылары һәм Рус батшалығы хөкүмәт ғәскәрҙәре араһындағы алыш.
# Алабуға Ҡамауы (1708)
## Һуғыштың тарихы һәм урыны
1708 йылдың ғинуар айының беренсе яртыһында ихтилалсыларҙың төп көстәре Сулман йылғаһын аша сыға, һәм төп һуғыш театры булып Сулмандан көнбайыштараҡ Ҡазан өйәҙе территорияһы тора.
# Алабуға Ҡамауы (1708)
## Ваҡиғалар барышы
Зәй ҡәлғәһен ҡамап алғандан һуң Күсем Түләкәйев етәкселегендәге 3 мең ихтилалсы Алабуғаны ҡамай. | 192925 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Алабуға_Ҡамауы_(1708) | Алабуға Ҡамауы (1708) |
# Салдыбаштамаҡ
Салдыбаштамаҡ (рус. Усть-Салдыбаш) — Башҡортостандың Нуриман районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 35 кеше. Почта индексы — ?, ОКАТО коды — ?.
# Салдыбаштамаҡ
## Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
| Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
| 1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | | | | | |
| 1920 йыл 26 август | | | | | |
| 1926 йыл 17 декабрь | | | | | |
| 1939 йыл 17 ғинуар | 154 | 68 | 86 | 44,2 | 55,8 |
| 1959 йыл 15 ғинуар | 275 | 130 | 145 | 47,3 | 52,7 |
| 1970 йыл 15 ғинуар | 340 | 170 | 170 | 50,0 | 50,0 |
| 1979 йыл 17 ғинуар | 216 | 111 | 105 | 51,4 | 48,6 |
| 1989 йыл 12 ғинуар | 124 | 58 | 66 | 46,8 | 53,2 |
| 2002 йыл 9 октябрь | 79 | 34 | 45 | 43,0 | 57,0 |
| 2010 йыл 14 октябрь | 35 | 17 | 18 | 48,6 | 51,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
* 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
* 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
* 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
* 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
* 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
* 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
* 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
* Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
# Салдыбаштамаҡ
## Географик урыны
* Район үҙәгенә тиклем (Ҡыҙылъяр): 10 км
* Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡыҙылъяр): 10 км
* Яҡындағы тимер юл станцияһы (Иглин): 45 км | 13211 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Салдыбаштамаҡ | Салдыбаштамаҡ |
# Дога Евгений Дмитриевич
Дога Евгений Дмитриевич (молд. Eugen Doga; 1 март 1937 йыл — СССР һәм Молдова композиторы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. СССР-ҙың халыҡ артисы (1987).
Евгений Дога төрлө жанрлы һәм стилле музыка яҙа. Ул өс балет «Лучафэрул» (Luceafărul), «Венансия», "Королева Марго"ны, «Мөхәббәт диалогтары» операһын, 100-ҙән артыҡ инструменталь һәм хор әҫәрҙәре — симфониялар, алты квартет, «Реквием», тынлы инструменттар өсөн көйҙәр, 13 спектаклгә һәм радиопостановкаға музыка, 200-ҙән артыҡ фильмға, 260-тан артыҡ йыр һәм романс, 70-тән артыҡ вальс авторы. Шулай уҡ балалар өсөн әҫәрҙәр, Мәскәүҙә 1980 йылда үткән Олимпиаданы асыу һәм ябыу церемонияһына, 2014 йылдағы Сочи Олимпиадаһын асыуға бағышланған музыка яҙған.
Композитор 70 йәшлек юбилейын үткәргән 2007 йыл Молдавияла «Евгений Дога йылы» тип иғлан ителде.
Кишинёв ҡалаһының почётлы гражданины, уның исеме музыка мәктәбенә бирелгән.
# Дога Евгений Дмитриевич
## Биографияһы
Евгений Дмитриевич Дога 1937 йылдың 1 мартында хәҙерге ваҡытта Днестр буйы Молдавия Республикаһы тип йөрөтөлгән (танылмаған) ерҙең Рыбницкий районында Мокра ауылында тыуған.
Атаһы Икенсе донъя һуғышында һәләк булған. Кескәй генә сағынан үк ауыл оркестрын тыңларға яратҡан, уның өсөн көйҙәр уйлап сығарырға маташҡан.
Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Кишинёвта 1951—1955 йылдарҙа Ш. Няги исемендәге Музыкаль училищеһында виолончель класында уҡый. Уны, алдан музыкль әҙерлеге бер ҙә булмаған көйө, училищеға уҡырға алғандар.
1960 йылда виолончель класы буйынса (уҡытыусыһы Г. С. Хохлов) Г. Музическу исемендәге Кишинёв консерваторияһын (хәҙер Музыка, театр һәм һынлы сәнғәт Академияһы) тамамлай, 1965 йылда — Соломон Моисеевич Лобелдә һәм Марк Рувимович Копытманда композиция класында шөғөлләнә.
1957—1962 йылдарҙа — Молдаван радиоһы һәм телевидениеһында оркестр артисы булып эшләй. Уҡыу менән параллель рәүештә молдаван композиторҙары һәм ярымпрофессионалдар, шулай уҡ классиктарының: Эдвард Григ, Дмитрий Дмитриевич Шостакович һәм Арам Ильич Хачатуряндың әҫәрҙәрен оркестровкалай. Музыканттың карьераһына һул ҡулының фалижы ҡамасаулай.
1957 йылдың 1 ғинуарында «Яңы йыл йыры» (Cântec de anul nou) тигән тәүге әҫәре молдаван радиоһында балалар хоры һәм Шико Бениаминович Аранов етәкселегендәге оркестр тарафынан башҡарыла. Шул уҡ йылдың көҙөндә уның курсташы, буласаҡ опера примадоннаһы Мария Лукьяновна Биешу уның «Баҡсаның аҡ сәскәһе» (Floare dalbă de liadă) йыры менән молдаван телевидениеһында тәүге тапҡыр (дебют) сығыш яһаған. 1963 йылда ул үҙенең ҡыллы инструменттар өсөн тәүге квартетын ижад итә.
Консерватория тамамлағандан һуң ике йыл музыка яҙмай, музыка теорияһы менән мауыға, студенттар өсөн дәреслек яҙа һәм баҫтырып сығара.
1962—1967 йылдарҙа Ш. Няги исемендәге Музыка училищеһында композиция предметын, ә Е. Коки исемендәге Музыка училищеһында — музыка теорияһын уҡыта. Шул уҡ йылдарҙа «Молдова китабы» (Кишинёв) нәшриәтендә музыкаль редактор булып эшләй. 1976 йылдан КПСС ағзаһы.
Композиторлыҡ ижадынан тыш даими рәүештә концерт һәм йәмәғәтселек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Бөтөн донъя интеллектуаль милек ойошмаһы (Женева) уның музыкалағы юғары ҡаҙаныштарын таныу билдәһе итеп, уны 2007 йылда махсус сертификат менән бүләкләне.
# Дога Евгений Дмитриевич
## Ижады
Ижади эшмәкәрлек йылдарында төрлө жанрҙағы һәм стилдәге музыка яҙа:
* балеттары — «Лучафэрул» (Михай Эминеску поэмаһы мотивы буйынса, 1983), «Венансия» (Латин Америкаһы илдәре халҡының фольклорына нигеҙләнеп, 1989), «Королева Марго» (1997)
* концерт операһы «Мөхәббәт диалогтары» (М. Эминеску һәм {{нп5|Вероника Микле (Veronica Micle) тураһында, 1997) * «Яссы карнавалы» музыкаль комедияһы (1969)
* хор һәм оркестр өсөн — «Әсәй» симфоник поэмаһы (А. Давидтың эстампы мотивтары буйынса, 1965), «Партияға гимн йырлайбыҙ» кантатаһы (П. Дарие һүҙҙәре, 1961), «Дуҫлыҡ хоры» (И. Подоляну һүҙҙәре, 1968), «Молдова, һиңә дан йырлайбыҙ» (Емилиан Нестерович Буков һүҙҙәре, 1968), «Быуат йөрәге» (А. Стрымбану һүҙҙәре, 1969), «Кешелек яҙы» (сл. И. Подоляну, 1970), «Һалдат йөрәге» (С. Гимпу һүҙҙәре, 1975), «Рәсәйгә ода» (Владимир Яковлевич Лазарев һүҙҙәре, 1975), «Молдавияға ода» (А. Кодру һүҙҙәре, 1976), «Молдавия тураһында поэма» (А. Кодру һүҙҙәре, 1976), «Өмөт аҡсарлығы» (чили патриоттарына бағышлана, Эмиль Владимирович Лотяну һүҙҙәре, 1979), «Юғарғы саҡырыу» (Лотяну һүҙҙәре, 1982), «Аҡ йәйғор» (Э. Лотяну һүҙҙәре, 1984), «Ҡояш сәскәләре» (Э. Лотяну һүҙҙәре, 1985), «Кеше тауышы» (Роберт Иванович Рождественский һүҙҙәре), «Бөтөн быуындар тиҫтере» (Р. Рождественский һүҙҙәренә, 1985), «Кишинёвҡа ода» (Г. Водэ һүҙҙәре, 1998)
* балалар башҡарыуы өсөн кантата — «Аҡ ат», «Лия-чиокырлия», «Хәйерле иртә», «Яҙ килә, килә», «Тыныслыҡ була күрһен» (И. Подоляну һүҙҙәре, 1987), вокал-хореографик сюита «Ҡояшҡа гимн» (Григоре Павлович Виеру һүҙҙәре)
* балалар өсөн — скрипка өсөн («Скрипунеллы») һәм фортепиано өсөн әҫәрҙәр («Ҡара рояль өҫтөндәге аҡ дәфтәр», «Ҡышҡы дәфтәр»), песни «Ямғырҡай» (Г. Виеру һүҙҙәре) һәм «Ҡыш бабай» (Адриан Пэунеску һүҙҙәре, 1993) йырҙары
* оркестр өсөн — симфония (1971), увертюра (1984), кескәй оркестр өсөн увертюра (1961)
* эстрада оркестры өсөн әҫәрҙәр, шулар рәтендә «Ҡала ритмдары» музыкаль пьесаһы (1970)
* ҡыллы уйын ҡоралдары өсөн 6 квартет (шуның 1-сеһе — 1963, 2-сеһе — 1973, 3-сөһө — 1983, 4-сеһе — 1993, 5-сеһе — 2004, 6-сыһы — 2010)
* 1980 йылда Мәскәүҙә үткән Йәйге Олимпия уйындары асыу һәм ябыу церемонияһы өсөн 1-се һәм 2-се сюиталар
* 2 скрипка, альт һәм виолончель өсөн квартет (1979)
* камералы оркестр өсөн 5-се сюита (2004)
* хорҙар — 10 а capella хоры (Е. Буков һүҙҙәре, 1970), 2 а capella хоры (М. Эминеску һүҙҙәре), «Теләк» (М. Эминеску һүҙҙәре, 1973), capella хоры өсөн поэма «Тирбәлеү» (Г. Виеру һүҙҙәре)
* ике реквием (1969 — һүҙһеҙ генә, 1994 — Александр Сергеевич Пушкин шиғырҙарына)
* вальстар (70-тән артыҡ), йырҙар, романстар, молдаван халыҡ көйҙәрен вокал һәм оркестр өсөн эшкәртеү
* М. Эминеску һәм В. Микле шиғырҙарына 40 романс
* скрипка, виолончель, флейта, аккордеон, фортепиано өсөн пьесалар
* — йыр йыйынтығы: «Йыр ҡанаттарында» (1972 й. сығарылған), «Гитара оҙатыуында йырҙар» (1972 й. сығарылған), «Бында минең Тыуған илем» йырҙар циклы (молдаван шағирҙары һүҙҙәренә, 1976), «Эпоха ритмдары» (1976 й. баҫма), «Ҡояшлы көн» йыйынтығы (1978 й. баҫма), Кишинёв тураһында йырҙар йыйынтығы «Ҡала йырлай» (1967)
* драматик театр спектаклдәре өсөн музыка, шулар араһында «Штефан Раду, беренсеһе һәм һуңғыһы» (1968) һәм А. Бусуйоканың «Һәм ошо күк аҫтында» (1970), И. Подолянуҙың «Ер» (1969) һәм «Дәртле аҙна» (1974), Александри Василеның «Яссы карнавалы» (1969), «Беҙҙең йәшлек ҡоштары» (1972), «Изгеләрҙән изгеһе» (1978), «Табыу» (1983) (барыһы ла Ион Пантелеевич Друцэныҡы), Д. Матковскиҙың «Рәйес»е (1975), «Баҙлауыҡ мажаралары» (1970), «Сихырланған суҡмар» (1974).
Композиторҙың ике вальсы барса замандарҙың 200 иң яҡшы классик әҫәрҙәре рәтенә (топ) индерелде.
Уның ижади ҡыҙыҡһыныуына тап килгән шағирҙар рәтенә иң беренсе булып Михай Эминеску, В. Микле, Григоре Павлович Виеру инә. Рус классиктары: рус шиғриәтенең Көмөш быуат шағирҙары, Валерий Яковлевич Брюсов, Константин Дмитриевич Бальмонт, Марина Ивановна Цветаева, Алексей Васильевич Кольцов, Сергей Александрович Есенин, Владимир Яковлевич Лазарев, Андрей Дмитриевич Дементьев һ.б. шиғриәтен яҡын күрә.
# Дога Евгений Дмитриевич
## Ижады
### Кино өсөн музыка
Дөйөм алғанда Дога 200-ҙән артыҡ фильмға музыка яҙған.
1967 йылдан башлап кинолар өсөн музыка яҙа. 1960 — 1970-се йылдарҙа «Молдова-фильм» киностудияһында төшөрөлгән фильмдарҙың яртыһына тиерлек музыка яҙҙы.
1970 йылда, бала саҡтан башҡарыуҙарын яратып тыңлаған Молдова халыҡ музыканттары тураһындағы «Лаутары» фильмын төшөргән дәүерҙән башлап, кинорежиссёр Э. Лотяну менән ижади хеҙмәттәшлек итә. Фильм халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә бер нисә приз яуланы.
1976 йылда Э. Лотянуның ике йәш һәм ғорур сиғандың мөхәббәтенә бағышланған «Табор күккә олғаша» фильмына музыка яҙа. Был фильм да шулай уҡ бер нисә халыҡ-ара кинофестивалдәр премияһына, шулар араһында Сан-Себастьяндағы халыҡ-ара «Алтын ҡабырсаҡ» кинофестивале премияһына (Испания, 1977) лайыҡ булды.
1983 йылда Е. Дога Э. Лотянуның легендар балерина хаҡындағы «Анна Павлова» фильмына музыка яҙҙы. Был уның кинола балет музыкаһына тәүләп мөрәжәғәт итеүе булған.
Композитор Евгений Дога Молдова-фильм, Мосфильм, Довженко исемендәге киностудия, Әзербайжанфильм, Беларусьфильм, Укртелефильм, Үҙәк ТВ-һы, Ленфильм, Одесса киностудияһы, «Экран» ижади берекмәһе (ТО «Экран»), СССР Дәүләт телерадиоһы Үҙәк телевидениеһы кино- һәм телестудиялары һ. б. менән эшләне.
Режиссёрҙар: Самсон Иосифович Самсонов, Георгий Григорьевич Натансон, Александр Андреевич Панкратов, Александр Игоревич Муратов, Александр Владимирович Сурин, Анатолий Николаевич Прошкин, Виктор Тимофеевич Туров, Вадим Клавдиевич Дербенёв, Вячеслав Сигизмундович Криштофович, Вагиф Бехбуд оглы Мустафаев, Станислав Сергеевич Говорухин һәм башҡалар менән хеҙмәттәшлек итә.
# Дога Евгений Дмитриевич
## Ижады
### Кино өсөн музыка
#### «Минең һөйкөмлө һәм яғымлы кейегем» кинофильмынан вальс
А.П. Чеховтың «Һунарҙағы драма» повесы буйынса 1978 йылда ҡуйылған » «Минең һөйкөмлө һәм яғымлы кейегем» мелодрамаһында яңғыраған романтик вальс бөтөн донъяла билдәлелек алды. Үҙенең иң популяр был әҫәрен композитор, Мәскәү янындағы (Ленин районы) Валуево усадбаһының кино төшөрөү майҙансығында, импровизациялап, бер йәйге төн эсендә ижад иткән. Быны ишеткән һәм тәүге булып был көйгә бейеү башҡарған төп ролде уйнаған Галина Викторовна Беляева, кино төшөрөү майҙансығындағы бөтөн кеше кеүек үк, уны боронғо, бөгөн ишетелмәгән классик көй яңғырай икән, тип ҡабул иткән һәм уның яңы ғына ижад ителгәнен белгәс, хайран ҡалған. Вальс, фильмда тәүләп яңғырағандан һуң, йыраҡтарға осто: шунан бирле күп кенә яңы өйләнешкән парҙар үҙҙәренең тәүге туй бейеүе өсөн һайлайҙар, әҫәр радио һәм телевидениела йыш яңғырай. "Был данды мин дә тойҙом: «Минең һөйкөмлө һәм яғымлы кейегем» фильмындағы музыка яҙылған пластинкалар һатылған Садовый ҡулсаһында урынлашҡан музыка магазины янындағы оҙон сират ҡойроғо ошо турала һөйләй ине» – тип хәтерләй композитор. Вальс масштаблы шоу-тамашаларҙа бер генә түгел, бер нисә тапҡыр файҙаланылды: ул Мәскәүҙә ойошторолған 1980 йылғы Йәйге Олимпия уйындарын асҡанда, 2000 спортсы ҡатнашҡан ике композицияла яңғыраны, 34 йыл үткәс, был вальс көйөнә Сочиҙа уҙғарылған 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу церемонияһында Наташа Ростованың тәүге балы сәхнәһе күрһәтелде. 1988 йылда, Мәскәүгә рәсми визитын яһағанда, АҠШ президенты һәм элекке йылдарҙың билдәле актёры Рональд Рейган Дога әҫәрен «быуат вальсы» тип атаны. Күп ун йыллыҡтар дауамында был мелодияны тик профессионалдар ғына түгел, урам музыканттары ла башҡара (көн һайын ул үткәүелдәрҙә, метро станцияларында һәм урамдарҙа һәүәҫкәр музыканттар башҡарыуындпа яңғырай), паркетта булһынмы, боҙҙа булһынмы, был көйҙө хореографтар һәм спортсылар, балет һәм бейеү номерҙарын башҡарғанда, йыш файҙалана. Әҫәрҙе донъяға иң ныҡ билдәле киновальс тип атайҙар.
# Дога Евгений Дмитриевич
## Ижады
### Концерт эшмәкәрлеге
1972 йылдан башлап, Евгений Дога элекке СССР-ҙың күп ҡалаларында, шулай уҡ Польшала, Чехияла, Болгарияла, Ҡытайҙа, Никарагуала, Кубала, Таиландта, Румынияла, Сербияла, Швейцарияла, Португалияла, Аргентинала концерттар ойошторған һәм ижади кисәләрҙә сығыш яһаған.
Уның музыкаһын күп коллективтар, шулар араһында Молдова радиоһы һәм телевидение Хоры, Рәсәй кинематографияһы дәүләт симфоник оркестры, «Дойна» академик хор капеллаһы, Дж. Энеску Бухарест филармонияһы оркестры, «Миҙгелдәр» Мәскәү камера оркестры, С. Лункевич исемендәге Модаван филармонияһы оркестры, Мәскәүҙәге «Рус филармонияһы» симфоник оркестры, «Телерадио-Молдова» йәмәғәтселек компанияһының милли симфоник оркестры, Санкт-Петербург дәүләт симфоник оркестры (Ленинград дәүләт концерт оркестры, Молдова Республикаһының президент оркестры, «Лия Чокарлия» балалар хоры, Бөтә союз радиоһы һәм Үҙәк телевидениеһы Ҙур балалар хоры (СССР Дәүләт телерадиоһының Ҙур балалар хоры), Румын милли опера оркестры (Яссы).
Евгений Доганың концерттары иң ҙур концерт залдарында үткән: Кишинёвтағы «National һарайы, Дәүләт Кремль һарайы, Санкт-Петербургтағы Октябрьский концерт залы («Октябрьский» залы), Киевтағы «Украина» сәнғәте милли һарайы, Мәскәүҙәге Союздар йорто Колонна залы, Мәскәү консерваторияһының Ҙур залы, П. И. Чайковский исемендәге концерт залы, Бухарестағы Ateneul Roman һәм бик күп ерҙәрҙә.
Композитор бергә эшләгән дирижёрҙар — А. Бадхен, Юрий Васильевич Силантьев, Сергей Иванович Скрипка, И. Прунер, К. Флоря, Георгий Мустя, Александр Григорьевич Самуилэ, В. Булахов, Д. Корчумару һ.б.
# Дога Евгений Дмитриевич
## Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Евгений Дога Молдавия ССР-ы (1966) һәм СССР композиторҙар союзы (1974) ағзаһы. Молдавия ССР-ы кинематографистар союзы (1968) һәм СССР кинематографистар союзы ағзаһы (1975).
1967—1972 йылдарҙа — Молдавия мәҙәниәт министрлығының репертуар-редакцион коллегия ағзаһы .
1987—1991 йылдарҙа — Ленин премияһы һәм СССР Министрҙар Советында СССР-ҙың Дәүләт премиялары буйынса Комитет ағзаһы.
Молдавия парламенты (Молдавия ССР-ы Юғары Советы)ның 9—11 саҡырылыштары депутаты. СССР халыҡ депутаты (1989—1991).
Молдавия фәндәр академияһының действителный ағзаһы (1992).
2001 йылдан — Бөтә Рәсәй «Рәсәйҙең һәләтле балалары» хәрәкәте жюрийының даими рәйесе. 2010 йылда — «Еңеү – быуындар сафында» һәм ғаилә театрҙары фестивалдәре жюрийҙары рәйесе. 1997 йылдан 2002 йылға саҡлы үҙе йәшәгән өйҙә мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эшләгән — ансамбль «Крылатский козявкалары» (*козявка-ваҡ бөжәк) ансамбе.
Композитор бөтөн ижади эшмәкәрлеге дауамында мәҙәни-ағартыу һәм хәйриә концерттары ойоштора.
Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә күп төрлө музыка һәм кинематография фестивалдәре жюрийында даими ҡатнаша: : «Ут рухы» фестивале (Ханты-Мансийск, Россия), Кремль кадет балы (Мәскәү), «Бригантина» халыҡ-ара кинофестивале (Бердянск, Украина), Яссы ҡалаһындағы Халыҡ-ара мәғариф фестивале (Festivalului Internaţional al Educaţiei), «Алтын бәһлеүән» халыҡ-ара кинофестивале, Бөтә Рәсәй «Рус балалар балы — китап геройҙары маскарады» хәйриә фестивале, Ветерандарҙың “Барыбыҙға бер Еңеү» нәфис ижады фестивале, «Рәсәй менән күрешеү» фестивале, «Рус әкиәте» федераль әҙәбиәт фестивале һ.б.
# Дога Евгений Дмитриевич
## Йәмәғәт эшмәкәрлеге
### Ғаиләһе
* Атаһы — Дмитрий Фёдорович Дога (1906 й. тыуған).
* Әсәһе — Елизавета Никифоровна Дога (1915 йылда тыуған).
* Ҡатыны — Наталья Павловна Дога (1939 йылда тыуған), инженер, Мәскәү технологик иститутын тамамлаған.
* Ҡыҙы — Виорика Евгеньевна Дога (1966 йылда тыуған), телевидение режиссёры.
* Ейәне — Доминик Дога (2001 йылда тыуған).
# Дога Евгений Дмитриевич
## Хәҙерге ваҡытта
Хәҙерге ваҡытта Евгений Дога ғаиләһе менән Кишинёвта йәшәй. Яңы музыка яҙыуын, концерт һәм автор осрашыуҙары ойоштороуын дауам итә, төрлө фестивалдәрҙә ҡатнаша.
2012 йылда Мәскәү консерваторияһының Ҙур залында юбилей концерттары, Бухарестың Ateneul Roman концерт залында, Кишинёвтағы Милли һарайҙа, 2013 йылда — Ҡаҙағстанда, 2014 йылда — Томскиҙа, Ставрополдә, Яссыла, Бухареста Titan сәнғәт паркында һ.б. урындарҙа концерттары уҙған.
2014 йылда Румыния академияһының мәҙәниәт, фән һәм мәғариф өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн йыл һайын бүләкләү тантанаһында Ateneum Roman залында, Вольфганг Амадей Моцарт, Джордже Энеску, Иоһанн Штраус (улы), Александр Порфирьевич Бородин әҫәрҙәре менән бер рәттән , уның «Граммофон» вальсы ла яңғыраған.
Йәмәғәтселек эшмәкәрлеген дә дауам итә. 2012 йылда Халыҡ-ара «Доминанта» Фондын ойоштора. 2014 йылда Кишинёвта «Eugen Doga» тип аталған музыка салоны аса, бында, композитор әйтеүенсә, рухи яҡтан яҡын кешеләр, музыканттар, сәйәсмәндәр, рәссамдар, эшлекле кешеләр, өсөн музыкаль кисәләр уҙғарыла. Кишинёвта уның исеме менән музыкаль мәктәп һәм урам аталған.
# Дога Евгений Дмитриевич
## Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
* Молдавия ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1974)
* Молдавия ССР-ының халыҡ артисы (1984)
* СССР-ҙың халыҡ артисы (1987)
* СССР Дәүләт премияһы (1984) — «Лучафэрул» балеты музыкаһы һәм кино музыкаһы өсөн
* Молдавия ССР-ы Дәүләт премияһы (1980)
* Молдавия комсомолының Борис Главан исемендәге премияһы (1973)
* Молдова Республикаһының Дәүләт премияһы (2008)
* Молдавия Республикаһы ордены (1997)
* IV дәрәжәле «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2008) — музыка сәнғәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге өсөн
* «Хеҙмәттәшлек» ордены (СНГ (БДБ) Парламент-ара ассамблея, 2007)
* «Тоғро хеҙмәт өсөн» ордены гранд офицеры (Румыния, 2014)
* «Дан Рубин Тәреһе» орден знагы (билдәһе) («Милли байлыҡ» Хәйриә Фонды, Рәсәй, 2007)
* «Быуат меценаты» ордены (2003)
* Изге Николай II ордены
* «Рәсәй ғорурлығы» ордены
* «Ватан файҙаһына тырышҡан өсөн» ордены (2004)
* «Сәнғәткә хеҙмәт итеү» ордены
* «Намыҫ, ғәйрәт, ижад, шәфҡәтлек өсөн» ордены
* Бөйөк Пётр ордены (2006)
* С. Вавилов миҙалы (1998)
* Михаил Ломоносов миҙалы (2005)
* В. Розов миҙалы (Рәсәй, 2004)
* «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (Рәсәй, 2009)
* «Кеше -2000» алтын миҙалы (АҠШ)
* «Михай Эминеску» почётлы дипломы (Михай Эминеску исемендәге фонд һәм «Бөтә румындарҙы мәҙәни берләштереү лигаһы», Бухарест, 2000)
* Брно ҡалаһында үткән музыкаль фильмдарҙың халыҡ-ара фестивале Гран-прийы (Чехословакия, 1991) — киномузыка өлкәһендә айырым ҡаҙаныштары өсөн
* «Алтын Бәһлеүән» - славян һәм православие динлеләрҙең Халыҡ-ара кинофестивале призы (1993) — «Ҡара ҡауҙы» фильмына музыка өсөн
* Ялта ҡалаһында үткән I Халыҡ-ара кинофестивалендә «Сағыштырғыһыҙ» фильмына иң яҡшы музыка өсөн приз (1997)
* «Овация» премиялары (2002, 2008)
* «Тыуған ил хазинаһы» премияһы («Родина» журналы, 2004)
* «Мээрим» халыҡ-ара хәйриә фонды премияһы (Ҡырғыҙстан, 2005)
* «Ватан маяҡтары» Бөтә Рәсәй премияһы (2007)
* Композиторҙар союзының халыҡ-ара CALLATUIS премияһы (Румыния, 2009) — музыка үҫешенә индергән өлөшө өсөн
* «Алтын бөркөт» кино премияһы (2010) — «Миләшле вальс» фильмына музыка өсөн
* «Алтын Бәһлеүән» - славян һәм православие динлеләрҙең Халыҡ-ара ХХ Кинофестивале (МКФ) призы (Курск, 2011) — за музыку к фильму «Миләшле вальс» фильмына музыка өсөн
* «Тыуған ил хазинаһы» премияһы («Родина» журналы, 2004)
* «Алтын йөрәктәр» - Мәрхәмәтлек өсөн Беренсе Милли премия (Рәсәй, 2014)
* Халыҡ-ара «Мастер Класс» сәнғәт фестиваленең Оҫта Башлығы (Шапочка Мастера) (2004)
* Бөтөн донъя интеллектуаль милек ойошмаһының махсус сертификаты (Женева, 2007) — музыкала юғары ҡаҙаныштарын таныу билдәһе итеп
* 2007 йылды, композитор үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләгән йылды, Молдовала Евгений Дога Йылы тип иғлан иттеләр
* «Почётлы доктор» («Почётный доктор», «Doctor honoris causa») (Молдавия Фәндәр Академияһы, 2000)
* «Ника» Рәсәй кинематография сәнғәте академияһы академигы
* К.В.Россинский исемендәге Краснодар халыҡ-ара хоҡуҡ, иҡтисад, гуманитар фәндәр һәм идара итеү институтының почётлы профессоры
* Халыҡ-ара Меценатлыҡ Академияһы академигы (Рәсәй)
* Халыҡ-ара мәҙәниәт һәм сәнғәт Академияһы почётлы академигы (Рәсәй)
* Петр фән һәм сәнғәт академияһы академигы (Рәсәй)
* Кишинёв ҡалаһының почётлы гражданины (2007).
Ҡырым астрофизика обсерваторияһы астрономы Людмила Васильевна Журавлёва 1987 йылдың 22 октябрендә асҡан астероидты (кескәй планета) Евгений Дога исеме менән атаған: (10504) Дога.
# Дога Евгений Дмитриевич
## Билдәле йырҙары
* «Минең аҡ ҡалам» (Георгий Дмитриевич Водэ һүҙ.) — София Михайловна Ротару башҡара
* «Ямғыр тауышы минең төшөмә керҙе» (Владимир Яковлевич Лазарев һүҙ.) — Надежда Алексеевна Чепрага һәм В. Коннов башҡара
* «Миңә йәйҙе кире ҡайтар» (Р. Казакова һүҙ.) (халыҡ һүҙҙәре) — Н. Чепрага башҡара
* «Һинең күҙҙәреңә ышанам» (И. Подоляну һүҙ.) — С. Ротару башҡара«
* «Яҙ-мөхәббәт тиҫтере» (Илья Рахмиэлевич Резник һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
* «Нептун йыры» (Михаил Исаевич Танич һүҙ.) — Л. Долина башҡара
* «Ҡояшлы көн» (В. Лазарев һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
* «Егеттәр етешмәй» (Феликс Иванович Чуев һүҙ.) — М. Кодряну башҡара
* «Мария, Мирабела» (Г. Виеруһүҙ. , Валентин Дмитриевич Берестов һәм Евгений Данилович Агранович тәрж.) — Леонид Фёдорович Серебренников, Н. Чепрага башҡара
* «Амор» (Г. Виеру һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
* «Строевой йыр» (Ф. Чуев һүҙ.) — Мария Петровна Кодряну башҡара
* «Днестр — ғорурлығым минең» (Г. Водэ һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
* «Барыһы ла мөхәббәттән башлана» (Андрей Дмитриевич Дементьев һүҙ. — Павел Евгеньевич Смеян башҡара
* «Беҙҙең урам күгәрсендәре» (Э. Лотянуһүҙ.) — М. Ивануш башҡара
* «Кеше тауышы» (Роберт Иванович Рождественский һүҙ.) — Н.А. Чепрага башҡара
* «Мөхәббәт ябай ғына башлана» (М. Танич һүҙ.) — Лариса Александровна Долина башҡара
* «Һағыш — һәр саҡ һағыш» (П. Крученюк һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
* «Таңда ер ҡалай матур» (В. Лазарев һүҙ.) — Иосиф Давыдович Кобзон башҡара
* «Йөҙөргә, йөҙөргә» (Николай Михайлович Рубцов һүҙ.) — Л. Серебренников башҡара
* «Кешеләр, бәхетле булығыҙ!» (А. Дементьев һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
* «Мин уйланым да юраным» (Ф. Чуев һүҙ.) — И. Баженова, М. Кодряну башҡара
* «Киноның һуңғы сеансында» (М. Танич һүҙ.) — Л. Долина башҡара
* «Раданың йыры» (В. Захарие һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
* «Күк йондоҙҙар яҡтылығы» (Лев Иванович Ошанин һүҙ.) — М. Кодряну һәм Ион Андреевич Суручану башҡара
* «Нанэ цоха» (В. Василаки һүҙ.) — Н. Чепрага
* «Беҙҙе сиркәүҙә никахламанылар» (А. Никифоров һүҙ.) — А. Литвиненко башҡара
* «Мәскәү менән күрешеү» (М. Лаписов һүҙ.) — Н. Чепрага һәм Л. Серебренников башҡара
* «Сейә» (М. Танич һүҙ.) — Л. Долина башҡара
* «Гитара ҡылдары» (Яков Аркадьевич Халецкий һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
* «Алыҫ алыҫтарҙа» (В. Лазарев һүҙ.) — Алла Борисовна Пугачёва башҡара
* «Күңелле туй» (Н. Чепрага һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
* «Бейеү майҙансығы» (М. Танич һүҙ.) — Л. Долина башҡара
* «Осрашҡанға саҡлы» (Г. Виеру һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
* «Ер тәьҫире» (Леонид Николаевич Мартынов һүҙ.) — Л. Серебренников башҡара
* «Таня Савичева хаҡында йыр» (Виктор Борисович Гин һүҙ.) — Э. Пьеха башҡара
* «Көҙгө көнкәйҙәр» (Михаил Львович Матусовский һүҙ.)
* «Молдова Кодры тауы» (Г. Водэ һүҙ., В. Лазарев тәрж.) — С. Ротару, Н. Чепрага башҡара
* «Сәскәләр диңгеҙе» (А. Чокану һүҙ.)
* «Кодрий мей фрумошь» («Минең гүзәл Кодры») (П. Крученюк һүҙ.)
* «Мин һәм һин» (Л. Ошанин һүҙ.)
* «Панчавэ»
* «Кәкүккәй»
* «Хуш еҫле гөлләмә кеүек» һ.б..
# Дога Евгений Дмитриевич
## Инструменталь кинохиттар
* «Сонет для клавесина с оркестром» (к/ф «Мерседес» уходит от погони»)
* «Парафраз на тему романса Алябьева „Соловей“» (к/ф «Анна Павлова»)
* «Я жду тебя» (к/ф «Портрет жены художника»)
* «Здравствуй, утро» (к/ф «Танцплощадка»)
* «На катере» (к/ф «Дом для Серафима»)
* «Сирень» (к/ф «Анна Павлова»)
* «Прощание» (к/ф «Господа артисты»)
* «Девушки идут на работу» (к/ф «Одиноким предоставляется общежитие»)
* «Отъезд Урбенина (Вальс)» (к/ф «Мой ласковый и нежный зверь»)
* «Моя золотая» (к/ф «Танцплощадка»)
* «Египетский танец» (к/ф «Анна Павлова»)
* «Рондо» (к/ф «Королева Марго»)
* «Катя» (к/ф «Восьмое чудо света»)
* «Берёзовая аллея» (к/ф «Гонки по вертикали»)
* «Открытые окна» (к/ф «Гонки по вертикали»)
* «Прощание» (к/ф «Господа артисты»)
* «Берёзовая аллея» (к/ф «Гонки по вертикали»)
* «Открытые окна» (к/ф «Гонки по вертикали»)
* «Пригласи меня» (к/ф «Танцплощадка»)
* «Девушки идут на работу» (к/ф «Одиноким предоставляется общежитие»)
* «Отъезд Урбенина (Вальс)» (к/ф «Мой ласковый и нежный зверь»)
* «Моя золотая» (к/ф «Танцплощадка»)
* «Египетский танец» (к/ф «Анна Павлова»)
* «Рондо» (к/ф «Королева Марго»)
* «Катя» (к/ф «Восьмое чудо»)
* «Граммофон» (к/ф «Без улик»)
* «Детство» (к/ф «Анна Павлова»)
* «Кафе» (к/ф «Казино»)
* «Хмурый закат» (к/ф «Столкновение»)
* «Дорога» (к/ф «Табор уходит в небо»)
* «Яблоко» (к/ф «Табор уходит в небо»)
* «Расстрелянные розы» (к/ф «По Муромской дороге»)
* «Прогулка» (к/ф «Звёзды на море»)
* «Война в Европе» (к/ф «Анна Павлова»)
* «Ручейки» (к/ф «Весенняя олимпиада»)
* «Дорога домой» (к/ф «Маэстро с ниточкой»)
* «Прощание-2» (к/ф «Господа артисты»)
* «Вальс» (к/ф «Мой ласковый и нежный зверь»)
* «По аллее» (к/ф «Портрет жены художника»)
* «Дилижанс» (к/ф «Чёрная вуаль»)
* «Поляна» (к/ф «Мой ласковый и нежный зверь»)
* «Танец Шуры» (к/ф «Танцплощадка»)
* «У моря» (к/ф «Несравненная»)
* «Я иду к тебе» (к/ф «Восьмое чудо света»)
* «Увертюра» (к/ф «Одиноким предоставляется общежитие»)
* «На поляне» (к/ф «Маэстро с ниточкой»)
* «Парижский каскад» (к/ф «Анна Павлова»)
* «Сонет» (к/ф «Зеленая волна», 1973)
# Дога Евгений Дмитриевич
## Композиторҙың фильмографияһы
* 1968 — Нужен привратник
* 1968 — Коза и трое козлят (анимационный)
* 1969 — Десять зим за одно лето
* 1969 — Один перед любовью
* 1969 — Свадьба во дворце
* 1969 — Кошелек с двумя денежками (анимационный)
* 1970 — Взрыв замедленного действия
* 1970 — Вино долгой жизни
* 1970 — Крутизна
* 1970 — Трынта
* 1971 — Красная метель
* 1971 — Лаутары (фильм) (совм. с Исидор Моисеевичем Бурдиным)
* 1971 — Лето рядового Дедова
* 1971 — Время Ч
* 1971 — Cişinău,Chişinău (документальный)
* 1972 — Красно солнышко
* 1972 — Весенние созвучия
* 1973 — Советская Молдавия (документальный)
* 1973 — Днестровские мелодии — эпизод
* 1973 — Дом для Серафима
* 1973 — Зарубки на память
* 1973 — Зеленая волна (короткометражный)
* 1973 — Хвастунишка Петрикэ (анимационный)
* 1974 — Гнев (фильм, 1974)
* 1974 — Долгота дня
* 1974 — Обновлённая земля (документальный)
* 1974 — Секрет ЛСУ (анимационный)
* 1974 — Птицы нашей молодости (фильм-спектакль)
* 1975 — Парта Гугуцэ (анимационный)
* 1975 — Мария (фильм) (телефильм)
* 1975 — Конец света
* 1975 — Москва-Владивосток
* 1975 — Спасибо, Тулица (военфильм)
* 1976 — Не верь крику ночной птицы
* 1976 — Случай на фестивале
* 1976 — Стажёр (фильм, 1976)
* 1976 — Табор уходит в небо (совм. с Исидором Моисеевичем Бурдиным и Валерием Александровичем Зубковым)
* 1975 — Гугуцэ-почтальон (анимационный)
* 1977 — Корень жизни
* 1977 — Кто - кого
* 1977 — Сказание о храбром витязе Фэт-Фрумосе
* 1978 — Яблоко раздора
* 1978 — Мой ласковый и нежный зверь
* 1978 — Человек и время
* 1978 — По совести
* 1978 — Телега
* 1978 — Сказка как сказка
* 1979 — Весенняя Олимпиада, или Начальник хора
* 1979 — Этот фантастический мир Выпуск 1 (фильм-спектакль)
* 1979 — Этот фантастический мир Выпуск 2 (фильм-спектакль)
* 1979 — Здесь, на моей земле
* 1979 — И придет день...
* 1979 — Я хочу петь
* 1980 — Этот фантастический мир Выпуск 3 (фильм-спектакль)
* 1980 — Этот фантастический мир Выпуск 4(фильм-спектакль)
* 1980 — «Мерседес» уходит от погони
* 1981 — Восьмое чудо света (фильм, 1981)
* 1981 — Этот фантастический мир Выпуск 5 (фильм-спектакль)
* 1981 — Этот фантастический мир Выпуск 6 (фильм-спектакль)
* 1981 — Мария, Мирабела (анимационный)
* 1981 — Портрет жены художника
* 1981 — Андриеш (фильм) (анимационный)
* 1981 — Дети, солнышко и снег (анимационный)
* 1982 — Гонки по вертикали
* 1982 — Этот фантастический мир Выпуск 7 (фильм-спектакль)
* 1982 — Остановите поезд! (анимационный)
* 1982 — Про белую розу, которая умела краснеть (анимационный)
* 1983 — Анна Павлова (фильм)
* 1983 — Найди на счастье подкову
* 1983 — Серебряный возраст
* 1983 — Одиноким предоставляется общежитие
* 1984 — Зачем человеку крылья
* 1984 — Если можешь, прости (фильм)
* 1984 — Этот фантастический мир Выпуск 9 (фильм-спектакль)
* 1984 — Хроника одного лета
* 1984 — Как стать знаменитым
* 1984 — Столкновение (фильм)
* 1984 — Третий в пятом ряду
* 1984 — Что у Сеньки было
* 1985 — Валентин и Валентина
* 1985 — Далёкий голос кукушки
* 1985 — Дикий ветер (фильм)
* 1985 — Осенние утренники
* 1985 — Танцплощадка (фильм)
* 1985 — С юбилеем подождём
* 1986 — Белая лошадь - горе не моё (фильм-спектакль)
* 1986 — Затянувшийся экзамен
* 1986 — Лучафэрул (фильм)
* 1986 — Дань (фильм)
* 1986 — Bujorel. Легенда о пионе (анимационный)
* 1987 — Возвращение (фильм, 1987)
* 1987 — Причалы (фильм)
* 1988 — Брат, найди брата!
* 1988 — Дикарь (фильм, 1988)
* 1988 — Умение кидать мяч (видеофильм)
* 1988 — Борьба с тенью
* 1988 — Этот фантастический мир Выпуск 14 (фильм-спектакль)
* 1988 — Коршуны добычей не делятся
* 1989 — Мария, Мирабела в Транзистории
* 1989 — Стук в дверь
* 1989 — Неприкаянный
* 1989 — Святая святых (фильм-спектакль)
* 1990 — Захочу — полюблю
* 1990 — Взбесившийся автобус
* 1990 — Внимание, ведьмы!
* 1991 — Маэстро с ниточкой
* 1991 — 1000 долларов в одну сторону
* 1991 — Виновата ли я (фильм)
* 1991 — Исчадье ада
* 1991 — Путана
* 1991 — Седая легенда (фильм)
* 1992 — Без улик (фильм, 1992)
* 1992 — Господа артисты
* 1992 — Звёзды на море
* 1992 — Зверь, выходящий из моря
* 1992 — Убийство в Саншайн-Менор
* 1992 — Казино (фильм, 1992)
* 1992 — Кооператив «Политбюро», или Будет долгим прощание
* 1993 — Несравненная (фильм)
* 1993 — На Муромской дорожке
* 1993 — Рядовой случай
* 1993 — Сделай мне больно
* 1993 — Чёрный аист (фильм)
* 1994 — Джамиля (фильм, 1994)
* 1994 — Бульварный роман
* 1995 — Грешные апостолы любви
* 1995 — Чёрная вуаль (фильм)
* 1995 — Абрахам (фильм) (анимационный)
* 1996 — Королева Марго (телесериал)
* 1996 — Милый друг давно забытых лет
* 1997 — На заре туманной юности (фильм, 1997)
* 1998 — Кольца всевластия (совм. с О. Монтесом и Ф. Севером)
* 1999 — Опять надо жить
* 2001 — Курортный роман
* 2001 — Прокрустово ложе
* 2002 — Там, где восток
* 2003 — Благословите женщину
* 2003 — Чёрная метка (фильм, 2003)
* 2004 — Весьегонская волчица (фильм)
* 2004 — На углу у Патриарших-4
* 2004 — Начало пути
* 2004 — Не все кошки серы
* 2004 — Рокировка
* 2004 — Я тебя люблю
* 2005 — Косвенные улики
* 2005 — Плата за любовь
* 2006 — Дом-фантом в приданое
* 2006 — Кромъ
* 2006 — Первое правило королевы
* 2006 — Седьмое небо
* 2006 — Проверка (фильм)
* 2006 — Соблазн
* 2007 — Артистка (фильм)
* 2007 — Каникулы любви
* 2007 — Тормозной путь
* 2008 — Ой, мамочки...
* 2008 — Поллианна (фильм, 2008)
* 2009 — Оправдание Гоголя (документальный)
* 2009 — Румынский Стате (совм. с О. Монтесом и Ф. Севером)
* 2009 — Кромовъ
* 2009 — Рябиновый вальс
* 2010 — Отдых в Ницце (телефильм) (совм. с О. Монтесом и Ф. Севером)
* 2010 — Золотая рыбка в городе N
* 2010 — Выпускной на минном поле
* 2010 — Наследственность (фильм) (совм. с Л. Мустатой и R. Mada)
# Дога Евгений Дмитриевич
## Композиторҙың фильмографияһы
### Фильмдарҙа ҡатнашыу
* 1997 — Воспоминание (документальный)
* 2007 — Эмиль Лотяну
* 2007 — Как уходили кумиры (документальный)
* 2008 — Мой ласковый и нежный зверь. Эмиль Лотяну (документальный)
# Дога Евгений Дмитриевич
## Евгений Дога тураһында китаптар һәм фильмдар
Китаптар
* «Евгений Дога» — Ефим Маркович Ткач. Кишинев, 1980 (на молд. яз. кирилица)
* «В созвездии таланта» Е. Ткач. (о композиторе Е. Доге; там же, 1979, № 4)
* «Мир звуков Евгения Доги» Е. Ткач. (Aurora, СРР, 1979, № 15)
* «В зеркале мгновений». Е. Шатохина. Издательство «Тимпул» (1989, рус.)
* Eugen Doga: Compozitor, academician /Acad. de Şt. a Moldovei; coord. : GheorgheDuca. — Ch. : Î.E.P. «Ştiinţa». — (Col."Academica").Vol. 3. — 2007. (румын.)
* «Евгений Дога — знакомый и неизвестный». Евгений Самойлович Клетинич. Издат.объед. Композитор, 1999. — 227 с.
* «În do major / Eugen Doga»; Лариса Туря, Tipografia Centrală. graf.: V. Cutureanu, D. Mazepa. — Ch.: [s.n.], 2007. — 63 p.)румын.)
* «Немузыкальные россыпи, или Вихревая спираль времени». В настоящей книге собраны автобиографические заметки Е. Д. Доги, его эссе, интервью, переписка с поклонниками, друзьями, близкими и родными. Издательство: Любимая Россия, 2008 г.
* «Meditaţie pe portativ», Victor Crăciun, Eugen Doga, Ducureşti. (румын.)
* «Eugen DOGA: Muzica este prima şi ultima mea iubire» Luminiţa Duimbrăveanu, (editura Prut Internaţional, 296 pagini, Chişinău). 7 mai 2013. (румын.)
Фильмдар
* Евгений Дога. Эмиль Лотяну.
* Поэты Европы. Юрий Вондрак, 2000.
* Петербургские каникулы. 2007.
* Eterna. Teleradio Moldova. 2010 год. (Румынский язык).
* Белый город. ГТРК «МИР». 2010 г.
* Партитура моей жизни. Partitura vieţii: Eugen Doga la 75 de ani. 2012.(румын.)
* Filmul «Eugen Doga». Studioul «Flacăra Film», Luminiţa Dumbrăveanumai, 2013.(румын.) (Фильм получил главный приз на Международном фестивале «HERCULES.ro». UNIMEDIA. 28 июля 2014) | 113322 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Дога_Евгений_Дмитриевич | Дога Евгений Дмитриевич |
# Әйүп (нәби)
Әйүп (ғәр. أيوب) — ислам пәйғәмбәре (нәби). Бәни Исраил халҡына ебәрелгән. Библиялағы Иов менән тиңләштерелә. Ҡөрьәндә Аллаһ дингә ышанмаусыларға нәсихәт итеп үҙенә тоғро һәм уға таянған кешеләргә ахыр сиктә ярҙам итә икәнен күрһәткән миҫалдар менән иҫкә алына.
# Әйүп (нәби)
## Тарихы
Әсәһе пәйғәмбәр Лут ҡыҙы була. Әйүп Дамаск тирәһендә йәшәгән халыҡтарға нәби итеп ебәрелә. Бик бай һәм хөрмәтле кеше була, бөтә мохтаждарға ярҙам итә. Ул игелеклеге, ғәҙеллеге һәм ихлас тәҡүәлеге менән айырылып тора. Әммә билдәлелекте ул үҙенең сикһеҙ түҙемлеге һәм сабырлығы арҡаһында ала.
Аллаһы тәғәлә уны һынарға теләп, байлығынан, балаларынан яҙҙыра, 18 йыл буйы ауыр сиргә дусар була. Иблис уның сире йоғошло тип хәбәр таратҡас, уны хатта ҡаланан ҡыуалар. Тик ҡатыны ғына уны ташламай, һаман тәрбиәләй, дауалай.
Пәйғәмбәр ауырыуы тағы ла киҫкенләшкән көндәрҙең береһендә Аллаһыға һауыҡтырыуҙы һорап мөрәжәғәт итә:. Аллаһ уның үтенесен ҡабул итә һәм уға сабырлығы һәм бөтә бәхетһеҙлектәре алдында түҙемлеге өсөн йомарт бүләкләйәсәге тураһында хәбәр менән Ябраил фәрештәне ебәрә. Ябраилдың бойороғо буйынса, Әйүп аяҡ типкән урында шишмә ағып сыҡға. Шуны эсеп, Әйүп һауығып китә. Аллаһ Әйүпкә һаулығын, байлығын, балаларын ҡайтарған.
Ҡөрьәндә бик аныҡ булмаған бойороҡ бар: «Ҡулыңа шәлкемде ал да, шуның менән һуҡ, һәм гонаһ ҡылма!». Был бер мәл Аллаһтың Әйүпкә ярҙам итәсәгенә шик белдергән үҙ ҡатынын язаға тарттырыу вәғәҙәһен үтәү бойороғо тип аңлатыла. Ибн Ҡасирға ярашлы, Әйүп ҡатынына асыуланған һәм Аллаһ уны һауыҡтырһа, уға йөҙ тапҡыр ҡамсы менән һуғам, тип ант иткән. Һәм сирҙән ҡотолғас, антын башҡара алмай, сөнки ҡатыны ошо йылдар буйына уны тәрбиәләгән һәм мәрхәмәтле булған. Аллаһ уға йөҙ сыбыҡ шәлкеме алырға һәм шуның менән бер тапҡыр еңелсә һуғырға ҡуша. Шулай итеп, ант боҙолмай.
Аллаһ уға мөғжизәләр ҡылыу һәләте лә бирә.
Әйүп 254 йыл йәшәгән.
Әйүп исеме менән Сүриәлә, Фәләстиндә, Мысырҙа һәм Урта Азияла бер нисә топоним бәйле. Әйүп доғаларын мосолмандар ауырыуҙарҙан һаҡлаусы итеп ҡуллана. | 186469 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Әйүп_(нәби) | Әйүп (нәби) |
# Төмән
Төмән (рус. Тюмень) — Рәсәйҙең Көнбайыш Себер өлөшөндә урынлашҡан ҡала, Төмән өлкәһенең административ үҙәге. Илдең иң эре 50 ҡалаһы исемлегенә ингән: халҡы 583 меңдән артыҡ.
# Төмән
## Тарихы
XIII быуатта себер татарҙары Сыңғы-Тура ҡалаһына нигеҙ һала, XVI быуатта ҡала — Алтын Урҙаның Төмән олосының баш ҡалаһы була. Алтын Урҙала Туҡтамыш хан идара иткән осорҙа ҡалаға Төмән исеме бирелә. 1495 йылда эске низағ арҡаһында Сыңғы Тура баш ҡала дәрәжәһен юғалта, Мөхәммәт Тайбуға үҙ иреген Каштак — Себер ҡалаһына күсерә. 1585 йылда урыҫ илбаҫары Йырмаҡ Сыңғы Тура — Төмәнде баҫып ала һәм яндыра. 1586 йылда урыҫ нығытмаһына нигеҙ һала.
20 быуатта боронғо Сыңғы Тура урынында «Төмән» тигән стадион төҙөлгән, һөҙөмтәлә мәҙәни ҡатлам юғалған.
# Төмән
## Фән һәм мәғариф
Төмән өлкәһендә нефть һәм газ ятҡылыҡтары фәнни ойошмаларының үҫешенә булышлыҡ яһаны. 1990 йылдар башында юғары уҡыу йорттар һәм ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәрҙәре һаны 11,5 мең кеше тәшкил иткән, йәғни эшкә яраҡлы ҡала халҡыныӊ 10 проценты.
Ғилми-тикшеренеү һәм проект институттары: Криосфера институты һәм Төньяҡтағы ерҙәрен үҙләштерергә тәҡдим проблемалары институты. Ғәмәли фән һәм газ комплексына ихтыяж йүнәлтелгән. Улар араһында "СургутНИПИнефть" (Төмән бүлексәһе), ТюменНИИгипрогаз, Гипротюменнефтегаз, СибНИИНП, Тюменнефтегеофизика (компания "Интегра"), "Нефтегазпроект", СибНАЦ, Сибнефтеавтоматика (ГМС Төркөмө) лидерҙар булып тора.
Белем биреү учреждениелары:
* Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы (РАНХиГС) филиалы.
* Төмән индустриаль университеты
* Төмән университеты
* Урал дәүләт тимер юлдары университеты Төмән филиалы
* Төмән дәүләт аграр университеты
* Төмән дәүләт медицина университеты | 4098 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Төмән | Төмән |
# Пу И
Айсиньгеро Пуи (ҡыт. трад. 愛新覺羅.溥儀, упр. 爱新觉罗.溥仪, пиньинь: Àixīnjuéluó Pǔyí, 7 февраль 1906 йыл — 17 октябрь 1967 йыл) — Айсин Гёро маньчжур династияһының унынсы вәкиле , Цин дәүләтенең һуңғы императоры (1908—1912 йылдар,1924 йылға тиклем титуляр император булып ҡала). 1932 йылдан Юғары хаким, ә 1934 йылдан — Маньчжоу-го императоры, генералиссимус Маньчжур император армияһы командующийы.
# Пу И
## Исеме
Пуи — тыуған саҡта бирелгән исеме; ғәҙәттә бындай исем император династияһында тыйылған булған, ә тәхет исеме сифатында идаралыҡ девизы ҡулланылған (Сюаньтун (Дөйөм берләшеү) һымаҡ яңғыраған 宣統). Әммә уны тәхеттән ҡолаталар һәм ул ябай граждандарға тиңләнә, шуға күрә тарихҡа үҙенең шәхси исеме аҫтында инеп ҡалған — «Пуи». Ғуңғараҡ осорҙа шулай уҡ уның маньчжур клан (ырыу) исеме ҡулланған — — Айсин Гёро (йәки Айсинь Гиоро, ҡытай яңғырашында — Айсиньцзюэло, 愛新覚羅). Европылалар менән аралашҡанда ул үҙен ҡайһы берҙә Генри тип атаған (Henry) —был исемде уға шотданд уҡытыусыһы биргән булған. Император булып Маньчжоу-го императоры булып киткәс, Пуи Кандэ (Сәскәле әҙәп) исемен ала. Ҡытай Халыҡ Республикаһында һәм Тайваньда ул Сюньди (遜帝, «Баш тартҡан император») исеме аҫтында билдәле. Иҫке транскрипцияла ҡытай исемдәре айырым ижектәргә бүлеү ҡабул ителгән ине, шуға күрә сит ил телдәрендәге әҙәбиәттә уның исеме ижекле яҙыла — «Пу И».
# Пу И
## Цин империяһында идаралығы
1898 йылда хакимлыҡтан мәхрүм ителгән «Гуансюй» исеме аҫтында идаралыҡ иткән император Айсиньгиоро Цзайтяньдең туғаны. Тол императрица Цыси уны императорҙың вариҫы тип билдәләй, ул үҙе ысынында Цин империяһының императоры була,. Цзайтянь 1908 йылдың 14 ноябрендә ағыуланғандан һуң үлә (Цыси үҙе уны ағыулаған тигән имеш-мимештәр тарала), Цыси бер көндән вафат була. Ике йәшлек Пуи 1908 йылдың декабрендә император булып китә, регенты — уның атаһы, «кенәз Чунь» титутына эйә булған, Айсиньгёро Цзайфэн.
Цин империяһын ҡолатҡан һәм Ҡытай Республикаһын барлыҡҡа килтергән Синьхай революцияһынан һуң, 1912 йылдың 12 февралендә Цзайтяньдың тол ҡатыны — Лунъюй император тәхетенән баш тартыуы тураһында актҡа ҡул ҡуя. Ул отставкаға киткән кенәз Чунь урынына регент булып ҡала. Монарх ғаиләһенә генерал Юань Шикай вәғәҙә иткән шарттарға ярашлы Пуи император титулын, Пекин "Тыйылған ҡалаһы"нда йәшәү хоҡуғын һаҡлап ҡала, ә протокол буйынса ул сит ил монархына тиңләнә.
1917 йылдың июлендә, Пекинда хакимлыҡты генерал Чжан Сюнь баҫып алғандан һуң, Пуи ҡыҫҡа ваҡытҡа (ике аҙнаға) ҡабаттан батшалыҡ иткән император итеп иғлан ителә. Генерал Дуань Цижуя командованиеһы аҫтында ғәскәрҙәр Пекинға килеп ингәс, Пуи икенсе мәртәбә хакимлыҡтан ситләтелә, әммә император ғаиләһенә Пекинда ҡалырға рөхсәт ителә. 18 йәше тулғас, 1924 йылда ул тулыһынса тәхеттән төшөрөлә, бөтә титулдарынан мәхрүм ителә, Тыйылған ҡаланан ҡыуыла һәм республиканың ябай гражданы тип иғлан ителә.
# Пу И
## Япония йоғонтоһо. Маньчжоу-го
1925 йылда ул Тяньцзинда япон концессияһы территорияһында йәшәү өсөн урынлаша, шунда "һөргөндә һарай даирәһе"ойоштора. Ошо ваҡыттан уға япон хөкүмәте ныҡ йоғонто яһай.
1932 йылдың 1 мартында япондар патронажы аҫтында, Бөтә Маньчжур ассамблеяһы ҡарарына ярашлы, Маньчжоу-го Дәүләте төҙөлә. Башта Хөкүмәт Башлығы итеп тәғәйенләнгән («Датун» девизы аҫтында (大同)) Пуи — дәүләттең Юғары хакимы булараҡ вазифаһына 1932 йылдың 9 мартында инә, 1934 йылдың 1 мартынан «Кандэ» (康德) хакимлыҡ девизы менән Даманьчжоу-диго (Бөйөк Маньчжурия империяһының) императоры булып китә. Коронация 1934 йылдың 10 майында үтә.
Маньчжурия армияһының Башкомандующийы була.
# Пу И
## Ҡулға алыу
1945 йылдың 19 августында Мукденда генерал-майор Александр Дорофеевич Притула тарафынан ҡулға алына. Император Пу Ины ҡулға алған саҡта майор Петр Челышевтың подразделениелары батырлыҡ күрһәтә. Ҡулға алғандан һуң император Хабаровск янында хәрби әсирҙәр өсөн лагерҙа тотола. 1946 йылдың августында Токио процесында ғәйепләү шаһиты була һәм 8 көн дауамында күрһәтмәләр бирә.
1949 йылда Ҡытайҙа коммунистар власы урынлаштырылғандан һуң Пу И СССР-ҙың министрҙар Советы рәйесе И. В. Сталинға уны ҡытай властарына бирмәүҙе үтенеп хат яҙа. Шулай уҡ ул төрмә китапханаһында Маркс һәм Лениндың хеҙмәттәре менән танышыу уға тәрән тәьҫир яһауы һәм уның ҡараштарын үҙгәртеүе хаҡында яҙа. Пу И Ҡытайға 1950 йылда ҡайтарыла.
Ҡытайҙа ул Ляонин провинцияһының Фушунь ҡалаһындағы яңынан тәрбиәләү лагерына йүнәлтелә һәм 1959 йылда «яңынан тәрбиәләнгән» сифатында Мао Цзедундың махсус рөхсәте буйынсаазат ителә.
# Пу И
## Һуңғы йылдары
1959 йылдан ул ҡабаттан Пекинда йәшәй башлай, бында башта ботаника баҡсаһында, һуңынан милли китапханала архивариус булып эшләй. Халыҡ власын ҡабул итеүе тураһында иғлан итә.
1961 йылдың көҙөндә Ҡытай Халыҡ Республикаһының рәйесе МАО Цзедун менән осрашыу үткәрелә. 1964 йылдан ҠХР-ҙың сәйәси-консультатив советы ағзаһы була.
Мао Цзэдун Чжоу Эньлая хуплау менән мемуарҙар яҙа — «Тормоштоң тәүге яртыһы» (инглиз телендә — «Императорҙан гражданға тиклем»), мемуарҙарҙа ул уның фекерен бер кем һанға һуҡмаған формаль рәүештәге хаким булып һүрәтләнә. Ҡайһы бер тарихсылар фараздары буйыса, ПУ И, Японияға ҡаршы хәрби енәйәттәрҙә ғәйепләнеүҙән ҡурҡып, үҙенең сәйәси ролен кәметергә тырышҡан.
Биш тапҡыр никахҡа ингән. Уның ҡатындары император ҡатыны Вань Жун, шулай уҡ Вэнь Сю, Тань Юйлин, Ли Юйцинь; аҙаҡҡыһы шәфҡәт туташы Ли Шусянь була, уның менән ҠХР-ҙа 1962 йылда өйләнешәләр, әммә бер ҡатынынан да балалары булмай. Ҡытай тәхете вариҫы итеп ике туған ҡустыһын, Маньчжур тәхетенең вариҫы итеп бер туған ҡустыһы Пуцзены иғлан итә.
# Пу И
## Вафаты
1967 йылдың 17 октябрендә бауыр яман шешенән вафат булды. Үгәй атаһы һәм икенсе ҡатыны менән йәнәш ерләргә васыят итеп ҡалдыра. Кәүҙәһе яндырыла һәм Пекинда Бабаошань хөкүмәт зыяратында ерләнә. Уны 1980 йылда һәм 1995 йылда ҡабатлап ерләйҙәр. Хәҙерге ваҡытта Цинсилинда ерләнгән, үҙенең үгәй атаһы Гуаннсюй кәшәнәһенән 300 метр алыҫлыҡта.
# Пу И
## Фотогалерея
* Кескәй Пуи, 12.02.1908
* Пуи йәш сағында , 1922
* Пуи Маньчжурияла, 1934
* Императрица Ваньжун менән, 1930
* Пуи совет офицеры менән, 9.08.1946
# Пу И
## Әҫәрҙәре
* Пу И. Первая половина моей жизни. Воспоминания Пу И — последнего императора Китая. / Пер.с кит. И.Л. Макаровой, Н. А. Спешнева, Цзян Ши-Луна. Вступ. стат. С. Л. Тихвинского. — М.: Прогресс, 1968. — 424 с.
# Пу И
## Әҫәрҙәре
### ҡабат баҫылған
* Пу И. Последний император. — Тверь: Триада, 1999. — 480 с. — (Кунфу мастеров) — ISBN 5901178017
* Пу И. Последний император. — М.: Вагриус, 2006. — (Мой ХХ век). — ISBN 5969702447 | 128496 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Пу_И | Пу И |
# Косинцева Мария Александровна
Косинцева Мария Александровна (12 март 1926 йыл — 13 июнь 2005 йыл) — СССР Автомобиль сәнәғәте министрлығының Шадринск автоагрегат заводында слесарь-йыйыусылар бригадиры, Ҡурған өлкәһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
# Косинцева Мария Александровна
## Биографияһы
Мария Александровна Косинцева (ҡыҙ фамилияһы Теребенина) 1926 йылдың 12 мартында (икенсе мәғлүмәттәр буйынса, 30 мартта) РСФСР-ҙың Урал өлкәһе Шадринск округы Исәт районы Красномыльское ауыл Советы составындағы Красномыльское ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1926 йылдың 15 сентябрендә Исәт районы Шадринск районына үҙгәртелә, 1943 йылдың 6 февраленән Ҡурған өлкәһенә инә.
1940 йылда тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлай. 1942 йылдан Сталин исемендәге Шадринск автоагрегат заводында преслаусы, карбюраторҙар слесарь-йыйыусыһы булып эшләй башлай. Шадринск автомеханик техникумын тамамлай. Карбюраторҙар цехында слесарь-йыйыусылар бригадиры итеп тәғәйенләнә. 1958 йылда КПСС сафына инә.
Мария Косинцева бригадаһы йыл һайын производство планын 125—130 %-ҡа арттырып үтәй. 1959 йылда Коммунистик хеҙмәт коллективы исеме өсөн социалистик ярыш инициаторы була. 1960 йылда уның бригадаһы «Коммунистик хеҙмәт бригадаһы» исеменә лайыҡ була. 8-се биш йыллыҡ йылдарында (1966—1970) Косинцева Мария һигеҙ йыллыҡ норманы үтәй.
СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 5 апрелендәге Указы менән, биш йыллыҡ план заданиеһын үтәгәндә өлгәшкән ҙур ҡаҙаныштары, юғары техник-иҡтисади күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла
Күп тапҡыр халыҡ депутаттарының Ҡурған өлкә һәм Шадринск ҡала Советтары депутаты һәм профсоюздарҙың өлкә советы ағзаһы итеп һайлана.
# Косинцева Мария Александровна
## Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
* Социалистик Хеҙмәт Геройы — СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 5 апрелендәге указы
* «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы № 11860
* Ленин ордены № 399265
* Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966 йылдың 22 авгусы)
* «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн. Владимир Ильич Ленин тыуыуының 100 йыллығы айҡанлы» юбилей миҙалы
* «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
# Косинцева Мария Александровна
## Хәтер
2013 йылда Шадринск автоагрегат заводында карбюратор цехы слесарь-йыйыусылар бригадиры Мария Александровна Косинцева портреты менән иҫтәлекле таҡтаташ асыла. | 159060 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Косинцева_Мария_Александровна | Косинцева Мария Александровна |
# Ҡаҙағстан фәндәр тарихы музейы
«Ғылым Ордасы» Ҡаҙағстан фәндәр тарихы музейы — Ғылым ордасы (Ҡаҙағстан, Алма-Ата) комплексында урынлашҡан Ҡаҙағстан Милли фәндәр академияһының тарих музейы.
# Ҡаҙағстан фәндәр тарихы музейы
## Тарихы
Ҡаҙағстан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығы фәндәр буйынса комитетының 2010 йылдың 1 июнендәге 35-ПР һанлы бойороғона ярашлы, үткәреү «Гылым ордасы» үҙәге ҡарамағында музей һәм коллекцияларҙы һаҡлау, өйрәнеү һәм популярлаштырыу, фәнни, тарихи һәм мәҙәни мираҫты киң таратыу һәм ғилми-тикшеренеү һәм мәҙәни-ағартыу эштәре алып барыу маҡсатында Ҡаҙағстан фәндәре тарихы музейы ойошторола
Коллекция ике йыл дауамында булдырыла. Музей фондына 6 меңдән ашыу китап, фотодокументтар, ғалимдарҙың, мәғрифәтселәрҙең, геройҙарҙың шәхси әйберҙәре инә. Ул 2012 йылда Ҡаҙағстан фәндәр академияһы бинаһында үҙ ишектәрен аса.
Музей экспозицияһы структураһы түбәндәге тематик бүлектәрҙе: «Ҡаҙағстан фәненең боронғо сығанаҡтары. Ҡаҙағстан фәненең тыуыуы. XIX быуаттың мәғрифәтсе ғалимдары», «Совет осоронда ҡаҙағстан фәненең үҫеше һәм аяҡҡа баҫыуы» һәм «Бойондороҡһоҙ Ҡаҙағстан фәне»индерә.
# Ҡаҙағстан фәндәр тарихы музейы
## Экспозицияһы
Музей экспозицияһына Әбү Нәсер әл-Фараби, Хужа Әхмәт Яссауи, Мәхмүт Ҡашғари, Йософ Баласағуни, Ҡадырғәли Жалайри, Мөхәммәт Хәйҙәр Дулати кеүек урта быуат аҡыл эйәләренең хеҙмәттәре урынлаштырылған. Күргәҙмә шулай уҡ Ибрай Алтынсарин, Чокан Вәлиханов, Абай Ҡонанбаев кеүек XIX быуат Ҡаҙағстан мәғрифәтселәре тормошон һәм ижадын сағылдыра. Музей экспозицияһы ҡаҙаҡ халҡының ерҙәрен, ауылдарын, тарихын, көнкүрешен, традицияларын өйрәнгән билдәле шәрҡиәтселәр, Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһы тарихы һәм Рус география йәмғиәтенең етәкселәре һәм күренекле вәкилдәре тураһында һөйләй. | 148286 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡаҙағстан_фәндәр_тарихы_музейы | Ҡаҙағстан фәндәр тарихы музейы |
# Выборг ломбарды
Выборг ломбарды — коммерция тәғәйенләнешендәге бина, Выборгта 1931 йылда архитектор У. В. Ульберг проекты буйынса төҙөлгән. Ломбард бинаһы Выборг ҡалаһы үҙәгендәге Выборг урамының башында торған дүрт ҡатлы функционализм стилендәге йорт, ул архитектура һәйкәлдәре исемлегенә индерелгән.
# Выборг ломбарды
## Тарих
1930 йылдар башында архитектор У. Ульберг үҙ проекттарының стилистикаһын үҙгәртә. Әгәр ҙә ул башта күренекле милли романтизм вәкиле булып торһа, хәҙер инде 1920 йылдарҙа төньяҡ европа неоклассицизмы йүнәлешендә эшләй, уның һуңғы эштәренә бөтә Финляндияла киң таралған функционализм һыҙаттарҙы хас. Ошо осорҙа был яңы стилендә Боронғо ҡалала төҙөгән тәүге ҡоролмаларының береһе булып Выборг ломбард бинаһы тора.
1931 йылда төҙөлгән бик аҙ декорлы аҡ бинаның фасады үҙе янында торған бик бай биҙәлгән историзм (тарихилыҡ) осорона ҡараған күрше йорттарҙан ныҡ айырылып тора. Уны проектлаған саҡта У. Ульберг үҙ заманының заманса архитектураһын ҡуллана: тимер-бетон бағана-терәктәр һәм бинаның каркас конструкцияһы, йорттоң бөтә фасады буйынса быяла тәҙрәләр яңы төҙөлгән йортҡа заманса күренеш биреп тора. Беренсе ҡаты һәм цоколе гранит менән йөҙләнгән, унда симметриялы урынлашҡан айырым инеү һәм сығыу ишекле ҡабул итеү бүлмәһе һәм шулай уҡ административ бүлмәләр урынлашҡан. Өҫкө ҡаттарҙа һаҡланыуға тапшырылған әйберҙәрҙе һаҡлау өсөн келәт булған, уларға менеү өсөн ҙур йөк лифтлы баҫҡыс торған. Фасады, дөйөм алғанда, ҡыҫҡа, бер нисә ярым циркуляр ишек уйымдары менән йәнләндереп тамамланған, ул ишектәргә ҡыйыҡ аҫтында тиерлек үк торған ике түңәрәк тәҙрә тура килә.
Ҡала ломбарды Алвар Аалто китапханаһы, Выборг архивы, нәфис сәнғәт музейы, «Саво-Карел күмәртәләп сауҙа итеү» компанияһы бинаһы һәм «Карьяла» страховҡа компанияһы биналары менән бер рәттән «Аҡ Выборг» тип аталған Выборгтағы функционализмдың сағыу миҫалы булып тора.
Совет-фин һуғышы (1939—1944) барышында биналарҙың ломбардҡа терәлеп торғаны емерелә. Ә совет власы ваҡытында Оборона министрлығына ҡарамағына күскән элекке ломбард бинаһында хәрби келәт менән офицерҙар фатиры урынлашҡан. СССР тарҡалғас, бина оҙайлы осор буш торған, тик 2006 йылда йортҡа реконструкция тамамланғандан һуң ғына бинала хостел һәм магазин урынлаша.
# Выборг ломбарды
## Иҫкәрмә
* ↑ Приказ Комитета по культуре Ленинградской области № 01-03/15-63 от 01.12.2015
* ↑ Возвращенный Ульберг 2018 йыл 26 декабрь архивланған. | 167659 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Выборг_ломбарды | Выборг ломбарды |
# Алексеева Татьяна Ивановна (антрополог)
Алексеева Татьяна Ивановна (7 декабрь 1928 йыл, Ҡазан — 22 июнь 2007 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй антропологы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2000), тарих фәндәре докторы, профессор, Мәскәү дәүләт университетының атҡаҙанған ғилми хеҙмәткәре. Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының төп ғилми хеҙмәткәре, МДУ-ның Антропология музейында һәм Ғилми-тикшеренеү институтында физик антропология һәм кеше экологияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр етәксеһе, Европа антропологтарының Рәсәй бүлеге ассоциацияһы рәйесе. Кешенең Бөтә донъя биологтары ассоциацияһы ағзаһы.
# Алексеева Татьяна Ивановна (антрополог)
## Биографияһы
Татьяна Ивановна Алексеева 1928 йылдың 7 декабрендә Ҡазанда тыуа. 1951 йылда Мәскәү дәүләт университетының биология факультетында антропология кафедраһын тамамлай. Т.И. Алексееваның артабан ғалим кеүек үҫешенә совет антропологы В.В.Бунак менән берлектәге оҙайлы эше ҙур йоғонто яһай.
1969 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай (темаһы «Антропологический состав восточнославянских народов и проблемы их происхождения»). Оҙаҡ ваҡыт Мәскәү дәүләт университетының Д.Н.Анучин исемендәге Ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, ә һуңғы йылдарҙа был институттың һәм Мәскәү дәүләт университеты Антропология музейының директоры була.
1991 йылдың 7 декабрендә Т. И. Алексеева Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана , Йәмәғәт һәм гуманитар фәндәр секцияһы («Рәсәй тарихы» белгеслеге). 2000 йылдың 26 майында тарих-филология фәндәре бүлеге (тарих секцияһы) буйынса Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана.
Мәскәү дәүләт университеты биология факультетының антропология кафедраһында уҡыта. «Российская археология», «Вопросы антропологии», «Opus. Междисциплинарные исследования в археологии» журналдарының мөхәрририәт советы ағзаһы булып тора.
2007 йылдың 22 июнендә Мәскәүҙә вафат була.. Пятницкий зыяратында ире антрополог Валерий Павлович Алексеев менән йәнәш ерләнә.
# Алексеева Татьяна Ивановна (антрополог)
## Хәтер
* В. П. Алексеев һәм Т. И. Алексеева иҫтәлегенә «Алексеева уҡыуҙары» үтә.
* 2018 йылдың 5 декабрендә Ғилми-тикшеренеү институтында һәм Мәскәү дәүләт университетының Антропология музейында Рәсәй һәм Японияның фәнни «Физиологическая антропология и экология человека: аспекты изучения современного и древнего населения» симпозиумы эш башлай антропология музейы эш башлай (РФА академигы Т.И.Алексееваның 90-йәш тулыуына) .
# Алексеева Татьяна Ивановна (антрополог)
## Фәнни эшмәкәрлеге
Т. И. Алексееваның фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре этник антропология һәм кеше экология өлкәһенә ҡарай. Кеше расалары һәм популяциялары араһында антропологик айырмаларҙың килеп сығышын өйрәнгәндә, ул «адаптив типтағы» формалашыу гипотезаһын тирә-яҡ мөхит йоғонтоһона мираҫ итеп беркетелгән биологик реакция нормаһы булараҡ күрһәтә, ул кеше тарафыннан ойкумендар үҙләштереүҙең башланғыс стадияларында барлыҡҡа килгән һәм кешелек тарихының төрлө осорҙарында — хатта хәҙерге заманға тиклем күрһәтелә. СССР-ҙың һәм Монголияны үҙ эсенә алған бөтә территорияларҙа антропологик экспедицияларҙың ойоштороусыһы һәм етәксеһе була
Ҡыңғырау рәүешле кубоктар мәҙәниәте халҡының славян антропологик тибына тура килгәнлеген билдәләй
Хәҙерге Австрия, Швейцария, Төньяҡ Италия, Көньяҡ Германия, Венгрия һәм Балҡан ярымутрауының төньяҡ-көнбайыш территорияһын үҙ эсенә алған боронғо рус (һәм хатта хәҙерге заман Днепр буйы) халҡының һәм Альп алды зонаһы халыҡтарының антропологик яҡынлығын асыҡлай һәм нигеҙләй.
Антропология һәм этнография ҡаҙаныштарын популярлаштырыуҙа әүҙем шөғөлләнә.
# Алексеева Татьяна Ивановна (антрополог)
## Бүләктәре һәм премиялары
* Дуҫлыҡ ордены (1999) —Рәсәй Фәндәр академияһының 275 йыллығы айҡанлы ватан фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүе һәм квалификациялы кадрҙар әҙерләү өсөн
* «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
* Н Н.Миклухо-Маклай исемендәге премия лауреаты — «Homo Sungirensis. Верхнепалеолитический человек: экологические и эволюционные аспекты исследования» коллектв монография өсөн
# Алексеева Татьяна Ивановна (антрополог)
## Баҫмалары
Көнсығыш Европа халыҡтарының этник антропологияһы проблемалары, кешене Ерҙең төрлө экологик урындарына, тарихи антропоэкология проблемаларына яраҡлаштырыу буйынса 250-нән ашыу ашыу ғилми хеҙмәт һәм монография авторы һәм авторҙашы, шул иҫәптән:
* Происхождение и этническая история русского народа // Труды Ин-та этнографии АН СССР. М., 1965 (В соавторстве с Бунаком В. В.)
* Этногенез восточных славян по данным антропологии. М.: МГУ, 1973.
* Истоки антропологических особенностей славян // Антропология и геногеография. – М., 1974. – С. 44.
* Географическая среда и биология человека. М.: Мысль, 1977.
* Адаптивные процессы в популяциях человека. М.: МГУ, 1986.
* Неолит лесной полосы Восточной Европы (антропология Сахтышских стоянок). Ред. Т. И. Алексеева. М.: Научный Мир, 1997. 191 с. (Ответственный редактор и автор 4 разделов)
* Восточные славяне. Антропология и этническая история. Ред. Т. И. Алексеева. М.: Научный Мир, 1999. 336 с. (Ответственный редактор и автор 4 разделов)
* Адаптация человека в различных экологических нишах Земли (биологические аспекты). М.: МНЭПУ, 1998. 280 с.
* Homo sungirensis. Эволюционные и экологические аспекты исследования человека верхнего палеолита. Ред. Т. И. Алексеева и Н. О. Бадер. М: Научный мир. 2000. 468 с. (Ответственный редактор и автор 4 разделов)
* Антропология. Онлайн учебник.
* Алексеев, Валерий Павлович / Алексеева Т. И. // А — Анкетирование. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 459. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 1). — ISBN 5-85270-329-X. | 183325 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Алексеева_Татьяна_Ивановна_(антрополог) | Алексеева Татьяна Ивановна (антрополог) |
# Башҡорт-мишәр ғәскәре
Башҡорт-мишәр ғәскәре (рус. Башкиро-мещерякское войско , 1855 йылдан — Башҡорт ғәскәре; татар. Башкорт-мишәр гаскәре) — территорияһы Ырымбур губернаһында торған Башҡорт ғәскәре һәм Мишәр ғәскәрҙәренән төҙөлгән иррегуляр ғәскәр, шулай уҡ һуңғараҡ губернаның Типтәр полкы ла ҡушыла.
XIX быуат башында мишәрҙәр 5 кантондан (4702 йорт) − 1103, ә башҡорттар 11 кантондан (22,7 мең йорт) 6,5 мең атты бирә. 1812 йылда көнбайыш сиктә 1-се һәм 2-се башҡорт казактары полктары ҡушыла.
Әҙәбиәттә исеме — башҡорт ғәскәре һәм мишәр ғәскәре тип айырымланып та осрай..
# Башҡорт-мишәр ғәскәре
## Ғәскәр тарихы
Ғәскәр барлыҡҡа килеүе XV—XVI быуаттарҙа Мәскәү дәүләте ул ваҡыттағы Мещёраны шунда йәшәгән мишәрҙәр менән бергә ҡушылған саҡҡа ҡайтып ҡала. Мещёрала «татар» һәм «казак» төшөнсәһе йөрөй. Ябай татарҙарҙы урыҫтар «казак» тип йөрөткән. Был казактарҙың бер өлөшөн Иван IV Көнсығыш Украинаны һаҡлау өсөн Сураға күсерә, ҡалғандарын Дон буйына оҙата.
Ҡурмыш өйәҙе наместнигы яңы суҡындырылған татар (крәшен) Казаков булғаны билдәле — кенәз Шейсуповтарҙың ҡанбабаһы булған ул. Күп мишәрҙәр суҡындырыуҙан ҡасып көнсығышҡа китеп бөтә.
Һуңыраҡ, башҡорттар Рус дәүләте составына ингәс, улар үҙҙәренең ҡоралланған ғәскәрен тотоуға хоҡуғынын һаҡлап ҡала. Башҡорт атлы полктарының Ливония һуғышы осоронан Рәсәй яғында һуғыштарҙа ҡатнашыуы тураһында аныҡ мәғлүмәттәр бар.
1798 йылдың 10 (21) апрелендәге Указы нигеҙендә, крайҙың башҡорт һәм мишәр халҡы хәрби-хеҙмәт шарттарына күсерелә һәм Рәсәйҙең көнсығыш сиктәрендә сик буйы хеҙмәтен үтеү йөкмәтелә. Административ яҡтан кантондар булдырыла, шуның менән Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы индерелә. Урал аръяғы башҡорттары 2 (Екатеринбург һәм Шадрин өйәҙе), 3-сө (Троицк өйәҙе) һәм 4-се (Силәбе өйәҙе) кантондарына инә. 2-се кантонда — Пермь, 3 һәм 4 Ырымбур губернаһында төҙөлә.
1802—1803 йылдарҙа Шадрин өйәҙе башҡорттары 3-сө кантонға бүлеп бирелә. Шуға бәйле рәүештә кантондарҙың тәртип номерҙары ла үҙгәрә. Элекке 3-се кантон (Троицк өйәҙе) — 4-се, ә элекке 4-се (Силәбе өйәҙе) — 5-се. Кантондарҙың һаны һәм нумерацияһы бер нисә тапҡыр үҙгәргән (XIX быуаттың 50-се йылдарына 28 үк башҡорт кантоны булған). Хәрби хеҙмәткә 20-нән 50 йәшкә тиклем саҡырылғандар, 4-5 йорттан бер кеше сиратлап ебәрелгән.
Ғәскәр 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм 1813-1814 йылдарҙағы сит ил походтарында (28 башҡорт полкы), 1828—1829 йй.рус-төрөк һуғышында (2 полк), 1839-1840 йылдарҙағы Хиуа походында, 1852 һәм 1853 йылдарҙағы Коканд походтарында, 1853—1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышында (2 полк) ҡатнашҡан. Балтик ярын инглиз-француз десанттарынан ҡыйыулыҡ менән яҡлауҙары өсөн ғәскәрҙең 1-се һәм 3-сө башҡорт полктарының шәхси составына рәхмәт иғлан ителә, күп яугирҙарға «1853-1856 йылдарҙағы һуғыш иҫтәлеге» миҙалдары тапшырыла.
Кантон хакимлығы системаһының оло үҙгәрештәре XIX быуаттың 30-сы йылдарында ҡабул ителә. 1834 йылға тиклем ғәскәрҙең ғәскәри атаманы ла, айырым канцелярияһы ла булмай, ә кантон башлығы Ырымбур крайы генерал-губернаторына буйһона. 1834 йылдың авгусында Башҡорт-мишәр ғәскәрҙәренең беренсе командующийы — полковник полковник С. Т. Циолковский билдәләнә. Крайҙың башҡорт һәм мишәр халыҡтарынан 17 кантонын үҙ эсенә алған Башҡорт-мишәр ғәскәрҙәре төҙөлә. Һуңғылары попечителлектәргә берләштерелә. 2-се (Екатеринбург һәм Красноуфимск өйәҙҙәре) һәм 3-сө (Шадрин өйәҙе) кантондары беренсе попечителлектә, 4-се (Троицк өйәҙе) һәм 5-се (Силәбе өйәҙе) - икенсе Попечителлеккә инә.Үҙәктәре ярашлы рәүештә Красноуфимскиҙа һәм Силәбелә була.
1855 йылдың 22 февралендә ҡабул ителгән «Башҡорт-мишәр ғәскәрҙәренә типтәрҙәрҙе һәм бобылдарҙе ҡушыу тураһында»ғы закон нигеҙендә, типтәр һәм бобылдәрҙән торған полктар башҡорт-мишәр ғәскәрҙәренең Кантон системаһына индерелә. Һуңыраҡ 1855 йылдың 31 октябрендә «О именовании впредь Башкиро-мещерякскаго войска Башкирским войском. 31 октября 1855 года» законы менән элекке башҡорт-мишәр ғәскәрҙәре "башҡорт ғәскәре" тип үҙгәртелә. 1860 йылға ғәскәр торған төбәктәр:
Башкирское войско расположено во всех уездах Ырымбурской губернии в уездах: Красноуфимском, Екатеринбургском, Шадринском и Осинском Пермской губернии; Елабужском и Сарапульском Вятской губернии; Бугульминском, Бузулукском и Бугурусланском Самарской губернии.
Ғәскәр 1865 йылдың 2 июлендәге «башҡорттар менән идара итеүҙе хәрбиҙән алып граждандар ведомствоһына биреү тураһында»ғы Дәүләт Советының иң юғары раҫланған ҡарары буйынса бөтөрөлә. 1863 йылдың 14 майындағы «Башҡорттар тураһында положение» нигеҙендә башҡорттар, мишәрҙәр, типтәрҙәр һәм бобылдәр граждандар ведомствоһына күсерелә.
# Башҡорт-мишәр ғәскәре
## Ғәскәрҙәрҙе комплектлау
Башҡорт-мишәр ғәскәрҙәре идараһы армия штаб‑офицерҙарынан, Кантон (даими дислокация пункттарында) һәм поход (линия һәм экспедиция) етәкселәре — башҡорттарҙан, мишәрҙәрҙән һәм типтәрҙәрҙән туплана. Ә башҡорт ғәскәренең вазифалы заттары башҡорт һәм мишәр феодалдары вәкилдәренән ҡуйыла. Улар кантон башлыҡтары итеп билдәләнә һәм генерал-губернатор тарафынан раҫлана.
Ғәскәр чиндары действительный, класлы һәм зауряд-чиновниктарға бүленәләр. Армия (подпрапорщик, прапорщик, поручик, капитан, майор, подполковник, полковник, генерал-майор), казактар (урядник, хорунжий, сотник, есаул, ғәскәри старшина), тулы хоҡуҡлы һәм класлы чинға (12-гә тиклем 14 класс) хәрби һәм хәрби министр тарафынан хәрби һирәк осрай торған йәки ҡаҙаныштары өсөн бирелә. Зауряд-чиндарға : зауряд-хорунжий, зауряд-сотник, зауряд-есаул — уларға генерал-губернатор тарафынан бирелгән. Башҡорт-мишәр ғәскәрҙәре Ырымбур крайы генерал-губернаторына буйһона.
Ғәскәр башында командующий, ул 1850 йылдың 16 ноябрендәге һәм 1853 йылдың 2 авгусында дивизия башлығы хоҡуғына эйә була; штат буйынса уға Ырымбур казак ғәскәрҙәре штабы башлығы кеүек үк хоҡуҡтарға эйә ярҙамсы бирелә. Командующийға Башҡорт-мишәр ғәскәрҙәре командующийы канцелярияһы буйһона. 1840 йылда ҡаралмаған эштәр һаны артыу сәбәпле, канцелярия штаты арта. Канцелярия ғәскәр капитал иҫәбенә тотола.
Башҡорт ғәскәрҙәре Рәсәй армияһы походтарында ҡатнашҡан осраҡта ул биш йөҙлөк полктарҙы комплектлай, уларҙа штат расписаниеһы буйынса хәрби имам (полк муллаһы) ҡаралған. Башҡорт казак полкының команда составына 30 кеше инә: полк командиры, старшина, 5 есаул, 5 сотник, 5 хорунжий, , квартирмейстер, мулла, 1 — 2 писарь һәм 10 иллелек башлығы.
Белгестәр әҙерләү өсөн Ырымбур Неплюев кадет корпусында ғәскәр офицерҙарының балалары өсөн 30 урын ҡаралған булған.
# Башҡорт-мишәр ғәскәре
## Хеҙмәт
1812 йылғы Ватан һуғышы алдынан Ырымбур сик буйын нығытыу линияһы Тубыл йылғаһынан Каспий диңгеҙенә тиклем уҙа һәм 5 дистанцияға бүленә: Звериноголовск нығытмаһынан Үрге Уральскиға тиклем, Үрге Уральскиҙан Орск крепосына тиклем, Орск крепосынан Ырымбура тиклем, Ырымбуртан алып Уральскиғаа тиклем, Уральскиҙан алып Гурьевка тиклем. Башҡорттарҙың бындай сик буйы хеҙмәте өс йөҙ йылға яҡын, 1840-1850- се йылдарға тиклем дауам итә, ул саҡта Ҡаҙағстандың Рәсәйгә ҡушылыуы империя биләмәләрен Башҡортстандан көньяҡ-көнсығышҡа табан күсә. 1798—1849 йылдарҙа башҡорттар йыл һайын Ырымбур сик буйы линияһын 5,5 мең кешене сығарғандар..
Башҡорт ғәскәре үҙ иҫәбенә Ырымбур линияһын һаҡлау өсөн яуаплы. Тәьмин итеү ҡорал, кейем, ат һәм аҙыҡ припасы булдырыуҙан тора, улар бөтәһе лә башҡорттар өҫтөндә булып сыға. Шулай уҡ командировка ебәрелгәндәрҙең хужалығына йәмәғәт ярҙам күрһәтеү хеҙмәттәре булған.
# Башҡорт-мишәр ғәскәре
## Хәрби форма
Башҡорт полктарында 1829 йылға тиклем ниндәй ҙә булһа устав кейем формаһы булмаған. Һуғышсылар милли хәрби кейем кейгән, ҡайһы бер һыбайлыларҙа һайман (тимер күлдәк) булған. Азия тибындағы һөңгөләр, ҡылыстар менән милтәле мылтыҡтар ҡорал булып хеҙмәт иткән. Билбауында һуғышсылар уҡ-һаҙаҡ йөрөткән. Ғәскәрҙә пистолеттар, ҡылыс, йәйә, уҡтар һәм 2 метрлы һөңгөләр була.
Башҡорт ғәскәрҙәре хеҙмәткәрҙәре кейеменә бүректәр, күк буҫтау мундирҙар йәки курткалар, аҡһыл-күк билбауҙар, ал лампаслы күк салбарҙар һәм ҡара итектәр, ә 1844 йылдан кокардалы, күк түбәле ҡыҙыл тирәсле фуражкалар, сәкмән, ҡайыштар, ҡара итек ингән.
1846 йылдан башлап хеҙмәткәрҙәрҙе империяның көнбайыш һәм Көньяҡ сиктәренә командировкаға ебәргәндә генә форма кейеү мотлаҡ була.
1855 йылғы реформалар арҡаһында казак генералдары, штаб- һәм обер-офицерҙары түбәндәге кейем-һалым формаһын кейеп йөрөгән: аҡ ярымкафтан һәм күк бишмәт ҡала, тик бишмәт яғаһында һәм ярымкафтан еңдәре осонда, түрәләрҙе билдәләү өсөн, көмөш уҡа тегелә: генералдарҙыҡы киң, офицерҙарҙың — тар. Эполет урынына ҡыҙыл буҫтау менән уҡалы погон — чинына ҡарап. Эполеттар һәм сәкмән ғәмәлдән сығарылған.
# Башҡорт-мишәр ғәскәре
## Кантондар һәм ғәскәр һаны
1798—1803 йылдарҙа 11 башҡорт кантоны һәм 5 мишәр кантоны була. Башҡорт кантондары түбәндәге райондарҙа урынлашҡан: 1-се — Пермь һәм Уҫы өйәҙҙәрендә; 2-се — Пермь губернаһының Екатеринбург һәм Шадрин өйәҙҙәрендә; 3-сө — Троицк өйәҙендә, 4-се — Силәбелә, 5-се — Бөрөлә, 6-сы — Үрге Урал, 7-се — Өфө, 8-се — Стәрлетамаҡ, 9-сы — Ырымбур, 10-сы — Бөгөлмә һәм 11-се — Ырымбур губернаһының Минзәлә өйәҙендә.
1803 йылда Шадрин өйәҙе башҡорттарын үҙаллы административ берәмеккә бүлеп биреү юлы менән тағы бер башҡорт кантоны ойошторола һәм улар 12 булып китә.
1855 −1863 йылдарҙа Башҡорт ғәскәренә типтәрҙәрҙе һәм бобылдәрҙе ҡушып, кантондар һаны 28-гә етә.
1863—1865 йылдарҙа 28 кантон өйәҙ принцибы менән системалаштырып 11 кантонға ҡала
1850 йылда Башҡорт-мишәр ғәскәрендә 546 мең башҡорт һәм мишәр булған, шул уҡ ваҡытта башҡорттарҙың дөйөм һаны 83 процентын тәшкил иткән.
1855 йылда Башҡорт-мишәр ғәскәрҙәре составына 266 мең типтәр һәм бобыль индерелә. 1858 йылда ғәскәрҙең халыҡ һаны 834 мең кеше тәшкил итә.
# Башҡорт-мишәр ғәскәре
## Ғәскәр командующийы
* полковник, 1838 йылдан генерал-майор С. Т. Циолковский (4.12.1834—28.11.1840);
* подполковник, 1843 йылдан полковник Н. В. Балкашин (28.11.1840—2.4.1845);
* полковник, 1846 йылдан генерал-майор Г. В. Жуковский (1846—1848);
* полковник Н. П. Беклемишев (04.1849—20.12.1850);
* генерал-майор А. И. Середа (04.1851—30.10.1851);
* (ваҡытлы башҡарыусы) полковник граф И. А. Толстой (30.10.1851—04.1852);
* генерал-майор Н. В. Балкашин (25.12.1851—05.1853)
* (ваҡытлы башҡарыусы) подполковник А. А. Толмачев (05.1853—02.1854);
* генерал-майор, 1856 йылдың майынан генерал-лейтенант Н. В. Балкашин (02.1854—05.1858)
* (ваҡытлы башҡарыусы) полковник Х. Х. Рейтерн (05.1858—08.1859);
* (ваҡытлы башҡарыусы) полковник А. М. Синбирина (12.08.1859—01.02.1860);
* генерал-майор Н. К. Тетеревник (01.02.1860—04.1862);
* (ваҡытлы башҡарыусы) полковник А. П. Богуславский (05.1862—1864). | 67094 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Башҡорт-мишәр_ғәскәре | Башҡорт-мишәр ғәскәре |
# Кеҫә телефоны
Кеҫә телефоны — мобиль телефон, GSM – форматы элемтә селтәрендә ҡулланылған телефон; GSM селтәре ҡаплаған зона территорияһында телефон элемтәһе өсөн ябай радио тулҡындарын һәм традицион телефон коммутацияһын ҡуллана.
Әлеге ваҡытта GSM-элемтәһе — бөтә мобиль элемтә төрҙәренән иң таралғаны, шунлыҡтан, спутник телефоны, радиотелефон һәм магистраль элемтә аппараты мобиль телефондарҙан һаналһа ла, кеҫә телефонын ғына мобиль телефон тип һанайҙар.
Кеҫә телефоны — ҡатмарлы юғары технологик электрон ҡоролма. Уға: 2—4 СВЧ-диапазонындағы ҡабул итеү ҡоролмаһы, махсуслаштырылған идара итеү контроллёры, төҫлө/монохром дисплейы, интерфейс ҡоролмаһы, аккумулятор инә. Күп телефондар уникаль номерҙан тора (атам. IMEI — мобиль ҡоролманың халыҡ-ара идентификаторы). IMEI кеҫә телефоны эшләнелгән мәлдә бирелә һәм 15 һандан тора, телефондың модификацияланмаған өлөшөнә яҙыла. Был номер телефондың аккмуляторы аҫтында, этикеткаһында, баҫтырылған, шулай уҡ телефон ҡумтаһында (төргәгендә) ҡуйылған (штрих-код аҫтында). Күп кенә телефондарҙа клавиатураһында *#06# кодын йыйып белергә мөмкин.
Күп кенә мобиль элемтә стандарттары абоненттарҙы идентификациялау өсөн SIM-карта ҡуллана. SIM-карта үҙенсә пластик карта формаһында, микросхемаһы һәм уникаль идентификацион номеры бар. SIM-картаның электр ҡулланыу көсө 3,3 Вольт.
Ябай халыҡ телендә телефондың төрлө атамаһы бар, мәҫәлән, урыҫ теленән «сотовый телефон», «мобильник», «трубка», шулай уҡ «сотовый», «кәрәҙле телефон».
# Кеҫә телефоны
## Тарихы
* 1946 йыл — АҠШ-та, Сент-Луис ҡалаһында AT&T Bell Laboratories компанияһы үҙенең автомобилендә телефон элемтәһе ҡуйыу буйынса эксперимент башлай.
* 1947 йыл — Bell компанияһында эшләүсе Дуглас Ринг һәм Рей Янг мобиль элемтә өсөн алты яҡлы күҙәнәк принцибын тәҡдим итәләр.
* 6 март, 1983 йыл — Motorola компанияһы беренсе булып һатыуға кеҫә телефонын сығара. DynaTAC 8000X аппаратын уйлап сығарыр өсөн $100 млн һәм 15 йыл ваҡыт кәрәк була. Телефондың ауырлығы 794 грамм, ҙурлығы 33x4,4x8,9 см тәшкил итә. Телефон $3995 тора.
* 1984 йылда мобил элемтәне ҡулланыусылар һаны 300 000 кешегә етә.
* 2003 йылда мобил элемтәне ҡулланыусылар һаны 1 200 000 000 кешегә етә. | 26234 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Кеҫә_телефоны | Кеҫә телефоны |
# Лакер-Яга (Талота-Яга ҡушылдығы)
Лакер-Яга — Рәсәй йылғаһы. Ямал-Ненец АО, Ненец АО, Коми Республикаһы биләмәләрендә аға. Йылға Талота-Яга йылғаһының һул ярына тамағынан 40 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 21 км.
# Лакер-Яга (Талота-Яга ҡушылдығы)
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Түбәнге Обь һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Кара диңгеҙе йылғалары бассейны Бол. Ою йылғаһының көнбайыш сигенән Скуратов моронона тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Печора һәм Обь йылғалары араһындағы, Кара диңгеҙенә ҡойоусы, йылғалар бассейны.
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса:
* Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 15010000112103000089534
* Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 103008953
* Бассейн коды — 15.01.00.001
* ГӨ буйынса һаны (номеры) — 03
* ГӨ буйынса сығарылыш — 0 | 23708 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Лакер-Яга_(Талота-Яга_ҡушылдығы) | Лакер-Яга (Талота-Яга ҡушылдығы) |
# Шерстяная
Шерстяная — Рәсәй йылғаһы. Ненец АО биләмәләрендә аға. Йылға Крынка йылғаһының уң ярына тамағынан 36 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 10 км.
# Шерстяная
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Двина-Печора һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Баренц диңгеҙе бассейны йылғалары Канин моронынан Печора йылғаһы бассейнына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Печора һәм Мезень йылғалары араһындағы, Баренц диңгеҙенә ҡойоусы, йылғалар бассейны.
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса:
* Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 03040000112103000051782
* Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 103005178
* Бассейн коды — 03.04.00.001
* ГӨ буйынса һаны (номеры) — 03
* ГӨ буйынса сығарылыш — 0 | 23218 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Шерстяная | Шерстяная |
# Иңкештәр
Иңкештәр (рус. Шмели, лат. Bombus) — ысын бал ҡорттары ғаиләһенә ҡараған яры ҡанатлылар заты.
Яҡынса 300 төрө билдәле; улар Төньяҡ Евразияла, Төньяҡ Америкала, Көньяҡ Америкала, Төньяҡ Африкала, шулай уҡ ҡайһы бер төбәктәрҙә йәшәй. Башҡортостанда 30‑ҙан ашыу төрө бар: баҡса иңкеше, баҫыу иңкеше, ер иңкеше, ҡала иңкеше, өң иңкеше һ.б.
# Иңкештәр
## Ҡыҫҡаса биологик мәғлүмәт
Тәне 3,5 см тиклем оҙонлоҡта, ҡуйы төклө, ҡара, аҡ, сағыу ерән һәм һары һыҙатлы. Инә һәм эшсе заттарҙың (үҫешеп етмәгән инә бөжәктәр) ҡаяуы бар; артҡы сирағы һеркә ташыуға яраҡлашҡан: оҙон ныҡлы төк менән уратылған уйымы бар. Ата заттар (әре ҡорттар) оҙон мыйыҡлы, ҡушылыу ҡыҫҡыстары бар, инә бөжәктәрҙән вағыраҡ, эшсе заттарҙан ҙурыраҡ. Ояны (йомро, төҙөк булмаған овал күҙәнәкле, ҡоро үлән ҡатыш балауыҙҙан эшләнгән) аталанған ҡышлап сыҡҡан инә зат яҙын кимереүселәрҙең буш өңөндә, таш араһында, мүк аҫтында төҙөй. Кәрәҙ күҙәнәгенә 8—16 (оҙонлоғо 2—4, диам. 0,5—1,0 мм) йомортҡа һала. 5—6‑сы көнгә йомортҡаларҙан балағорттар сыға, улар 10—12, ҡурсаҡтар 2 аҙна үҫә. Эшсе заттар май аҙағында—июндә сыға, ата һәм инә заттар — августа. Башҡортостан Республикаһы шарттарында миҙгеленә бер нисә быуын үҫә. Аталанған йәш инә заттар ҡышлай.
# Иңкештәр
## Йәшәйеше
Иңкеш көндөҙ әүҙем. Сәскәле үҫемлектәр нектары һәм һеркәһе менән туҡлана. Бөтә ерҙә лә осрай. Иңкеш үҫемлектәрҙе, бигерәк тә клеверҙарҙы һеркәләндерә. Әрмән иңкеше, үҙгәреүсән иңкеш, таңҡа иңкеше Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
# Иңкештәр
## Систематика
### Төркөмләү
Донъяла яҡынса 50 ярым төрҙән 300-гә яҡын төрө билдәле. Иңкеш-кәкүктәр (Psithyrusр) элек ҡайһы берҙә айырым ырыу кеүек ҡаралған, ләкин һуңғы ваҡытта уларҙы иңкештәр (Bombus) составына индерәләр. Ярым төрҙәрҙең дөйөм һаны 15-кә тиклем кәмей, улар морфологияһы, тәртибе һәм экологияһы буйынса монофилетик тип һанала.
| Bombus | Mendacibombus, 12 төр Bombias, 3 төр Kallobombus, 1 төр Orientalibombus, 3 төр Subterraneobombus, 10 төр Megabombus, 22 төр Thoracobombus, 50 төр Psithyrus, 30 төр Pyrobombus, 50 төр Alpinobombus, 5 төр Bombus (ярым төр), 5 төр Alpigenobombus, 7 төр Melanobombus, 17 төр Sibirocobombus, 7 төр Cullumanobombus, 23 төр |
# Иңкештәр
## Иңкештәр геральдикала
* ФРГ-ның Бавариялағы Хуммельталь коммунаһы гербындағы иңкеш һүрәте
* Эстонияның Хуммули волосы гербындағы иңкеш һүрәте | 69271 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Иңкештәр | Иңкештәр |
# Эҙмә-эҙлелек
Математикала эҙмә-эҙлелек — теләһә ниндәй объекттарҙың номерланған йыйылмаһынан ғибәрәт, улар араһында ҡабатланыу рөхсәт ителә, шуның менән бергә объекттарҙың тәртибе мөһим. Нумерлау йышыраҡ натураль һандар менән башҡарыла. Дөйөм осраҡтар өсөн Вариациялар һәм дөйөмләштереүҙәр бүлеген ҡарағыҙ.
Был мәҡәләлә эҙмә-эҙлелек сикһеҙ тип фараз ителә; сикле эҙмә-эҙлелек осраҡтары айырым күрһәтелә.
# Эҙмә-эҙлелек
## Миҫалдар
Һанлы эҙмә-эҙлелек миҫалдары:
* Урамдағы йорттар эҙмә-эҙлелеге сикле эҙмә-эҙлелек миҫалы булып тора.
* $a_{0}+a_{1}x+\dots +a_{n}x^{n}$ бер үҙгәреүсәнле күпбыуынын уның коэффициенттарының сикле, йәки $a_{i}=0$ $i>n$ тип фаразлағанда сикһеҙ эҙмә-эҙлелек итеп ҡарарға була.
* Ябай һандарҙың эҙмә-эҙлелеге — иң билдәле тривиаль булмаған сикһеҙ һанлы эҙмә-эҙлелектәрҙең береһе булып тора.
* Һәр ысын һанға сылбырлы кәсер тип аталған үҙ эҙмә-эҙлелеген ярашлы ҡуйырға мөмкин, ә рациональ һандар өсөн ул һәр ваҡыт сикле, алгебраик иррациональ һандар өсөн ул сикһеҙ (квадратик иррационаллек өсөн — периодлы), ә трансцендент һандар өсөн сикһеҙ һәм периодлы түгел, әммә унда айырым һандар сикһеҙ һан тапҡыр була ала. Мәҫәлән, ${\frac {13}{9}}$ һаны өсөн сылбырлы кәсер сикле һәм $[1;2,4]$ тигеҙ, ә $\pi$ һанының сылбырлы кәсере сикһеҙ, периодлы түгел һәм ошондай күренештә: $[3;7,15,1,292,1,1,1,2,1,3,1,14,2,1,1,2,2,2,2,1,84,2,1,1,15,\dots ]$.
* геометрияла йыш ҡына формалары түбәләре һанына ғына бәйле төҙөк күпмөйөштәр эҙмә-эҙлелеге ҡарала,.
* Эҙмә-эҙлелек хатта күмәклектәрҙән дә торорға мөмкин, мәҫәлән, $n$-сы позицияла бер үҙгәреүсәнле бөтөн коэффициентлы $n$-сы дәрәжәләге бөтә күпбыуындар күмәклеге булған эҙмә-эҙлелекте төҙөргә мөмкин.
# Эҙмә-эҙлелек
## Һанлы эҙмә-эҙлелек
### Ҡәтғи билдәләмә
Ирекле тәбиғәтле ниндәйҙер элементтар күмәклеге $X$ бирелһен, ти. $\mathbb {N}$ натураль һандар күмәклегенең бирелгән $X$ күмәклегенә ($X$ күмәклеге элементтарына) һәр $f\colon \mathbb {N} \to X$ сағылышы эҙмә-эҙлелек тип атала.
# Эҙмә-эҙлелек
## Һанлы эҙмә-эҙлелек
### Ҡәтғи билдәләмә
#### Тамғалауҙар
$x_{1},x_{2},x_{3},\dots$ күренешендәге эҙмә-эҙлелектәрҙе түңәрәк йәйәләр ярҙамында компактлы яҙыу ҡабул ителгән:
$(x_{n})$ йәки $(x_{n})_{n=1}^{\infty }$.
Ҡайһы берҙә фигуралы йәйәләр ҡулланыла:
$\{x_{n}\}_{n=1}^{\infty }$.
Сикле эҙмә-эҙлелектәр түбәндәге күренештә яҙылырға мөмкиндәр:
$(x_{n})_{n=1}^{N}$.
Шулай уҡ эҙмә-эҙлелек, әгәр $f$ функцияһы алдан билдәләнгән булһа, йәки уның тамғаланышы функцияның үҙе менән алмаштырыла алһа,
$(f(n))$ тип яҙылырға мөмкин,
Мәҫәлән, $f(n)=n^{3}$ булғанда эҙмә-эҙлелек $(n^{3})$ күренешендә яҙыла ала.
# Эҙмә-эҙлелек
## Һанлы эҙмә-эҙлелек
### Ҡәтғи билдәләмә
#### Бәйле билдәләмәләр
* $n$ натураль һанының образы, атап әйткәндә $x_{n}=f(n)$ элементы, эҙмә-эҙлелектең $n$-сы быуыны тип атала, ә эҙмә-эҙлелектең $x_{n}$ быуынының рәт номеры $n$ — уның индексы тип атала.
* Эҙмә-эҙлелектең элементтарынан төҙөлгән $X$ күмәклегенең $f\left[\mathbb {N} \right]$ аҫкүмәклеге эҙмә-эҙлелектең ташыусыһы тип атала: индекс натураль һандар күмәклеге аша үткәндә, эҙмә-эҙлелек быуындарын һүрәтләүсе нөктә ташыусы буйлап «хәрәкәт итә».
* $(x_{n})$ эҙмә-эҙлелегенең аҫ эҙмә-эҙлелеге тип $k$-ға бәйле $(x_{n_{k}})$ эҙмә-эҙлелеге атала, бында $(n_{k})$ — натураль һандарҙың үҫә барыусы эҙмә-эҙлелеге. Аҫ эҙмә-эҙлелекте төп нөсхә эҙмә-эҙлелектән уның ҡайһы бер быуындарын алып ташлап алырға мөмкин.
# Эҙмә-эҙлелек
## Һанлы эҙмә-эҙлелек
### Ҡәтғи билдәләмә
#### Иҫкәрмәләр
* $\mathbb {N}$ күмәклегенең теләһә ниндәй үҙ-үҙенә сағылышы шулай уҡ эҙмә-эҙлелек була.
* $X$ күмәклегенең элементтары эҙмә-эҙлелеген $X$-тың натураль һандар күмәклегенә изоморфлы ярайһы уҡ тәртипкә килтерелгән аҫкүмәклеге тип ҡарарға мөмкин.
# Эҙмә-эҙлелек
## Һанлы эҙмә-эҙлелек
### Һандар эҙмә-эҙлелеген биреү ысулдары
* Аналитик, бында эҙмә-эҙлелек n-сы быуыны формулаһы менән бирелә, мәҫәлән: $a_{n}={\frac {n}{n+1}}$
* Рекуррент, Мәҫәлән, Фибоначчи һандары, бында эҙмә-эҙлелектең теләһә ниндәй быуыны алдағы быуындар аша күрһәтелә: $a_{1}=0,a_{2}=1,a_{n+2}=a_{n}+a_{n+1}$
* Һүҙ менән; Мәҫәлән, теләһә ниндәй сикһеҙ унарлы кәсер өсөн, һәр итерацияла кәсерҙе бәләкәйерәк йәки ҙурыраҡ яғына түңәрәкләп, уның кәме менән алынған һәм артығы менән алынған унарлы яҡынлашыуҙары эҙмә-эҙлелеген төҙөргә мөмкин.
# Эҙмә-эҙлелек
## Ғәмәлдәр эҙмә-эҙлелеге
«Алгоритм — ул ниндәй ҙә булһа мәсьәләне хәл итеү өсөн ғәмәлдәрҙең ҡәтғи һәм логик эҙмә-эҙлелеге булып тора (математик, мәғлүмәти һ. б.)»
# Эҙмә-эҙлелек
## Математикала эҙмә-эҙлелектәр
Математикала эҙмә-эҙлелектәрҙең төрлө типтарын ҡарайҙар:
* Һанлы Һанлы эҙмә-эҙлелектәр;
* Метрик арауыҡ элементтары эҙмә-эҙлелектәре;
* һанлы, шулай уҡ һан булмаған тәбиғәтле ваҡытлы рәттәр;
* Функциональ арауыҡтың элементтары эҙмә-эҙлелектәре;
* Идара итеү системаһының һәм автоматтарҙың тороштары эҙмә-эҙлелектәре.
Эҙмә-эҙлелектәрҙе өйрәнгәндә килеп тыуған практик мөһим мәсьәләләр:
* Был эҙмә-эҙлелек сиклеме, әллә сикһеҙме, тигән һорауҙы асыҡлау. Мәҫәлән, 2020 йылға 51 ябай Мерсенн һаны билдәле, әммә ундай һандарҙың тағы ла булмауы иҫбатланмаған.
* Эҙмә-эҙлек быуындары араһында законлыҡтар эҙләү.
* Эҙмә-эҙлелектең $n$-сы быуыны өсөн яҡшы яҡынлашыу булып хеҙмәт итә алған аналитик формула табыу. Мәҫәлән, $n$-сы ябай һан өсөн $n\ln(n)$ формулаһы буйынса яҡшы яҡынлашыу бирелә (теүәлерәктәре лә бар).
* Буласаҡ тороштарҙы күҙаллау, беренсе сиратта, бирелгән эҙмә-эҙлелек сикле йәки сикһеҙ ($X).$ күмәклегенең төрөнә ҡарап,һанлы йәки һан булмаған) сикләнмәгә йыйылыусан эҙмә-эҙлелекме тигән һорауҙы асыҡлау.
# Эҙмә-эҙлелек
## Математикала эҙмә-эҙлелектәр
### Вариациялар һәм дөйөмләштереүҙәр
* Эҙмә-эҙлелектең быуындарын мотлаҡ натураль һандар менән нумерацияларға кәрәкмәй — мәҫәлән,Фибоначчи эҙмә-эҙлелеге тиҫкәре бөтөн һандарға дауам ителергә мөмкин.
* Шулай уҡ $\mathbb {N} \times \mathbb {N} \times \dots \times \mathbb {N}$ Декарт ҡабатландығы элементтары менән нумерланған «күп үлсәмле эҙмә-эҙлелектәр» бар. Мәҫәлән Туэ-Морс эҙмә-эҙлелегенең күп үлсәмле киңәйтеүе шундайҙарға.ҡарай. Шулай уҡ $x_{1},x_{2},\dots x_{n-1},x_{n}$ күп үҙгәреүсәнле күпбыуынын сикле $n$-үлсәмле эҙмә-эҙлелек итеп ҡарарға мөмкин, бында $i_{1},i_{2},\dots i_{n-1},i_{n}$ позициияһында $x_{1}^{i_{1}}x_{2}^{i_{2}}\dots x_{n-1}^{i_{n-1}}x_{n}^{i_{n}}$ ҡабатландығының коэффициенты урынлашҡан. | 185332 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Эҙмә-эҙлелек | Эҙмә-эҙлелек |
# Розанова Лариса Николаевна
Розанова Лариса Николаевна (6 декабрь 1918 йыл — 5 октябрь 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, лётчик-штурман. Гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы.
# Розанова Лариса Николаевна
## Йәшлек йылдары
Лариса Николаевна Розанова (Литвинова) 1918 йылдың 6 декабрендә Киев ҡалаһында Николай һәм Мария Розановтар ғаиләһендә тыуған. Украин ҡыҙы. Уның атаһы авиация оҫтаханаһында слесарь булып эшләй. Бәләкәй Лариса уның эш урыныда йыш була.
Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, аяҡ кейемдәре фабрикаһына эшкә килә һәм киев аэроклубына пилоттар курсына уҡырға инә. 1940 йылда Херсон лётчик-инструкторҙар әҙерләүсе осоусылар авиация мәктәбен тамамлай. Феодосия инструкторы, ә һуңынан Мәскәүҙә Киров аэроклубында лётчик-инструктор булып эшләй. Осоусылар әҙерләү мәктәбенә уҡырға инерлек өс төркөм курсант әҙерләйҙәр. Һәм һуғыш башлана.
# Розанова Лариса Николаевна
## Бөйөк Ватан һуғышы
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Лариса Розанова фронтҡа ебәреү үтенесе менән хәрби комиссариатҡа юллана, әммә кире яуап ала. 1941 йылдың 1 авгусында Мәскәү аэроклубы Рязань өлкәһенә эвакуациялана. Лариса бында ла фронтҡа тәғәйенләнеү алырға тырыша. Әммә үтенесе кире ҡағыла. Октябрь башында ғына Розанова һәм уның менән бергә ғариза биргән дуҫ ҡыҙҙарын Осоавиахимдың Мәскәү советына саҡырлар. Мәскәүҙә уларға билдәле лётчик, Советтар Союзы Геройы Марина Раскова ҡатын-ҡыҙҙар авиация полкы формалаштырыуы тураһында мәғлүм була. 1941 йылдың 15 октябрендә Раскова ҡыҙҙар төркөмө менән ҡатын-ҡыҙҙар авиация полкы формалашҡан Энгельс ҡалаһына ашығыс эвакуацияланыу тураһында бойороҡ ала.
1941 йылдың 26 октябрь иртәһендә буласаҡ лётчицалар эшелоны тәғәйенләнгән урынға килгән. Личный состав хәрби уҡыуҙар өсөн төркөмдәргә бүленә. Дүрт төркөм: осоусылар, штурмандар, механиктар һәм ҡоралландырыусылар була. Лариса Розанова штурмандар төркөмөнә эләгә. Унда тамамланған урта һәм тамамланмаған юғары белемле ҡыҙҙарҙы алалар. Ларисаның тағы ла штурман булырлыҡ осоу мәктәбен тамамлауы үҙе бер өҫтөнлөк биргән. Ул саҡта был һирәк күренеш була — әҙерлекле штурман -ҡатын-ҡыҙҙар илдә юҡ тиерлек. Әммә Розанова осоусы булырға теләй, һәм икенсе төркөмгә күсереүҙәрен үтенеп өс тапҡыр рапорт бирә. Өсөнсө мөрәжәғәтенән һуң Марина Раскова уны әңгәмәгә саҡыра, һәм был һөйләшеүҙән һуң Лариса үҙ фекерен үҙгәртә һәм штурманға уҡыуын дауам итә. Хәрби авиация училищеларында теоретик курс, ғәҙәттә, өс йыл өйрәнелгән, хәҙер ҡыҙҙарға программа өйрәнергә өс ай ваҡыт бирелгән. Мәктәп янында курстар тамамлағандан һуң, Лариса эскадрилья штурманы итеп тәғәйенләнә.
1942 йылдың 27 майында Розанова Лариса полк составында фронтҡа килә. Тәүге хәрби осошта ике экипаж ҡатнаша: полк командиры Бершанская менән штурман Бурзаева беренсе оса. Уның артынан — штурман Розанова менән эскадрилья командиры Серафима Амосова.
Полет Амосовой и Розановой проходил сложнее. Они точно рассчитали, когда должны быть над целью. Представляли себе, что тут обязательно раздастся грохот орудий, что их самолёт встретят огнём. Но странно… По расчёту времени самолёт должен быть над целью, а все спокойно.
— Давай вернемся на контрольный пункт, — предложила Розанова. — Сделаем ещё один заход! Времени до рассвета много.
— Магид А. С. Гвардия Тамань авиация полкы.
Шулай беренсе эскадрильяның хәрби иҫәбе асыла. Розанова Төньяҡ Кавказда, Ставропольщинала, Кубань, Новороссийск өҫтөнән оса. 1942 йылдың июленән лётчик ВКП(б) ағзаһы. Партия билетын ҡыҙға һуғышҡа тиклем әсәһе йәшәгән Дондағы Ростов ҡалаһына яҡын урынлашҡан Ольгинская станицаһында тапшыралар.
1942 йылдың декабрендә Розанова звено командиры итеп тәғәйенләнә.
1943 йылдың апрелендә Лариса Розанова фронт һыҙығына яҡын урынлашҡан тылдағы Армавирға килә. Самолётты ашығыс рәүештә ялан авиаремонт оҫтаханаһына илтергә кәрәк була: машина ныҡ туҙған була. Бында Лариса үҙенең буласаҡ ирен — капитан Илья Литвиновты осрата.
Марттан сентябргә тиклем полк дошмандың Тамань ярымутрауындағы «Зәңгәр һыҙат» оборона линияһын өҙөү һөжүм операцияһында һәм Новороссийскиҙы азат итеүҙә ҡатнаша. Иң ауыр алыш 1943 йылдың 1 авгусында була. Шул саҡта бер юлы дүрт экипаж базаға әйләнеп ҡайтмай. Лариса Розанова үҙенең штурманы Надя Студилина менән ҡайта. Ә һуңыраҡ фәҡәт уларҙың экипажы ғына маҡсатына ирешеүе һәм дошманды бомбаға тотоуы билдәле була.
1943 йылдың ноябрендә Керчь ярымутрауы өсөн һуғыштар башлана. Эльтиген ҡасабаһына төшкәндә, диңгеҙ десантына ярҙам күрһәтеү буйынса махсус задание бирелә. Полк Ҡырым һәм Севастополде азат итеү буйынса заданиены үтәй.
1943 йылдың 24 декабре төнөндә Розанова — Мария Ольховская самолёты экипажына снаряд ярсығы эләгә. Машина бейеклеген юғалта башлай. Әммә ҡыҙҙар имгәнгән самолётты совет инженер-төҙөлөш батальоны урынлашҡан районда ултырта ала.
Евгения Руднева 1944 йылдың апрелендә һәләк булғандан һуң Розанова полк штурманы итеп тәғәйенләнә.
Белоруссия, Польша, Германияны азат итеү операцияларында ҡатнаша. Һуғыш йылдары осоронда Лариса Розанова 816 хәрби осош яһай.
1945 йылдың апреленән Лариса Николаевна — запаста.
# Розанова Лариса Николаевна
## Һуғыштан һуң тормошо
Һуғыш тамамланғандан һуң Лариса Розанова фронтта танышҡан капитан Илья Литвиновҡа кейәүгә сыға,
Уның фамилияһын ала. Улар Мәскәүҙә йәшәй. 1979 йылға тиклем Лариса Литвинова ВНИИ-ның ток сығанаҡтары буйынса өлкән инженер булып эшләй.
1997 йылдың 5 октябрендә етмеш туғыҙынсы йәшендә вафат була. Николо-Архангельск зыяратында ерләнә.
# Розанова Лариса Николаевна
## Маҡтаулы мсемдәре һәм башҡа бүләктәре
* Лариса Николаевна Литвиноваға, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә (СССР Юғары Советы Президиумы указы менән 1948 йылдың 23 февралендә командование заданиеларын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн):
** «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 8299)
* Ленин ордены.
* Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены.
* Ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены.
* Ҡыҙыл Йондоҙ ордены.
* Миҙалдар.
# Розанова Лариса Николаевна
## Китааптары
* «Улица Татьяны Макаровой». М., 1976.
* «Летят сквозь годы». — М. : Воениздат, 1983. — 160 с. | 159374 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Розанова_Лариса_Николаевна | Розанова Лариса Николаевна |
# Ҡарағайлы (Силәбе өлкәһе)
Ҡарағайлы — Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районындағы ауыл, Мөслим ауыл биләмәһе составына инә.
# Ҡарағайлы (Силәбе өлкәһе)
## Географияһы
Райондың көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Район үҙәгенә, Ҡоншаҡҡа, тиклем ара 21 км.
# Ҡарағайлы (Силәбе өлкәһе)
## Тарихы
Ҡасабаға 1954-55 йылдарҙа нигеҙ һалынған, бында Солтай геолог-разведка партияһы хеҙмәткәрҙәре йәшәгән.
# Ҡарағайлы (Силәбе өлкәһе)
## Халҡы
(1970 й. — 245, 1983 й. — 59, 1995 й.— 89 кеше йәшәгән)
# Ҡарағайлы (Силәбе өлкәһе)
## Урамы
* Үҙәк урам | 167553 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡарағайлы_(Силәбе_өлкәһе) | Ҡарағайлы (Силәбе өлкәһе) |
# Мораҡ (Күгәрсен районы)
Мораҡ (Ҡыҙыл Мәсет, рус. Мраково) — Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны ???? кеше Почта индексы — 453331, ОКАТО коды — 80238850001.
# Мораҡ (Күгәрсен районы)
## Билдәле шәхестәре
* Богданов Иван Антонович (8.12.1926—23.09.2004), партия, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1972—1986 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Салауат ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1998).
* Ғәфүров Марсель Абдрахман улы (10.05.1933—16.06.2013), Башҡортостандың урыҫ телендә ижад иткән яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе. Башҡорт АССР-ының (1976) һәм РСФСР-ҙың (1982) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Степан Злобин, Мәжит Ғафури һәм Булат Рафиҡов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.
* Ибраһимова Венера Латип ҡыҙы (1940), ғалим-тел белгесе. 1963 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995—2011 йылдарҙа дөйөм һәм сағыштырма-тарихи тел белеме кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1994), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2009), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000).
* Кәримский Әнүр Муса улы (27.09.1932—8.10.1993), СССР-ҙың ғалим-философы, 1967—1993 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1983), профессор (1984).
* Мәжитов Хәсән Барлыбай улы (18.10.1923), педагог, мәғариф һәм йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1972 йылдарҙа Күгәрсен районы мәғариф бүлеге мөдире. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. РСФСР һәм БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Райондың һәм Мораҡ ауылының почётлы гражданы. | 12661 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Мораҡ_(Күгәрсен_районы) | Мораҡ (Күгәрсен районы) |
# Иксашка
Иксашка — Рәсәйҙәге йылға. Омск өлкәһе, Новосибирск өлкәһе, Төмән өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Уй йылғаһының һул ярына тамағынан 299 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 13 км.
# Иксашка
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Иртыш йылғаһы Омь ҡушылған урынған Ишим йылғаһы ҡушылған урынға тиклем, Оша йылғаһын индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Иртыш ҡушылдыҡтары бассейны, Ишим тамағына тиклем, йылға бассейны — Иртыш.
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса:
* Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010100312115300006126
* Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 115300612
* Бассейн коды — 14.01.01.003
* ГӨ буйынса томы — 15
* ГӨ буйынса сығарылыш — 3 | 52854 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Иксашка | Иксашка |
# Махим (утрау)
Махим — Һинд океанындағы утрау, элек Бомбейҙың ете утрау архипелагы составына ингән һәм Һиндостан территорияһында урынлашҡан. Махимды йыш ҡына Мумбаиның йөрәге тип иҫәпләйҙәр. Махим секуляризм ҡиммәттәрен һәм төрлөлөктө хуплай. Был территорияла ғибәҙәтхана, сиркәү, мәсетте табырға мөмкин, улар бер-береһенән бер нисә метрҙа ғына урынлашҡан.
# Махим (утрау)
## Тарихы
Махим атамаһы боронғо Махикавати һүҙенән килеп сыҡҡан, ул санскрит телендә «мөғжизәле» тигәнде аңлатҡан. Өлкәнең башҡа тарихи исемдәре Махимавати, Майджим һәм Меджамбу атамаларын индерә.
Махим Мумбаины тәшкил иткән ете утрауҙың береһе. Махим, йәки Махикавати, билдәле булыуынса, раджа Бхимдевтың баш ҡалаһы була, ул XIII быуатта төбәктә хакимлыҡ иткән. Ул Прабхадевила һарай һәм ғәҙеллек судын, шулай уҡ беренсе Бабулнатх ҡорамын төҙөткән.
1343 йылда был утрау менән Гуджарат солтанлығы хакимлыҡ иткән. Нәҡ ул идара иткән ваҡытта Махимдың боронғо мәсете төҙөлә.
1543 йылда португалдар Бомбей утрауҙарҙын баҫып ала. 1662 йылда был утрауҙар португал принцессаһы Екатерина Брагансская өсөн бирнә сифатында инглиз короле Карл Икенсегә тапшырыла. Британлылар Бомбейҙы алғандан һуң, үҙҙәрен португалдарҙан һаҡлау өсөн бында Махим фортын төҙөй. Бөгөн форт емерелгән хәлдә.
Махим утрауын һәм Бандру тоташтырыусы юл ( боҙоп әйтелгән «Бандер» исеме, фарсы телдәрендә порт тигәнде аңлата), 1845 йылда төҙөлә.
1847 йылда ҙур булмаған шотланд миссионерҙары төркөмө яңы мәктәп, хәҙерге ваҡытта Мумбаила иң абруйлы мәктәптәрҙең береһе — Бомбейҙың шотланд мәктәбен асырға ҡарар итә. | 146591 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Махим_(утрау) | Махим (утрау) |
# Ирина Фёдоровна Влах
Ирина Федоровна Влах (молд. Irina Vlah, гаг. İrina Vlah; 26 февраль 1974, Комрат, Комрат районы, Молдавия ССР-ы, СССР) — Молдавия дәүләт сәйәси эшмәкәре. Молдавияла Гагузия Автономиялы округтың башканы (башлығы) һәм Молдова Республикаһы хөкүмәте вазифаһы буйынса ағзаһы (2015 йылдың 15 апреленән). 2005 йылдан 2015 йылға тиклем Молдавия парламенты депутаты. Кишинёвта йәшәй.
# Ирина Фёдоровна Влах
## Биографияһы
Ирина Федоровна Влах Молдавия ССР-ының Комрат ҡалаһында 1974 йылдың 26 февралендә хеҙмәткәрҙәр этник гагауз һәм болгар ҡатыны ғаиләһендә тыуған.
# Ирина Фёдоровна Влах
## Биографияһы
### Белеме
1991 йылдан алып 1996 йылға тиклем Комрат дәүләт университетының юридик факультетында уҡый
2001 йылдан 2008 йылға тиклем Молдова Республикаһы Фәндәр академияһы янындағы докторантурала уҡый.
2008 йылда «Современная концепция развития государственной службы в Республике Молдова» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Дәүләт идараһы даирәләренә, Молодова Республикаһының милләт-ара тыныслығын нығытыу һәм рус телле халыҡтарҙың хоҡуғын яҡлауға ҡағылған бер нисә ғилми баҫманың авторы.
# Ирина Фёдоровна Влах
## Биографияһы
### Профессиональ эшмәкәрлеге
1996—2003 йылдар — Гагаузия АТО һалым инспекцияһы юрисы.
2003—2005 йылдар — Гагаузия Автономиялы окургы башҡарма комитетының юридик бүлеге начальнигы.
Сәйәси эшмәкәрлеге
2005—2009 йылдар — Молдова Республикаһы XVI саҡырылыш Парламенты депутаты, хоҡуҡ мәсьәләләре, тәғәйенләүҙәр буйынса комиссия ағзаһы.
2009 йылдан — Молдова Республикаһы XVIII саҡырылыш Парламенты депутаты, хоҡуҡ мәсьәләләре, тәғәйенләүҙәр буйынса комиссия ағзаһы.
2009—2010 йылдар — Молдова Республикаһының XVIII саҡырылыш Парламенты депутаты, хоҡуҡ мәсьәләләре, тәғәйенләүҙәр буйынса комиссия ағзаһы.
2010—2014 йылдар — Молдова Республикаһы XIX саҡырылыш Парламенты депутаты, МР Парламентының даими бюро ағзаһы.
2014—2015 — Молдова Республикаһы XX саҡырылыш Парламенты депутаты, кеше хоҡуҡтары һәм этник-ара мөнәсәбәттәр буйынса комиссия ағзаһы.
2007 йылдан 2015 йылдың 27 ғинуарына тиклем — Комратта район партия ойошмаһы етәксеһе, коммунистар партияһының Үҙәк комитет ағзаһы.
2010 йылдан 2015 йылдың ғинуарына тиклем ПКРМ юғары партия органы — Сәйәси башҡарма комитетта була.
2008 йылдың 3 апреленән бойондороҡһоҙ дәүләттәр союзының Парламент-ара ассамблеяһы советы ҡарары менән БДБ ағзалары - дәүләттәр араһындағы интгерацион бәйләнештәрҙе нығытыуы өсөн почет грамотаһы менән бүләкләнә.
2010 йылда Гагаузия автономиялы округ башканы һайлауҙарында үҙ көсөс һынап ҡарай. Һайлауҙа өс көнәркәш ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта Ирина Валх менән уның оппоненты араһында айырма 300-ҙән ашыу тауыш тәшкил итә, был оппоненттар тарафынан административ ресурстарҙы һәм «ҡара» һайлау технологияларын ҡулланыу менән аңлатыла.
2014 йылда Гагаузия АТО территорияһында Таможня союзына инеү мәсьәләһе буйынса референдум үткәреү инициаторҙарының береһе була. Референдум һөҙөмтәләре буйынса автономияның 98 процент халҡы көнсығыш векторҙы хуплай.
2015 йылдың 22 мартында Гагаузия АТО башканы һайлауҙарында еңеп сыға, беренсе турҙа 51,11 процент тауыш йыя. Һайлауҙар еңел булмағанлығы тураһында ла фекерен әйтә.
2019 йылда Гагаузия башлығына рекордлы (90%) тауыш менән яңынан һайлана.
2021 йылдың 4 мартында Молдова хәүефһеҙлегенең юғары советынан сығарыла . «Был бик көтөлмәгән сигнал. Беҙ ҙә, бындай ҡарар ҡабул ителгәнен аңламаныҡ. Нимәлер барғанын күрҙек, ләкин быны аңлата алмайбыҙ», - тип аңлата Гагаузияның башканы уның ВСБ-нан президенттың бушатыуын . Гагаузия башканы шулай ук Молдованың рус телле дөйөм мәғлүмәт сараларында кире реакция уята, уның журналистары Майи Сандуның «уйланылмаған сәйәсәте» арҡаһында автономиялы төҙөлмәлә сепаратистик кәйефтәрҙең арытуы тураһында белдерә.
# Ирина Фёдоровна Влах
## Наградалары
* «Рус Православие сиркәүенең терегеҙелеүенә 100 йыл тулыуы иҫтәлегенә» юбилей миҙалы (2018 йылдың 1 марты).
# Ирина Фёдоровна Влах
## Хеҙмәттәре
кого и культурного развития АТО Гагаузия», Региональная научно-практическая конференция 12 января 2004 года, р. 269—281 (0,9 с.а.).
Ирина Влах. Должностные лица в системе государственной службы и местного публичного управления. «Укрепление местного самоуправления и повышение эффективности судебной власти в процессе демократического преобразования Молдовы». Республиканская научно-практическая конференция, 9 ноября 2005 г., р. 51-65 (1.0 с.а.).
Ирина Влах. Юридическая ответственность на государственной службе в Республике Молдова. «Наука. Культура. Образование» Международная научно-теоретическая конференция, посвященнаИрина Влах. Международное правовое и организационное сотрудничество Республики Молдова в области государственной службы. «Конституционное развитие Республики Молдова на современном этапе», Международная научно-практическая конференция 23-24 января 2004 года в городе Бельцы, р. 220—228 (0,6 с.а).
Ирина Влах. Налоговая инспекция АТО Гагаузии: проблемы и перспективы влияния на экономическое развитие региона. «Актуальные проблемы экономичеся 15-летию Комратского государственного университета, 10 февраля 2006 года, р. 80-83 (0,3 с.а.).
Ирина Влах. Государственная служба в системе власти. « Academia de Administrare Publică — centru naţional de formare şi perfecţionare a personalului din serviciul public», conferinţă ştiinţifico-practică, mai 2006, р.68-71 (0,2 с.а.).
Ирина Влах. Проблемы государственной службы и её эффективность. Закон и жизнь, № 11, 2006, с. 28-3 (0,3 с.а.).
Ирина Влах. Государственная должность: о некоторых дискуссионных вопросах. Закон и жизнь, № 12, 2006, р. 18-20 (0,2 с.а.).
Ирина Влах. Международно- правовое сотрудничество и использование зарубежного опыта в сфере государственной службы. Закон и жизнь, № 2, 2007, р. 22-24 (0,2с.а.).
Ирина Влах. Принципы Конституции, определяющие основания государственной службы Республики Молдова (некоторые теоретические размышления). Закон и жизнь, № 6, 2007, р.21-24 (0,3с.а.).
Ирина Влах. Государственная служба: векторы и технологии её взаимодействия с институтами гражданского общества. «Курсом развивающейся Молдовы», III Российско- Молдавский симпозиум, « Традиции и инновации соционормативной культуре молдован и гагаузов», 2008 год, г. Комрат, р. 89-96.
Ирина Влах. Местная демократия и её реализация. « Курсом развивающейся Молдовы» М. 2009, стр.188-194 Том. 5.
Ирина Влах. «Государственное управление: его структура и сущность (некоторые научно-теоретические аспекты)». Закон и жизнь, стр.16-19.
Ирина Влах. « Государственная служба и государственное управление», Закон и жизнь.
Ирина Влах. «Принципы служебного поведения государственного служащего», Закон и жизнь, октябрь 2009 г., стр. 24-28.
Ирина Влах. «Функции государства и государственного управления», Закон и жизнь, ноябрь 2009 г., стр. 26-28.
Ирина Влах. О концептуальных основах организации государственной службы Республики Молдова: Учебное пособие. 2009. 158 стр.
Ирина Влах. «Роль женщин в политической жизни общества» Республиканская научно-практическая конференция « Femeile din Moldova», Chişinău 2010 стр.36-41, 25.03.2010.
Ирина Влах. «Актуальные аспекты противодействия пыткам в международно- правовых аспектах» , Круглый стол. Комрат, 14 мая 2010 г. «Противодействия к пыткам»
Ирина Влах (автор и составитель). Международное и национальное законодательство по борьбе с пытками. (сборник). Институт демократии. — Комрат: Институт демократии, 2010. 124 стр.
Выборы в Молдове (сборник). Составитель: Ирина Влах; Национальный институт женщин Молдовы «Равноправие», 2010. — 348 стр.
Ирина Влах. « Право женщин на равное участие в политике». Materialele Conferinţei ştiinţifico-practice internaţionale, 17 septembrie 2010, mun.Bălţi-Respectarea drepturilor omului- condiţie principală în edificarea statului de drept în RM- Chişinău — 2010 г., стр. 164—169
Ирина Влах. «Волонтерская деятельность как форма участия молодежи в общественной жизни». Международная научно-практическая конференция «Гражданское общество Молдовы: проблемы и перспективы», организованная 20.01.2011 г. Институт демократии при поддержке Балканского траста демократии — проекта немецкого фонда Маршалла (США). г. Комрат, 2011. стр.14-21
Ирина Влах, Владислав Негру «Аспекты взаимоотношений гражданского общества и органов государственной власти». Там же см. выше стр.132-136.
Ирина Влах, Андрей Борщевский «Государственная политика в области защиты прав национальный меньшинств». Республиканская научная конференция «Проблемы истории и права евреев Молдовы» организована институтом иудаки (Молдова) 2 июня 2011 года. Кишинев 2011. Стр. 6-13.
Ирина Влах, Андрей Борщевский «Концепция национальной политика РМ: предпосылка построения толерантного общества». Сборник научных трудов института иудаики. Выпуск 1. Кишинев 2011. Стр.43-50.
Брошюра «Европейская Хартия местного самоуправления». Автор и составитель Влах И., 2011 год, 40 стр.
Ирина Влах, Андрей Борщевский «Государственная политика Молдовы в области сохранения национальной культуры этнических меньшинств (на примере еврейского и гагаузского населения)». Сборник научных трудов института иудаики. Выпуск II. Кишинев 2011. Стр. 41-50.
Ирина Влах. «Женщины в политической жизни: Парламент Молдовы». Республиканская конференция, 17 ноября 2011 года, Кишинев. Стр.4-12.
Ирина Влах, Андрей Борщевский. «Этногосударственная политика в сфере межнациональных отношений (характеристика законодательных актов)». «Диалог культур — культура диалога»: материалы X юбилейной международной научно-практической конференции, Кострома, 5-10 сентября 2011 г. (под ред. Л. Н. Ваулиной. — Кострома; Дармштадт; Минск; Могилев; Познань; Ванадзор: КГУ им. Н. А. Некрасова). }} | 174650 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ирина_Фёдоровна_Влах | Ирина Фёдоровна Влах |
# Уксусная
Уксусная — Рәсәйҙәге йылға. Омск өлкәһе, Новосибирск өлкәһе, Төмән өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Туй йылғаһының һул ярына тамағынан 448 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 17 км.
# Уксусная
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Иртыш йылғаһы Омь ҡушылған урынған Ишим йылғаһы ҡушылған урынға тиклем, Оша йылғаһын индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Иртыш ҡушылдыҡтары бассейны, Ишим тамағына тиклем, йылға бассейны — Иртыш.
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса:
* Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010100312115300007284
* Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 115300728
* Бассейн коды — 14.01.01.003
* ГӨ буйынса томы — 15
* ГӨ буйынса сығарылыш — 3 | 52973 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Уксусная | Уксусная |
# Экстракорпораль аталандырыу
Экстракорпораль аталандырыу (лат. extra — шуның өҫтөнән, тыш һәм лат. corpus — тән, кәүҙә, тәндән тыш аталандырыу, ҡыҫҡартып: ЭКО́) — йәғни тәндән тыш аталандырыу, ҡыҫҡартылған формаһы ЭКО) йәки Пробирка балаһы — бала табыуға һәләтһеҙлек осрағында йыш ҡулланылған ярҙамсы репродуктив технология. Синонимдары: «пробиркала аталандырыу», «in vitro аталандырыу», «яһвалма аталандырыу», инглиз телендә IVF аббревиатураһы (in vitro fertilisation) менән билдәләнә.
ЭКО ваҡытында ҡатын организмынан йомортҡа күҙәнәге алына һәм in vitro («пробиркала») шарттарында яһалма рәүештә аталандырыла, алынған эмбрион инкубатор шарттарында тотола, һәм унда 2-5 көн дауамында үҫә, шунан һуң артабан үҫтереү маҡсатында эмбрион аналыҡ ҡыуышлығына күсерелә.
# Экстракорпораль аталандырыу
## Тарихы
* 1944 йыл. Джон Рок һәм Мириам Менкин (АҠШ) тәүге тапҡыр кеше йомортҡа күҙәнәген «пробиркала» аталандыра. Медицина күрһәтеүҙәре буйынса хирургик рәүештә түллек биҙе (яичник) алынып ташланырға тейешле пациент ҡатындарҙан йомортҡа күҙәнәктәрен (яйцеклетка) алалар. Ооциттарҙы туранан-тура алынған йомортҡа күҙәнәктәренән алалар, ооциттарҙың күпселеге өлгөрмәгән була (3 мм һәм хатта унан да кәмерәк фолликулдарҙы ҡулланалар). 6 йыллыҡ эксперимент ваҡытында 800-гә яҡын йомортҡа күҙәнәге алына, уларҙың 138-е сперматозоидтар менән инкубациялана, әммә тик 3 ооцит ҡына in vitro (2 йәки 3 күҙәнәккә бүленә) аталандырыла. Аталандырыуҙың бик түбән һөҙөмтәлелеген, «зиготаларҙа» пронуклеустарҙың булмауын һәм ооциттар менән эшләүҙең камил булмаған ысулдарын иҫәпкә алып, Рокк һәм Менкин яңылыш ооциттарҙың патологик бүленешен уңышлы аталандырыу тип ҡабул иткәндер.
* 1951 йыл. M.C. Chang[ингл.] (АҠШ) in vitro гаметалар һәм эмбриондар үҫтереү өсөн мөхит һәм шарттар эшләй башлай.
* 1954 йыл. Г. Н. Петров (СССР) ҡатын-ҡыҙ йомортҡа күҙәнәген аталандырыу һәм уның бүленеүенең бөтә стадияларын тасуирлай.
* 1966 йыл. Роберт Д. Эдвардс (Бөйөк Британия) ҡатын-ҡыҙ йомортҡа күҙәнәктәренең ЛГ пигынан һуң in vitro 36-37 сәғәт дауамында өлгөрөүен асыҡлай (Нобель премияһы 2010 йыл).
* 1973 йыл. Карл Вуд Монаш университеты ҡарамағындағы ЭКО буйынса төркөмдө етәкләй 1973 йылда донъяла беренсе тапҡыр кеше яһалма аталандырыу юлы менән «биохимик ауырға ҡала». Аталанған йомортҡа аналыҡҡа индерелә, бер нисә көндән пациенттың ҡанында йөклөлөк башланыуын раҫлаған хорион гонадотропин концентрацияһы арта, әммә йөклөлөктөң артабанғы билдәләре күренмәй. Һуңыраҡ, 1983 йылда, туңдырылған/иретелгән кеше эмбрионын аналыҡҡа индергәндән һуң, шул уҡ төркөм донъяла беренсе йөклөлөк тураһында хәбәр итә, әммә был йөклөлөк шулай уҡ сабый тыуыуға килтермәй (плацента инфекцияһы арҡаһында бала төшә).
Бөйөк Британияла 1977 йылда тәүге тапҡыр экстракорпораль аталандырыу уңышлы ҡулланыла, һөҙөмтәлә 1978 йылда Луиза Джой Браун — «пробиркала яралған» беренсе кеше тыуа. Советтар Союзында ЭКО ярҙамында 1986 йылдың февралендә беренсе бала (ҡыҙ) тыуған. Процедура Мәскәүҙә, Әсә һәм бала һаулығын һаҡлау үҙәгендә (хәҙер — Академик В. И. Кулаков исемендәге акушерлыҡ, гинекология һәм перинатология милли медицина тикшеренеү үҙәге) башҡарыла. Шул уҡ 1986 йылда Ленинградта Кирилл исемле малай тыуа. Был ваҡиғалар алдынан Советтар Союзында 1965 йылдан алып маҡсатлы рәүештә етди тикшеренеүҙәр үткәрелә башлай. Был ваҡытта иртә эмбриогенез төркөмө барлыҡҡа килә, ул 1973 йылда эксперименталь эмбриология лабораторияһына әүерелә (етәксеһе — профессор Б. Леонов). 1994 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, был лабораторияла 1,5 меңдән ашыу бала тыуған.
1990 йылда беҙҙең планетала пробиркала 20 меңдән ашыу бала тыуа. 2010 йылда — яҡынса 4 млн. 2018 йылда ESHRE Халыҡ-ара конгресында доклад менән сығыш яһап, Ярҙамсы репродуктив технологиялар мониторингы буйынса Халыҡ-ара комитетты (ICMART) ойоштороусыларҙың береһе Дэвид Адамсон хәбәр итеүенсә, 2014 йылға донъяла ЭКО ярҙамында тыуған 7 миллиондан ашыу кеше иҫәпләнә.
# Экстракорпораль аталандырыу
## Ыңғай күрһәткестәр һәм ҡаршы күрһәткестәр
Ирҙәрҙең һәм ҡатындарҙың бала табыу һәләтен юғалтыуының төрлө формалары ЭКО процедураһын үткәреү өсөн күрһәткес булып тора. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 30.08.2012 йылғы N107н бойороғона ярашлы, ЭКО-ға күрһәткес булып «терапияға бирешмәгән бала табыу һәләтһеҙлеге тора, йәки уны ЭКО ярҙамында еңеп сығыу ихтималлығы башҡа ысулдарға ҡарағанда юғарыраҡ. Ҡаршы күрһәтмәләр булмағанда, ирле-ҡатынлылар (никахта тормаған ҡатын-ҡыҙҙар) теләге буйынса бала табыу һәләтен юғалтыуҙың теләһә ниндәй формаһында ЭКО үткәрелеүе мөмкин».
ЭКО үткәреүгә ҡатын-ҡыҙҙың йөклөлөгө һәм бала табыуы әсә йәки баланың һаулығына хәүеф тыуҙырған ҡаршы күрһәткестәр булғанда, атап әйткәндә,:
* йөклөлөк һәм бала табыу өсөн кире күрһәткес тип һаналған соматик һәм психик сирҙәр;
* эмбриондарҙы имплантациялау йәки йөклөлөк тыуҙырыу мөмкин булмаған тыумыштан килгән үҫеш кәмселеге йәки аналыҡ ҡыуышлығының деформацияһы;
* йомортҡалыҡ шештәре;
* аналыҡтың операция талап иткән яман шештәре;
* теләһә ниндәй локализациялы киҫкен яман шеш сирҙәре;
* теләһә ниндәй локализациялы, шул иҫәптән анамнездағы яман шештәр.
ЭКО үткәреү өсөн ирҙәр яғынан ҡаршы күрһәткестәр юҡ.
# Экстракорпораль аталандырыу
## Экстракорпораль аталандырыу технологияһы
ЭКО технологияһын махсус медицина учреждениеларында амбулатор дауалау шарттарында тормошҡа ашыралар. Экстракорпораль аталандырыу процедураһын үткәргәндә йомортҡа күҙәнәктәре, сперматозоидтар алына, in vitro аталандырыла, эмбрион үҫтерелә, эмбрионды ҡатын-ҡыҙҙың аналыҡ ҡыуышлығына индерелә.
# Экстракорпораль аталандырыу
## Экстракорпораль аталандырыу технологияһы
### Йомортҡа күҙәнәктәрен алыу
Ҡағиҙә булараҡ, был түлһеҙлекте ошо алым менән дауалауҙың һөҙөмтәлелеген арттырғанлыҡтан, экстракорпораль аталандырыу өсөн бер нисә йомортҡа күҙәнәге алырға тырышалар. Нормала бер менструаль цикл эсендә ҡатын-ҡыҙҙың бер йомортҡа күҙәнәге өлгөрә, шуға күрә бер нисә йомортҡа күҙәнәге алыу өсөн «суперовуляция стимуляцияһы» тигән процедура уҙғарыла. Бының өсөн пациент ҡатынға гормональ препараттар инъекцияһы тәғәйенләнә.
Стимуллаштырыу өсөн гонадотропин-рилизинг гормонының (ГнРГ) агонистар йәки антагонистар менән бергә фолликул стимуллаштырыусы гормоны (ФСГ), лютеинлаштырыусы гормон (ЛГ), хорионик гонадотропин (ХГ) препараттары инъекциялары ҡулланыла. Суперовуляцияның билдәле бер препарат-индукторҙарын индереү режимы «схемалы стимуляция» йәки «ЭКО протоколы» тип атала. Суперовуляцияны стимуллаштырыуҙың бер нисә схемаһы бар, ләкин препараттарҙың һанын, төрҙәрен һәм ҡулланыу оҙайлылығын, йәшенә, түлһеҙлек һәм фолликуляр (йомортҡалыҡ) сәбәптәренә ҡарап, һәр ҡатын-ҡыҙ өсөн айырым һайлайҙар. Суперовуляцияны стимуллаштырыу 7-нән алып 20 көнгә тиклем ваҡытты ала һәм таблеткалы препараттар инъекцияһынан йәки уларҙы ҡабул итеүҙән ғибәрәт.
Йомортҡа күҙәнәктәренең өлгөрөүен туранан-тура инвазив булмаған ысулдар менән билдәләү мөмкин түгел. Шуға күрә йомортҡа күҙәнәктәренең өлгөрөүе хаҡында йомортҡалыҡ фолликулдарының буйы буйынса ситләтеп фекер йөрөтәләр. Фолликулдарҙың үҫеүен ультратауыш тикшереү аппараттары ярҙамында күҙәтәләр. Доминант фолликул билдәле бер үлсәмгә еткән осраҡта (16-20 мм) йомортҡа күҙәнәктәрен сығарыу — йомортҡалыҡ фолликулдары пункцияһы процедураһын билдәләйҙәр. Фолликулдар пункцияһын дөйөм (йышыраҡ) йәки урындағы анестезия (һирәгерәк) ярҙамында, энәләрҙе трансвагиналь ҡуйып, үткәрәләр, энәләрҙең хәрәкәтен УЗИ аппараты контролдә тота. Пункцияның маҡсаты — фолликулдың эсендәгеһен (фолликуляр шыйыҡсаны) аспирациялау (һурҙырыу). Алынған шыйыҡса микроскоп ярҙамында ооциттарҙы (йомортҡа күҙәнәктәрен) табыу өсөн тикшерелә.
Алынған ооциттарҙы фолликуляр шыйыҡсанан йыуып айыралар, әҙер сперматозоидтар өҫтәлгәнсегә тиклем, инкубаторҙарға урынлаштырған культуралы мөхит булған Петри сынаяҡтарына күсерәләр.
Ғәҙәттә гормональ препараттар ҡулланыу һәм фолликулдарға пункция үткәреү пациентта кире реакция тыуҙырмай, ләкин ҡайһы берҙә өҙлөгөүҙәр булыуы ихтимал. Суперовуляцияны стимуллаштырыуҙың ҡатмарлашыуы булып йомортҡалыҡтарҙың гиперстимуляция (СГЯ) синдромы тора, ул, стимулация тамамланғандан һуң бер нисә көн үткәс, күп миҡдарҙа фолликулдар өлгөрөүе һөҙөмтәһендә үҫешергә мөмкин. Фолликулдар пункцияһы тышҡы йәки эске ҡан килеүе менән ҡатмарлашыуы ихтимал.
Пациент ҡатындан йомортҡа күҙәнәге (йомортҡалыҡ булмағанда, менопауза һ.б.) алыу мөмкинлеге булмағанда донор йомортҡа күҙәнәктәре (йәғни икенсе ҡатындың йомортҡа күҙәнәктәре) файҙаланырға мөмкин. Йомортҡа күҙәнәктәренең доноры сифатында эскерһеҙ донор (туғаны, танышы) йәки түләүле донор сығыш яһай ала. Йомортҡа күҙәнәктәре доноры менән эшләү шарттарын РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2012 йылғы 107н-се бойороғо рәсмиләштерә.
# Экстракорпораль аталандырыу
## Экстракорпораль аталандырыу технологияһы
### Сперма алыу
Пациент сперманы мастурбация ярҙамында үҙ аллы ала. Өҙөлгән енси яҡынлыҡты (коитусты) йәки майланмаған медицина презервативын файҙаланырға мөмкин. Эякуляция юлы менән мәней алыу мөмкин булмаған осраҡта, хирургик ысулдар: эпидимистың эсендәге тупланмаһын аспирациялау, түллек биҙе биопсияһы һ. б. файҙаланыла. Ҡатынының фолликулдары пункцияһы көнөндә иренең мәнейен дә алалар. Пункция көнөндә сперманы алыу мөмкин булмаһа, артабан туңдырылған һәм шыйыҡ азотта һаҡланған (ҡара: Сперма банкыһы) алдан алынған мәней файҙаланыла. Инә күҙәнәкте аталандырыу алдынан сперматозоидтар орлоҡ шыйыҡсаһынан йыуыла һәм махсус ысулдар ярҙамында уларҙың иң сифатлылары айырып алына.
Ирҙең спермаһын файҙаланырға мөмкинлек булмағанда йәки пациент ҡатындың енси партнёры булмағанда, донор мәнейен файҙаланырға мөмкин. Донорҙың спермаһын ҡулланыу иренең яҙма ризалығы менән башҡарыла һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 107-се бойороғо менән рәсмиләштерелә. Был бойороҡҡа ярашлы, донор спермаһы 6 айлыҡ карантиндан һуң йәғни алты ай туңдырылған хәлдә һаҡлау һәм донорҙың йоғошло сире булмауына ҡабаттан тикшергәндән һуң, файҙаланыла.
# Экстракорпораль аталандырыу
## Экстракорпораль аталандырыу технологияһы
### In vitro аталандырыу
ЭКО-ны эмбриология лабораторияһы шарттарында табип-эмбриологтар туранан-тура үткәрә. Аталандырыуҙы ике ысулдың береһе ярҙамында үткәрәләр:
* in vitro инсеминацияһы;
* ИКСИ — Сперматозоидтарҙың интрацитоплазматик инъекцияһы (ICSI — дауалау ысулы).
Беренсе ябайыраҡ ысул ярҙамында туҡлыҡлы мөхиттә булған йомортҡа күҙәнәктәренә сперматозоидтар суспензияһын өҫтәйҙәр. Сперматозоидтар бер йомортҡа күҙәнәгенә 100—200 мең иҫәбенән өҫтәлә. 2-3 сәғәт дауамында сперматозоидтарҙың береһе инә йомортҡа күҙәнәгенә үтеп инә һәм шул рәүешле уны аталандыра. Икенсе ысул (ИКСИ) менән сперматозоидты йомортҡа күҙәнәгенә микрохирургия инструменттары ярҙамында «ҡул менән» индерәләр. Сперма бик насар сифатта булғанда, сынаяҡта ла аталандырыу килеп сыҡмаған осраҡта, ИКСИ ҡулланыла.
Сперматозоид үтеп ингәндән һуң, инә күҙәнәк эмбрион тип һанала. Уңышлы аталаныу мөмкинлеге 60-70 % (ҡара: Пронуклеустар). Эмбриондар яһалма шарттарҙа 2-6 көн тотола. Бының өсөн СО₂ 37 °C температуралы һәм атмосфераһында СО₂ миҡдары 5-6 % булған шкаф-инкубаторҙар файҙаланыла. Эмбриондар (ә быға тиклем йомортҡа күҙәнәктәре) инкубаторҙарҙа культураль мөхиттә пластик һауыттарҙа (Петри ҡасалары, Нунк туҫтаҡтары, планшеттар һ.б.) туранан-тура тотола. Эмбриондар өсөн культураль мөхиткә төп физиологик иондар (Na⁺, K⁺, Ca²⁺, Mg²⁺, Cl⁻, CO₃²⁻ һ. б.) энергетик субстраттар (глюкоза, пируват, лактат), аминокислоталар, йыш ҡына витаминдар һәм ҡан сывороткаларының аҡһымдары инә. Инкубация ваҡытында кешенең эмбрионы дәүмәле артмай тиерлек (тәүге 4 көндә уның күләме 0,1 мм, 5 көнгә 0,15-0,2 мм), әммә уны тәшкил иткән күҙәнәктәрҙең һаны күп тапҡырға арта (1 көн — 1 күҙәнәк; 2 көн — 4 күҙәнәк; 3 көн — 8 күҙәнәк; 4 көн — 10-20 күҙәнәк, 5 көн — 40-200 күҙәнәк)
# Экстракорпораль аталандырыу
## Экстракорпораль аталандырыу технологияһы
### Эмбрионды аналыҡҡа күсереү
Эмбрионды аналыҡҡа күсереү инә күҙәнәк аталанғандан һуң 2-5 көн үткәс башҡарыла. Процедура анестезия (ауыртыуҙы баҫыу) талап итмәй һәм гинекология креслоһында бер нисә минут дауамында башҡарыла. Аналыҡ муйынтығы аша махсус һығылмалы катер үткәреп, эмбрионды аналыҡҡа күсерәләр. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2003 йылғы 67-се бойороғона ярашлы, күп түллектән ҡурсалау маҡсатында аналыҡ ҡыуышлығына 4-тән ашыу эмбрионды күсереү тәҡдим ителмәй. Ғәҙәттә 1 эмбрион күсерелә — Рәсәйҙә ЭКО-ның хәҙерге практикаһы шундай.
Үҙе ауырға ҡалып, яралғыны йөрөтә алыу мөмкинлеге булмағанда, пациент ҡатын суррогат әсә хеҙмәтен файҙалана ала.
# Экстракорпораль аталандырыу
## Экстракорпораль аталандырыу технологияһы
### Эмбриондарҙы культивациялауҙың өҫтәмә саралары
Эмбриондарҙы культивациялау барышында өҫтәмә лаборатор саралар үткәрергә мөмкин:
Эмбриондарҙы криоконсервациялау — йәшәүгә һәләтле эмбриондар туңдырыла һәм шыйыҡ азот температураһында һаҡлана. Артабан эмбриондарҙы иретеү һәм йөклөлөк булдырыу маҡсатында яңынан аналыҡҡа күсереү мөмкин.
Преимплантациялы генетик диагностика (ПГД) — имплантацияға тиклем эмбриондың ҡайһы бер хромосом йәки ҡайһы бер генетик патологиялары барлығын тикшереү. Шулай уҡ был ысул менән эмбриондың енесен билдәләргә мөмкин. Башҡа илдәрҙәге кеүек үк, ЭКО-ны файҙаланғанда, мираҫҡа енескә бәйле сирҙәр күсеү мөмкинлегенән башҡа, Рәсәйҙә буласаҡ баланың енесен һайлау тыйыла («Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында» 2011 йылдың 21 ноябрендәге 323-ФЗ Федераль закон, 6-сы бүлек, § 55, 4-се пункт)).
# Экстракорпораль аталандырыу
## ЭКО ысулы менән дауалауҙың һөҙөмтәлелеге
ЭКО ысулы менән түлһеҙлекте дауалау һөҙөмтәлелеге юғары түгел: ЭКО процедураһынан һуң өс пациент ҡатындың береһе ауырға ҡала, яҡынса дүртеһе дауалауҙы бала табыу менән тамамлай. Европа репродуктив медицина һәм эмбриология йәмғиәте (European Society of Human Reproduction and Embryology) статистикаһына ярашлы, 2010 йылда ЭКО процедураһынан һуң аналыҡҡа эмбриондар күсергән пациент ҡатындарҙың 33,2 % клиник йөклөлөккә өлгәшкән. 2023 йылда баҫылған Рәсәй кеше репродукцияһы ассоциацияһы (РАРЧ) мәғлүмәттәренә ярашлы, 2021 йылда ЭКО процедураһын үткәргәндән һуң, пациенттарҙың 34,5%-ы ауырға ҡалған, ЭКО процедураһын үткән ҡатындарҙың 25,8%-ы бала тапҡан.
ЭКО-нан һуң йөклөлөк һәм бала табыу ғәҙәттәгенән айырылмай. Йөклөлөк һәм бала табыу барышында өҙлөгөү ихтималлығы юғары булыуы, яһалма аталандырыуға бәйле түгел, ә пациенттар араһында (уртаса һау-сәләмәт ҡатын-ҡыҙҙар менән сағыштырғанда) бала табыу системаларында патологияһы булғандар күберәк, һәм шуға күрә улар ЭКО ысулына мөрәжәғәт итә лә. Шулай уҡ бала табыусыларҙың уртаса йәше өлкәнәйеү факторҙары һәм ЭКО пациенттарының күп түллеккә ынтылыуы йоғонто яһай. | 199165 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Экстракорпораль_аталандырыу | Экстракорпораль аталандырыу |
# Ҡарағалпаҡтар
Ҡарағалпаҡтар (ҡарағалп. Qaraqalpaqlar) — ҡаҙаҡтар һәм нуғайҙарға яҡын төрки халыҡ. Теле — ҡарағалпаҡ теле, төрки телдәрҙән ҡыпсаҡ төркөмөнә инә. Ҡарағалпаҡса яҙыу өсөн латин әлифбаһы ҡулланыла. Ҡарағалпаҡ халҡының күпселеге Үзбәкстандағы Ҡарағалпаҡстан Республикаһында йәшәй. Ҡарағалпаҡтар һаны − 600 мең тирәһе. | 8756 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡарағалпаҡтар | Ҡарағалпаҡтар |
# Чханвон
Чханвон (кореяса 창원시, 昌原市, Чханвон-си) – Көньяҡ Кореяның Кёнсан-Намдо провинцияһының баш ҡалаһы. Ҡала Пусандан көнбайышҡа яҡынса 40 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
# Чханвон
## Тарихы
Чханвон – Кореяның алдан төҙөлгән план буйынса һалынған һирәк ҡалаларының береһе. 1974 йылда бында ҙур хәрби-сәнәғәт һәм торлаҡ үҙәге төҙөлә башлай, ул шул ваҡыттан алып ныҡ үҫә. Быға тиклем хәҙерге Чханвон территорияһы ауыл ерҙәре була. Боронғо заманда Самхан осоронда был территория Пёнхан ҡәбиләләр берләшмәһенә ҡараған. Артабан, Корея ярымутрауы Берләшкән Силла дәүләте хакимлеге аҫтында берләшкәндән һуң, бында Ыйан өйәҙе (Ыйан-хён) урынлашҡан, ул Корё династияһы дәүерендә Ыйчхан (Ыйчхан-хён) тип үҙгәртелә. «Чханвон» атамаһы тәүге тапҡыр 1414 йылда Чханвон-бу административ округы ойошторолоу менән барлыҡҡа килә. Ҡала статусын (си) 1980 йылда ала.
# Чханвон
## География
Чханвон Корея ярымутрауының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Масан һәм Пусан ҡалалары эргәһендә урынлашҡан. Төньяҡ-көнбайышта Тамсан (бейеклеге 656 метр), көнсығышта Чондансан (567 метр), көньяҡ-көнсығышта Пульмосан (802 метр) һәм көньяҡта Панёнсан (528 метр) тауҙары менән уратып алынған. Яр буйы һыҙығының оҙонлоғо 12,6 км (Масан ҡултығында). Ҡала аша Нэдончхон һәм Чханвончхон йылғалары аға.
Ҡаланың климаты муссонлы, уртаса йыллыҡ температура һәм уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме (1992 йылдан 2001 йылға тиклемге осорҙа) 15°С һәм 1395 мм тәшкил итә.
# Чханвон
## Административ бүленеш
Чханвон административ яҡтан 5 «ку» муниципаль округына бүленә.
| Карта | Карта | Карта | Карта | |
| Мирян-си Хаман-гун Кимхэ-си Ыйчхан-гу Масанхвевон-гу Масанхаппхо-гу Чинхэ-гу Сонсан-гу | Мирян-си Хаман-гун Кимхэ-си Ыйчхан-гу Масанхвевон-гу Масанхаппхо-гу Чинхэ-гу Сонсан-гу | Мирян-си Хаман-гун Кимхэ-си Ыйчхан-гу Масанхвевон-гу Масанхаппхо-гу Чинхэ-гу Сонсан-гу | Мирян-си Хаман-гун Кимхэ-си Ыйчхан-гу Масанхвевон-гу Масанхаппхо-гу Чинхэ-гу Сонсан-гу | Масан порты/гаванеҮҙәк Чханвон |
| Район | Хангыль | Ханча | Майҙан (км²) | Масан порты/гаванеҮҙәк Чханвон |
| Ыйчхан-гу | 의창구 | 義昌區 | 211.17 | Масан порты/гаванеҮҙәк Чханвон |
| Сонсан-гу | 성산구 | 城山區 | 82.20 | Масан порты/гаванеҮҙәк Чханвон |
| Масанхаппхо-гу | 마산합포구 | 馬山合浦區 | 240.65 | Масан порты/гаванеҮҙәк Чханвон |
| Масанхвевон-гу | 마산회원구 | 馬山會原區 | 90.58 | Масан порты/гаванеҮҙәк Чханвон |
| Чинхэ-гу | 진해구 | 鎭海區 | 122.52 | Масан порты/гаванеҮҙәк Чханвон |
# Чханвон
## Иҡтисад
Башта, 1970-се йылдарҙа, Чханвон ватан хәрби сәнәғәтенең төп үҙәге булараҡ төҙөлә. Бында танкылар, артиллерия, авиация техникаһы һ.б. етештерелә. 1990-сы йылдарҙа Чханвонда бөтә Көньяҡ Корея хәрби производствоһының 70 проценты тупланған. Шул уҡ ваҡытта гражданлыҡ тәғәйенләнешендәге продукция ла етештерелә. Чханвонда Кореяның төп корпорацияларының производство ҡеүәттәре урынлашҡан: Samsung һәм LG Electronics (көнкүреш электроникаһы), GM Korea (автомобилдәр), Hyundai Wia (автокомпоненттар), Hyundai Rotem (тимер юл техникаһы), Samsung Techwin (видео күҙәтеү системалары, энергетика һәм авиация ҡорамалдары), Doosan Heavy Industries & Construction (энергетика ҡорамалдары), Doosan Infracore (төҙөлөш техникаһы), Doosan Engine (дизель двигателдәре), STX Corporation (суднолар төҙөү). Чханвон сәнәғәт комплексы 1978 йылдан бирле эшләй. Был комплекс продукцияһының илдең дөйөм экспортындағы өлөшө 3,8% тәшкил итә (яҡынса 7 миллиард доллар).
# Чханвон
## Туризм һәм иҫтәлекле урындар
Чханвон, тәү сиратта, ҙур сәнәғәт үҙәге булыуға ҡарамаҫтан, бында күп йәшел үҫемлектәр һәм парктар бар. Ҡаланың төп тәбиғәт иҫтәлекле урыны – Кореяла ҡоштар миграцияһының иң ҙур үҙәге булған – Чунамхо. Ҡышҡы миграция ваҡытында бында ун меңләгән ҡошто күрергә мөмкин. Беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған боронғо ҡиммәттәр араһында IX быуатта төҙөлгән (Берләшкән Силла дәүләте осоро) Сонджунса будда монастырен билдәләп үтергә кәрәк.
# Чханвон
## Транспорт
### Велосипедтарҙы прокатҡа алыу
Кореяла үҙен велосипед ҡалаһы тип иғлан иткән тәүге ҡала булған Чханвон, хәҙер "йәмәғәт велосипед системаһы йәһәтенән донъяның алдынғы ҡалаларының береһе" тип һанала.. Nubija велосипедтарын прокатҡа алыу системаһы 2008 йылда юл хәрәкәте һәм парковка проблемаларын еңеләйтеү, йәмәғәт һаулығын нығытыу һәм ҡала планлаштырыуҙың автомобилгә бәйле моделдәренән баш тартыу маҡсатында индерелде. Велосипедтарҙы прокатҡа алыу программаһы шулай уҡ ҡаланың инфраструктураһында үҙгәрештәрҙе лә үҙ эсенә алды, шул иҫәптән 100,8 километрға (62,6 миль) һуҙылған 18 яңы велосипед юлы, Чханвонға Кореяның иң ҙур йәмәғәт велосипедтарын прокаты системаһын бирҙе.
2012 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Чханвон районы буйлап 241 терминалда 4704 Nubija велосипеды файҙаланыу өсөн булған, уларҙы Nubija ҡушымтаһы ярҙамында эҙләргә мөмкин. Ҡулланыусылар MyBi пасы тип аталған бәләкәй чип ярҙамында велосипедтарҙы ала.
2012 йылда Nubija-ның 68 823 теркәлгән ҡулланыусыһы булған, һәм көн һайын уртаса 15 850 велосипед ҡуртымға алынған. Nubija атамаһы "сәйәхәт итеү" тигәнде аңлатҡан nubida һәм "велосипед" тигәнде аңлатҡан jajeongeo корея һүҙҙәренән килеп сыҡҡан.
# Чханвон
## Транспорт
### Автобустар
Планлы ҡала булараҡ, Чханвон "транспортты оҡшаш ҙурлыҡтағы башҡа ҡалаларға ҡарағанда һөҙөмтәлерәк иткән селтәр стилендәге инфраструктураны ҡуллана". Чханвон һәм уның тирә-яғында 80-дән ашыу ҡала һәм экспресс-автобус маршруттары хеҙмәтләндерә. Экспресс һәм ҡала-ара автобустар Чханвонды ҡала буйлап алты автобус терминалынан Кореяның башҡа ҡалалары менән тоташтыра.
# Чханвон
## Транспорт
### Тимер юл
Ҡала көньяҡ яр буйында һуҙылған һәм Чолла һәм Кёнсан төбәктәрен тоташтырып, урындағы хәрәкәтте күрше төп линияларға йүнәлткән Кёнджон линияһында (Кванджу-Самнанджин) урынлашҡан. 2010 йылдан Чханвондан Сеулға KTX поездары йөрөй башланы; юлда барыу ваҡыты яҡынса өс сәғәт.
Чханвон районында Кёнджон линияһының дүрт станцияһы бар:
* Масан станцияһы
* Чханвон станцияһы
* Чханвон Үҙәк (Чунъан) станцияһы
* Чинхэ станцияһы.
# Чханвон
## Транспорт
### Паромдар
Масан паром терминалы көньяҡ-көнсығышта урынлашҡан Кодже ҡалаһына хеҙмәт күрһәтә.
Масан Тоцом диңгеҙ паркында Масан ҡултығы үҙәгендәге урманлы утрау Тоцомға 10 минутлыҡ паром йөрөй..
# Чханвон
## Транспорт
### Аэропорт
Кимхэ халыҡ-ара аэропорты (PUS) – Чханвондан көнсығышҡа 35 километр (22 миль) алыҫлыҡта, Кимхэ ҡалаһында урынлашҡан иң яҡын аэропорт.
2016 йылда аэропорт Көньяҡ Кореяла пассажирҙар ағымы буйынса 4-се урында торған, унан 14 900 815 пассажир үткән.
# Чханвон
## Чханвондан билдәле кешеләр
* Ан Сан Су, сәйәсмән.
* Ча Хак Ён (N сәхнә исеме), йырсы, артист һәм VIXX лидеры.
* Кан Дон Вон, актёр; Пусанда тыуған, әммә Чханвонда үҫкән.
* Хван Чон Мин, актёр һәм йырсы.
* Че Чон Гиль, сәйәсмән.
* Чон Вон У, йырсы, рэпер һәм Seventeen ағзаһы.
* Чон Бён Хи (G.O сәхнә исеме), йырсы, актёр, MBLAQ ағзаһы.
* Ким Хён Со (Bibi сәхнә исеме), йырсы.
* Ким Чон Ян, Көньяҡ Корея Милли Йыйылышы ағзаһы, полиция хеҙмәткәре һәм Интерполдың элекке президенты.
* Ли Элайджа, актриса һәм модель.
* Ли Хе Ин, актриса.
* Ли Джун Ки, актёр; Пусанда тыуған, әммә Чханвонда үҫкән.
* Но Са Ён, йырсы, телевидение алып барыусыһы һәм радио диджейы.
* Пак Джин Ён, йырсы, рэпер, Got7 һәм JJ Project ағзаһы.
* Сон До Ён, тауыш актрисаһы. | 199287 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Чханвон | Чханвон |
# Өфө янындағы тимер юл һәләкәте
Өфө янындағы тимер юл һәләкәте (рус. Железнодорожная катастрофа под Уфой) — 1989 йылдың 4 июнендә (Мәскәү ваҡыты буйынса — 3 июндә) Башҡортостандың Иглин районында, Әшә ҡалаһынан 11 км йыраҡлыҡта, Әшә — Оло Тәләк аралығында килеп сыҡҡан Рәсәй һәм СССР тарихындағы иң эре тимер юл һәләкәте. № 211 «Новосибирск — Адлер» һәм № 212 «Адлер — Новосибирск» поездары ҡара-ҡаршы үткән ваҡытында яҡында урынлашҡан «Себер — Урал — Иҙел буйы» газ үткәргесенән сығып торған еңел углеводородтарҙың көслө шартлауы арҡаһында килеп сыҡҡан фажиғә. 575 (икенсе мәғлүмәт буйынса, 645) кеше һәләк булған, шул иҫәптән 181 бала, 600-ләп кеше яраланған булған.
# Өфө янындағы тимер юл һәләкәте
## Һәләкәт сәбәптәре
Дмитрий Чернов һәм Дидье Сорнетт (Didier Sornette) фекеренсә, катастрофа сәбәптәре - ашығып эшләү ғәҙәте, диспетчерҙарҙың хәрәкәтте туҡтатырға хоҡуғы булмау, продукт тибын нефттән газға юғарынан баҫым яһап үҙгәртеү, поездар үтеүен арттырыу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау. Тик илдә властар тарафынан сара күреү система сәбәптәрен бөтөрөү урынына ғәйеплеләрҙе эҙләүгә ҡайтып ҡалған. | 147107 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Өфө_янындағы_тимер_юл_һәләкәте | Өфө янындағы тимер юл һәләкәте |
# И. Е. Репиндың «Здравнёво» музей-усадьбаһы
И. Е. Репиндың «Здравнёво» музей-усадьбаһы — 1988 йылда И.Е. Репиндың элекке Здравнёво усадьбаһы урынында (Витебск районы) урынлашҡан музей; Витебск өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы филиалы.
Музей комплексы тергеҙелгән төп усадьба йортонан (төп мемориаль экспозиция урынлаштырылған), ярҙамсы биналар һәм күргәҙмә залы менән идарасы йортонан, тергеҙелгән баҙҙан тора. Һаҡлана торған зонаның майҙаны — 8,8 гектар, төҙөлөш көйләү зонаһы — 35 гектар, бинаның экспозиция майҙаны — 212 м². Экспозицияла Репин ғаиләһенең көнкүреш әйберҙәре, XIX быуат аҙағы — XX быуат башы йыһаздары, Здравнёвтан археологик табылдыҡтар бар.
Усадьба биләмәһендә мемориаль йүкә аллеяһы һаҡланып ҡалған, унда рәссам үҙе ултыртҡан ағастар үҫә.
2010 йылда музей-усадьбала ҡорама тегеү буйынса асыҡ фестиваль-конкурс үтә. | 151587 | https://ba.wikipedia.org/wiki/И._Е._Репиндың_«Здравнёво»_музей-усадьбаһы | И. Е. Репиндың «Здравнёво» музей-усадьбаһы |
# Эндемик
Энде́миктар, йәки энде́малар (от грек. ἔνδημος «урындағы») — ниндәй ҙә булһа флора, фаунаның состав өлөшө. Хайуандар һәм үҫемлектәрҙең сағыштырмаса сикләнгән ареалда йәшәүсе вәкилдәре, ҙур булмаған географик өлкә менән күрһәтелгән төрҙәре, төркөмдәре, ғаиләләре йәки башҡа таксондары эндемиктар тип атала. Ареалы һәм, тимәк, һаны сикләнгәнлектән, йыш ҡына, һирәк йәки юғалып барған төрҙәр булараҡ, үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың Ҡыҙыл китапҡа индерелгән эндемик төрҙәре.
Таксондың сикләнгән ареалда йәшәү кеүек характеристикаһы эндемизм тип атала, уға космополитизм ҡаршы ҡуйыыла. Эндемизм үҫешенә географик изоляция; климат һәм эдафик шарттар; биотик факторҙар (паразитизм, конкуренция һ. б. п.) булышлыҡ итә. Төр (йәки төркөмсә) өсөн эндемизм бик бәләкәй территория менән сикләнергә мөмкин. Мәҫәлән, вербейник (талдут үләне) Lysimachia minoricensis ареалы Менорка утрауында бер нисә квадрат километр ғына тәшкил итә.
Океан утрауҙары, биотик характеристикалары буйынса башҡа һыу ятҡылыҡтарынан айырымланған тау үҙәндәре һәм һыу ятҡылыҡтары эндемик формаларға иң байы. Атап әйткәндә, Изге Елена утрауындағы флорала төрҙәренең 85 % яҡыны - эндемик, ә Галапагос утрауҙарында 97 % еткән. Байкал күле фаунаһында һәм флораһында - эндемиктар 75 % -ҡа тиклем.
«Британ энциклопедияһы»на ярашлы, эндемиктың билдәле бер өлкәгә ҡарата төрөн иҫәпләп сығарырға мөмкин, йәғни үҫемлектең ареалы, ҙурлығына ҡарамаҫтан, был өлкә менән сикләнгән булырға тейеш.
# Эндемик
## Классификацияһы
Ареалына бәйле түбәндәгесә бүленә:
* Стеноэндемиктар
* Эвриэндемиктар
* Субэндемиктар
Стеноэндемиктар ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, уларҙың таралыуы бер тау тарлауығы йәки тау массивы йәки бер флористик район сиктәрендәге бер нисә участка менән сикләнгән. Стеноэндемиктың өлгөһө - шырт Мзымтелла, ул Ерҙә берҙән-бер урында - Ахцу тарлауығында Мзымты йылғаһы буйында осрай. Ахцу тарлауығының оҙонлоғо - 3 км, ә төбө буйлап киңлеге бер нисә тиҫтә метр.
Әгәр ҙә ареал киңерәк территорияны биләй, ләкин унан ситкә сыҡмай икән, ундай төр эвриэндемиктарға ҡарай. Һирәк һәм ҡабатланмаҫ генофонд йөрөтөүселәр булғанлыҡтан, стеноэндемиктар һәм эвриэндемиктар - тәү сираттағы һаҡлау объекттары булып тора.
Эндемик төрҙәренең икенсе категорияһы - субэндемиктарҙың (йәки шартлы эндемиктар) өйрәнелгән төбәктән сиктәш биләмәләргә сыға торған ареалдары бар. Мәҫәлән, тау төрҙәре өсөн - Ҙур Кавказдың көньяҡ макробитләүе, тигеҙлектәр өсөн - күрше административ берәмектәр биләмәһе. Был төрҙәр ҙә һаҡланыусы объекттар булараҡ айырым иғтибарға лайыҡ.
# Эндемик
## Палеоэндемиктар
Палеоэндемиктар — ул, ҡағиҙә булараҡ, прогрессив төркөмдәрҙән йәшәү урындары айырымланғанға һаҡланып ҡалған боронғо таксондар вәкилдәре.
Австралияла йомортҡа һалыусы (Monotremata) һәм муҡсалы (Metatheria) имеҙеүселәр иң сағыу палеоэндемиктар булып тора. Хәҙерге ваҡытта, Австралияға башҡа үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың күп төрҙәрен индереү менән бәйле, эндемик флора һәм фауна ҡыҫырыҡлана. Мәҫәлән, Австралия тәбиғәтенә йорт ҡуяндарының һәм кәзәләрҙең интродукцияһы ныҡ зыян килтергән.
Сағыштырмаса боронғо төркөмдәрҙең вәкилдәре булып торған палеоэндемиктар тере ҡаҙылмалар тип атала һәм эволюция теорияһы йәһәтенән ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Иң билдәле ысын ҡаҙылма байлыҡтар - ул бумала ҡанатлылар (кистепёрые — Crossopterygii) отрядынан өҫтәрәк Latimeria chalumnae) һәм суҡыш башлылылар отряды рептилияһы (Rhynchocephalia) гаттерия (Sphenodon punctatum).
# Эндемик
## Неоэндемиктар
Неоэндемиктар — күптән түгел изоляцияланған биләмәләрҙә барлыҡҡа килгән прогрессив йәш төрҙәр йәки формалар. Британия утрауҙары, Ҡырым, Байкал эндемиктары ла ошоға ҡарай. Байкал күле фаунаһының иң билдәле эндемигы — байкал нерпаһы (ишкәк аяҡлы, имсәкле һыу хайуаны — Pusa sibirica). | 193334 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Эндемик | Эндемик |
# Хоменко Василий Афанасьевич
Хоменко Василий Афанасьевич (30 март 1899 йыл — 9 ноябрь 1943 йыл) — СССР-ҙың хәрби етәксеһе, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында армия командующийы, генерал-лейтенант.
# Хоменко Василий Афанасьевич
## Биографияһы
Василий Афанасьевич Хоменко 1899 йылдың 30 мартында Петровское ауылында, хәҙерге Воронеж өлкәһенең Борисоглебский районында тыуған. Украин.
Ҡыҙыл армияла 1918 йылдан алып. 1920 йылда хәрби комиссарҙар курсын тамамлай. Рәсәйҙә граждандар һуғышы йылдарында взвод командиры, хәрби комиссар һәм полк командиры, дивизия хәрби комиссары була.
Һуғыштан һуң Төркөстан фронтында баҫмасылар менән көрәштә полк командиры була. 1924 йылдан Кушка ҡәлғәһендә нығытылған район комиссары. 1928 йылда М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академия ҡарамағындағы юғары етәксе составтың белемен камиллаштырыу курстарын (КУВНАС) тамамлай. 1935 йылдан эске эштәр халыҡ комиссариатының (НКВД) сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, штаб бүлеге начальнигы, һуңынан Ленинград хәрби округының эске эштәр халыҡ комиссариаты эске ғәскәр һәм сик буйы ғәскәрҙәренең штаб начальнигы. 1940 йылдың ноябрендә Молдова һәм Украина ССР-ы Эске эштәр халыҡ комиссариатының сик буйы ғәскәрҙәренә етәкселек итә. 1941 йылдың 12 июненән Киев махсус хәрби округының тылды һаҡлау буйынса ғәскәрҙәре командующийы урынбаҫары.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң, Киев махсус хәрби округы базаһында төҙөлгән Көньяҡ-Көнбайыш фронтында шул уҡ вазифала хеҙмәт итә. 1941 йылдың 12 июлендә, июль аҙағына Көнбайыш фронты составына индерелгән 30-сы армия командующийы була. В. А. Хоменко етәкселегендә армия Смоленск һуғышында, Белый ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыштараҡ һәм Ржев йүнәлешендә оборона һуғыштарында, Калинин оборона операцияһында ҡатнаша. 1941 йылдың декабрендә Мәскәү оборона зонаһының ғәскәр командующийы урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. 1942 йылдың авгусында ҡыҫҡа ваҡытҡа 24-се армия командующийы була, унан Кавказ аръяғы фронты составындағы яңынан барлыҡҡа килгән 58-се армия командующийы итеп тәғәйенләнә. Ошо вазифаһында Махачкала ҡалаһы районында тәрән эшелонлаштырылған ҡорамаллы оборона ғәскәрҙәре менән етәкселек итә. 1942 йылдың 21 ноябрендә 44-се армия командующийы итеп тәғәйенләнә. Уның етәкселегендә армия Кавказ өсөн алыштарҙа, Ростов, Миусс, Донбасс, Мелитополь һөжүм операцияларында ҡатнаша һәм Ворошилов (хәҙерге Ставрополь), Таганрог, Жданов (хәҙер Мариуполь), Аҙау ҡалаларын азат итә. 1943 йылдың октябрь аҙағында армия фронт резервына сығарыла һәм Завадовка — Каховка — Британа һыҙығында оборона биләй.
1943 йылдың 9 ноябрендә Василий Афанасьевич Хоменко, дошмандарҙың ул ултырған автомобилгә ут асыуы һөҙөмтәһендә, һәләк була.
# Хоменко Василий Афанасьевич
## Наградалары
* 2 Ҡыҙыл Байраҡ ордены
* 1 дәрәжә Кутузов ордеы
* Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
* Бохара Халыҡ Совет Республикаһының 3 дәрәжә хәрби айырмалыҡ революцион билдәһе
* «Эшсе-Крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһына 20 йыл» миҙалы | 118207 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Хоменко_Василий_Афанасьевич | Хоменко Василий Афанасьевич |
# Росдорф (Тюрингия)
Росдорф (Тюрингия) (нем. Roßdorf (Thuringen)) — Германияла, Тюрингия ерендә урынлашҡан коммуна.
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса коммунала 687 кеше йәшәй. Майҙаны — 17,28 км². Диңгеҙ кимәленән 380 метр бейеклектә һәм UTC +1 ваҡыт бүлкәтендә урынлашҡан. Почта индексы — 98590 һәм автомобиль коды — SM. | 29491 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Росдорф_(Тюрингия) | Росдорф (Тюрингия) |
Subsets and Splits
No community queries yet
The top public SQL queries from the community will appear here once available.